Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ул иртә китте
4 Сентябрь 2021, 22:55

Арыҫлан Йәнбәков йөрәктәрҙә мәңге йәш һәм сағыу йондоҙ булып һаҡланыр

Һеҙ Арыҫлан Йәнбәков башҡарыуында ниндәй ролдәрҙе иҫләйһегеҙ? Айырыуса ниндәй йырҙары күңелегеҙгә яҡын?

Арыҫлан Йәнбәков йөрәктәрҙә мәңге йәш һәм сағыу йондоҙ булып һаҡланыр
Арыҫлан Йәнбәков йөрәктәрҙә мәңге йәш һәм сағыу йондоҙ булып һаҡланыр

М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында тамашасыны моңло тауышы менән әсир иткән йырсы, талантлы актер  Арыҫлан Йәнбәковтың вафатына тиҙҙән ун йыл була. Ҡыҫҡа ғына ғүмере эсендә ул үҙен талантлы, эшһөйәр шәхес итеп танытты.

Арыҫлан Йәнбәков (1980-2011) — актер, йырсы, режиссер, телевидение алып барыусыһы. Сибайҙа актер Әсғәт Йәнбәковтың ғаиләһендә тыуған. Өфө сәнғәт институтын тамамлағандан һуң Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театрында эшләй. 2004-2011йылдарҙа — Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актеры һәм режиссеры. Башҡортостан юлдаш телеканалында «Башҡорттар» тапшырыуын алып бара. 2011 йылда Щукин исемендәге Мәскәү Театр институтын тамамлай.

«Ҡоралай» фильмында (режиссеры Р.Фәтхиев) — атай, А.Иҙелбаевтың «Һуңғы ғәйнә» драмаһында — Юлдыҡай, И.Йомағоловтың «Сәсәндәр» драмаһында — Айбағыш, Б.Бикбайҙың «Ҡоҙаса» комедияһында Басир ролдәрен уйнай. Режиссер булараҡ бер нисә спектакль ҡуйып өлгөрә, улар араһында — Н.Ғәйетбаевтың пьесалары буйынса «Асығыҙ, милиция!», «Һөйәркәңде шкафҡа йәшер» комедиялары, «Гипнотизер, или Детектор лжи» (В. Сигарев)...

Күңелдәрҙе мәңгелек һағыштарға һалып, йөрәктәрҙә уңалмаҫ яралар ҡалдырып, тамашасыны моңло тауышы менән әсир иткән йырсы, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының талантлы актеры, режиссеры Арыҫлан Йәнбәков йөрәктәрҙә мәңге йәш һәм сағыу йондоҙ булып һаҡланыр.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: