Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ул иртә китте
19 Октябрь 2022, 09:39

Йондоҙҙар ҙа кешеләргә оҡшаш, кешеләр ҙә йондоҙ затынан...

Йондоҙ атылды... Был тормоштоң өшәнес һалҡын ҡырыҫлығына ҡарамайынса бар булмышы менән балҡып-балҡып янды ла һүнде ул... Театр, кино сәнғәтен һөйөүселәрҙең барыһына ла яҡшы таныш булған Илфат Йомағолов тураһында һүҙем. Ир уртаһына етеп, ғүмер миҙгеленең мул уңышлы, сәскәле йәйҙәренә һөйөнөп йәшәр, йәшнәр сағында тиҙ арала үлемесле ауырыуҙан баҡыйлыҡҡа күскән актер, ысынлап та, ҡапыл атылған йондоҙҙо хәтерләтте.

Йондоҙҙар ҙа кешеләргә оҡшаш, кешеләр ҙә йондоҙ затынан...
Йондоҙҙар ҙа кешеләргә оҡшаш, кешеләр ҙә йондоҙ затынан...
Йондоҙ атылды... Был тормоштоң өшәнес һалҡын ҡырыҫлығына ҡарамайынса бар булмышы менән балҡып-балҡып янды ла һүнде ул... Театр, кино сәнғәтен һөйөүселәрҙең барыһына ла яҡшы таныш булған Илфат Йомағолов тураһында һүҙем. Ир уртаһына етеп, ғүмер миҙгеленең мул уңышлы, сәскәле йәйҙәренә һөйөнөп йәшәр, йәшнәр сағында тиҙ арала үлемесле ауырыуҙан баҡыйлыҡҡа күскән актер, ысынлап та, ҡапыл атылған йондоҙҙо хәтерләтте.
Яман шештән тар күңеллелек хәтәрерәк
Яҙмыш әҙәм балаһына күтәрә алырҙай, уны лайыҡлы үтерҙәй һынауҙарҙы ғына ебәрә. 2018 йылдың башында Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илфат Йомағолов табиптар үҙендә яман шеш тапҡас, ниҙәр кисереп, ниҙәр уйлауын бер Хоҙай ғына белә. Ғүмерлек йәре Рисәлә апайҙың һерелеге менән тиҙ арала онкология диспансерына эләгә. (Тиҙ арала тиеүемдең сәбәбе шунан: табиптар яман шеш тапҡас та, теге йәки был анализдарҙың һөҙөмтәһен белмәйенсә, унда ебәрергә ашыҡмайҙар). Әммә операцияға барыбер һуң була. Химия терапияһы, иҫәпһеҙ-һанһыҙ дауалау курстары... Актер ғүмеренең һуңғы миҙгелдәре хаҡында ҡатыны Рисәлә апай былай ти: “Илфат ғүмере буйы тешен ҡыҫып түҙә торған заттарҙан булды. Беренсе тапҡыр химия терапияһы үтеп ҡайтҡас, үҙендә еңеллек тойҙо. “Шәбәйәсәкмен!” – тип үҙен генә түгел, беҙҙең дә болоҡһоған күңелдәрҙе тынысландырырға тырышты. Хатта шул көндө үк буяуҙар алып, торбаларҙы буярға керешеп китте. Аҙаҡ, хәле мөшкөлләнә башлауына ҡарамаҫтан, балалар менән тотош фатирға тиерлек ремонт яһаны”.
Эйе, яҡындарын, ғәзиз кешеләрен алдан ҡайғыға һалмаҫ өсөн тулы тормош алып барырға тырыша ул. Аҙаҡҡа табан бәләкәй балаларға тәғәйенләнгән аҙыҡ менән генә әҙ-әҙләп туҡланырға мәжбүр булған әзмәүерҙәй иргә үҙен йөрөтөү, етмәһә, ниндәйҙер эштәр башҡарыу, ай-һай, еңелдән булмағандыр. Шулай ҙа хушлашыу һүҙҙәре әйтеп бәхилләшергә лә үҙендә көс таба. Һөйләп бөтөрә алмағандарын көндәлек итеп яҙып: “Һуңынан уҡырһың”, – тип хәләл ефетенә тапшыра. Хәйер, шиғырҙар, сәхнә әҫәрҙәре яҙған, театр өсөн күп ваҡыт оҫта тәржемәсе ролен дә үтәгән актерҙың иҫтәлекле хәл-ваҡиғалары менән бергә тормошҡа, йәшәйешкә ҡағылышлы фекерҙәре, уйланыуҙары быға тиклем дә яҙылып килгән була. Тағы ла тәбиғәте менән һиҙгер күңелле сәнғәт әһеле төш юрау, хатта ниндәйҙер кимәлдә күрәҙәлек итеү сифаттарына ла эйә була. Ауырығансы төп ролдәр алыр йә бүтән яҡшы хәбәр ишетер алдынан таҙа ағын һыу күрһә, сир үҙен ныҡлап һиҙҙертә башлағас: “Үлемгә әҙерләнеләр инде”, – тип төштәренең асылын аңларға тырыша. Һигеҙ ай самаһы үлемесле ауырыу менән көрәшкәндән һуң, 22 сентябрҙә ул мәңгелеккә күҙҙәрен йома.
Әллә ниндәй нанотехнологиялар үҫкән-үҫешкән осорҙа йәшәһәк тә, яман шештең ҡайҙан, нисек барлыҡҡа килеү сәбәптәрен асыҡлау, уны дауалау һаман да актуаль проблемаларҙың береһе булып ҡала әле. Психологтар ғына быны кешенең күңел кисерештәренән дә булырға мөмкин, тип фаразлай. Рисәлә апай ҙа иренең был ауырыуға бирешеүенең сәбәбен актерҙың бар нәмәне йөрәге аша үткәреүендә күрә. Уның, ысынлап та, ут йотоп йөрөгән саҡтары байтаҡ була. Сөнки күп осраҡта мөхәббәт янында нәфрәт, изгелек янында яуызлыҡ, ихласлыҡ янында тар күңеллелек, сафлыҡ янында мәкерлек йәнәш йөрөүсән. Кеше холҡондағы бындай ҡапма-ҡаршылыҡлы сифаттар сәхнә тормошон да урап үтмәй. Бында иһә йыш ҡына һәләттәргә урта ҡулдар аяҡ салыусан. Ниндәй генә ролде башҡарһа ла тамашасы хәтерендә уйылып ҡалырлыҡ итеп уйнаған Илфат Йомағоловты тормоштағы ошо йәнәшәлектәр ваҡыты-ваҡыты менән һыныуҙарға, бөгөлөүҙәргә этәрә. Әйтерһең дә, һынауҙар актерҙы аҙым һайын тиерлек һағалап ҡына тора. Тағы ла дуҫ тип һаналғандар араһында ике йөҙлөлөк, ялағайлыҡтың хаттин ашып китеүе лә рухын ҡаҡшата. Шуға ла бер нисә ҡабат тыуған йортолай ғәзиз булған театрҙан китергә лә тура килә уға. Ғүмеренең һуңғы йылдарында “Нур” татар театрында хеҙмәт итеүенең төп сәбәбе лә шунда. Әлбиттә, актер өсөн ҡайҙа уйнаһа ла бер түгелме ни, тип уйлаусылар ҙа булыр. Юҡ икән шул. Бындағы коллектив уны йылы ҡабул итеп, аңлап торһа ла, көньяҡ һөйләшенсә өндәрҙе ҡаты әйтеп, теле асылған кешегә татар теленә яраҡлашыу, сит мөхитте ҡабул итеү еңел булмағандыр. Таяныр таяуҙарының да нығы булмай сыға уның. Имәндәй көслө ир булһа ла, ҡайһы саҡта уға ла ел-ямғырҙан ышыҡланырлыҡ яҡындары кәрәк булғандыр.
Тағы ла шуны әйтергә кәрәк: тыуған яғында уның һәләтен күрә, ҙурлай, үҙен ҡәҙерләй белмәнеләр, билдәле шәхесте осрашыуҙарға ла саҡырманылар. Хатта бынан биш йыл самаһы элек үткәрелгән “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамында уның исеме телгә лә алынманы, шикелле. Ә бит Юлыҡтан ике атҡаҙанған артист сыҡҡан. Төптән уйланып төҙөлгән сценарий булһа, ауылдаштар, ситтән килгән ҡунаҡтар Фәрүәз Урманшиндың йырҙарын тыңлап, Илфат Йомағолов уйнаған берәй сәхнә әҫәре өҙөгөн ҡарап, кинәнер ине. Ә республикаға билдәле был ике шәхес концерт программаһын алып барған булһа, ниндәй күркәм тамаша булыр ине ул!
Диуана “аҡыллылар” ишәйҙе
Тура һүҙлеләрҙең дуҫтары әҙ булыусан. Был бер ергә лә яҙылмаған, әммә кешелек донъяһы барлыҡҡа килеү менән йәшәй башлаған ҡанундарҙың береһе. Ихлас, әммә уйлағанын күҙеңә ҡарап әйткән Илфат Йомағоловтың яҡындан белгән, эс серҙәре менән бүлешер иптәштәре һирәк була. Уны аңлаған кеше булараҡ, һуңғы юлға оҙатырға килгән ауылдаштарына үҙе хаҡында артист Илдар Ғүмәровҡа ғына һөйләүен үтенә. Быны ул ҡаты ауырыуға тарып, баҡыйлыҡҡа күсеренә бер нисә ай ҡалғас әйтә. Дуҫы хаҡында хәтирәләргә бирелеп, Илдар Ғүмәров: “Беҙҙең танышыу осраҡлы ғына булды. Ул, актерҙар факультетының IV курсында уҡый, ә мин армиянан ҡайтып, театрҙа яңы эш башлаған инем. Аҙаҡ дөйөм ятаҡта бер бүлмәлә йәшәнек. Шуға ла ижад юлым уның күҙ алдында башланды тиһәм, яҙыҡ булмаҫ. Бергәләшеп сәнғәт әҫәрҙәрен анализлай торғайныҡ. Юморға әүәҫлегебеҙ тора-бара үҙебеҙ генә аңлай алған һөйләшеү манераһын барлыҡҡа килтерҙе. Күптәр беҙгә: “Икегеҙ ҙә башҡортса һөйләшәһегеҙ, тик нәмә хаҡында икәнлегенә төшөнөп булмайсы!?” – тип аптырайҙар ине. Былай аралашыу үҙенә күрә бер ҡыҙыҡ, хатта ҡайһы саҡ ролдәге һүҙҙәр ҙә “беҙҙең тел”гә күсеп, үҙенсә мәғәнә ала ине. Фәрештә булып күренергә йыйынмайым, элекке замандарҙа бергәләп “төшөрөп алыу” әллә ни ҙур яҙыҡ һымаҡ түгел ине. “Ултырыш”ҡа саҡырыр өсөн бер-беребеҙгә уның “Сәсәндәр”ҙәге роленең “Тум-тум наслых болтағай” тигән һүҙен әйтеү ҙә етә ине. Монгол теленән ул “Мең-мең рәхмәттәр һиңә” тигәнде аңлата. Ә икебеҙгә генә аңлайышлы телдә ул: “Бер ярты бар, ултырып алабыҙ, миңә кер,” – тип яңғырай.
Айырылғыһыҙ йән дуҫтар ҙа булманыҡ. Беҙҙең бер-беребеҙҙә оҡшатмаған сифаттар ҙа, ҡаршылыҡтар менән бергә, икебеҙ генә аңлай, төшөнә торған серҙәр ҙә бар ине”, – тип иҫләй.
Мәғрүр Мағаш тауы шикелле мөһабәт кәүҙәле, Еҙем йылғаһылай үтә оҙон да бумаған, әммә саф, өйрөлмәкле-сөңгөллө ғүмерле, тыуған яғының тәбиғәте ише һикәлтәле-бормалы яҙмышлы актер Илфат Йомағолов 1962 йылдың 30 июнендә Ғафури районының Юлыҡ ауылында тыуған. Атаһы Әбделәхәт Әбделхаҡ улы сығышы менән күрше Юрмаш ауылынан. Еҙем йылғаһына яҡында ғына урынлашҡан йорт заманында хужаның оҫта ҡулдары менән семәрләп биҙәлгән тәҙрә яңаҡтары, солан, күтәрмәләге һындар менән тирә-яҡҡа үҙенә күрә бер йәм биреп, балҡып ултыра ине. Сөнки ғаилә башлығы балта оҫтаһы булыу менән бергә, һүрәтте лә һәйбәт төшөргән. Йәшерәк сағында ғаиләһе менән күсеп, Учалы ҡалаһын төҙөүҙә лә ҡатнашҡан. Башта буласаҡ актер ҙа атаһы юлынан китә. Тыуған ауылында һигеҙенсене тамамлағас, профтехучилищеға уҡырға инә. Дипломлы белгес, ил алдындағы бурысын үтәгәндә лә балта оҫтаһы булып хеҙмәт итә. Һалдат бутҡаһын ике йыл тәмләп ҡайтҡандан һуң ғына сәнғәт институтына уҡырға инә.
1987 йылда уҡыуын тамамлап, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына эшкә килә. Биш йылдан һуң Башҡортостандың атҡаҙанған актеры исеменә эйә булған Илфат Йомағолов иллегә яҡын роль башҡара. Олпат кәүҙәле, аҡыллы, тыныс сырайлы актерға йәштән үк ҡарттар ролен уйнауҙы ышанып тапшыралар. Мәҫәлән, Ә. Атнабаевтың “Хушығыҙ, хыялдарым”да – Ҡәҙерша, “Балаҡайҙарым”да – Кашаф, Ф. Бүләковтың “Һөйәһеңме, һөймәйһеңме?”һендә үлә алмай йонсоған 80 йәшлек ҡарт, А. Абдуллиндың “Һуңғы уҙаман”ында – Ҡудашев һәм башҡа ролдәрҙе уңышлы һәм оҫта итеп башҡара. Шулай ҙа иң яратҡан образдарының береһе булып М. Кәримдең “Ай тотолған төндә”һендәге Диауана образы ҡала... “Диуаналыҡ” күңелде ташламаһын... Уйлап ҡараһаң, донъябыҙҙа аҡыллы “диуаналар” һирәк осрай, диуана “аҡыллылар” ишәйҙе”, – ти ул “Башҡортостан” гәзитенә биргән бер интервьюһында. Кинәйә менән ҡыйыш атып тура тейгән был юлдарҙа шәхестең ғәҙелһеҙ тормошҡа ҡарата әйтелгән үкенеүҙәре, һыҙланыуҙары сағылып ҡалғандай. Диуана “аҡыллылар” алдында битлек “кейеп”, хужаның теше һыҙлағанда ыңғырашырға кәрәклеген белһә лә, үҙенән алда йөрөгән ғорурлығы, аҡыллы “диауана”лығы исем-дәрәжә алырға ҡамасаулағанын да яҡшы төшөнгәндер.
Тәүге күп сериаллы “Ай ҡыҙы”нда, “Рәхмәт”, “Миҙал” кеүек фильмдарҙа ла төшә. “Рәхмәт” фильмының режиссеры Таңсулпан Бураҡаева Илфат Йомағолов кеүек оҫта актерҙар менән эшләү оло бәхет, уңышлы эштең нигеҙе тип иҫәпләй: “Кино менән сәхнәлә уйнау – икеһе ике төрлө донъя. Спектаклдә образға инеп уйнап өйрәнгән актерға дублдәрҙе ҡат-ҡат ҡабатлау тиҙ ялҡыта. Йыш ҡына ролгә инә алмай бер булалар. Илфат ағай иһә үҙен икеһендә лә үҙ эшенең оҫтаһы булараҡ күрһәтте. Көндөҙ һәм кисен театрҙа эшләгәнгә күрә, уны төндәрен төшөрөргә тура килде. Сөнки фильмды тиҙ арала тамамларға кәрәк ине. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт арауығында йоҡлап алырға ла, үҙе уйнаған Азат Таһировичтың телмәрен үҙ һүҙҙәре менән байытырға ла, образына ярашлы яңы деталдәр өҫтәргә лә өлгөрҙө”.
Был егет ышаныслы, кейәүгә сыҡһаң була
Ҡатыны Рисәлә Урал ҡыҙы менән театрҙа танышалар. Йәш актер уҡыуҙан тыш кистәрен театрҙа эшләп йөрөгән студент ҡыҙға иғтибар итә. “Көлөп балҡып торған ҙур зәңгәр күҙҙәрең, һөйкөмлөлөгөң менән бер күреүҙә ғашиҡ иттең”, – тип кәләшенә йылдар үткәс тә йыш ҡабатлар булған.
Тормош иптәше менән танышҡан мәлдәрен иҫләп, ҡатыны Рисәлә Урал ҡыҙы хәтер йомғаҡтарын һүтә: “Артист кеше менән осрашҡанымды белгәс, әсәйем башта ҡаршы булды. Улар халҡын елғыуар, елтәкәй тип иҫәпләй ине ул. Бер ваҡыт Күгәрсендән атайым менән икеһе Илфат уйнаған спектаклгә килделәр, тамашанан һуң таныштылар. Атайым менән нәмә һөйләшкәндәрҙер, уныһы миңә ҡараңғы. Әммә һуңынан атайым: “Был егет ышаныслы кеше”, – тип фатихаһын бирҙе”.
Ҡыҙҙың атаһы, ысынлап та, яңылышмай. Сәхнәләрҙе яулап, дәрәжәләргә артылғанда ла ябайлығы ғүмере буйы үҙе менән ҡала. Ауылға ҡайтып, ҡара эштәрҙе лә башҡара, ҡәйнә менән ҡайныһы ла уны үҙ улдарылай яҡын күрә. Улы Иштуған менән ҡыҙы Фирүзәне сабый саҡтарынан тәрбиәләшергә ваҡытын да, көсөн дә йәлләмәй. Үҙе үҫкән ғаиләлә баш бала, биш ҡусты-һеңлеһенә ағай булараҡ, бәләкәйҙән йорт мәшәҡәттәрен үҙ иңендә күтәреп өйрәнгән ғаилә башлығы кәләшенә хатта йәш баланы нисек ҡарарға өйрәтеп ебәргән саҡтары ла йыш була. Дөйөм ятаҡта йәшәгәндә төнгө тәрбиәсе булып эшләүе балаларҙы ярата, улар күңелен аңлай белеүен дәлилләй. Ғөмүмән, тормошта ҡәҙимге кешеләрҙән бер яғы менән дә айырылмай ул. Бәғзе берәүҙәр кеүек яңы ролдәрҙе уйнар алдынан яңғыҙы бүлмәгә бикләнеп, һүҙҙәрен ятлап, образға инер өсөн үҙ алдына репетиция эшләп тә маташмай. Хәтере ныҡ, әҙәбиәткә яҡын кеше бер-ике уҡыуҙа сценарийҙы хәтеренә һеңдерһә, тәбиғәттән бирелгән һәләте яңы ролде уңышлы башҡарырға булышлыҡ итә. Улы менән “Ай ҡыҙы”нда бергә төшәләр. Һуңынан атаһы артынан ул да ошо һөнәрҙе һайларға уйлай. Әммә сәхнә артындағы тормошто, мөхитте яҡшы белгән актер улын был ниәтенән төңөлдөрә. Бөгөн Иштуған БДУ-ны тамамлап, Ғәҙәттән тыш хәлдәр йүнәлешендә эшләп йөрөй.
Әсәйемә, иптәшемә, ҡыҙыма әйтер йөрәк һүҙем бар
Ул үҙенең сәхнә өсөн тыуған кеше икәнлеген яҡшы аңлаһа ла, һуңғы йылдарҙа был һөнәрҙе һайлауына үкенеп: “Ниңә журналистҡа уҡыманым икән? Ҡәләм оҫталары араһында был хәтлем аҫтыртынлыҡ юҡтыр”, – тип йыш ҡабатлай. Шулай ҙа, халыҡ Илфат Йомағоловтың шиғырҙарын үҙе уҡыуында “Йөрәк һүҙе” проектында танышыу бәхетенә иреште. Унда нисек ҡатнашыуы тураһындағы хәтирәләре менән проект етәксеһе Нәилә Сәфәрғолова ла бүлеште: “Хәлемде беләһең, “Йөрәк һүҙе”ндә ҡатнаша аламмы?” – тип шылтыратты. “Әлбиттә, – тим. – Шиғыр уҡырға пар ғына һайларға кәрәк. Һинең менән бергә сығырға артистарҙың барыһы ла риза булыр. Халыҡҡа әйтер һүҙеңде генә тап...” “Әйтер һүҙҙәремде халҡыма ролдәрем аша әйттем инде. Әсәйемә, кәләшемә, ҡыҙыма еткерер фатихаларым ҡалды. Парым итеп Рисәләне һайлайым, мөмкинме?” – тип рөхсәт һораны. Иң яҡын, иң ҡәҙерле өс кешеһенә арнап, үҙе яҙған шиғырҙарын уҡыны ул унда.
Талантты һаҡлап ҡала алманыҡ. Ваҡытында үҙенә һыйындырған “Нур”ға рәхмәт әйтәһе килә. Тағы ла уның эшен үҙе тере сағында күрә белмәнек. Илшат Йомағоловтың “Нәркәс”енә яҙған либреттоһы ғына иғтибарға, оло баһаға лайыҡ ине бит! Әммә был хаҡта бер ерҙә лә ишетелмәне лә, яҙылманы ла, буғай...”.
 
Мәҡәлә башында кеше ғүмеренең өҙөлөүен йондоҙ атылыуы менән сағыштырғайным. Әгәр ҙә шәхестең рухы халҡы, яҡындары күңелендә йәшәй икән, уның йәнен һүнгән йондоҙ менән образлы һүрәтләү дөрөҫмө икән? Юҡтыр. Сөнки йондоҙ затынан булғандар баҡыйлыҡҡа күскәс тә башҡарған эштәре менән мәңге балҡып яныусан. Илфат Йомағолов та шундай заттарҙан ине. Әнғәм Атнабаевтың түбәндәге бер шиғырындағы кеүек:
 
Ҡайһыһы үлгәс яна...
Ҡайһылары
Тере булһалар ҙа һалҡындар...
Йондоҙҙар ҙа кешеләргә оҡшаш,
Кешеләр ҙә йондоҙ затынан.
 
Рәзинә ЗӘЙНЕТДИНОВА.
Автор:
Читайте нас: