Шоңҡар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ул иртә китте
19 Сентябрь 2022, 19:00

Уның тауышы булып заман беҙҙең менән һөйләште

Әхәт өсөн эше йәшәү мәғәнәһе ине. Ул дик­торлыҡ һөнәренә ғашиҡ ине, уға хыянат ит­мәне. Ошо һөйөүе халҡы һөйөүе булып кире ҡай­тып торҙо. Яңылыҡтарҙа ла эшләне, төрлө-төрлө тапшырыуҙар алып барырға ла өлгөрҙө.

Уның тауышы булып заман беҙҙең менән һөйләште
Уның тауышы булып заман беҙҙең менән һөйләште

13 март эштән һуң ярай ҙа интернетты һүндереп ҡуйғанмын. Ҡот осҡос хәбәрҙе шуға иртән генә ишеттем. Ә кисен БСТ каналында Тәнзилә Абдулла ҡыҙы хаҡында “Автограф”ты ҡыҙыҡһынып ҡара­һам, һуңғараҡ, сәғәт телдәре яңы көн тыуыуын белдергән мәлдә, уның тормош иптәше Әхәт Мотаһар улы менән бергә “Бала саға” тапшы­ры­уын­да артистың ысынлап та йәнле һәм күңелле бала сағына сәйәхәт ҡылдым. Күңелгә яҡын, таныш кеше­ләр булыуы ла йоғонто яһағандыр, кинәнеп ҡараным, күңелдә һис шик-шөбһә юҡ ине, киреһенсә, бәхетле ғаилә, бер-береһенә лайыҡлы заман­даш­та­ры­быҙ, ҡалай Мортазиндар бө­гөн по­пуляр, тип ҡуйҙым. Баҡһаң, кү­ре­нек­ле журналист һәм етәксе Тәнзилә Үлмәҫҡолованың 55 йәшлек юби­лейына арнап әҙер­ләнгән тап­шы­рыу алдан уҡ прог­раммала бул­ған икән, ә икенсеһе... Эйе, атаҡлы дик­торҙың, Баш­ҡор­тос­тандың ха­лыҡ артисының үлем хәбәре билдәле булғас, кисен программаға үҙгәреш индерелгән. Ә күңел һиҫкәнмәне. Был ваҡытта бер сағыу ғүмерҙең сағыу йондоҙ булып йыһанда балҡыуын шәйләмәне, тойманы зиһен дә. Иртәгәһенә лә, ауыр хәбәр булған бар мәғлүмәти каналдар аша диңгеҙ булып ябырылып килгәндә лә ышанманы, аңламаны аҡыл... Ҡабул итерҙәй хәбәр түгел ине шул.
Сәғәт киске алтыла һуңғы яңылыҡтарҙы уҡып, коллегаларына, таң менән килеп етермен, тип ихлас йылмайып сығып китә лә, ғәҙәттәгесә, юл эсендәге бассейнда ҡолас йәйеп йөҙөп арыуынан арына. Бала саҡтан һыу инергә яратҡан, бер нисә мәртәбә бата яҙған, үлеме һыуҙан булмағайы, тип тә көрһөнгәндәр... “Динамо” бассей­нын­да фанилыҡтағы һуңғы минут-секундттарын кисерҙе Әхәт ағай. Үлеме, юҡ, һыуҙа ла, һыуҙан да булманы. Тәҡдир сәғәте тура эфир мәлендә лә булырға мөмкин ине. Йөрәк, барыһын да кисергән, барыһын да ҡабул иткән йөрәк, һиҫкәнә, хисләнә, тетрәнә, үткәрә белгән йөрәк... тиҙерәк туҙа шул.
Заман тәүҙә уның йөрәге аша үтте. Шунан ғына уның тауышы аша беҙгә, йөрәктәргә килеп етте. Уның тауышы менән Заман да, Власть та халыҡ менән һөйләште. Ә ул диктор булып эшләгән 40 йыл эсендә Заман ниндәй генә сүрәткә инмәне лә, ниндәй генә Власть күрмәнек. Ҡорос йөрәктәр ҙә туҙа, тишелә, көн дә аңға һыймаҫ яңылыҡтар башҡа ишелһә. Ә Әхәт ағайҙың йөрәге һыуыҡ ҡор­остан түгел ине, кеше­лек­ле­лек­тән, изгелектән, яғым­лы­лыҡ­тан, яҡ­шылыҡтан, ихласлыҡтан ҡо­йол­ғайны. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ундайҙар туҙа шул. Шуға ла уның үлеме бар милләт, халыҡ, республика ҡайғыһына әүерелде.
Хоҙай эшен, Тәңре ғәмәлдәрен бер кем белмәй. Белмәһен дә... Унда ла кәрәктер изге кешеләр, йәннәт баҡ­са­ларын байытыр яғымлы тауыштар, таң ҡалдырыр таланттар... Оҙон да һы­маҡ, оҙаҡ та түгел кеүек был ­фа­нилыҡта һуҙылып килгән кеше юлы.
Ҡыҙыл ғына булып ҡояш ҡалҡып килә. Донъяны йылытайым, яҡтыртайым, яҙғы наҙға сорнайым тип. Иртән радионы ҡабыҙам. Ғәҙәт буйынса. Беләм, унда беҙ көткән тауыш туҡтап ҡалған, юҡ, бар – юғалмаған. Таныш тауыш, Әхәт ағай тауышы. Әллә... Тимәк, ғүмер дауам итә, бар донъя хәрәкәттә...

Йәшәү, гүйә, унда үҙе сағылыш алды

Әхәт Мортазин тураһында яҙыу еңел дә, ауыр ҙа. Еңел, сөнки күңелдә тик яҡты хәтирәләр йәшәй. Ауыр, сөнки бөтәһен дә хәҙер үткән заманда яҙырға тура килә. Ә беҙҙең төркөмдәшебеҙ Әхәт тормош һулышы бөркөлгән, дәрте-илһамы менән балҡып торған ир-егет ине. Йәшәү, гүйә, унда үҙе сағылыш алды. Беҙ, бергә уҡыған төркөмдәштәр, берәй осрашыу-фәлән ойошторһаҡ, ул килеп инеү менән донъябыҙ яҡтырып, ниндәйҙер йылылыҡ менән солғана, һәм эргә-тирәлә булған һәр кем тағы ла нығыраҡ йылмая башлай ине. Эйе, Әхәт кеүек йылмайыу һәм шатлыҡ бүләк итә белгәндәр һирәк. Уға Хоҙай Тәғәләнән ошондай һәләт бирелгәйне.

Беҙ, төркөмдәштәр, йыш булмаһа ла осрашып торабыҙ, шөкөр. Студент йылдарындағы мәрәкәләрҙе, ҡыҙыҡ хәлдәрҙе иҫкә алып, шул ваҡытҡа кире ҡайтҡандай булабыҙ. Ә телгә алырлыҡ ваҡиғалар, мажаралар байтаҡ булды. Уларҙың күптәре Әхәт исеме менән дә бәйле. Сөнки уға тыумыштан артислыҡ һәләте лә, хикмәт тә бирелгәйне. Ниндәй генә хәлгә тарыһаҡ та, ул сығыу юлын таба белә ине.
Иң башта шуны әйтергә кәрәк булғандыр. Беҙ – башҡорт-рус төркөмөнә уҡырға ингәндәр – төрлөбөҙ төрлө йәштә инек. Унда унынсы класты саҡ бөтөрөп килгәндәренән алып, махсус һөнәри белем үҙләштергәндәр ҙә, хатта әрме сафында хеҙмәт итеп, эшләргә өлгөргәндәре лә бар. Бына шулай йәш яғынан ҡарағанда, сыбар, әммә маҡсаты менән бер бөтөнлөктө тәшкил иткән студенттар булып тупландыҡ. Бик тә бик дуҫ ине беҙҙең төркөм, шуға ла әлегә тиклем үҙ-ара бәйләнешебеҙ көслө. Һәр яҡлап тигеҙ булып ҡалабыҙ, сөнки беҙ – төркөмдәштәр!
Әхәт Мортазин БДУ-ға Сибай педучилищеһын тамамлағас килде. Әйткәндәй, был пед­училищенан улар икәү ине. Гөлсәриә Әбилева менән имтихан биргән саҡта бергәрәк йөрөнөләр. Педучилище тамамлағандар әҙ булманы, Әнисә Аҡбутина менән Разия Би­гәнәкова Өфөнөң 1-се һанлы пед­училищеһынан тура йүнәлтмә менән килгәндәр, улар бергәрәк йөрөй. Рәми Ғарипов гимназияһын бөткәндәр үҙҙәре айырымыраҡ. Ә Әхәт Мортазиндың филология факультетына уҡырға килеүендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәсимә Ураҡсинаның да роле ҙур булған икән. Гөлсәриәгә, Әхәткә Өфөгә уҡырға барырға ул тәҡдим итә.
Ғималетдин – арабыҙҙа иң өлкәне. Әрме сынығыуын үткән егеттәр булғас, ул да, Әхәт тә уҡыуҙан тыш эшләп йөрөнө. Үҙ аллы егеттәр ине улар. Беҙҙең шаян, йор телле ҡыҙҙарыбыҙ күп ине. Фәнисә, Гөлфая, Миңһылыу, Рәйсә, Әлнисә.... Хәйер, һабаҡташтарҙың ҡайһыныһын ғына алма, һәр береһе үҙенсәлекле яҡтары менән айырылып тора, кемде генә иҫкә төшөрмәйем, һәр береһе төрлө яҡлы талант эйәһе. Айрат Тажетдинов шундай моңло йырлай, Фәнисә менән ҡушылып алһалар, көлдөрөп эсте ҡатыралар. Тәнәфес мәлдәрендә тамаша ҡарап кинәнәбеҙ. Сәнғәт юлын һайлаһалар ҙа, улар унда ла үҙ һуҡмаҡтарын һалырҙар ине. Сәнғәткә һөйөү, ғөмүмән, берләштерҙе лә. Төркөмдәштәрем беренсе курста уҡ Рәис Исмәғилев ойошторған драма түңәрәгенә дәррәү яҙылды. Унда ла бит һәләтлеләрҙе генә һайлап алды етәксе. Беҙҙекеләр үтте лә китте! Режиссер Яңы йылға радио­пос­та­нов­ка әҙерләне. Тәнзилә Дәүләтбирҙинаны – Ҡар­һы­лыу, Әхәтте Ҡыш бабай итеп ҡуйҙы. Улар радиоға ба­рып постановканы яҙҙырҙылар. “Әхәт көслө тауышы менән ысын Ҡыш бабайҙы хәтерләтә ине. Ул торғаны менән артист булды. Тик бер ҡасан да әр­тисләнмәне. Яһалмалылыҡ юҡ ине уның ҡы­лы­ғын­да. Ихлас, эскерһеҙ, асыҡ, алсаҡ сабый ине ул, – тип шул саҡтарҙы хәтерләп ала Тәнзилә. – Әхәтте уҡып йөрөгәндә радиоға эшкә алдылар. Бер уйлаһаң, был бит ҙур ғорурлыҡ. Таң һарыһынан яңылыҡтар һөйләй һалып, дәрескә ашыҡҡан Әхәтте көн дә тиерлек БДУ-ға барышлай осрата торғайныҡ. Ул бер ҡасан да ваҡытым юҡ, тип мыжыманы. Дәрес ҡалдырманы. Күңел биреп, ихлас уҡыны...”
Ғималетдин менән Әхәт буш ваҡыттарында ака­дем­театрҙа “подработка”ла булдылар. Театр һулышын аудиторияға алып киләләр, шундағы геройҙарҙы беҙҙең күҙ алдында терелтәләр. Сәхнә мөхите лә, шулай уҡ уларҙың үҙҙәренә тәбиғәттән бирелгән оҫталыҡ та бергә сағылыш ала. Тәнәфес мә­лендә Ғималетдин – Заһир Вә­литов, Әхәт Фидан Ғафа­ров булып беҙҙең ҡаршыла уйнайҙар. Килештерәләр! Беҙ кинәнеп уларҙың уйынын ҡарайбыҙ, көләбеҙ, алҡышлайбыҙ...
Сәнғәткә ғашиҡ ҡыҙҙарыбыҙҙың береһе – Әлнисә. Ул төрлө милләт бейеүҙәрен бейергә ярата. Бигерәк тә һинд бейеүен үҙ күрә ине. Сәхнә героинялары ла уның күңелендә йәшәй. Бына шуға Әхәт уға Гөлнәрисә тип исем бирҙе. “Гөлнәрисә, елләр исә” тип шаяртып ала торғайны.
Әлнисәбеҙ бер мәл: “Мин хәҙер “Ҡара йөҙҙәрҙә”ге Ғәлимә”, – тип белдерә.
– Беҙҙең бүлмәлә обруч тора ине, Әхәт шуны алып ырғытты ла: “Ул бит драма, шулай булғас, һикер ҡоҙоҡҡа!” – тине, ә мин уның ыңғайына түңәрәк эсенә “һикерәм”, сөнки ҡар­шым­дағы “режиссерым” шуны та­лап итә. Бигерәк әртисләнә тор­ғайныҡ шул! – шулай тип иҫкә төшөрҙө ул мәлдәрҙе Әлнисәбеҙ.
Эйе, төркөмдәштәребеҙ күп һө­нәр­ле, айы­рыу­са, сән­ғәт өл­кәһен үҙ иттеләр шул. Шуға ла ра­йон­дар­ҙа ос­ра­шыу­­­ҙар йыш ойош­то­рол­до. Ул саҡта төш­­кән фото­лар ма­тур бер иҫтәлек булып һаҡ­ла­на.
Әхәт йомшаҡ һүҙле, итәғәтле һәм яғымлы кеше ине. Бергә уҡыған иптәш­тә­ре­беҙ­ҙең ур­та­һында булды. Ул кү­рен­һә, ғәҙәти тормош йән­лә­неп китә. Ҡыҙҙарыбыҙ менән яҡшы мө­нәсәбәттә булды, төр­көм­дәш итеп кенә түгел, ә Һеңлекәш тә итеп ҡараны уларға. Оҙон тәнәфестә те­леү­ҙәк янындағы кафе­те­рий­ға йүгереп барып киләләр. Аҡса мулыраҡ бул­һа, шә­кәр­ле ҡай­маҡ алалар, шуны икмәккә яғып, тәмләп ашай­ҙар икән. Әхәт, Фәнисә һәм Әлнисәнең шул кафе­те­рий­ға бер ба­рыу­ҙары ла­ҡап­ҡа әй­лән­де. Әлнисә һөй­лә­гән­дәрҙән:
– Бер мәл аҡсабыҙ әҙерәк булды. Барлы-юҡлы аҡсаны сүпләп, иң осһоҙо тип, паштет һыланған икмәк һәм сәй алдыҡ. Мин инде, йәнәһе, шартына килтереп матурлап ашамаҡсы булдым, ҡулды йәтеш кенә ауыҙға яҡынайтып та өлгөрмәнем, икмәктән паштеты иҙәнгә “шап” төштө лә китте! Тегеләргә һыр бирмәҫкә тырышып: “Ә мин паштет яратмайым ул!” – тигән булдым...
Бына шул хәлдән һуң, “паштет” тигән исем йә­бе­шеп ҡалды Әлнисәбеҙгә. Осраш­ҡан һайын, өҫ­тәл­дә паштет бармы-юҡмы, тип иҫкә төшөрәбеҙ. Ҡай саҡ: ”Әй, паштет яратмайбыҙ беҙ!”– тип тә ҡуябыҙ.
Башҡортостандың атҡаҙан­ған уҡытыусыһы Әлнисә Алдырханова быйыл Татарстанға уҡыу­сыларын алып барҙы. Конкурста еңеп ҡайттылар. Ҡайтышлай тәүҙә “Йәншишмә” ре­дак­цияһына ла ингәндәр икән, баш мөхәррир Мирсәйет Юнысов еңеүсе ҡыҙға ҡурсаҡ бүләк итә. Артабан телевидениела осрашыуҙа булалар.
– Әхәтте ТВ-ла коридорҙа осраттым, бала­ла­рым менән таныштырҙым, Мирсәйет ҡурсаҡ бүләк итте, тигәс, ихлас йылмайып, шаяртыу ҡатыш: “Әй әттәгенәһе, ҡыҙыңа, исмаһам, ҡулымда гольфи ҙа юҡ бит әле!..” – тигән булды.
Әйткәнемсә, Әхәт Мортазин бик тә иғтибарлы, хәстәрлекле булды. Студент йылдарында төҙөлөш отрядтары гөрләп эшләне. Өфө эргәһендәге бер ауылда төҙөлөштә булғанда ауыл егеттәре ҡыҙҙар янына киләләр. Үҙҙәрен яуаплы тойған Ғималетдин (ул отряд рәйесе) менән Әхәт, әлбиттә, егеттәр менән аңлашырға сығалар. Иртәнсәк ҡыҙҙар уянып китһәләр, был икәүҙең күҙ тирәләре күм-күк, ти. Үҙҙәре өсөн өф итеп торған был егеттәр өсөн ҡыҙ­ҙа­ры­быҙҙың йәне көйгән, әлбиттә. Икенсе көндө улар ауыл егеттәренә үҙҙәре һабаҡ бирмәксе була. Һәм тегеләр кис килеп етеү ме­нән, ҡыҙҙар гөжләп-аж­ғырып, йоҙроҡ төйнәп, атылып килеп сыҡ­ма­һындармы! Ауыл егеттәре ҡайҙан килгәндәр, шул яҡҡа кире һыпырталар.
Төркөмдәштәр аралашып-хәбәрләшеп тора­лар, эске бәй­ләнеш өҙөлгәне юҡ. Шу­лай тигәс, төркөмдәшебеҙ Гөл­фая Фәхруллинаның әйт­кә­не иҫкә килеп төштө. “Бе­рен­се йыл эшләгәндә Өфөгә кил­­дем дә, шунда дөйөм ятаҡ­та Әхәт менән ос­раштыҡ. Мин инде группалаштарҙы һа­ғы­нып кил­­гәнмен: “Һеҙгә рәхәт бын­да булғас, гел кү­решеп то­раһығыҙ!” – тием. Ә ул: ”Әллә беҙ гел ос­рашып, ҡосаҡлашып, үбешеп йәшәй тиһеңме?..” – тип мәрәкәләп яуап биргәне хәтерҙә...”
Шулай үҙенә генә хас булған юмор менән йыуата ла белә ине төркөмдәшебеҙ.
Тәнзилә әхирәтем Дәүләтбирҙина менән дә йыш ҡына серләшеп алабыҙ. Ул әйткәндәр менән төркөмдәштәребеҙ тулыһынса килешәсәк:
– Әхәткә үҙенән биш-алты йәшкә бәләкәй кешеләр менән уҡыу күңелле булғандыр, тим. Сөнки ул ғүмер буйы үҙе ихлас булып ҡала белде. Төркөмдән байтаҡ ижадсылар сыҡты. Ул барыбыҙҙың да әҫәрҙәрен уҡып, баһа биреп бара торғайны. Минең “Хата” поэмаһын Илсөйәр Ғизетдинова менән радионан уҡығас, үҙ фекерҙәрен әйтеп, бик һөйөндөргәйне. Уның йөрәге барыһына ла етте, ул барыбыҙҙы ла тиң күрҙе. Кемделер айырып ҡарағанын, кемгәлер иғтибарҙы мулыраҡ бүлгәнен иҫләмәйем. Шуға ла беҙ уны ныҡ яратабыҙ ҙа инде...
Быға өҫтәп тағы нимә әйтәһең инде?! Ысынлап та, бик дуҫ, берҙәм булды төркөмөбөҙ, бер ғаилә ағзалары тиерһең.
Әхәттең ҡәләме лә шыма ине. Элегерәк бик матур йор телле, ҡыҫҡа хикәйәләрен дә уҡыу насип булды. Мин уны, хаҡлы ялға сыҡҡас, әҙерәк ваҡыты иркенәйә төшкәс, ныҡлап ижад эше менән булышыр, тип уйлағайным. Был талантын ул күрһәтеп өлгөрмәне...
Өсөнсө курстан һуң, беҙҙе, бер нисә студентты, Мәскәүгә уҡырға ебәрҙеләр. Шуға уҡып киткән ошо төркөмдә бишенсе курста распределение нисек булғанын белмәйем. Һәр хәлдә, ҡыҙҙарыбыҙ, Әхәт тыуған яғына ҡайтырға тырышҡайны, тик уны икенсе районға тәғәйенләнеләр. Ул бының менән ризалашманы, тинеләр. Ҡыҫҡаһы, радио уны ебәрмәне. Конкурстан үтеп, диктор булып эшләп йөрөүе һәммәбеҙ өсөн дә ҙур шатлыҡ булды. Был ғәҙел һәм ысын еңеү ине. Тәбиғәттән һирәктәргә бирелгән бындай бай, бәрхәт, алтын тауыш республика кимәлендә, ил кимәлендә ишетелергә тейеш ине. Шулай булды ла.
Әхәт үҙ эшен яратты. Әхәт үҙ эшенең маһиры булды. Әхәт өсөн эше йәшәү мәғәнәһе ине. Ул дик­торлыҡ һөнәренә ғашиҡ ине, уға хыянат ит­мәне. Ошо һөйөүе халҡы һөйөүе булып кире ҡай­тып торҙо. Яңылыҡтарҙа ла эшләне, төрлө-төрлө тапшырыуҙар алып барырға ла өлгөрҙө. Радио тыңлаусы уның тауыш мөмкинлеген белде, ишетте, яратты, үҙ итте. Үҙ ғүмеребеҙҙә күп дикторҙарҙы күрергә тура килде. Ҡайһы берҙәре дан-иғтибарҙы, ҡай берҙәре ошо баһалы эштең ауыр­лығын күтәрә алманы. Юғалдылар. Ә Әхәт өсөн көнө лә, төнө лә, томраһы ла, дауылы ла бул­­маны. Уның үҙ хеҙмәтенә мөнәсәбәтен камил йыр менән генә сағыштырып булалыр. Арығанын бе­­­рәүгә лә һиҙҙермәне, беҙ эштең еңел һө­ҙөм­тә­һен генә күрҙек. Үҙенә талапсан булған­лыҡ­тан, ғү­ме­ре буйы тауышын камиллаштырыу өҫ­төндә эш­ләне.
Мин “Башҡортостан” гәзитенән теле­радио­ком­панияға 1991 йылда күстем. Бында инде күптән бы­уын нығытҡан, үҙен раҫлаған төркөмдәшем Әхәт­тең фекере бик ҡиммәт булды. Минең өсөн ни­н­дәй мөмкинлектәр асыласағын, ниндәй тап­шы­рыуҙар эшләп буласағын бик ихлас ҡыуанып әйтте. Ысынлап та, шулай булды. Ул башта минең ме­нән тура эфирға сығып “Тулҡын” тап­шы­рыу­ҙа­рын алып барышты. Кәңәштәре-тәҡдимдәре һәр саҡ урынлы булды. Күңелгә үтеп ингән мөһабәт та­уыш оҙаҡ йылдар буйы “Сәхнәгә арналған ғү­мер”ҙең сценарий тексын радиотыңлаусыларға ет­кереп торҙо. Был ысын хеҙмәттәшлек, ысын дуҫ­лыҡ ине. Өс тиҫтәгә яҡын беҙ бер радиола эш­ләнек. Яңылыштан да ҡырын һүҙен ишеткәнем бул­маны. Тота­наҡлылыҡ, һаҡсыл ҡараш, кешеләргә их­ти­рамлы мөнәсәбәт Әхәткә тыумыштан бирелгән сифаттыр, тием. Уның киң күңеллелеген тойоп, ошо киң күңел эсендә йәшәнем мин.
Беҙҙең, төркөмдәштәрҙең, алға ҡорған уй-ниәттәребеҙ ҙә булды. Бөтәбеҙ ҙә хаҡлы ялға сыҡҡас, ҡайҙалыр бергәләшеп сәфәр ҡылыу тураһында ла һүҙ алып барғыланыҡ. Хәйер, быныһы алыҫыраҡ хыял. Ә яҡындағы осрашыу май айында булырға тейеш ине. Сибайҙа йәшәгән дуҫыбыҙ Әлнисә Алдырханова үҙенең юбилейын майҙа үткәрергә әҙерләнә. Филармонияла үтәсәк байрам кисәһен Әхәтебеҙ алып барырға тейеш ине. Әлнисәбеҙ: “Әхәт баш тартманы, ул алып барасаҡ!” – тип ҡанатланып йөрөнө. Мин дә март башында шул хаҡта белешкәс, Әхәт: “Был турала һуңғараҡ һөйләшербеҙ әле”, – тигәйне...
Март башында...
Эске халәте менән ул иманға ынтылды. Байтаҡ йылдар ураҙа тотто. Тота башлаған сағында ҡайһы бер нәмәләрҙе минән белеште. Ниндәйҙер бер яуабымдан рәхәтләнеп көлгән мәле лә булды. Ул һәр саҡ тормоштоң яҡты яҡтарын күрҙе. Ә бит ҡай саҡ ул беҙгә бала һымаҡ та күренде, сөнки күңел сафлығы бүҫкәрмәне. Күңеле ҡатманы. Оло хикмәт эйәһе кеүек тә тойола ине. Сөнки үҙен тота белде, кәңәше һәр саҡ урынлы булды.
Йәнә лә шул: ғәҙел ине Әхәт. Кешеләргә, тормошҡа ғәҙеллек менән ҡараны. Йәмғиәт камил түгел, ғәҙелһеҙлек менән тап булыу уның кәйефен ҡыра ине. Эстән һыҙҙы. Эстән янды. Тышҡа сабырлығы һәм мөләйемлелеге генә сыҡты. Аҙ ғына ел иҫһә, күл өҫтө сыбарлана. Диңгеҙҙе ҡуҙғатыр өсөн ҙур дауыл кәрәк. Күл шау­ҙыр­лағанда, диңгеҙҙең өнө юҡ. Шуға ла уның эсендә ниндәй тулҡын өйөрөлгәнен белмәйбеҙ. Тышҡы тынлыҡ ҡына күҙгә салына. Әхәт шундай ине.
Ул беҙҙең өсөн бәхетле яҙмышлы кеше. Сөнки яратҡан эшенән айырылманы. Һәм уны төрлө хәлдә лә аңлаған хәләл ефете янында булды.
13 март кис йоҡларға ятҡайным инде. Телефон шылтырауы уятты. Унан ҡыҫҡа хәбәрҙәр килә башланы. Төркөмдәштәрем. Беребеҙ ҙә ышанмай. Ниндәйҙер яңылышлыҡ, хата кеүек... Иртәгә был хата төҙәтелер... Барыбыҙ ҙа ул төндө ярым уяу, ярым йоҡоло үткәргәнбеҙҙер. Ләкин иртәгәһе таңыбыҙ яҡшы хәбәр килтермәне. Шул саҡта нишләптер “Курск” һыу аҫты карабы күҙ алдынан китмәне. Ул ваҡиға ла көтөү менән бәйле. Һыу аҫты кәмәһен сығарырҙар, подводниктарҙы ҡотҡарырҙар, улар мотлаҡ беҙҙең яҡташтарыбыҙ булырға тейеш һымаҡ ине...
Республика, милләтебеҙ өсөн ҙур юғалтыу... Быны һүҙ менән аңлатыу мөмкин түгел.
Төрлө яҡтан һабаҡташтар килеп етте. Әхәтебеҙҙе һуңғы юлға оҙаттыҡ. Әхәт үҙе быны танымаһа ла, һәм тәғәйенләп ҡуймаһаҡ та, ул төркөмөбөҙҙөң лидеры ине.
Айрат: “Хәҙер беҙҙе Әхәт шикелле берләштергән, күңелле итеп ойоштора алған кеше булмаҫ инде...” – тип ҡуйҙы. Бынан ары беҙгә талантлы, ихлас, оло йөрәкле дуҫыбыҙҙы, төркөмдәшебеҙҙе – Әхәт Мортазинды һәр саҡ һағынып йәшәргә генә ҡала...
Эйе, йыйылдыҡ. Бер өҫтәл артында оҙаҡ һөйләшеп, дуҫыбыҙҙы иҫкә алып ултырҙыҡ. Ул йырлаған йыр текстарының юлын-юлға иҫкә төшөрҙөк. Онотолмаған. Онотолмаҫ.
Әхәттең усаҡ-йөрәге осҡон булып һибелде, был сатҡылар төркөмдәштәрҙең һәр береһенең күңелендә һүнмәҫлек булып урын алды...

Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА,
яҙыусы, Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр
премияһы лауреаты.

Апрель, 2018 йыл.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: