Башҡортостандың халыҡ артисы, Рәсәйҙең “Алтын тауышы”, Башҡортостан радиоһының дикторы Әхәт Мотаһар улы Мортазиндың көтмәгәндә вафат булыуы беҙгә, Башҡорт дәүләт университетында уның менән бергә белем алған һабаҡташтарына, аяҙ көндө йәшен сатнағандай тәьҫир итте. Беҙ был аяныслы хәлгә һуңғы минутҡаса ышанманыҡ – “яңылыш хәбәрҙер” тип юраныҡ. Ләкин, оло үкенескә ҡаршы, был ысынбарлыҡ, хәҡиҡәт ине...
БДУ-ның филология факультетына миңә уҡырға һуңлабыраҡ инергә тура килде. Ситтән тороп уҡыу бүлегенә булһа был турала һөйләп тә тормаҫ инем – уҡырға көндөҙгө бүлеккә алдылар шул. Минән 6–7 йәшкә кесе бала-сағалар араһына.
Бер ҡарағанда, бында минең бер ниндәй ҙә ғәйебем юҡ кеүек. Сөнки мин ситтән тороп уҡыу ниәте менән документтар тапшырғайным, ләкин төрлө сәбәптәр арҡаһында көндөҙгө бүлеккә беркеттеләр. Ана шуға ла үҙ тиңдәрең менән белем эстәмәү, миндә ниндәйҙер комплекс тыуҙырып, ҡамсылап эҙәрлекләй ине. Йәшерен-батырын түгел, бындай хәл минең уҡыуыма ла кире йоғонто яһаған булыр ине... әгәр ҙә беҙҙең төркөмдә Әхәт тә булмаһа.
Һомғол кәүҙәле, бөҙрә сәсле, тулы йөҙлө сибәр был егет үҙенең ылыҡтырғыс тышҡы ҡиәфәте менән генә үҙенә йәлеп итмәне. Иң беренсе нәүбәттә Әхәттең минең кеүек педучилище тамамлауы, әрме сафтарында хеҙмәт итеп ҡайтыуы ҡыҙыҡһындырҙы. Йәш арауығы – ни бары ике йәш самаһы. Тимәк, төркөмдә бер үҙемә генә “ҡартлас” булып йөрөргә түгел. Ниндәйҙер дәрәжәлә йәш арҡаһында тыуған комплекстарҙан бушанып ҡалғандай булдым. Төркөмдә минең булыуым, моғайын, Әхәтте лә уңайһыҙлыҡтарҙан арындырғандыр, һәм ошо күренеш уҡыу дәүеренең тәүге мәлдәренән үк беҙҙе бер-беребеҙгә яҡынайтҡандыр. Хәйер, Әхәт бер мине генә ылыҡтырмағандыр. Һәр саҡ алсаҡ, ихлас мөнәсәбәтле был егет һәр кемде үҙенә арбағандыр. Ул үҙенең кешелеклеге, ябайлығы, эскерһеҙлеге менән теләһә кемдең күңелен яулар ине.
Минең бер туған Ғелметдин ағайым ғүмер буйы Себерҙә эшләне. Йыл һайын отпускыға ҡайтышлай миңә һуғылмай китмәй торғайны. Хәйер, сараһы ла юҡ инде. Ул йылдарҙа Себергә самолеттар ғына оса һәм Өфөгә төшә ине. Ул ҡайтһа, бүлмәлә байрам инде. Өҫтәл тулы ризыҡ, һый. Ағайҙа аҡса күп. Миңә кейемдәр ҙә ала, кафеларға, кино-театрҙарға ла йөрөтә. Ләкин ҡайҙа ғына барыр булһаҡ та ағайым:
– Әйҙә, Әхәтте лә алайыҡ, уның менән күңелле бит, – тиер ине. Ҡайҙа барыр булһаҡ та, “Әхәтте лә алайыҡ” ти ҙә тора шул. Мин быға көнләшеп, асыуланып та ҡуя инем хатта. Ә хәҙер үкенәм. Әхәт ағайымдың күңелен яулаған икән, бында ниндәй хилафлыҡ бар һуң? Кешеләр йышыраҡ татыһын ине шулай бер-береһенең күңел йылыһын. Бер кем дә мәңгелек түгел бит. Бөгөн ағайым да, Әхәт тә әхирәттәләр. Рухтарын йәнә осраштырһа ине, Аллаһы Тәғәлә...
Алда әйтеүемсә, университетта белем алған тәүге йылдарҙа беҙ Әхәт менән тығыҙыраҡ бәйләнештә булдыҡ. Күберәк аралаша инек. Күберәк икебеҙ бер парта артында ултырабыҙ. Йышыраҡ – иң артҡы рәттәрҙә. Һаман да “ҡартлас” комплексынан арына алмағанбыҙҙыр, күрәһең. Ошо арҡалалыр инде, уҡыуҙың тәүге көндәренән тиерлек эш эҙләй башланыҡ. Һаман атай-әсәй елкәһендә йәшәй был ике ҡартлас тимәһендәр типтер инде. Аллаға шөкөр, эшкә алдылар. Академтеатрға сәхнә ҡораусы итеп. Уңайлы шөғөл булып сыҡты. Театрға, уҡыуҙар тамамланғас, киске яҡҡа ғына эшкә барабыҙ. Һәм төнгө 11–12-ләргә уны тамамлап та ҡайта инек. Ҡыҫҡаһы, эшләйбеҙ тип, дәрес ҡалдырырға тура килмәне беҙгә. Етмәһә, артистар араһында буталып йөрөү беҙгә айырыуса дәрт, илһам бирә ине. Өҫтәүенә, аҡсаһын да мул ғына түләйҙәр. Стипендия ла, зарплата ла алабыҙ – беҙҙән дә бай кеше юҡ.
...Бәй, беренсе курсты тамамлап та өлгөрмәнек, миңә 25-тә тулған. Тимәк, паспортҡа фотоға төшөргә кәрәк. Башта апаруҡ әҙерләндек. Әхәт – консультант, мине фотоға төшөргә әҙерләй. Кейемдәр һайлайбыҙ, төҫтө-башты рәткә килтерәбеҙ. Һаҡлап ҡына кейгән сыбар күлдәгемде кейҙем, уға тап килтереп Әхәт үҙенең галстугын элде, плойка менән сәсемдә лә артҡа ятҡырҙыҡ. Шәп булды прическам. Әхәттеке кеүек тулҡынланып тора прәме. Фотоға билдән генә төшкәс яңыраҡ салбар эҙләп торманыҡ. Өҫтән һалмай кейеп йөрөгәнендә киттек ательеға.
Ятаҡҡа әйләнеп ҡайтыуыбыҙға беҙҙе бер таныш көтөп тора. Әллә ни ныҡ та белмәйбеҙ үҙен. Бер-ике тапҡыр инеп сыҡҡаны бар ине. Үҙен Ырымбур өлкәһенән Сәғит Агиштың ауылдашы, хатта “племяннигы” тип таныштырғайны. Хөрмәт иткән яҙыусының туғаны булғас, шундуҡ яҡын иткән булдыҡ үҙен. Шул бүлмәләш егеттәрҙең салбар-күлдәктәрен үлсәп маташа – барыһы ла бәләкәй. Унды ғына тамамлап килгән бала-сағала ҡайҙан булһын инде ҙур размерлы кейем? Беҙҙе күргәс йән керҙе быға.
– Егеттәр, мәктәпкә Сәғит бабайымды иҫкә алыу кисәһенә саҡырғандар. Ҡайтып эш кейемен алыштырырға ваҡыт юҡ. Алыҫ – Черниковкала йәшәйем. Ҡайҙа йүнлерәк кейем рәтләйек әле, осрашыуға эш кейеме менән барып булмай бит инде, выручать итегеҙ инде, пожалыста, – ти был.
Бының күҙе шундуҡ минең һаҡлап ҡына кейгән сыбар күлдәккә һәм уға эленгән Әхәттең галстугына төштө.
– Вот, былар какрас миңә. Биреп тор, иртәгә эштән ҡайтышлай индереп сығырмын. Күлдәк, галстук нисауа, ә салбарың бармай, – танышыбыҙ Әхәткә ҡараны. – Һинеке һәйбәтерәк күренә.
– Мә, әтеүсә, – тип Әхәт өҫтөндәге салбарын һалды ла бирҙе быға. – Тик үҙеңдекен ҡалдыр. Запас салбарымды йыуып ҡуйғайным – кипмәгән.
Һуңынан бер көн үтте, ике, өс, аҙна, ай... беҙҙең кейемдәрҙе ҡайтарып биреүсе булманы. “Сәғит Агиштың племяннигы” тип теге бәндә, урыҫ әйтмешләй, беҙҙең ҡолаҡтарға һәлберәтеп һалма һалып киткән булып сыҡты.
Был нимә, ауылса үтә берҡатлылыҡмы? Эйе уныһы – иң беренсе нәүбәттә... Ләкин уның менән бер рәттән беҙҙең ҡылыҡта кешелеклелек тә, бер-береңә һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер булыу ҙа, мәрхәмәтлелек тә ярылып ятҡан түгелме? Ғөмүмән, Әхәттең холҡонда был һыҙаттар урғылып торҙо.
Әхәт Мортазин беҙҙең төркөмдә генә түгел, курста, факультетта иң сағыу шәхестәрҙең береһе булғандыр. Ул булған урында күңел төшөнкөлөгөнә бирелергә урын ҡалмай торғайны. Төрлө мәрәкәләр уйлап сығарып, һүрелә башлаған күңелдәрҙе дөрләтеп ебәрә ине. Һис юғында гитараһын сиртеп йыр башлар ҙа бөтә кеше уға эйәрер булды. Уның йырҙары айырым иғтибарға лайыҡ. Ул күңелле лә, дәртле лә йырҙарҙы студенттар манераһына һалып үҙгәртеп, мауыҡтырғыс та, ҡыҙыҡ та итеп бер тапҡыр башҡарһа, уны бөтә төркөм элеп алып, ҙур ихласлыҡ, күңел күтәренкелеге менән башҡара ине. Был йырҙар, ниндәйҙер дәрәжәлә беҙҙең төркөмдөң гимнына әйләнеп, беҙҙе бергә туплаусы, рухландырыусы, илһамландырыусы, әйҙәүсе сихри бер көскә эйә була торғайны тиһәм, һис тә арттырыу булмаҫ, моғайын. Сөнки Әхәткә ҡушылып бер йырлаһаң, арығандар ҡул менән һыпырып алған кеүек була торғайны, булмышыңа ғәйрәт көс өҫтәлә һәм һин йәнә тау-таш аҡтарырға әҙерһең. Айырыуса, был йырҙарҙың әһәмиәте төҙөлөш отрядтарында тир түккәндә әйтеп бөтөргөһөҙ ҙур булғандыр. Ни өсөн тигәндә, беҙ: мин – командир, Әхәт комиссар булып, быуындары ла нығынып етмәгән ҡыҙҙарҙы беренсе курстан һуң төҙөлөш отрядына туплап, Архангел районына мәктәп төҙөргә алып киттек. Ҡыҙҙар төҙөлөштә көнө буйына носилка менән иҙмә ташый. Кискә табан еп өҙөрлөк тә хәлдәре ҡалмай торғайны бахырҙарҙың. Ауырлыҡҡа сыҙай алмай, ҡайһы берәүҙәр төҙөлөш отрядынан китеү сараһын эҙләй башланы. Ләкин отряд таралманы. Быға, әлбиттә, мин генә түгел, комиссар Мортазин арбаусы көс булып торғанғалыр ҙа. Сөнки кис еттеме, усаҡ яғып, төрлө уйындар ойоштора инек. Һәр саҡ Әхәттең гитараһына ҡушылып йырҙар һуҙҙыҡ, ауыл халҡы алдында концерттар менән сығыш яһаныҡ. Ә был сараларҙың төп ойоштороусыһы булып, әлбиттә, комиссар Мортазин торҙо.
Бына шундай шуҡ та, ябай ҙа, ымһындырғыс та ине беҙҙең Әхәт.
Йылдар үтте, юғары исемдәргә лайыҡ булды, әммә ул һәр саҡ ябай, һәр кемгә асыҡ, алсаҡ беҙҙең Әхәтебеҙ булып ҡалды. Ул бер ваҡытта ла быҫҡыманы, гелән дөрләп янды. Кешеләр тәмле төштәр күреп ятҡанда ул иртә таңдан эшкә ашыҡты. “Хәйерле иртә!” теләп, бөтә Башҡортостан халҡын йоҡонан уятты ла, ил, донъя хәлдәре менән таныштырып, кешеләрҙе әүҙем тормошҡа әйҙәне. Иҫ киткес яғымлы тембрлы, бәрхәт тауышы менән радио тулҡындары аша кешеләргә шиғыр-хикәйәләр еткереп, әҙәбиәтте пропагандалап ҡына ҡалманы, һәр кемде уйландырҙы, матурлыҡҡа, ғәҙеллеккә өндәне. Сөнки радио менән телевидение беҙҙең ижтимағи тормошта кешеләрҙе ойоштороуҙа, әйҙәүҙә үҙенә күрә бер сихри көскә эйә ул. Әхәт Мотаһар улы шундай изге миссияны башҡарыусыларҙың береһе булды. Ана шул күҙлектән ҡарағанда данлыҡлы диктор Әхәт Мортазиндың йәмғиәттә тотҡан урыны, роле оло баһаға эйә.
Изге күңелле, яҡты КЕШЕ китте арабыҙҙан. Иртә киттең. Әммә һин, тормоштоң сағыу бер биҙәге булып, беҙҙең күңелдәрҙә мәңге һаҡланырһың, Әхәт дуҫ!
Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң