Шоңҡар
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ул иртә китте
9 Октябрь 2022, 08:30

Күңелебеҙҙә ихлас кеше булып һаҡланыр

Хеҙмәттәшебеҙ Самат Ғәлимйән улы ҒӘЛИНдең беҙҙең аранан китеүенә ике йыл.

Күңелебеҙҙә ихлас кеше булып һаҡланыр
Күңелебеҙҙә ихлас кеше булып һаҡланыр

Самат Ғәлимйән улы сығышы менән Әбйәлил районының Хәлил ауылынан. Ул – бар ғүмерен журналистикаға арнаған шәхес. Хәбәрсе булараҡ, хеҙмәт юлын Сибай ҡалаһында нәшер ителгән “Атайсал” төбәк гәзитендә башлай. Артабан “Башҡортостан” гәзитендә эшләне, 2013 – 2015 йылдарҙа Әбйәлил районының “Осҡон” гәзитенең баш мөхәррире һәм Әбйәлил районының мәғлүмәт үҙәге директоры булды. 2015 йылда “Башҡортостан” гәзитенә кире ҡайтып, баш мөхәррир урынбаҫары булараҡ хеҙмәт юлын дауам итте.

Киләсәккә уй-ниәттәре ҙур ине...

Ысын мәғәнәһендә эскерһеҙ, яр­ҙамсыл, ихлас кеше ине ул Самат Ғәлин. Әленән-әле ко­мандировкаларға сығып, республика тормошо, замандаш­та­ры­быҙ тураһында мәҡәләләр әҙер­ләр булды. Тиҙ һәм сифатлы итеп яҙып тапшыра тор­ғайны. Мә­ҡә­ләләрен кабинетыма индереп һала ла: “Тағы ко­манди­ровкаға сығам әле, апай, Айрат (фотохәбәрсе) менән. Фәлән районға барып әйләнергә кәрәк, гәзиткә яҙылыуҙы ойоштороу тураһында ла һөйләшәһе бар...” – тиер ине.

Ул ижад иткән һүрәтләмәләр, мәҡәләләр, репортаждар гәзит­тең йөкмәткеһен байытты. Килә­сәккә эш һәм тормош пландары, уй-ниәттәре ҙур ине уның. Һауығып эшкә сығыуын көттөк, әммә бүлмәһенең ишеге һаман бикле килеш ҡалды...

Ә редакция офисында нисек етеҙ атлап йөрөр ине Самат. Оҙон коридорҙың үрге осонан уҡ йылмайып, ҡул болғап, матур итеп иҫәнләшер булды ул...

Редакция хеҙмәткәрҙәре ҡат­наш­лығындағы байрам кисә­ләрендә лә тотош коллективты дәртләндереп, кинәнеп бейеп-йырлап, ихлас күңел аса белде. Ә кәүҙәһе, үҙен тотоштары — хас артистарса. Тауышы ла бит, профессиональ диктор­ҙарҙыҡы кеүек, яғымлы, матур ине...

Самат хаҡында “ине” тип яҙыуы ла ҡыҙғаныс. Ул бик иртә китте. Ауыр юғалтыу — яҡын­дары өсөн дә, беҙҙең өсөн дә...

Миңзифа ИЛТЕНБАЕВА,


“Башҡортостан” гәзитенең яуаплы секретары.

Автор:
Читайте нас: