Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ул иртә китте
2 Март 2023, 10:45

Гөлнарҙың тормош хәҡиҡәте

Гөлнар Юлдыбаева бик емешле эшләгән ғалимә булды... Башҡорт фольклоры, халыҡ ижады, уларҙың үҙенсәлектәре, эпостар һәм уларҙы өйрәнеү, мифология, поэтика, халыҡ медицинаһы, башҡорт фольклорының хәҙерге торошо уның иң ныҡ шөғөлләнгән һәм өйрәнгән темалары ине.

Гөлнарҙың тормош хәҡиҡәте
Гөлнарҙың тормош хәҡиҡәте
Гөлнарҙың тормош хаҡиҡәте
 
Ҡыҙыҡ икән ул донъя. Ғүмереңдең бер өлөшөн эштә үткәреп, коллегалар менән аралашҡан осорҙа, улар менән бер ғаилә булып китәһең. Шундай яҡын дуҫтарым араһында йәш фольклорсы ғалимә, филиология фәндәре кандидаты, эпос белгесе, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының әйҙәүсе баш ғилми хеҙмәткәре Гөлнар Юлдыбаева ла бар ине.
 
Гөлнар 1976 йылда Ғафури районы Сәйетбаба ауылында Вилдан менән Тәскирә Юлдыбаевтар ғаиләһендә бишенсе бала булып донъяға килгән. 1994 йылда урта мәктәпте тамамлағас, БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факульте­тына ситтән тороп уҡырға инә. 1997 йылда Рәсәй фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтына эшкә килә һәм һуңғы көндәренәсә лаборант-тикшеренеүсе вазифаһынан алып әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәргәсә үҫеп етте. 2006 йылда Ҡазанда “«Урал батыр» эпосының сюжеты һәм стиле” темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡланы. Өс йөҙҙән ашыу ғилми хеҙмәт, мәҡәләләр, йыйынтыҡтар авторы булған ғалимәнең ғүмере 2020 йылдың 26 ноябрендә көтөлмәгәндә өҙөлдө... Яҙып бөтмәгән хеҙмәттәре, әйтеп өлгөрмәгән һүҙҙәре ҡалды, донъя күргәндәре иһә үҙенә һәйкәл булды.

Әйт, тиһәгеҙ, әйтәйем...

Шундай шәхестәр була: эргәһендә, үрҙә әйтелгәнсә, ғүмереңдең күп өлөшөн үткәреп тә, бер эш менән шөғөлләнеп тә, уны бөтөнләй белмәүеңде аңлайһың. Был тойғо, кеше ҡапыл ғына донъя ҡуйғас, йәнә лә көсәйә төшә... Сөнки баш баҫып, бөтә көсөн, тырышлығын һалып башҡарған эштәренең һөҙөмтәләре, ул киткәс, үтә лә сағыу күренә, үҙен һиҙҙертә, һәм һинең уны аҙ белеүең асыҡлына. Шунлыҡтан донъяның ғәҙелһеҙлеге, үкенесле булыуы юғалтыу ҡайғыһын йәнә көсәйтә һәм тәрәнәйтә.
Гөлнарҙың башҡарған эштәре, хеҙмәттәре аҙ булманы. Ғилми тикшеренеүҙәр менән бер рәттән уға, башҡа фольклорсы ғалимдар кеүек үк, экспедицияларҙа ла йөрөргә тура килде. 2003 йылдан алып утыҙға яҡын экспедицияларҙа ҡатнашып, шуның туғыҙында етәксе булып эшләп өлгөрҙө ул. Ә бөгөн экспедициялар Рәсәй фундаменталь тикшереүҙәр фонды гранттары финанс ярҙамында үткәрелеп килә. Йәғни грант отоу эше үҙе лә ҙур көс һәм таһыллыҡ талап итә. Гөлнар Юлдыбаева был юҫыҡта иң отҡор һәм сос эш иткән ғалимдар рәтенә инде. 2000 йылдан алып һәммәһе егерменән ашыу алған гранттың туғыҙын етәкләне, эште бөтә шартына тура килтереп башҡарҙы. Экспедициялар иһә Башҡортостан райондарына ғына түгел, башҡорттар күпләп йәшәгән сит төбәктәргә лә ойошторола. Бындай тикшереүҙәренең һөҙөмтәһе булып төрлө йылдарҙа теге йәки был район, төбәк фольклор материалдары тупланған йыйынтыҡтар донъя күреп килде, уларҙың алмаштырғыһыҙ төҙөүсеһе Гөлнар Юлдыбаева булды. Һөҙөмтәлә “Төньяҡ Башҡортостан башҡорттарының бөгөнгө фольклоры”, Балтас районы, Һарытау, Һамар, Силәбе, Ҡурған өлкәләре, Пермь крайы башҡорттары хаҡында йыйынтыҡтар нәшер ителде. Бынан тыш, үҙенең уңғанлығы һәм аралашыусан булыуы арҡаһында, уға башҡа, сит төбәк ғалимдары менән ойошторолған фольклор экспедиция­ларында ла ҡатнашыу бәхете тейҙе.
Гөлнарҙың ғүмере ҡыҫҡа булһа ла, ғилми тикшеренеүҙәре бихисап. Ул бик күп ғилми баҫмалар авторы, төрлө ғилми журналдарҙа, Рәсәй һәм Халыҡ-ара фәнни конференциялар йыйынтыҡтарында донъя күргән шаҡтай мәҡәләлә, 20-нән ашыу йыйынтыҡтың төҙөүсеһе... Быларҙың барыһы ла тота килеп, ҡапыл барлыҡҡа килмәне, барыһы ла тик ныҡышмалылыҡ, тырышлыҡ һөҙөмтәһе.
Гөлнар Юлдыбаева “Урал батыр” эпосын ныҡлап өйрәнеүсе йәш ғалимә булды. Уның “«Урал-батыр» эпосының сюжеты һәм стиле” тигән китабы шул эҙләнеүҙәренең мөһим һөҙөмтәһе ине. Был китапта ул эпик әҫәрҙе бығаса өйрәнгән ғалимдарҙың тикшеренеү һөҙөмтәләрен дөйөмләштереп, иң әүәл эпос мотивын, сюжетын, образдар системаһын, стиль үҙенсәлектәрен анализлап, билдәле бер мөһим һығымталарға килгәйне. Архаик эпос менән мауығыуы уны Мөхәмәтша Буранғолов тарафынан яҙып алынған һәм латин графикаһында машинкала баҫтырылып һаҡланған төп нөсхәнең факсимиль версияһын тәүгеләрҙән булып нәшер итеүгә килтерҙе. Гөлнар Юлдыбаеваның был проекты 2014 йылда донъя күрҙе. Был практик яҡтан да бик уңайлы булды ғалимдар өсөн. Билдәле булыуынса, М. Буранғолов ҡулы аҫтынан сыҡҡан нөсхә (йәғни Ишмөхәмәт Мырҙаҡаев менән Ғәбит Арғынбаев ише сәсәндәр ауыҙынан теркәлгән, латинса машинкала баҫтырылған текст күҙ уңында тотола) ҡат-ҡат ҡаралыу һөҙөмтәһендә, биттәре туҙып бөткәйне. Хәҙер иһә, Гөлнар Юлдыбаеваның эшмәкәрлеге арҡаһында, эпостың оригиналы китап булып таралды, ғалимдарға ла эште еңелләштерҙе, Аллаға шөкөр! Был ғалимәнең үҙен түгел, ә башҡаларҙы, киләсәк быуынды, халыҡты хәстәрләүе хаҡында һөйләй, әлбиттә.
Гөлнарҙың тырыш эшмәкәрлеген үҙе иҫән булғанда нәшер ителгән хеҙмәттәр генә раҫлап тормай икән. Үҙе яҡты донъяны ҡуйғас, шул асыҡланды: ҡасандыр төрлө ғилми журналдарға ебәрелгән бер нисә мәҡәләһе баҫылып сыҡты. Шулай уҡ Төркиәлә телгә алынған “«Урал-батыр» эпосының сюжеты һәм стиле” тигән монографияһының тулыландырылған икенсе баҫмаһы нәшер ителде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, китабының был баҫмаһын уға күрергә насип булманы. Уның инеш өлөшөндә Төркиә Республикаһы Фырат университеты профессоры, фән докторы Эрджан Алҡая бына нимә тип яҙғайны: “Гөлнар Юлдыбаеваның ошо китабының нәшер ителеү тарихы шунан башланды: төрки донъяһын ихлас яратҡан, киң ҡарашлы, алдан күрә белеүсе Kesit Yayınevi нәшриәтенең хужаһы, Сәәдетдин Баяраҡ, 2020 йылдың 20 ноябрендә миңә шылтыратты һәм төрки телдәрҙә яҙылған китаптар нәшер итергә теләген әйтте, уға был мәсьәләлә ярҙам итеүемде һораны. Мин, бөтә күңелдән был эшен ҡеүәтләп, Татарстан, Башҡортостан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан, Әзербайжан, Көнсығыш Төркөстандағы төрлө ғалим дуҫтарым менән бәйләнешкә инеп, баҫтырырға әҙер булған китаптары барлығын белештем.
20 ноябрҙә, йәғни шул уҡ көндө, хәбәрләшкән дуҫтарымдың береһе – ошо китаптың авторы, башҡорт фольклорсыһы, ғалимә Гөлнар Юлдыбаева ине. Төштән һуң, сәғәт өстәр тирәһендә уға үтенесемде яҙҙым, әҙер ҡулъяҙмаһы булһа, миңә ебәреүен һораным. Гөлнар Covid-19 менән ауырыуын, хәленең яҡшы түгеллеген, хатта тын алыуы ауыр булыуын белдерҙе, китапты ҡасанға тиклем әҙерләргә мөмкинлекте һорашты... Ике сәғәт тә үтмәне, вәғәҙә иткән тексы килде, бер сәғәттән “XXI быуат башында башҡорт эпик мираҫын өйрәнеү торошо” исемле бүлеген өҫтәп, был өлөштө баш һүҙҙән һуң урынлаштырыуымды һораны.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул көндө яҙған хәбәрҙәремә бүтәнсә яуап бирмәне ғалимә. Артабан бер нисә көндә лә һаулығын белешергә тип яҙған хәбәрҙәремә яуап булманы. 26 ноябрҙә иһә... кисен социаль селтәрҙән Гөлнар Юлдыбаеваның вафат булыуын белдем.
Гөлнар Юлдыбаева бик емешле эшләгән ғалимә булды... Башҡорт фольклоры, халыҡ ижады, уларҙың үҙенсәлектәре, эпостар һәм уларҙы өйрәнеү, мифология, поэтика, халыҡ медицинаһы, башҡорт фольклорының хәҙерге торошо уның иң ныҡ шөғөлләнгән һәм өйрәнгән темалары ине. Айырыуса баҫтырылған китап һәм мәҡәләләрендә “Урал батыр”, “Заятүләк менән Һыуһылыу” кеүек эпостарҙы тикшереүгә күп көс һалды”, – тип әлеге хеҙмәттең баҫтырылыу тарихын яҡтыртып, Гөлнарҙың ғилми эшмәкәрлегенә һоҡланыуын белдергәйне.
Беҙ иһә, Гөлнар менән һуңғы тын алышына тиклем тип әйтерлек яҙышып торһаҡ та, был хәлде белмәй инек. Бында уның баҫалҡылығы ла, сит илдә нәшер ителәсәге бәхете менән алдан бүлешергә тартыныуы ла күренә. Эрджан Алҡая менән яҡындан таныш булмағанлыҡтан, Гөлнар Юлдыбаеваның коллегаларын эҙләп, ул Ҡазан ғалимдарына мөрәжәғәт иткән һәм Татарстан фәндәр академияһы Ғ. Ибраһимов ис. Тел, әҙәбиәт һәм сәнғәт иститутының баш ғилми хеҙмәткәре, филология фәндәре докторы Лилиә Мөхәмәтйәноваға сыҡҡан. Уның аша был китаптың электрон вариантын ҡулға алыу бәхетенә ирештек.
Ғөмүмән, Гөлнар Вилдан ҡыҙы үҙе изге күңелле яҡшы кеше булғанлыҡтан, уның тормош юлына осраған кешеләр беҙҙең дә яҡшы дуҫҡа әйләнеп китә торғайны. Төрки донъяһын, фольклорын, мәҙәниәтен өйрәнгән ғалимдарҙың әйтеүенсә, күптәре төрлө Халыҡ-ара конференциялар мәлендә тик ана шул Гөлнар аша үҙ-ара танышып, күптән инде фәнни-ғәмәли бәйләнештәрҙе нығытҡандар. Уның тырышлығы һәм киң күңелле, аралашыусан булыуы күптәребеҙҙе китаптарынан ғына танып белгән алтай, ҡалмыҡ, хакас, ҡырғыҙ, үзбәк, әрмән кеүек һәм башҡа ғалимдар менән яҡынайтты, аралашыуға юл асты. Гөлнар үҙе лә, бәлки, аҙағынаса аңлап та өлгөрмәгәндер, әммә ул башҡорт ғалимдары менән төрки донъяһы эпосын өйрәнеүсе фольклорсылар араһын бәйләп нығытыусы бер сылбырға әүерелгәйне.

Тереләрҙең ҡәҙерен бел

Гөлнар Вилдан ҡыҙы яныбыҙҙа кисәге ябай ғына ауыл ҡыҙы итеп ҡабул ителә ине. Уның менән аралашыуы еңел булды. Гел йылмайып, көлөп хәбәр һөйләп, күңелеңде күрер, ҡайғың менән уртаҡлашыр, сетерекле мәсьәләләрҙә кәңәшенән ҡалдырмаҫ ярҙамсыл, миһырбанлы. Теле бай һәм мәғәнәле ине, әммә уның тәнҡит утына эләкһәң, түҙ ҙә тор! Үҙ ерендә

генә түгел, бөтә Рәсәй һәм унан ситтә йәшәгән төрки ғалимдарын берләштереп, уларға ла ярҙам ҡулы һуҙып тороуы менән бөтәһенең йөрәген яулаған кешене нисек шулай тиҙ генә оноторға мөмкин? Социаль селтәрҙәрҙә, төркөмдәрҙә хәҙер инде унһыҙ аралашҡанда, бөтәһе лә бер тауыштан тиерлек Гөлнарға арнап коллектив хеҙмәт булдырып, шуның менән яҡты иҫтәлеген мәңгелләштереү ниәте тыуҙы һәм ул бик уңышлы атҡарылды. Йыйынтыҡ “Евразия халыҡтары мәҙәниәтендә традициялар үҙенсәлеге: эпос, эпос ғилеме һәм сәсәнлек” тип аталды. Хеҙмәт эпосты өйрәнеү, ғилми тикшереү өлкәһенә, сәсәнлек сәнғәтенең үткәне, бөгөнгөһө һәм киләсәгенә бәйле проблемаларҙы, шулай уҡ, Гөлнар Юлдыба­еваның фәнгә индергән ҙур өлөшөн, уңыштарын яҡтыртҡан мәҡәләләрҙе үҙ эсенә ала. Коллектив монография йәш ғалимәнең фотоһүрәттәре, баҫылған хеҙмәттәренең күрһәткесе менән байытылды. Китап CD диск яҙмаһында ла донъя күрҙе.
Гөлнар Юлдыбаева республикабыҙҙа фольклорсы ғалимдарҙың аҙ булыуына борсолор ине. “Бына беҙ ҙә китеп бөтһәк, фән кемгә ҡалыр, кем халыҡ ижадын артабан өйрәнер?” – тип хафаланды. Ошо борсолоуҙар унда Өфөлә Йәш фольклорсылар мәктәбен булдырыу идеяһын тыуҙырҙы. Бындай эштәр күрше Ҡазанда күптән алып барыла. Шуны белеп, ул 2019 йылда Институттың фольклористика бүлеге аспиранты Марат Ғилмановты Ҡазанда үтәсәк сираттағы ошондай уҡ мәктәптә ҡатнашырға димләп, оҙатты. Егетебеҙ “Башҡорт халыҡ йырҙарында ир-ат образы” тигән темаға доклад яһап, “Ашҡаҙар” йырын башҡарып, шул йыр миҫалында проблемаһын асып, бындай саралар буйынса тәжрибә туплап ҡайтты. Тиҙҙән Ф. Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһында үткәрелгән ҡала фольклор фестивалендә Йәш фольклорсылар мәктәбе ойошторолдо. Унда ҡатнашыусылар халыҡ ижадын өйрәнеүҙең ҙур әһәмиәткә эйә булыуы хаҡында һөйләне.

Олоно – оло, кесене кесе итте ул...

“Урал-батыр” эпосы – Гөлнар Юлдыбаеваның фәнни эшмәкәрлегенең шишмә башы. Халҡыбыҙҙың ошо боронғо эпик ҡомартҡыларына һөйөүҙе ул шунан алғайны. Сөнки “Урал батыр”ҙың бөтә идея-эстетик үҙ аңы, идея-художестволы үҙенсәлеге ынйылай булып башҡа эпостарыбыҙға һибелгәйне, унда улар тағы ла сағыуыраҡ, баҙығыраҡ сағыла кеүек. Ошо хәҡиҡәтте һиҙгер күңелле йәш ғалимә күреп алды, шул юҫыҡта эҙләнеү-тикшеренеү эштәрен алып барҙы һәм шуны раҫланы. “Башҡорт хадыҡ ижады” күп томлыҡтар серияһына ингән “Заятүләк менән Һыуһылыу” эпосына арналған том өҫтөндә эшләгәндә, уның был уйы нығынды ғына. Һөҙөмтәлә, “Урал батыр” эпосы орбитаһында әйләнгән “Аҡбуҙат” эпосы менән бер рәттән “Заятүләк менән Һыуһылыу”ға ла мөрәжәғәт итте. Шул уҡ ваҡытта ул башҡа ҡобайырҙарыбыҙҙы, иртәктәребеҙҙе лә күҙ уңынан ысҡындырманы.
Гөлнар Юлдыбаева оло быуын ғалимдарының, коллегаларының абруйын яулаған ғалимә һаналды. Йәш ғалимдар, аспиранттар өсөн ул үҙе остаз ине, улай ғына ла түгел, дуҫ та булды, уларҙы ул ғилемдең, фольклористиканың асылына төшөндөрҙө, күҙҙәрендә нур балҡытты, үҙҙәренә маяҡ булды.
Төплө һәм емешле эшмәкәрлеге өсөн Гөлнар Вилдан ҡыҙы башҡа республикаларҙың, сит төбәктәрҙең, сит илдәрҙең байтаҡ маҡтау грамоталары менән бүләкләнде. Ғалимәнең эшмәкәрлеге баһаланып бөттөмө икән тигән уй тыуа. Шуға уның фиҙаҡәр хеҙмәттәре юғары исемгә лайыҡ булыуына өмөтөбөҙ ҙур.
Эпос донъяһын ныҡлы төшөнөп, уны төрлө яҡлап өйрәнеп өлгөргәйне Гөлнар һәм иң боронғоһо иҫәпләнгән “Урал-батыр” эпосын тормошоноң мөһим рухи ҡиммәте итеп һайлағайны. Ул олоно оло итте, уларҙан кәңәш алып йәшәне, үҙенән кеселәрҙе хөрмәтләне, уларҙы өйрәтеп, эштәрендә кәңәштәр бирҙе, баш баҫып халыҡ ижадын йыйып, өйрәнеп, ғилми әйләнешкә индереп, кире халыҡҡа ҡайтарырға ашыҡты. Гөлнарҙың тормош маҡсаты ла, хәҡиҡәте лә ошо ине...

Нәркәс ХӨББӨТДИНОВА, филология фәндәре докторы, РФА ӨФТҮ Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты баш ғилми хеҙмәткәре.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: