Халҡыбыҙ талантлы ҡыҙын юғалтты - тыуған көнө алдынан популяр эстрада йырсыһы Бибисара Азаматова арабыҙҙан китеп барҙы. Коллегалары хәбәр итеүенсә, ул ковид-госпиталдә дауаланған.
Бибисара Мостафа ҡыҙы Азаматова 1949 йылдың 21 октябрендә Башҡортостандың Баймаҡ районында тыуған. Хеҙмәт ветераны, аҙыҡ-түлек индустрияһының атҡаҙанған хеҙмәткәре.
Йырсының туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Бәхил бул, Бибисара апай! Һинең моңло йырҙарың күңелдәребеҙҙә мәңге һаҡланыр.