-4 °С
Болотло
Украиналағы хәрби операция ваҡытында 25 йәшлек өлкән лейтенант Ильвир Ғәлләмовтың ғүмере өҙөлгән. Ильвир Кушнаренко районының Ҡалтай ауылында тыуған. Урта мәктәпте тамамлағас, 2015 йылда Ҡазандағы Юғары танк команда училищеһына уҡырға инә. 2020 йылда контракт буйынса хеҙмәт итә башлай. Ильвирҙың ата-әсәһе, ҡатыны ҡалған. Мәрхүмде бөгөн тыуған ауылында ерләйҙәр. Батырҙың ғаиләһенең, атай-әсәһенең, туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Фото:шәхси архивтан.