Бөгөн Ғафури районының Сәйетбаба ауылында йәш ғалимә Гөлнар Юлдыбаева менән хушлаштыҡ.
БДУ-ның дүртенсе курсында Сәйетбабаға педагогия практикаһы үтергә килгәс, мине Гөлнар уҡыған туғыҙынсы класҡа беркеттеләр. Гөлнар яҡшы уҡыуы менән бер рәттән йәмәғәтселек эштәрендә лә әүҙем ҡатнашыуы менән хәтерҙә ҡалған. Яҡташ булараҡ, Гөлнар менән Өфөлә төрлө сараларҙа, концерттарҙа йыш осрашырға тура килде. Тырыш, маҡсатлы яҡташымдың уңыштарына ҡыуандым.
Гөлнар Вилдан ҡыҙы Юлдыбаева Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтындағы фольклористика бүлегендә алдынғы ғилми хеҙмәткәр булды. 2000 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. Институтта 1997 йылда эш башлай. Филология фәндәре кандидаты. 180 ғилми хеҙмәт авторы, 25 ҙур эштә авторҙаш. Ул - башҡорт эпостары буйынса бик күп эшләгән, уларҙың тарихын өйрәнгән һәм халыҡҡа еткергән кеше. Төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, лауреат исемдәре алған. “Рәсәй фольклорсылары союзы” Дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы ағзаһы. Төрлө Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары менән наградланған.
Гөлнарға ни бары 43 йәш ине. Ҙур хыялдар менән йәшәне. Үкенескә ҡаршы, мәкерле сир уны арабыҙҙан иртә алып китте. Мәрхүмәнең ғаиләһенең, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.