Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ул иртә китте
8 Ноябрь 2022, 10:45

"Ҡояш юлы буйлап"

Ауырғазылар Рәшит Назаровты онотмай

"Ҡояш юлы буйлап"
"Ҡояш юлы буйлап"

Рәшит Назаров — башҡорт әҙәбиәтендә генә түгел, бөтә төрки, хатта донъя әҙәбиәтендә һоҡланырлыҡ шағир. Ул шиғриәт йондоҙлоғонда бар сағылышы менән һәммә халыҡты таң ҡалдырып, һоҡландырып, тирә-йүнде бер мәлгә атылған йондоҙҙай балҡытҡан таланты әҙип. Халҡыбыҙ талантлы улын онотмай. "Р. Назаровты иҫкә алыу, уның шиғырҙарын һөйләү, хәтирәләр менән бүлешеү, поэзияһына байҡау яһау - 1 ноябрь донъя аҡҡа, сафлыҡҡа төрөнгән көндө булды, - тип яҙа үҙенең сәхифәһендә Төрөмбәт мәктәбе уҡытыусыһы, шағирә Минира Бикәнәсова. - Шағирҙың ижадында тыныс тормошҡа һуғыш менән янау хәүефе, илһөйәрлек, һалдат яҙмышына арналған шиғырҙар ҙур урын алған. Р.Назаров исемендәге гимназияла "Бөтә Ғәләм- ҡәләм осонда" шиғыр һөйләүселәр конкурсы уҙҙы. Уҡыусыларҙың шиғриәткә битараф булмауы күңелдәрҙә өмөт сатҡылары ҡабыҙҙы".

 "Йыйын" халыҡ фольклор коллективында ҡатнашыусылар менән Төрөмбәт мәктәбендә урынлашҡан "Рәшит Назаров музейында" булдыҡ,  - ти Төрөмбәт ауыл китапханһы. -  Унда беҙҙе музей етәксеһе Гөлфинур Рәүеф ҡыҙы Ильясова, уҡытыусы, шағирә Минира Венер ҡыҙы Бикәнәсова ҡаршы алдылар. Беҙ унда күргәҙмәләр, стендтар, шағирҙың ҡулъяҙмалары менән таныштыҡ. Рәшит ағайҙың шиғырҙары уҡылды. Ауылыбыҙҙың ғорурлығы булған яҡташыбыҙҙы онотмайбыҙ, һәр саҡ иҫкә алабыҙ.
Рәшит Назаровтың исемен мәңгеләштереү буйынса ҙур ғына эштәр эшләнде: быйыл Төрөмбәт мәктәбе бинаһында Рәшит Назаровҡа таҡтаташ ҡуйылды, Толбазы башҡорт гимназияһына якташыбыҙҙың исеме бирелде, уҡыусылар араһында "Назаров уҡыуҙары үткәрелеп тора.
Бер килгәндә, мәктәптә эшләп килгән "Этнография музейында" ла булдыҡ, экспонаттар менән таныштыҡ. Был осрашыу беҙҙең өсөн фәһемле лә, һөҙөмтәле лә булды". 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: