Аптыратҡыс, алйытҡыс, үкенесле икән был донъя, тип ҡуяһың ҡай саҡ. “Ул иртә китте…” рубрикаһында 42 йәшендә генә мәңгелеккә киткән йәш талантлы ғалим, йәмәғәт эшмәкәре Рөстәм Рәжәпов хаҡында мәҡәләләр бирергә булып, уның остазы, халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы Әхмәт Сөләймәновҡа ла мөрәжәғәт иткәйнек. Ил ағаһы ихлас риза булды: “Рөстәм хаҡында һүҙ әйтергә кәрәк, уның иҫтәлеген тергеҙеп, изге эшкә тотонғанһығыҙ, мотлаҡ яҙасаҡмын”, – тип вәғәҙәләне лә. Ағайҙың күркәм холҡо бар, әйтте икән, һүҙендә тора. Ысын ир-ат сифаты.
11 ноябрь “Шоңҡар” редакцияһына иртә менән юлы төшөп, уҡыусыһы хаҡында күләмле мәҡәлә тотоп килеп инде. Бүркен сисеп, ап-аҡ сәстәрен бармаҡтары менән тарап ипкә килтерҙе. Һәр ваҡыттағыса бар донъяны балҡытып йылмайҙы. “Бер тынала ултырып яҙҙым, башҡа эштәрҙе ситкә ҡуйып… Тик ҡыҫҡарта ғына күрмә инде, Мөнир”, – тип, аҫмалы сумкаһынан мәҡәләһен килтереп сығарҙы. Шунан беҙҙең студент саҡтарҙы (мин Рөстәм менән бергә уҡыным, Әхмәт ағай беҙҙең куратор булды), үҙенең йәшлеген оҙаҡ иҫкә төшөрөп ултырҙы. Улай ҡабаланмаған да кеүек ине… Рөстәмдең иртә китеүенә үкенес белдереп: “Мин түгел, ул минең турала иҫләп мәҡәлә яҙырға тейеш тә, тик...” – тип ҡуйҙы. Бөрйән ҡарағайы кеүек төҙ генә, егеттәрсә дәртле баҫып ҡайтырға сыҡҡан ағайыбыҙҙы оҙатырға сыҡҡан ҡыҙҙарыбыҙ, кем һеҙгә һикһәнде ҡыуған аҡһаҡал тип әйтһен, бер ынтылышта эйәргә һикереп менер ир-азамат әле һеҙ, тип һоҡланыуҙарын йәшермәне. Әллә күҙебеҙ тейҙе… 21 ноябрь кисен, яратҡан уҡытыусыбыҙ, изге күңелле остазыбыҙ, халҡыбыҙҙың аҫыл улы, алтынға бәрәбәр замандашыбыҙ, арҙаҡлы ғалимыбыҙ Әхмәт Сөләймәнов вафат булған, тигән ҡот осҡос хәбәр алдыҡ. Күк көмбәҙҙәре ишелеп төшкәндәй булды. Донъя фани, иртәрәк әжәл атына атланды ағайыбыҙ ҙа. Бик тә изге, рәхмәтле зат ине... Үҙенең аҡыллы, рухлы уҡыусыһы хаҡындағы мәҡәләһе аҡҡош йыры булдымы икән? Ҡыҫҡартманыҡ та, ҡул да тейҙермәнек мәҡәләгә. Йәннәт баҡсаһында Остаз менән Өйрәнсек осрашып, ожмах емештәрен тиреп, беҙҙең ғәмәлдәрҙе күктән күҙәтеп ултыраларҙыр – ана шул ғына йыуаныс бирә хәҙер…
Ҡала мәктәбен тамамлап, Башҡорт дәүләт университетындағы филология (аҙаҡ башҡорт филологияһы һәм журналистика) факультетының башҡорт-рус бүлегенә килеүселәр һирәк күренеш була торғайны. Берҙән-бер мәл унда мыҡты кәүҙәле егет пәйҙә булды. Башҡорт булһа ла, рус бүлеге студенттары менән бергә сәхнәлә лә күренештерә башланы. Рус телендә һин дә мин таҙа һөйләшә. Ул Өфөләге берҙән-бер 20-се башҡорт мәктәбен (хәҙер ул Фатима Мостафина исемендәге гимназия тип атала) тамамлаған Юлай Псәншин ине. Уны күргән һайын, ирекһеҙҙән: “Эх, ҡул арты еңел булһа ғына ярар ине был егеттең!” – тигән теләк тел осона килә ине. Фәрештәләрҙең “Амин!” тигән мәленә тура килеп торған, ахырыһы, теләгем. Шул уҡ мәктәптән килә башланылар беҙҙең бүлеккә. 1988 йылда хатта бер түгел өс абитуриент пәйҙә булды. Уларҙың береһе – Рөстәм Рәжәпов, икенсеһе Илһам Килмөхәмәтов атлы ине, өсөнсөһөн фамилиялап әйтмәһәм дә аңларһығыҙ: ул үҙемдең кинйә ҡыҙым Нәркәс. Өсөһө лә бер үк кластан ине улар. 20-се мәктәптә уҡыу-уҡытыу эштәренең һәйбәт ҡуйылышын раҫлап, шул өс класташ, конкурсты үтеп, курсташ ҡына түгел, төркөмдәш тә булып китте. Ул төркөмгә куратор итеп мине тәғәйенләгәйнеләр. Һүҙем шуларҙың тәүгеһе хаҡында.
Тәүге аҙымдар
Башҡорт дәүләт университетының филология факультетындағы рус бүлегендә әүҙем генә эшләй башлаған “Таусен” фольклор ансамбленән күрмәксе, ректор фатихаһы менән, башҡорт ансамблен ойоштороу йөгө минең иңемә ятты.
Ул саҡта фольклор ансамблдәре республикабыҙҙа күп түгел ине. Өфөләге Салауат Дәүләтбаевтың, Салауат ҡалаһындағы Миңнулла Дәүләтовтың ғаилә ансамблен, беҙҙең факультеттағы “Таусен”ды иҫәпкә алмағанда, үрнәк алырлыҡ өлгө тойолмай ҙа ине. Шуға күрә костюмдар хаҡында ла, музыка ҡорамалдары хаҡында ла үҙебеҙгә хәстәрлек күреүҙән тыш, сценарийҙы ла үҙебеҙгә әҙерләргә тура килде.
Режиссура йәһәтенән беҙгә алмаш-тилмәш М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы Хәмит Шәмсетдинов, телевидениенан Рәйес Исмәғилев, филармониянан Иршат Сиражетдинов ярҙам итте. Мин иһә үҙемә сценарий әҙерләүсе, ғилми яҡтан етәксе ролен алдым. Беҙҙә шундай эш башланып тороуын Башҡортостандың халыҡ артисы Флүрә Ноғоманова белеп ҡалған да:
– Сәхнәгә сығырға күнекмә ала торорҙар, – тип үҙе уҡытҡан Өфө сәнғәт училищеһының вокал бүлеге студенттары Хима Йәнбирҙина, Резеда Әминева (хәҙер улар БР-ҙың атҡаҙанған артистары), Нурия Басироваларҙы тәҡдим итте. Уларға эйәреп, Сәлих тигән ҡурайсы, бер үҙенә ҡурайсы, гармунсы һәм бейеүсе һөнәрен туплаған Мәғәфүр Усманов (хәҙер ул БР-ҙың халыҡ артисы, Мостай Кәрим исемендәге йәштәр театрында эшләй) килде. Ҡаҙанға юл тоторға йыйынғанда, беҙгә cәнғәт институтының әҙерлек курсында уҡып йөрөгән аккардионсы һәм йырсы, кәрәк булһа, бейеп китеүсе Артур Туҡтағолов (хәҙер ул да БР-ҙың халыҡ артисы ) килеп ҡушылды.
Ансамблдең тәүге сығышын халыҡ шағиры Мостай Кәримдең “Сигеү сигә ҡыҙҙар” тигән шиғыры нигеҙендә яҙылған сценарийҙы сәхнәләштереүҙән башланыҡ. Үҙебеҙҙең студенттарыбыҙҙан Әхәт Мортазин менән (хәҙер ул да БР-ҙың халыҡ артисы, танылған диктор) Фәйрүзә Абайдуллина алып барыусы роленә инеп, ситтә тороп, талғын ғына яңғыраған көйгә ҡушылып, алмашлап шиғыр уҡый:
Кис ултырып, ҡыҙҙар сигеү сигә,
Сиккәндәрен, беләм, бирнәлек –
Апайымды былтыр һораттылар:
“Әле йәшерәк”, – тип, бирмәнек...
Альбина Дүшәнбаева менән Нәфисә Вәлиева (хәҙер ул Тулыбаева, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, БР Халыҡ ижады үҙәге генераль директоры урынбаҫары, сәсәндәр үҙәге етәксеһе) ансамблдең сығыштарын йыр менән биҙәне, Асия Шайморатова (хәҙер ул Рәхмәтуллина, минең ауылым килене) өлкән инәй ролен еренә еткереп уйнар ине. Ярты йыл үтеүгә “Студент яҙы ” фестивалендә беҙҙең ансамбль беренсе урынды алды. Ошо һөҙөмтәне белгәс, әле генә мин йәйә эсендә биргән мәғлүмәттәрҙе иҫәпкә алып, ҡайһы берәүҙәр:
– Булыр, булыр!
– Шулай булмай, ҡалай булһын? Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр, – тиһә, һис тә яңылышмаҫ.
“Йәнгүзәл”дең ил гиҙгәне
Ансамблгә килә торҙолар, китә торҙолар. Ниһайәт, 1988 йылда беҙҙең фольклор ансамбленә Рөстәмдәр төркөмө килеп ҡушылды. Ул – ҡурайҙа, Артур Дәүләтбәков думбрала уйнаны, Ишбулды Абдулғафаров старосталыҡ итте. Ансамблебеҙҙең әүҙем ағзалары Зәлиә Фәйзуллина менән әҙерлек курсынан Азат Буранғолов тамашасыларҙы ташып торған мөхәббәтте сағылдырған лирик бейеүҙәре менән һоҡландырҙы (Әйткәндәй, аҙаҡ улар ҡауышып ҡуйҙы. Быға тиклем Сәлих, Мәғәфүр беҙҙең ҡыҙҙарҙы иш иткәйне. Сәнғәт училищеһының Марат Тулыбаев тигән илгәҙәк студенты ла, егеттәремә ҡурай дәресе биреү һылтауы менән, ҡыҙҙарыма күҙ һала-һала йөрөгән, имеш. Ахырҙа уның сәсе Нәфисәнеке менән бәйләнде). Ҡыҙҙарыбыҙҙың күптәре ҡумыҙ сиртте. Рөстәм менән Артур икәүләп тә, яңғыҙышар ҙа һәм, әлбиттә, ансамбль менән дә сығыш яһар булды. Ансамблебеҙгә “Йәнгүзәл” тигән исем ныҡлап йәбеште. Ишбулдыбыҙ уҡыуҙы ҡалдырып, бер аҙ кәсеп иткән арала, староста ролен, асылда, Рөстәм атҡарҙы. Уның етәкселегендә “Йәнгүзәл” ҡайҙарҙа ғына сығыш яһаманы! Ял көндәре эргә-тирәләге райондарға ла барып ураны, Татарстандың баш ҡалаһы Ҡаҙанда ла, Ғабдулла Туҡайҙы “Тыуған ауыл”, “Шүрәле” кеүек шиғырҙар яҙырға илһамландырған Ҡырлай ауылында ла, хатта Дағстан, Сыуашстан республикаһында, Силәбе, Ырымбур, Ҡурған өлкәләрендә булды.
Заманалар бик буталсыҡ мәл ине. Ҡаҙандың яман аты Союзға мәғлүм “данлыҡлы” “фуфайкалылар” йәмәғәтселектең ҡотон алып торған саҡ. Улар хатта Мәскәүгә лә барып еткән ине. Шуны иҫәпкә алып, беҙҙе гел генә бейек тәҙрәле, ныҡ ишекле ҡыҙыл автобустарҙа ғына йөрөттөләр. М. Горький исемендәге паркта сығыш яһағанда, атлы милиция үрле-түбәнле йөрөп, беҙҙе ҡурсаланы.
1991 йылда мин Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтына эшкә күскәс тә, “Йәнгүзәл”, райондарға сығып, концерттар ҡуйып, әүҙем ижади тормош менән йәшәүен дауам итте.
Ырымбур яҡтарына сәйәхәт
1989 йылдың йәйе. Йылдағыса фольклор экспедицияһына сығыр мәл етте. Йылдағыса, тиһәм дә, быйылғыһы айырмалы ине. Ни өсөн тигәндә, элек башҡорт бүлегендә бер генә төркөм уҡый ине, хәҙер беренсе тапҡыр – ике. Шуға күрә экспедицияға тәүләп ике уҡыу төркөмөн алып сығырға кәрәк. Етмәһә, ҡайҙа-ҡайҙа? Ырымбур өлкәһенә. Ҡаҙағстан менән сикләшеп ҡуймаһын был Башҡортостан, тип, республикабыҙҙың көньяғын юрый ҡаймалап, дуға рәүешендә хасил ителгән был өлкәне иң көнсығышында ятҡан Ҡыуандыҡ районынан башлап көнбайышындағы Һарыҡташҡа тиклем гиҙеп сығырға кәрәк. Яңғыҙ ни ҡылырға? Элекке мөдиребеҙ Кирәй Мәргән мәрхүм берсә Тимерғәле Килмөхәмәтов менән Миҙхәт Мәмбәтовты, берсә Риф Әхмәҙиевты, берсә Фәнил Күзбәковты миңә мисәй торғайны. Хәҙер ундай мөмкинлек юҡ. Уйланым-уйланым да, “Йәнгүзәл”дең стажлы солистарын йәлеп итергә ниәт ҡылдым. Хәҙер улар дүртенсене бөткән студенттар. Улай-былай аспирантураға-фәлән инеп китһәләр, практика булыр, тинем дә Нәфисә Вәлиева менән Юлай Мәҡсүтовты ярҙамсыларым итеп алмаҡ булдым. Улар бер һүҙһеҙ риза булды. Ике уҡыу төркөмөн өскә бүлдек тә айырым-айырым маршрут билдәләнек. Өс төркөмсәлә лә “йәнгүзәл”селәр бар. Шулар нигеҙендә өс “Йәнгүзәл” хасил булды. Ни өсөн тигәндә, Тарихи Башҡортостандың республикабыҙ сигенең тышында ҡалған аҫаба ерҙәрендә йәшәүсе ҡәрҙәштәребеҙҙе моңобоҙ, бейеүҙәребеҙ менән ҡыуандырайыҡ, тип уйланыҡ. Ҡурайсыларыбыҙ бар, думбрасыбыҙ бар. Гармунды уйнамаған кеше юҡ. Ҡыҙҙарыбыҙ – торғаны менән ҡумыҙсы.
Ауыл һайын тиерлек концерт ҡуйып, үҙебеҙ менән таныштырабыҙ. Ниндәй маҡсат менән йөрөүебеҙҙе, фольклор йыйыуҙың дәүләт әһәмиәтендәге эш икәнен аңлатабыҙ. Юлай – үҙенең “Йәнгүзәл”енең сығышы алдынан, Нәфисә, үҙенекеләр сәхнәгә сыҡҡансы, шулай итте. Минән дә эш ҡалманы. Милли моңға һыуһаған ҡәрҙәштәребеҙ ҡайҙа ла “йәнгүзәл”дәрҙең сығышын йылы ҡабул итте. Шулай урындағы халыҡ менән бәйләнеш урынлаштырып, белгән йыр, бәйет, ҡарһүҙ (эпос, әкиәт, риүәйәт) һәм башҡаһын хәтерләй торорға заказ биреүебеҙ үҙенекен итте. Эшебеҙ уңышлы барҙы.
Туҡталышта автобус көткәндә лә, буш майҙансыҡ осрағанда ла, Рөстәм ҡурайын шыжлатып ебәреүе була – үтеп барыусы үталмай, ҡайтып барыусы ҡайталмай, туҡталып, тыңлар булды. Бына шул сәйәхәт көндәлегенән бер өҙөк: “1989 йыл, 1 июль. Июнь дә үтте. Йәйҙең йәмле мәле, хуш... Һарыҡташтан автобуста Ырымурға ҡарай юл тоттоҡ. Эҫе. Бешерә генә. Ырымбурға килеп етеү менән, әйберҙәребеҙҙе тимер юл вокзалындағы һаҡлау камераларында ҡалдырҙыҡ та, һыптағай ғына ҡала күрергә сыҡтыҡ. Телефондан һөйләшеп, Ибраһимов Альберт менән осрашырға һүҙ ҡуйышҡайныҡ. Универмаг янында осраштыҡ та уға Өфөнән алып килгән китаптарҙы тапшырҙыҡ. Шунан Каруанһарайға юл тоттоҡ.
Бына ул, башҡорт халҡының әсе тире, әсе күҙ йәше, ҡайнар ҡаны иҫәбенә төҙөлгән ҡомартҡы! Хәҙер бында геологтар урынлашҡан. Планетарий ҙа ошонда икән.
Беҙҙе эскә индермәнеләр. Тимер ҡапҡа беҙгә – ситлек, Каруанһарайыбыҙ ситлектәге тотҡон кеүек тойолдо. Уны тыштан ғына урап сыҡтыҡ та арттағы сквер кеүек урындағы эстрада сәхнәһе алдындағы эскәмйәләргә барып ултырҙыҡ. Рөстәм Рәжәпов менән Илһам Килмөхәмәтов сәхнәгә күтәрелделәр ҙә ҡурай уйнай башланылар. Зәлиә менән Гөлдәр бейергә тотондо.
Үткән-һүткән туҡтай бирә лә ары китә, туҡтай бирә лә ары китә. Бына бер саҡ өс йәштәр самаһындағы ҡыҙ етәкләгән өлкән генә бер ҡатын пәйҙә булды. Ҡыҙыҡай тартҡылашты-тартҡылашты ла, етәкләүсенең ҡулынан ысҡынып, ҡурай яңғыраған яҡҡа ынтылды.
Егеттәрем уйнауҙан туҡтағайны, теге ҡатын беҙгә яҡыныраҡ килде. Килде лә:
– Здравствуйте! Исәнмесез! – тине.
– Һаумыһығыҙ!
– Я сама – татарка, – тине апай руссалап. – Союзда тәү тапкырмын. Туган моңнарны ишеткән юк. Бу нәрсә курай була торганныр инде?
– Эйе...
– Жигетләр, уйнагыз әле тагын да, – тине ҡатын бойоҡ ҡына итеп.
Егеттәрем ялындыра торғандарҙан түгел. Ят апайҙың заказы буйынса, берсә “Ҡара урман”ды, берсә “Урал”ды яңғыратты. Таныш булмаған апайыбыҙ, беҙҙең рәткә ултырып тороп уларҙы ихлас тыңланы ла:
– Рәхмәт! – тине, күҙ йәштәрен һөртә-һөртә. Ейәнсәре булдымы, кеме, теге ҡыҙыҡай, уға ҡарап аптырап ҡалды... Апай уны етәккә алды ла, ҡулъяулығы менән йөҙөн ҡаплаған килеш, төртә-төртә баҫып ҡыуаҡ араһына инеп күҙҙән юғалды... Туған моңдар илен илһерәп ят ерҙәрҙән ҡайтыусыны бына нишләтә. Барыбыҙ ҙа бер аҙға шымып ҡалдыҡ”.
Ғәйнәләр менән осрашҡанда
1994 йылдың ямғырлы йәйе тыуҙы. Төпһөҙ мискәнән ҡойолоп торған һыуҙы хәтерләтеп яуған ямғыр ҡасан туҡтай инде тип, көтөп торманыҡ. Инде мин эшләгән Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты (ТТӘИ) аспиранттары булыуға өлгәшкән Рөстәм менән Артур һәм мин, телевидениенан Тупиков тигән операторҙы алып, Пермь өлкәһенең Барҙа районында йәшәүсе аҫабаларыбыҙ – Ғәйнә башҡорттары фольклорын йыйырға экспедицияға сыҡтыҡ. Алдан һөйләшкәнсә, Тәтешле районы Бәҙрәш ауылында туҡтап, командабыҙға Рауил Исламшинды алдыҡ. Ул ҡасандыр Барҙа районы гәзитендә эшләгән икән. Был яҡты яҡшы белә. Ҡыҫҡаһы, Рөстәм әйтмешләй, ул беҙҙең өсөн Иван Сусанин ролен атҡарҙы. Уның әйтеүенсә, Октябрь районында бер изге таш бар. Ундағы ағастар ҙа изге иҫәпләнә. Уларҙы берәү ҙә ҡырҡмай. Тамырында ултырған килеш йығылып, серей. Әммә тейеүсе юҡ икән.
Беҙҙең изге ташҡа барасағыбыҙҙы белгәс, урындағы Башҡорт Вангаһы – башҡортҡа кейәүгә сығып, Баныу Вәлиева тип исем алып, үҙен башҡорт тип иҫәпләүсе 74 йәшлек удмурт сығышлы күрәҙәсе беҙгә: “Һеҙ ул ташты табыуын табырһығыҙ. Тик ауырлыҡ менән. Уның нигеҙендә йәшел үләндәр аша мин ғәрәп хәрефле яҙмаға оҡшаған һыҙыҡтар күрәм”, – тигәйне, үҙенең ҙур көмөш тәңкәһенә ҡарап. Баныу апай менән осрашҡандан һуң, Рөстәм:
– Әйҙә, бөтәбеҙ ҙә магазиндан резина итек алып кейәбеҙ, – тигәйне, командам бер тауыштан риза булды.
Алтмыш саҡрымдағы ташҡа туп-тура алып бара торған юл тракторҙа ғына үтерлек булғас, бороу булһа ла, таш юлдан ике йөҙ саҡрым үттек. Ҡая-таш күренгәс тә, унда барып етеү өсөн, бойҙай баҫыуын аша сығырға кәрәк. Ана шунда, ҡыйынлыҡ тип Баныу апай ниҙе күҙ уңында тотҡанына, Рөстәмдең бик аҡыллы тәҡдим индергәненә төшөндөк тә инде. Ямғыр, әйтерһең, шәбәйгәндән-шәбәйә генә бара. Игенде йырып, илле аҙым үтәбеҙме-юҡмы – итектәребеҙ һыу менән тула ла ҡуя. Уны түгәбеҙ ҙә тағы атлайбыҙ – итектәр йәнә тула... Хатта әллә изге таш: “Арағыҙҙа гонаһлы бар”, – тип әйтергә теләйме, тигән уй килә башҡа. Тырыша торғас, барып еттек Рауил дуҫтың Изге таш тигәненә. Мин, ул берәй айырым ятҡан таштыр, тип уйлаһам, баҡтиһәң, йыуан бағананы хәтерләтеп, ҡаянан айырыла биреп торған илле метр бейеклеге самаһындағы таш, имеш. Ҡаяның түбәһенә менәбеҙ. Рауил дуҫ аңлатма бирә:
– Был таштың башы ла булған. Ситтән ҡарағанда, ул таҡыр башлы кешегә оҡшап торған. Йәшен атҡан. Изге таштың башы аҫҡа тәгәрәп киткән...
Рөстәм:
– Бәлки, был ҡая-таш үҙ ғүмерендә ҡурай моңон ишетмәгәндер ҙә әле, – тине лә ҡуйынынан сығарып, зонтик аҫтында тороп, ҡурайында “Урал”ды уйнап ебәрҙе. Операторыбыҙ Тупиков, ошо сихри мәлде мәңгеләштереү сараһын хәстәрләргә тотондо. Ҡалғандарыбыҙ ҡурай моңона ойоп тын ҡалдыҡ.
– Әйҙәгеҙ, Башҡорт Вангаһы әйткән яҙманы ҡарайбыҙ, – тинем ахырҙа.
– Әгәр ҙә ғәрәп хәрефле булһа, уҡыйым мин уны, – тине Рөстәм. Уның бындай һөнәре булыуына шик белдереүсе булманы. Сөнки юл буйы хәтирәләр менән уртаҡлашҡандан шуны белә инек: уның олатаһы мулла булған да ейәнен кесе йәштән доға-аяттар уҡырға өйрәткән.
Беҙ, ҡая башынан төшөп, “бағана” төбөн тикшермәк булдыҡ. Тик был теләкте бойомға ашырыу мөмкин булманы. Сөнки уның ер менән тоташҡан өлөшө өйөп, һылап ҡуйған һымаҡ, тупраҡ менән ҡапланған ине. Аҙаҡ бер осрашҡанда Баныу апай хәйләкәр генә йылмайып:
– Шунан, теге таш төбөндәге яҙманы күрҙегеҙме? – тип һораны.
– Һеҙ бит, яҙмаға оҡшаған һыҙыҡтар бар, тип кенә әйттегеҙ. Табаһығыҙ, тимәнегеҙ ҙә инде, – тигәйнем, көлгән булды.
...Ғәйнәләр, туғандарылай күреп, беҙҙе ихлас ҡаршыланы. Хакимиәт башлығы Р. Исмәғилевтың үтенесе буйынса, беҙгә торор урын бирҙеләр. Ашаттылар, эсерҙеләр. Беҙ ҙә яуапһыҙ ҡалманыҡ. Татарстандан килгән концерт бригадаһына ҡушылып, Рөстәм өҙҙөрөп башҡорттоң оҙон-оҙон көйҙәрен уйнаны. Артур думбра сиртте. Мин иһә был яҡтарға килеү маҡсатыбыҙҙы аңлаттым. Был урындағы халыҡ менән бәйләнеш урынлаштырырға ярҙам итте.
Төркиәгә сәйәхәт
2006 йылдың ямғырлы мәлендә миңә Рөстәм менән тағы ла бер сәйәхәт ҡылыу насип булды. Дөрөҫөрәге, был юлы сәфәр ҡылмаға беҙ өсәү сыҡтыҡ. БДУ буйынса Рөстәмдең шәриҡтәше, Анкарала уҡып төрөк телен төптән өйрәнгән Ғәйнислам Ибраһимов та беҙгә сәфәрҙәш. Измирҙағы Эгей университеты ойошторған конференцияла ҡатнашырға тейеш инек. Истанбулда туҡтап, баш-күҙ алдыҡ. Беҙҙе райондашым Азат Ҡолдәүләтов үҙенә алып ҡайтты. Ул бында уҡып, саха-яҡут ҡыҙы менән никахлашып (ул килен үҙенә Сәлимә тип исем ҡуштырған), ошонда эшҡыуар булып эшләй икән.
Истанбул буйлап йөрөп ятабыҙ. Беҙҙең иғтибарҙы бер мәсет ылыҡтырҙы.
– Әйҙә, бынауы мәсеттең эсен күреп сығайыҡ, – тине Рөстәм.
– Әйҙә, – тип, мәсеткә яҡын килһәк, баҡсаланған ихатаһында мәрмәр бағаналар ултыра. Яҡшылап ҡараһаҡ – улар ҡәбер таштары, имеш.
Рөстәм бында гүр эйәһе булыусыларға аят бағышланы. Шунан мәсеткә ингән ерҙә генә вахтер кеүек ултырған ирекәйгә хәйер биргәйне, беҙ ҙә шулай иттек. Ағай беҙгә аят бағышланы.
Мәсеткә инһәк – яландай иҙән тик келәмдән генә тора. Халыҡ күп түгел. Тегендә-бында ғына намаҙ уҡып ултыралар. Бер яры борҡолдоғо сығарып төтөн һуралар. Тамаша ҡылып ҡарап торҙоҡ та, сығып киттек.
Осаҡ (төрөктәр самолетты шулай ти) менән Измирға килһәк, беҙҙе университеттың бөтә уңайлыҡтары булған ҡунаҡханаһына урынлаштырҙылар. Ресторанда бушлай ашаталар. Швед табыны. Ни теләһәң, шуны аша ла эс. Бына хилеүәт донъя.
Конференция Измирҙан ситтә, Шишмә тигән районда үтте. Бында беҙ өсәү сығыш яһап, бассейнда йөҙөп, саунала ҡыҙынып алғас, Рөстәм:
– Мөхтәр ағай Сәғитов Измирҙа һәләк булған бит инде. Әйҙәгеҙ, шул урынға. Шуны күреп, Мөхтәр ағайҙы иҫкә алып, уның рухына аят уҡырбыҙ, – тине. Ғәйнислам менән мин ни – ике ҡанат, бер ҡойроҡ.
– Киттек!
Измирға ҡайтыусы бер автобус беҙҙе университетҡа илтеп тә ҡуйҙы. Хәҙер юлды һорашабыҙ ҙа, машина алып, һә тигәнсе барып күрәбеҙ ҙә тегендә кире китәбеҙ, тип торһаҡ, көтә бирергә ҡуштылар. Ярты сәғәт көтәбеҙ, бер сәғәт, ике сәғәт. Тағы һорашһаҡ:
– Ул яҡҡа юл ябыҡ. Ремонт, – тинеләр. Беҙҙең аңлауыбыҙса, Рәсәйҙән килеүселәргә Мөхтәр Сәғитовтың һәләк булған урынын күрһәтеү – тыйылған ғәмәл, тигәндәрҙер, моғайын, именлек һағында тороусы компетентлы урындарҙан.
Измирҙан ҡайтышлай, тағы ла рәхмәт төшкөрө, Азаттарға барҙыҡ. Яҡташым беҙҙе һөйөнсөләп ҡаршы алды:
– Беҙ дүртәүҙе Ураллы ағай көтә!
Беҙ быға ныҡ ҡыуандыҡ.
– Көткәс ни, барабыҙ инде, – тинек. Рөстәм иһә:
– Ураллы менән күрешеү – күптәнге хыялым! Ул бит беҙҙең Иглин иленең күршеһенән генә, Нуриман районынан. Әхмәт ағай, ҡыҙы яңыраҡ беҙҙең институтта булып киткәйне бит. Уны шунан белдем, – тип, ыуаланып, хатта һикереп төшөрҙәй булды.
Урал ағай ихатаһы артыҡ ҙур булмаған айырым йортта йәшәй икән.
– Әйҙүк, туғандар. Килерҫеҙме, килмәҫҫеҙме, тип икеләнеп ултыра инем әле. Рәхмәт инде! – тип, мең ҡәүеме һөйләшенсә әйтеп, беҙҙе ҡыуанып ҡаршы алды.
Сәй эсә-эсә, Ураллы ағай менән байтаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙыҡ. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. Бик ҡаты яраланған. Шул арҡала әсирлеккә юлыҡҡан икән. Һуғыш бөтөүгә, унан ҡотола. Ләкин илгә ҡайтмай. Сөнки бында әсирҙәрҙе немецтыҡынан кәм булмаған концлагерға ябыуҙары, ыҙалатыуҙары хаҡында ишетеп, Төркиәлә төпләнергә ҡарар итә. Әммә илен онотмай. Рөстәмдән Иглин, Нуриман яҡтарындағы тормош хаҡында һорашып ултырҙы.
Беҙ килгәндә, ҡыҙы өйҙә юҡ ине. Уның менән осрашыу насип булманы.
Студент Рөстәм Рәжәпов
факультеттың ғилми
Советы ағзаһы
Университетта уҡыуының тәүге көндәренән үк Рөстәм үҙенең әүҙемлеге менән иғтибарҙы тартҡайны. Ул уҡыған төркөмдөң кураторы булараҡ шуны әйтә алам: уҡыуҙа өлгөлө булды, ниндәй йомош ҡушһаң да, аптырап тормаҫ, уны үтәмәү өсөн һылтау табырға ла маташмаҫ ине. Йәмәғәт эштәрен дә ихлас башҡара торғайны. Шуның ике миҫалы. “Йәнгүзәл” фольклор ансамблендә әүҙем ҡатнашып, тамашасыларҙы халҡыбыҙ ижадының күркәм өлгөләре менән таныштырыуы, бигерәк тә ҡурайының моңо, ҡобайыр башҡарып, онотолоп барған ошо жанрҙың йәнләнеүенә өлөш индереүе – үҙе ни тора. Дөрөҫөн әйткәндә, ошо егет “Йәнгүзәл”дең йәне лә, йәме лә ине.
Икенсе миҫалым шул. Бер саҡ данлыҡлы ҡурайсыбыҙ булып танылған Башҡортостандың халыҡ артисы, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Республикабыҙҙың Салауат Юлаев премияһы лауреаты Юлай Ғәйнетдинов мине Башҡортостан теле-радио-компанияһында үҙе етәкселек иткән “Хазина” редакцияһы менән хеҙмәттәшлек итергә саҡырҙы. Миңә “Сәсән” рубрикаһын алып барыу йөкмәтелде. Байтаҡ йылдар эфирға ай һайын сыҡҡан ошо тапшырыуҙарҙа баштан алып Рөстәм ҡурайы менән, Артур думбраһы менән даими рәүештә ҡатнаша килде. Ике тармаҡтағы әүҙемлеге менән дә Рөстәм үҙен сәсәндәребеҙҙең ижадын, халҡыбыҙҙың һүҙ һәм музыка сәнғәтен пропагандалаусы итеп танытты.
Рөстәмдәрҙең төркөмө университетта уҡый башлаған дәүер хәҙер инде ғәмәлдән сыҡҡан күренеш кеүек һирәк кенә телгә алынған, ысынында онотола башлаған демократия төшөнсәһе үҙ көсөнә ингән дәүергә тура килде. Уның йылы еле БДУ-ға һуғылды. Шуның ыңғай шауҡымы факультетыбыҙ тормошонда ла сағылыш тапты. Был урында мин бер генә фактҡа иғтибар иттермәксемен. Бығаса тарихта булмағанса, факультетыбыҙҙың ғилми советына алдынғы студенттарҙы ла индереү мөмкинлеге тыуҙы. Уҡыу алдынғыһы, әүҙем йәмәғәтсе булараҡ, икенсе курс студенты Рөстәм Рәжәповтың урыны шунда тип табылды.
Яңы демократияның университет вариантының бер үҙенсәлеге шунда ине. Берлин ҡалаһындағы стена емерелеүен хәтерләтеп, студент менән уҡытыусы араһында сиктәр юйыла башлағандай итте. Һәр хәлдә, үҙ-ара мөнәсәбәт, уҡыу-уҡытыу проблемалары тәңгәлендә. Хәҙер тәнҡит тигән нәмә уҡытыусының студентҡа ҡарата ҡуллана торған “ҡорал” булыуҙан туҡтап, уҡытыусы хаҡында студент та ҡурҡмай әйтә алырлыҡ форсатҡа әүерелде. Уҡыу алдынғыһы Рөстәм Рәжәпов, ҡойроҡ болғамай, кемдең кем булыуына ҡарамай, аҡты – аҡ, ҡараны – ҡара, төҫһөҙҙө төҫһөҙ тип әйтә белгән егет ине.
Бына факультет советының сираттағы ултырышы бара. Был юлайы факультетта өлгәш мәсьәләһенең торошо тикшереүгә ҡуйылған ине. Бындай саҡта һүҙ, ғәҙәттә, ниндәй уҡыу төркөмө, ҡайһы студенттар өлгө алырлыҡ, шул турала бара-бара ла, кемдәрҙән нисек ҡотолоу зарурлығы бар, шул тема өҫтөнлөк алыр ине. “Бигерәк тә ниндәй предметтан артта һөйрәлә” мәсьәләһе күтәрелә биреп ҡуйһа ла, ел-ямғыр уҡытыусыны урап үтеүсән ине.
Был юлы улай булманы. Доцент, профессура, өйрәнгән һуҡмаҡтан сыҡмаҫҡа тырышҡандай булып, сығыш яһап тынысланыуға, трибунаға Рөстәм Рәжәпов сыҡты һәм, исемләп-исемләп ҡайһы уҡытыусының дәресе бушаҡ, зиһен туҡланырлыҡ ризыҡ бирмәй, дәрестәренең өйрәнелә торған предмет менән уртаҡлығы булмаған нәмәләр иҫәбенә тултырылыуын ярып әйтте лә, ундай дәрестәргә студенттарҙың илке-һалҡы ҡарауын билдәләп:
– Шул уҡ ваҡытта етди уйландыра торған тәрән фекерле лекция уҡыусыларыбыҙ ҙа юҡ түгел. Мин, мәҫәлән, доцент Ғиниәтулла Сәфиулла улы Ҡунафиндың дәрестәренә мүкәйләп булһа ла килер инем, – тип тамамланы сығышын.
– ?
Ултырыш залы шым булды. Кемдеңдер йөҙө балҡыны, ҡайһыларының башы эйелде. Шул тынлыҡты кемеһенеңдер тәрән һулап әйтелгән:
– Дә-ә-ә, – тигәне генә бүлде.
Шул йыйында ҡатнаша алмаған, ләкин үҙ адресына тәғәйенләнгән тәнҡитте кеше аша ишеткән бер уҡытыусы иртәгәһенә үк миңә килде лә:
– Кем һуң һинең шул Рәжәповың?! – тине. “Һинең шул Рәжәповың” тигәндең “һин кураторлыҡ иткән төркөмдөң студенты”, “Йәнгүзәл” ансамблеңдең солисы” тигәнде үҙ эсенә алғанын аңлағанһығыҙҙыр, тим.
– Шәп студент ул. Уға ҡаты ҡағылмауың, ҡыулашмауың хәйерле. Юҡһа, уның әсе тәнҡитен үҙ ҡолаҡтарың менән ишетеүең бар. Был – берҙән. Икенсенән, ул донъяға мәленән алда тыуған. Тыумыштан йөрәк сиренән интегә, йәғни порок сердца...
Һүҙ шуның менән бөттө.
ғилми эшмәкәрлеге
Университетты тамамлағас та, Рөстәм Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында асылған аспирантураға инде. Унда ул академик Ғайса Хөсәйенов етәкселегендә “Урал батыр” эпосы буйынса кандидатлыҡ диссертацияһы яҙырға тейеш ине. Ғәҙәте буйынса, был эшкә лә ул ихлас тотондо. Башҡорт эпосын алтай халыҡтары эпосы, донъя мифологияһы менән сағыштырма юҫыҡта яҙған өлөшөн миңә күрһәткәйне. Уҡып сыҡтым да бер аҙ редакторланым. “Диссертация яҡлағанында, монографияһы ла бар, тип әйтһендәр, исмаһам”, – тинем һәм Рөстәмде үҙемә авторҙаш итеп, шул яҙмаһын әҙерләнеп бөткән монографияма индерҙем. Шул саҡта Рөстәмемдең нисек шатланғанын күрһәгеҙ ине. Китап ике авторлыҡта “Башҡорт халҡының архаик эпосы” тигән исем менән 2000 йылда “Ғилем” нәшриәтендә донъя күрҙе.
Рөстәм диссертацияһын ваҡытынан алда тамамланы ла Ҡаҙанға барып, Ғ. Ибраһимов исемендәге Тел, әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлегендә тикшертте. Шунда хуплау һүҙен ишетеп, ҡанатланып ҡайтты Рөстәм... Тик, миңә аңлашылмаған сәбәптәр менән, яҡлауға сығыуҙы һуҙҙы ла һуҙҙы. Ҡаҙандар һораша, бынан яуап юҡ. Ҡаҙанға барған һайын институттың фольклор бүлеге мөдире профессор Фәтих Ибраһим улы Урманчеев: “Ҡайҙа булды Рәжәпов? Ниңә диссертацияһын яҡларға килмәй?” – тип һорай, мин үҙем белмәй инем уның ҡайҙалығын... Сөнки “Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы”ның Башҡарма комитетын етәкләргә ҡушылғас (икенсе төрлө быны Институттан китергә мәжбүр ителеү тип атарға ла була), исеменә – есеме, тигән кеүек, донъя мәшәҡәте баҫты, шул арҡала Рөстәм күҙ алдынан ысҡынды…
Ахырҙа иптәштәренән ҡайғылы хәбәр ишеттем. Бик, бик тә үкенесле. Уның йөҙөндә башҡорт фольклор ғилеме төплө белемле, киң һәм тәрән ғилми фекерле фән кандидатын ғына түгел, фән докторын да, профессорҙы ла юғалтты... Әгәр ҙә иҫән булһа, иманым камил, Федерациябыҙ кимәлендә “уникаль күренеш” тигән баһаға лайыҡ булған “Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының фольклорын өйрәнеү, тикшереү буйынса программа” (ул БР хөкүмәте тарафынан 2000 йылда уҡ раҫланған ине) хәҙерге һымаҡ, берсә дүрт тәгәрмәсе лә батҡаҡта бушҡа әйләнгән машинаны, берсә дүрт тояғы ла тышалған атты хәтерләтмәҫ ине. Ә ул “Программа” буйынса ТТӘИ “Башҡорт халыҡ ижады” тупламаһының яңы баҫмаһын 55 томлыҡ итеп планлаштырғайны. Сағыштырып ҡарағыҙ: 1972–1985 йылдарҙа сыҡҡан 18 томлыҡ туплама 13 йылда баҫылып бөтһә, 1995–2016 йылдар эсендә 55 томлыҡтың ни бары 13-ө генә донъя күрҙе. Ошондай тиҙлектә барһа, был эш 65 йылдар самаһы ваҡыт үтеүгә генә осланырға тейеш була. Көлөрлөк тә, иларлыҡ та. Әммә уға яуаплы эшмәкәрҙәр йә: “Ул тиклем томдар кәрәкмәй(?). Беҙгә 35–36 томлыҡ та еткән”(?), – тип хөкүмәткә хат яҙҙылар. Уныһы ла ғәмәлдә ғәмәлгә ашырылмай. Йә: “Финанс ҡытлығы”, – тип һылтауланылар. Шул уҡ ваҡытта шаулы төрлө ток-шоуҙарға, һатып алыусыларын тиҙ табып, “Китап” нәшриәтенә әҙме-күпме килем килтереүсе “Башҡорт халыҡ ижады” тупламаһынан айырмалы рәүештә, китап магазиндарында саң менән ҡапланып ятмалы баҫмалар (уларҙың ҡайһы берҙәре бер үк китаптың исеме үҙгәртелгән варианттарынан ғына ғибәрәт) сығарыуға аҡса табыла тора, табыла тора... Иманым камил, әгәр ҙә мәгәр Рөстәм Рәжәпов иҫән булһа, быға юл ҡуймаҫ ине: “Күршең һуҡыр булһа, күҙеңде ҡыҫ”, – тип әйтер ҙә халыҡ ижадын 100-әр томлыҡ туплама рәүешендә әҙерләгән ҡаҙаҡтарҙан (улар күптән нәшер ителгән), ҡарағалпаҡтарҙан (электрон вариантта) өлгө вә үрнәк алырға саҡырыр ҙа ең һыҙғанып үҙе шул эшкә тотонған булыр ине...
Альбина ҒАЙСИНА,
Зәки Вәлиди исемендәге республика Милли китапхана хеҙмәткәре.
Ул һаҡлаған ҡиммәттәр…
бөгөн тағы юғалырмы?
1994 йылда беҙ, Милли китапхананың төрлө бүлектәрендә эшләүсе биш китапханасы, иң аҫҡы ҡатта урынлашҡан бер кабинетты биләнек. Тиҙҙән беҙгә йәш, мөләйем егет, аспирант Рөстәм Рәжәпов ҡушылды. Шунда уҡ китапханаға, тормошобоҙға ла үҙенсәлекле эшсе, донъялағы һәр ваҡиғаға үҙ ҡарашы булған ҡыҙыҡлы шәхес килеп инеүен тойҙоҡ.
Рөстәм Фоат улы “тере энциклопедия” тип йөрөтөрлөк иҫ киткес феноменаль шәп хәтерле ине. Уның белеме университетта тупланған һәм уҡыған китаптарынан ғына алынған түгел. Рөстәм үҙе кеүек үк аҡыллы, белемле кешеләр менән аралашты, дуҫтары һәм хеҙмәттәштәре лә шундай булды. Беҙҙең һирәк осрай торған китаптар бүлегенә (уны һуңыраҡ үҙе булдырҙы) ниндәйҙер “дилетант” килеп инһә, Рөстәм уның менән ваҡыт үткәреп тормай, йомшартыбыраҡ әйткәндә, оҙатыу яғын ҡарай ине.
1996 йылдың башында Рөстәм: “Альбина Әхкәм ҡыҙы, мин китапханала яңы бүлек асам. Һеҙ минең менән эшләргә теләйһегеҙме?” – тип миңә һүҙ ҡушты. Әлбиттә, риза булдым, ошондай уникаль егет менән эшләүе үҙе бәхет. Яңылышманым. Тиҙҙән ул шундай уҡ уникаль коллектив тупланы: Илшат Камил улы Янбаев, Флүр Шәрифулла улы Сибәғәтов, Әмир Мисбах улы Ҡотлоәхмәтов. Ул саҡта был егеттәр БДУ-ның филология факультетын тамамлап ҡына торалар ине, хәҙер инде һәр ҡайһыһы үҙ университетында хөрмәтле уҡытыусы, уңышлы ғалим. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Әмир ҙә, беҙҙең Рөстәм кеүек үк, был донъянан иртә китте...
Һирәк осраған китаптар бүлегендә эшләй башлағас, Рөстәм беҙгә: “Ғәрәп шрифы менән яҙылған боронғо китаптарыбыҙҙы Сталин заманында ылау-ылау итеп йылғаға батырғандар йә утҡа яҡҡандар. Беҙҙең китапханала һаҡланғандары – шул байлыҡтан ҡалған бер өлөш кенә”, – тиер ине. Шуға ла Рөстәм дә, башҡа егеттәр ҙә был китаптарҙы – тарихыбыҙ менән мәҙәниәтебеҙҙе, милли байлығыбыҙҙы иғтибарлы һәм һаҡсыл рәүештә йыйып, бысраҡ подвалдарҙан алып сыҡты. Был баҫмаларҙың иң төп китапханабыҙҙың ғорурлығы икәнлеген аңлай инек, ошо китаптарһыҙ ул Милли була алмаҫ та ине.
Исемдәрен башҡортсаға йә кириллицаға тәржемә иткәндән һәм ҡулдан карточкалар тултырғандан һуң, баҫмалар элек махсус һаҡланған китаптар өсөн тәғәйенләнгән айырым ябыҡ бүлмәгә ҡуйылды. Улар өсөн шунан да яҡшыраҡ урындың булыуы ла мөмкин түгел ине...
Бөгөн иһә, 20 йылдан һуң, был китаптарҙың яҙмышы өсөн йән әсей. Был бүлмәгә XVIII быуатта сыҡҡан рус телле китаптар – Дашков коллекцияһы ташылды. Ул китаптарҙы фондта ҡасандыр үҙем табып, айырым стеллаждарға теҙҙем, был табышым хаҡында мәҡәләләр ҙә яҙғайным. Тик шул саҡта уларҙы, элекке хеҙмәттәштәрем тарафынан һаҡсыл йыйылған, ғәрәп шрифында яҙылған баҫмаларҙың урынын алыр, тип уйламағайным. Ғәрәпсә китаптарҙың бер өлөшө әлегә шул бүлмәлә ҡалды, бер өлөшө иһә рус фондына күсерелде. Дашков коллекцияһы өсөн айырым бүлмә кәрәклеге менән килешәм, быға һис кенә лә ҡаршы түгелмен. Тик уларҙың һаны аҙыраҡ (700 – 800 китап), шуға бәләкәсерәк бүлмәгә лә ҡуйырға була ине, ә ғәрәпсә боронғо китаптарҙың һаны – 13 мең. Һәр береһен берәмләп эҙләп табып, бер урынға туплаған ғәрәпсә китаптарҙы бөгөн ниңә бүлгеләргә?
“Сит илдә сыҡҡан ғәрәп графикаһындағы китаптарҙы сит ил китаптары бүлегенә күсерәбеҙ”, – бүлек мөдире шулай тип Мәскәүҙән килгән ҡунаҡтарға ниәтен аңлата. Тағы ла бүлергә! Әхмәтзәки Вәлидиҙең һәм Абдулҡадир Инандың китаптарын да шунда уҡ оҙатмаҡсы. Был китаптарҙы билдәле шәхестәребеҙҙең балалары бүләк иткәйне. Ҡаршы килеп маташыуыма мөдир: “Уларҙы бер кем дә уҡымай”, – тип яуап бирҙе. 20 йыл дауамында был бүлектә уҡыусыларҙы хеҙмәтләндергәнемдә минән, киреһенсә, бер тапҡыр ҙа тап Дашков коллекцияһын һораусы булманы. Студенттарға “ъ” хәрефе булмаған “яңыраҡ” китаптар кәрәк, XVIII быуатты уҡыған кеше юҡ... Ә бына ғәрәп графикаһындағы китаптар буйынса беҙҙең ғалимдар һәм студенттар ғына шөғөлләнеп ҡалмай, сит илдәрҙән – Япония, Төркиә, Ҡаҙағстан, Үзбәкстандан да ғалимдар танышырға килә ине. Рәжәпов һәм башҡа ғилми хеҙмәткәрҙәр ҡотҡарған китаптар яңынан дымлы подвалдарға төшөп ятып, “ғүмерен ҡыҫҡарта”, дөрөҫөн әйткәндә, сереп бөтә, тигән һүҙ.
Әйткәндәй, ҡасандыр беҙҙең бүлектә эшләгән ғилми хеҙмәткәрҙәр урынына хәҙер техник хеҙмәткәрҙәр эшләй. Китапханала махсус цифрлау бүлеге булыуға ҡарамаҫтан, улар китаптарҙы сканлау, таҙартыу һәм интернетҡа ҡуйыу менән шөғөлләнә. Әлеге хеҙмәткәрҙәр ғәрәп шрифында баҫылған китаптың ҡайһы яғынан тоторға ла белмәй, китаптарҙың ҡиммәтен дә аңламай.
Рөстәм Рәжәпов бүлеккә ғәрәпсә уҡый белгән, ә башҡорт телен һыу кеүек эскән ғилми хеҙмәткәрҙәр йыйғайны. Әлбиттә, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында һирәк осраған китаптар бүлеген етәкләрлек, белемле, ғәрәп шрифындағы китаптарҙың каталогын бөтә ҡағиҙәләре буйынса төҙөй белгән, был эштә ҙур тәжрибәһе булған ғилми хеҙмәткәрҙәр бар. Тик, нишләптер, уларҙы беҙгә алмайҙар...
1999 йылда Өфөлә Рөстәм Рәжәпов башланғысы буйынса һәм туранан-тура ҡатнашлығында ”ТЮРКСОЙ илдәре китапханалар фондтарындағы уникаль ҡулъяҙма китаптар” исемле Халыҡ-ара симпозиум уҙғарылды. Сараға әҙерләнгәндә ул бүлектең башҡа ғилми хеҙмәткәрҙәре менән Мөнир Һаҙыев һәм Ғабдрахман Фәхретдиновтың (Ризаитдин Фәхретдиновтың улы) “Башҡорттар тарихы”н башҡортсаға тәржемә итеп баҫтырҙы. Был китаптар конференцияла ҡатнашыусыларҙың барыһына ла таратылып бирелде. Ошо конференция иҫтәлеге булып бүлектең уҡыу залында әле лә төрөк дуҫтарыбыҙ бүләк иткән матур китап шкафтары тора.
Зәкирйән ӘМИНЕВ,
философия фәндәре кандидаты.
Балҡыр ҙа, ҡалҡыр ҙа
йәйғоро алда ине
Төп фәнни темам булған башҡорт мифологияһы буйынса нимәгә генә тотонһам да, Рөстәмде йыш ҡына иҫкә төшөрәм: “Эй, иртә китте ҡусты, башҡорт мифологияһына, фольклорына, тарихына ҡарата әллә күпме ҡыҙыҡ күҙәтеүҙәре, үҙенсәлекле фекерҙәре бар ине, бөтәһен дә үҙе менән алып китте шул”, – тип уфтанып ҡуям. Шуларҙы уйлайым да – беҙҙең башҡорт фәнендә Рөстәм Рәжәпов тигән үҙенсәлекле фекер йөрөтөүсе ғалим булғанын киләсәктә фән менән булышасаҡ ғалимдар, ғөмүмән, киләсәк быуын белергә тейеш, – тигән уй менән ҡулыма ҡәләм алдым.
Рөстәм был фани донъянан баҡыйлыҡҡа күсер алдынан аҙна-ун көн алда миңә: “ Ағай, һиңә килеп сыҡһам нисек була, ваҡытың бармы, эштә ултыраһыңмы?” – тип шылтыратты. Бынан алда күпмелер ваҡыт тауыш-тыны сыҡмай, шылтыратмай торғанға: “Ҡайҙа юғалып алдың ҡустым?” – тип һораша башлағас, “Ағай, бальниста ятып алдым, хәҙер килгәс һөйләрмен бөтәһен дә”, – тип телефонын һүндерҙе. Ул көнө мин Рөстәмде кискә тиклем эштә көтөп ултырҙым, әммә төрлө сәбәптәр арҡаһында килә алмауын, әле республика китапханаһында ултырыуын, унда эштәре барлығын әйтеп, иртәгә йәки ошо араларҙа, алдан шылтыратырмын да, килеп сығырмын, һөйләшәһе һүҙҙәр күбәйеп китте, ағай, тип хушлашты. Кем белгән был беҙҙең һуңғы һөйләшеү икәнен. Күп тә үтмәне, Рөстәм ҡустының беҙҙе мәңгегә ташлап китеү хәбәре килеп етте.
Башҡорт филология фәненә Рөстәм Рәжәпов тигән үҙенсәлекле фекер йөрөтөүсе ғалим килеүен уның студент сағында яҙған иң тәүге мәҡәләләре үк күрһәтте, тиһәм, яңылыш булмаҫ.
Рөстәм, ысынлап та, бик һәләтле егет ине. Иң тәүге мәҡәләһендә үк башҡорттоң мәшһүр “Урал батыр” эпосын Шумер, Вавилон, ғөмүмән, Яҡын Көнсығыш халыҡтары мифологияһы менән сағыштырып бик ҡыҙыҡ күҙәтеүҙәр яһап, уларҙы факттар менән төплө дәлилләп ҡуя. Был мәҡәләне уҡығас, беҙҙең фәнгә үҙ фекере булған, эҙләнеүсән кеше килеп инде, шикелле, тип ҡыуанғаным хәтерҙә. Мин ул ваҡытта Хәйбулла районында прокурор инем, Өфөгә командировкаға барғанда, редакцияға инеп, автор тураһында ныҡлап белешеп, адресын табып танышырға кәрәк, тигән фекергә килдем. Танышырға теләүемә минең дә студент йылдарынан алып башҡорт мифологияһы менән ныҡлап ҡыҙыҡһыныуым сәбәп ине.
Өфөлә Рөстәмде оҙаҡ эҙләргә тура килмәне. Баш ҡалаға бер килгәнемдә хәҙер инде күптән мәрхүм профессор-философ Дамир Жәүәт улы Вәлиев менән Салауат һәйкәле янында һөйләшеп йөрөгәндә беҙҙең эргәгә ихлас һәм алсаҡ йылмайып бер егет килеп ғалим менән һаулыҡ һорашты. Дамир ағай егетте:
– Бына, Зәкирйән ҡустым, Рөстәм Рәжәпов тигән егет булыр, тиҙҙән беҙҙең филология фәнендә үҙ урыны буласаҡ ғалим, – тип шаяртыбыраҡ әйтһә лә, ихтирам менән таныштырҙы. Шунан бергәләшеп йәйге кафеға инеп сәй эсеп, өсәүләп фольклор, мифология, этнография, тарих буйынса оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙыҡ. Шул һөйләшеп ултырғанда мин яңы танышымдың, йәш булыуына ҡарамаҫтан, ирекле фекер йөрөтә белеүен, фәндә инде күптән тапалып туҙып бөткән ҡараштарҙан азат булыуын, һәр нәмәгә үҙенең ҡарашы барлығын тойҙом. Уны Дамир Жәүәт улы кеүек оло ғалимдың эргәлә ултырыуы ла бигүк тартындырмай ине.
Рөстәм менән танышыу, ә аҙағыраҡ, йәш аралары ҙур ғына булһа ла, дуҫлыҡ шулай башланып китте.
Өфөгә икенсе килгәнемдә, алдан килешеү буйынса, Рөстәм минең фатирға килеп, китапханамдан фольклор, мифология буйынса элегерәк сыҡҡан үҙенә кәрәк китаптарҙы алып китте. Китаптарҙың ҡайһы берҙәрен уға бөтөнләйгә бүләк иттем, сөнки миңә ҡарағанда уға күберәк кәрәгерәк инеләр. Зарурлыҡ тыуһа, алып торормон, – тип килештек.
Өфөнән ситтәрәк йәшәһәм дә, эш буйынса ике-өс аҙнаға бер баш ҡалала булырға тура килә ине. Ошо килеп-китеп йөрөгәндә Рөстәм менән гел тиерлек күрешеп, фекер алышып торҙоҡ. Осрашҡан һайын ул башҡорт мифологияһына ҡағылышлы ҡыҙыҡ-ҡыҙыҡ күҙәтеүҙәре менән бүлешеп, ул мәсьәләләргә минең дә фекерҙе һорашып, әгәр үҙенеке менән тап килмәһә, бәхәсләшеп тә китер ине. Бәхәстә ҡайһы ваҡыттары – ул, ҡайһы ваҡыттары мин еңер инем. Иң мөһиме – тик үҙенекен генә һүҙ итергә тырышҡан ҡайһы берәүҙәр кеүек еңмешләнмәйенсә, бәхәс барышында кеше фекеренә ҡолаҡ һалып, әгәр икенсе төрлө фекер булһа, уның менән ризалаша ла белә ине. Фән кешеһе өсөн был бик тә мөһим, кәрәк сифаттыр.
Тиҙҙән прокуратурала эшемде төпләп, отставкаға сығып, Өфөгә күсеп килдем һәм күптән ынтылған фән юлына аяҡ баҫтым. Бынан һуң инде Рөстәм менән көн дә тигәндәй күрешеп, йәиһә телефондан һөйләшеп, фекер алышып торҙоҡ. Мин уның тиҙерәк кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлауын теләп ашыҡтыра инем. Ул көлөмһөрәп:
– Ағай, мин кандидат булғас һин мине нығыраҡ ихтирам итермен, тип уйлайһыңмы әллә, – тип төрттөрөр ине.
Фәнгә ул бик етди ҡараны һәм башҡорттоң боронғоһо тураһында өҫтән-мөҫтән яҙылған мәҡәләләрҙе ене һөймәҫ ине. Ошо етдилеге һәм ҡайһы саҡта уға йәшлек максимализмы ҡушылып китеп, Рөстәм башҡорт боронғолоғон боҙоп күрһәткән кешеләр менән ыҙғышып та китер ине. Ысын башҡорт холоҡло, ҡыҙыу ҡанлы егет ине шул үҙе.
Әхмәт ағай Сөләймәнов менән берлектә “Башҡорт халҡының архаик эпосы” тигән китабы донъя күргәс, уны миңә килтереп бүләк итеп китте.
Аҙағыраҡ Рөстәм “Башҡорт эпик ҡомартҡыларының мифологик нигеҙҙәре” тигән башҡорттоң иң боронғо дәүерҙәрен тәрәндән аңлап яҙылған, фактик материалдарға бик бай, халҡыбыҙҙың иң төпкөлдә ятып ҡалған тарихын аңлау өсөн бик тә кәрәк, бик тә мөһим китап баҫтырҙы. Бындайыраҡ китап башҡорттоң фольклорын, мифологияһын өйрәнеүселәр тарафынан күптән көтөлә ине. Сығыу менән ул тиҙ үк таралып та бөттө.
Рөстәмдең холҡон, эске донъяһын аңлар өсөн уның ата-әсәһе тураһында ла әйтеп китергә кәрәктер. Сөнки бала бит иң тәүҙә өйҙә формалаша, белем ала башлай. Тик шунан ғына оло донъяға аяҡ баҫа. Икебеҙ ҙә Черниковкала яҡын ғына йәшәгәс, Рөстәм атаһы һәм әсәһе менән дә таныштырҙы. Ағай ҙа, апай ҙа бик ихлас, асыҡ холоҡло башҡорт рухлы кешеләр булып сыҡты. Шундай рухлы атай-әсәй тәрбиәһендә үҫкән Рөстәмдең башҡорт филологияһы факультетына инеүе, әлбиттә, юҡтан түгел ине. Рөстәм ата-әсәһенә бик тә иғтибарлы, ихтирамлы булды. Сөнки миңә килеп оҙаҡлап китһә, өйөнә шылтыратып, үҙенең ҡайҙа, кемдә икәнен гел аңғартыр ине.
Университетты бөткәндән һуң, Рөстәм аспирантураға инеп, “Башҡорт эпик ҡомартҡыларының мифологик нигеҙҙәре” тигән темаға диссертация әҙерләй, үҙенең темаһы буйынса бер-бер артлы төплө мәҡәләләрен баҫтыра башланы.
Рөстәм ҡусты үтә ярҙамсыл да ине. Республика китапханаһында эшләгәнендә “Башҡорт фольклоры мәсьәләләре” буйынса конференция ойоштороп, йыйынтыҡ сығарып, унда минең ике мәҡәләмде баҫтырҙы. Ул кешенең уңыштарына ихлас ҡыуана белә ине. Был сифат бөтә кешегә лә бирелмәйҙер. Хәтеремдә: минең Памирҙа йәшәгән халыҡтар мифологияһы менән башҡорт мифологияһы араһындағы оҡшашлыҡтар тураһындағы мәҡәләмде уҡып сыҡҡан да, кисен шылтыратып:
– Ағай, ошо мәҡәләң бик мөһим, күптән көткән тема, тиҙ генә башҡортсаға тәржемә итеп киң ҡатлам уҡыусыға еткерергә кәрәк, тиҙләт әле шуны, – тип миңә йомош та ҡушып ҡуйҙы.
Рөстәмдең яҡшы сифаттары араһында дуҫтарына иғтибарлы булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алып китер инем. Төркиәгә стажировкаға барған сағында миңә “Төрки мифологияһы” һәм Зәки Вәлидиҙең “Уғыҙ дастаны” тигән әҫәрен алып ҡайтып бүләк итте.
“Йәшлек” гәзите аша Рөстәмдең эске донъяһының миңә билдәһеҙ тағы бер яғын асып аптырап та, ҡыуанып та ултырғаным хәтерҙә. 2005 йылдың август айында баҫылған бер һанында Рөстәмдең шиғырҙары донъя күргәйне. Уларҙы уҡып шундуҡ Рөстәмгә шылтыратып, әҙәбиәтсе булмаһам да, ябай башҡорт уҡыусыһы булараҡ, шиғырҙары тураһында уйҙарым менән уртаҡлаштым. Шиғырҙар ныҡ оҡшағайны. Ни өсөн? Үҙем дә аптыраным. Сөнки Рөстәмдә аналитик фекерләү, логика ныҡ көслө ине, шуға күрә уның хисле шиғырҙарын уҡыу минең өсөн асыш булды. Шиғырҙарында автор башҡорттоң данлы, шанлы үткәндәре менән ғорурланып, хәҙерге ауыр хәленә бошоноп, киләсәккә өмөт менән һуғарылған уйҙары менән уртаҡлаша. Тормош ығы-зығыһына батып, уларҙан нисек тә булһа ысҡынырға, ҡотолорға ынтылыуҙарын күрәбеҙ. Үҙенең киләсәген тойған кеүек үк, юғалтабыҙ ҙа юғалтабыҙ, ә табыштар бигерәк әҙ тип әсенә бер шиғырында. Рөстәмдең фәнни мәҡәләләрен яҡшы белгәнгә, уларҙы гел уҡып барғанға – табыштарың, асыштарың, ҡустым, улай уҡ әҙ түгел, тием хәҙер.
Фәндәге ҡыҫҡа ғына юлында Рөстәм Рәжәпов 50-нән ашыу мәҡәлә, ике китап баҫтырып өлгөрҙө. Улар башҡорт фольклорын, мифологияһын, философияһын өйрәнеүселәргә киләсәктә лә кәрәк буласаҡ әле. Бер шиғырында, йәйғор ҡалҡыр, тип өмөтләнә һәм Рөстәмдең яҙған фәнни хеҙмәттәре халҡының ошо йәйғорҙай балҡып күтәрелер заманын яҡынлатыуға хеҙмәт итер тип өмөтләнәм.
Ошо мәҡәләгә тотонорҙан бер көн алда, эштән ҡайтып барғанда тарихсы-ғалим танышым осрап, фекер алышып, әҙерәк һөйләшеп торҙоҡ. Һүҙгә һүҙ ялғанып, унда ла Рөстәмде иҫләп, фәнни мәҡәләләрен маҡтап, ҡыйыу, тос фекерле ғалим ине, тип иҫкә төшөрөп алдыҡ. Тимәк, Рөстәм Рәжәпов тигән башҡорт ғалимы фәнгә бағышланған ҡыҫҡа ғына ғүмере эсендә лә төплө фекерҙәре менән ғилем донъяһында үҙенсәлекле эҙ ҡалдыра алған, тиергә була, минеңсә.
“Башҡорттар тарихы”н Рөстәм Фоат улы һуңыраҡ руссаға ла тәржемә итте, ул китап булып баҫылып сыҡты. Унан тыш, ул иҫке төрки теленән хәҙерге башҡорт теленә тағы ла бер нисә китапты ауҙарҙы. Уларҙың береһе – башҡорт теле тураһында. Был китапты әҙерләгәндә беҙгә: “Башҡорт теле 1921 йылда уҡ дәүләт теле булып билдәләнгән. Был законды бер кем дә юҡҡа сығармаған”, – тине. Китап ул саҡтағы премьер-министр Р. И. Байдәүләтовтың баш һүҙе менән баҫылды.
Рөстәм Рәжәпов беҙҙең боронғо гәзиттәрҙә 1917 йылда Башҡорт Республикаһы ойошторолоуы хаҡында Башҡорт Хөкүмәтенең Ҡарарын табып, республика етәкселеген уның менән таныштырҙы. Был Ҡарарҙың күсермәһен ғорурланып күргәҙмәләргә ҡуя ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, гәзиттәрҙән ҡырҡып алынған ул өҙөктәр ҡайҙалыр юғалды...
Ғилми хеҙмәткәрҙәр менән бергә Рөстәм журнал мәҡәләләрен дә кириллицаға күсерҙе. Улар “Шура”, “Сәсән” журналдары мәҡәләләренә белешмә-күрһәткес сығара башланылар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уйлаған күп ниәттәрен Рөстәм аҙағына еткерә алманы. Йыйған мәғлүмәте докторлыҡ диссертацияһына етерлек булһа ла, филология фәндәре кандидаты дәрәжәһенә лә эйә булып өлгөрмәне.
Башҡорт һәм рус телдәренә тәржемә иткән китаптарынан тыш, гәзит һәм журнал биттәрендә беҙҙең фонд, башҡорт фольклоры хаҡындағы мәҡәләләре тороп ҡалды. 2003 йылда беҙ уның менән “Ағиҙел” журналының 80 йыллыҡ юбилейы айҡанлы журналдарға байҡау яһаныҡ. Ул 20-се йылдарға, журнал әле ғәрәп шрифында “Яңы юл” тип аталып сыҡҡан ваҡытҡа, күҙәтеү эшләне. Алыҫ йылдарҙа баҫылған әҫәрҙәргә ентекле анализ бирелде. Мин 30-сы йылдарға, журнал “Октябрь” булып сыҡҡан мәлдәргә “сәйәхәт” ҡылдым. Уның мәҡәләһе, тәбиғи, күләмлерәк һәм ҡыҙыҡлыраҡ ине. Ә 2000 йылда Рөстәм икебеҙҙең бер юлы республика гәзиттәрендә йыллыҡ лауреат итеп билдәләнеүебеҙ менән бик ҡәнәғәт булып йөрөнө. “Альбина апай, китапхана тарихында ундай хәлдең булғаны юҡ бит!” – тип һөйөндө ул саҡта.
Аҡыллы, эрудициялы, тәрән белеме менән әңгәмәсеһен ышандырырға һәләтле булды Рөстәм. Ә Башҡорт Республикаһының барлыҡҡа килеү тарихы хаҡында ул даталарҙы, көндәрҙе теүәл әйтеп һөйләй ала ине... “Мөғжизәләр яланы” тапшырыуының алып барыусыһы Леонид Якубович ниндәй һорауҙар биргәндер инде, иҫләмәйем, әммә Рөстәмдең һәр һорауға ауырлыҡһыҙ, төплө итеп яуап биргәне хәтерҙә. Ул саҡта еңел генә телевизор отоп алып ҡайтҡайны.
Ике тиҫтә йыл әүәл үҙе барлыҡҡа килтергән бүлектә эшләргә китапханасылар араһынан тап мине саҡырыуын яҙмыш бүләге тип ҡабул итәм һәм ҡыҙыҡ, аҡыллы кешеләр менән бергә эшләргә, аралашырға тура килеүе менән ғорурланам.
Материалдарҙы Мөнир ҠУНАФИН әҙерләне.