Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ул иртә китте
29 Март 2023, 16:09

Э-эй, Һағыш, күҙҙәремдә һинең сағылыш…

– Бөгөн үҙе килеп китте ул. Мин уға зачет та, имтихан да ҡуймайым. Миңә бары деканат аша ғына мөрәжәғәт итегеҙ! – тинем асыуланып.Был ир мине ишетмәй ҙә, үҙенекен һөйләп тик тора:– Ярай инде, Айһылыу Ғәлинуровна, ҡуйып ҡына ебәрегеҙ инде… Үҙегеҙгә бер ҡаҙ, бер өйрәк алып килермен…

Э-эй, Һағыш, күҙҙәремдә һинең сағылыш…
Э-эй, Һағыш, күҙҙәремдә һинең сағылыш…

БДУ-ның Бөрө филиалында эшләп йөрөгән саҡ… Эштән ҡайтып тәмләп сәй эсеп алғас, «Яңылыҡтар» тапшырыуын ҡарарға тип телевизор алдынан урын алып та өлгөрмәнем, бүлмәмдә урынлашҡан бар тынлыҡты, бар уңайлылыҡты боҙоп, кеҫә телефоны шылтыраны. Ир кеше минең менән татар телендә һөйләште:
– Һаумыһығыҙ! Һеҙ Айһылыу Ғәлинур ҡыҙы булаһығыҙмы?
– Эйе…
– Минең һеҙгә бер йомошом бар ине… Бына минең ҡыҙым һеҙҙә уҡып йөрөй, уға зачет ҡына ҡуйып ебәрә алмаҫһығыҙмы икән?
– Һорауҙарға әҙерләнһен дә килһен, – тип яуап бирҙем.
Ҡапыл иҫемә төштө: тап шул көндө бер «ҡойроҡло» студентка килеп йөрөгәйне. Теге ирҙән һорай ҡуйҙым, йәнәһе лә: шундай райондан, шундай фамилиялы студентка түгелме?
– Эйе, эйе! Ҡайҙан белдегеҙ? – тине, көлөмһөрәп, әңгәмәсем.
– Бөгөн үҙе килеп китте ул. Мин уға зачет та, имтихан да ҡуймайым. Миңә бары деканат аша ғына мөрәжәғәт итегеҙ! – тинем асыуланып.
Был ир мине ишетмәй ҙә, үҙенекен һөйләп тик тора:
– Ярай инде, Айһылыу Ғәлинуровна, ҡуйып ҡына ебәрегеҙ инде… Үҙегеҙгә бер ҡаҙ, бер өйрәк алып килермен…
– Оят түгелме һеҙгә? Бөттө, етте! Все, хватит! – ярһыуымдан хатта руссаға күсеп әрләй башланым.
Шул саҡ телефондан теге тауыш яғымлы төҫ алды:
– Йә, ҡыҙма инде, тыныслан… Йә, тыныслан, Айһылыу… Таныманыңмы ни? Был – мин, Ғилман бит…
Көс-хәл менән:
– Ғилма-а-ан, ни эшләүең был? – тип кенә һорай алдым, көтөлмәгәнлектән шаҡ ҡатҡайным.
– Ғәфү ит… Башҡа бер ҡасан да улай итеп шаяртмаҫмын. Үҙемдең телефонда аҡса бөткән, бер егеттекенән шылтыратырға булдым. Нисек итеп шаярта башлауымды үҙем дә һиҙмәй ҡалдым. Һин танымағас, миңә – ҡыҙыҡ. Артабан ни булыр икән, тип туҡтай алмайым. У-уф, хатта, үҙемдең башым ауырта башланы, – тип үкенгән һымаҡ итте. – Бында егеттәр, эстәрен тотоп, рәхәтләнеп көлдө. Э-эх, Ғилман ағай, ҡаҙ ҙа, өйрәк тә ашай алмайбыҙ икән, тиҙәр…
Был хәл, Ғилман менән никахҡа инеп, яңы йәшәй башлаған сағыбыҙҙа булды. Ул ваҡытта уға асыуым килһә лә, әле, ете йыл үткәс, киреһенсә, ошо хәлде иҫкә төшөрөп алырға яратам…
Беҙ өйләнешкәнгә тиклем бейемем, инсульт үткәреп, Ейәнсура район дауаханаһында ятты. Иҫһеҙ хәлдә ятҡан әсәләрен Ғилмандың бер туған апаһы Сәүиә ҡараны. Ғилман әсәһе эргәһенә ҡайтып, ул ятҡан палатала намаҙ ҡылып, доға уҡып йөрөнө. Һуңғараҡ Иҫәнғолда, Сәүиә апайҙарҙа торған бейем, Ғилман хәлен белешергә тип ҡайтһа, ул бәләкәй бала һымаҡ ҡыуанып, сумкаһына әйберҙәрен тултыра башламаһынмы! Тыуған йортома ҡайтабыҙ, тип уйланы инде. Ә Ғилман «юҡ» тине лә ҡуйҙы. Күренеп тора: үҙенең дә атай нигеҙенә ҡайтҡыһы килә, тик әжәл тырнағынан саҡ ҡотолған әсәһен йәлләй, яңғыҙы унда көн итә алмаясаҡ. Бейемдең шунда уҡ кәйефе төштө. Беҙ ҡатындар – мин, әсәйем, Сәүиә апай – уның кәйефе ҡырылыуын күтәрә алманыҡ. Үтәғолға алып ҡайтып, күрһәтеп килтерәйек, тип Ғилманды ризалаштырҙыҡ.
Хужаһыҙ етемһерәп ҡалған өйөнә ҡайтып инеү менән бейемем йәнләнеп китте. Бөтә әбейҙәр ҙә бер төрлө булалыр инде. Ул сепрәк-маҙарын алдына сығарып һалды ла шуларҙы тегеләй-былай әйләндереп ҡараны, береһен тәҫләне, икенсеһен тағатты. Беҙҙең менән төп йортҡа Ғилмандың ауылда йәшәгән бер туғандары Данил менән Мәрүән ағайҙар ҙа килгәйне. Данил ағай: «Әней, бына хеҙмәт кенәгәһе. Үҙең менән ал, бәлки, эшкә урынлашырға тура килер», – тип шаяртты. Бейем тынғыһыҙ, тиктормаҫ кеше бит инде.
Өйҙө бикләп сыҡҡас, Ғилман әсәһенә: «Йә, әней, доға ҡылып ал…» – тине лә үҙе ситкәрәк китте. Бейем, болдорға ултырып, доғаһын уҡып алды. Ҡапыл артҡа боролоп ҡараһам: Ғилмандың күҙенән борсаҡ-борсаҡ күҙ йәштәре тәгәрләй. Был уның үҙе ултыртҡан алмағастары, Ҡаҫмарты, өй алдындағы тирәктәре менән өнһөҙ генә хушлашыуы булған бит! Ә ноябрь айы… ҡояш нурына, йылыһына шундай йомарт ине…
Ошоларҙы яҙған сағымда, күңел йөйҙәрен аҡтарып, Ғилмандың «Бик болоҡһоу…» тип башланып киткән шиғыры үҙенән-үҙе иҫкә төшә:
Бик болоҡһоу.
Һуңғы япраҡтарҙың
алтындары еҙгә әйләнеп бара.
Өҙөк-өҙөк сылбырҙарын күктә
ялғамаҡсы ҡояш,
етмәй ара.

Урыҡ-һурыҡ ҡына ауаздарын
ишеткән йән әллә нишләп китә.
Ысынлап та ғүмеремдең көҙө
ошомо икән?!
Ниңә иртә етә?
Ҡоштар китә...
Ғилман төҙөлөштәге эшен ҡалдырманы. Бөрөнән Өфөгә йөрөп эшләне. Ул ауылдан килгән эшһеҙ, аҡсаһыҙ ир-егеттәрҙе эшкә урынлаштырыусы прораб ҡына булманы, ә уларҙы ағайҙарса ҡурсалаусы ла ине. Ҡайһы берәүҙәре эсеп ҡуймаһын, тип ҡурҡып торҙо. Эскән кеше эште урынына еткереп эшләмәй, унан килеп, бөтөнләй боҙоп ҡуйыуы ихтимал. Боҙған эште яңынан эшләргә кәрәк. Эш хаҡын алһалар, юлда уҡ эсеп бөтөрмәһендәр йә юғалтып ҡуймаһындар, тип борсолоп торған саҡтары ла булды. Юлға йөрөткән сумкаһында дүрт-биш ҡалын дәфтәре була торғайны. Шунда бөтәһен дә яҙып барҙы: күпме аҡса аванс ителеп бирелгән, күпмеһе аҙыҡ-түлек, тәмәке өсөн тотонолған. Әлбиттә, бындай яуаплылыҡ үҙенә лә күпме мәшәҡәт килтерҙе. Күпмелер ваҡыт уҙғас, эшеңде ташла, бында, Бөрөлә, табылыр әле, тип әйттем. Эшһеҙ, аҡсаһыҙ ҡалыуҙан ҡурҡты шул. Ә бер дәфтәргә, мөмкинлек булғанда, хис-тойғоларын, фекерҙәрен теркәп барыр ине.
Өфөнән ҡайтҡан сағында миңә тип китап һатып алырға ғәҙәтләнде. Сит ил әҙәбиәте өлгөләре. Шуның өсөн тыуған көнөмә лә унан бары китап ҡына көттөм. Шулай ҙа булды инде. Тыуған көнөмдә Өфөгә барҙым, Ғилман менән автовокзалда осраштыҡ. Автобусҡа инеп ултырыу менән, ул ике китап сығарҙы: Джером К. Джером һәм Хулио Кортасар әҫәрҙәре. Тәүҙә «Ғилман Ишкининдан» тип яҙып ҡултамғаһын ҡуйҙы, шунан ғына миңә бүләк итте. Берәй китап алып ҡайтһа: «Ошо китапты уҡып сыҡ та, шунан фекер алышырбыҙ», – ти торғайны. Ундай кеше тураһында, китап ене ҡағылған, тиҙәр. Китаптағы образдарҙы күңелендә йәшәтте, уйҙарында уларға мең-мең тапҡыр әйләнеп ҡайтты. Был хаҡта «Китаптарым» тигән шиғырынан ғына сығып аңларға ла була:
Китаптарым…
Йәл дә, йәл түгел дә,
таныштарым минең, дуҫтарым.
Оҙатыусы кеүек йөрөтәмен
ҡултығыма һеҙҙе ҡыҫтырып.
Һынауҙар ғына, һыҙланыуҙар ғына, һағыштар ғына кеше рухын үҫтерә, көслө итә, урау-урау юлдар аша Юғары Аң тигән бөйөк көскә килтерә… Ғилман Хоҙай Тәғәләгә яҡын булды, ауыр, ҡыйын булған саҡтарында тик уға ғына мөрәжәғәт итте, уға ғына ышанды. Ҡайҙа йөрөһә лә, шул урындағы мәсетте күрмәйенсә китмәй торғайны. Бер саҡ әсәйемдәргә ауылға ҡайттыҡ. Китергә тип юлға әҙерләнеп йөрөйбөҙ, кейенеп тышҡа сыҡһам, Ғилман юҡ. Ҡайҙа булды икән тип, машинала көтөп ултырған ағайымдан һорайым. Ул да күрмәй ҡалған. Ошо ваҡытта мәсеттән аҙан тауышы яңғыраны. Был – Ғилман ине. Беҙ ағайым менән бер-беребеҙгә ҡараштыҡ та йылмайышып ҡуйҙыҡ.
Бына нимә тип яҙа ул үҙе лә аҙан тауышы тураһында:
Мәсеттән аҙан тауышы
бәрелеп диуарҙарға
бейек йорттар араһында
ҡабаттан тыуырға әҙер.
Миңә танһыҡ.
Ҡабатлайым
эстән генә аҡшамды.
Инәлмәй ҙә, ҡыҫтамай ҙа
һорамай ул аҡсамды.
Үҙе миңә фатихаһын,
хәйерен биреп китә (шиғырҙан өҙөк).
Мин дә, ҡайһы саҡта уға эйәреп, Бөрө мәсетенә йөрөй торғайным. Бер шулай йома намаҙына барҙыҡ. Тышҡа сыҡҡас, Ғилман: «Бынау ингуш егеттәре минең менән килеп күреште. Ағай, беҙ һине Өфө мәсетендә күргәнебеҙ бар, тинеләр…» – тип, ҡыуанысын белдерҙе.
Һаҡал-мыйыҡ ебәреп, башына түбәтәй кейеп йөрөгән кешегә лә мөнәсәбәт төрлөсә: кемдер һоҡланып ҡарай, ә кемдер – сәйерһенеп. Ошо темаға бәйле бер ваҡиғаны иҫкә төшөрөп китмәйенсә булмаҫ. Ғилман эштән һуң ҡайтырға сыға, төньяҡ автовокзалға бара торған троллейбусты көтөп тора. Троллейбус килеп туҡтағас, бер урыҫ уны йыға яҙып ситкә этеп ебәрә. Етмәһә: «Чурка! Гнать надо вас всех!» – тип кәмһетә. Әммә Ғилман юғалып ҡала торған кеше түгел! Эскә уҙып ингәс, троллейбусты яңғыратып доғаһын уҡый ҙа, ҡысҡырып, Аллаһу әкбәр, тип әйтеп ҡуя. Теге кешенең асыуы нығыраҡ ҡабара. Ситтән күҙәтеп ултырған олораҡ кешеләр ҙә Ғилманды яҡлаша башлай: «Үәт, маладис, ҡустым». Өйгә ҡайтып ингәс, был хаҡта үҙе һөйләне.
Декабрь айы аҙаҡтарында, ЗАГС бүлегенә барып, ғариза яҙып ҡайтҡайныҡ. Яңы йыл байрамы оҙаҡҡа һуҙылғас, бер айҙан артығыраҡ көтөргә тура килде. Уға тиклем, 19 ғинуарҙа, Ғилман Өфөләге эшенән киткәйне. Ниһайәт, өр-яңы 2011 йылдың 29 ғинуар көнө лә килеп етте. ЗАГС-ҡа икәүләшеп кенә барҙыҡ. Имеш, беҙ ярайһы уҡ оло кешеләр: беҙгә бер ниндәй ҙә шофер, салют-маҙар, шампан шараптары кәрәкмәй… Башҡорт әҙәбиәте уҡытыусыһы, коллегам Гөлнур Ҡасҡынова: «Ә беҙ, гөлләмәләр тотоп, һеҙҙе ҡотларға барабыҙ!» – тип әйтеп тә ҡарағайны. Уны ла тыйып ҡуйҙым. Яҙылышып урамға сыҡҡас:
– Исмаһам, бынау апайға (ЗАГС хеҙмәткәренә) берәй ҡап шоколад булһа ла ҡалдырып китмәнек, – тип үкенес белдерҙем.
Ғилман шунда уҡ:
– Ярай әтеү, күңелең теләгәс, мин тиҙ генә килтерәйем, – тине лә магазинға йүгерҙе.
– Ҡуй, ярай инде, йөрөмә, – тиһәм дә, ул мине был ваҡытта ишетмәй ине…
Сәғәт көндөҙ икелә ҡунаҡтар килергә тейеш ине: минең коллегаларым. Улар Ғилманды үҙ ағаһылай яҡын күреп, яратып өлгөрҙө, сөнки ул, миңә эйәреп, бер нисә тапҡыр кафедраға барҙы, уҡытыусылар менән танышты, һөйләшеп ултырҙы. Ҡунаҡтар килгәс, Ғилман үҙ репертуарынан ике-өс йырын башҡарҙы. Иң һуңғы йыры «Ҡыр ҡаҙҙары артынан» булды. Был йырҙа шундай һүҙҙәр бар:
Ҡыр ҡаҙҙары артынан
Бейеклеккә тартылам.
Хыялыма китәр инем
Ҡыр ҡаҙҙары артынан.
Йыр үҙе матур, әммә шул тиклем моңһоу. Беҙ барыбыҙ ҙа өнһөҙ ҡалдыҡ. Иң беренсе булып кафедра мөдире Артур Фәтҡуллин һүҙ башланы: «О-һо, Ғилман ағай, был бит романс…». Мин диск алып, ҡурай көйҙәрен ҡуйҙым. Артур менән Ғилман бейергә төшөп китте: кем уҙарҙан ярышып бейенеләр.
31 ғинуарҙа УЗИ-ға барырға йыйындыҡ. Был көндә ҡарында ятҡан баланың енесен дә белергә тейеш инек. Ғилман, аҡыллы, әҙәпле ир булараҡ, гел генә: «Малаймы, ҡыҙмы – кем булһа ла ярай, аҡылы камил, ағзалары теүәл булһын», – тип әйтә барҙы. Иртәнге сәй артында балаға исем ҡушыу тураһында һүҙ алып барҙыҡ. Кейәүен үҙ улылай яҡын күргән өләсәйем ике исем тәҡдим иткәйне. Береһе – Мөхәррәм, икенсеһе – Ихтирам. Мин ошо исемдәр тураһында Ғилмандың иҫенә төшөрҙөм. Уға Мөхәррәм тигәне лә ныҡ оҡшаны. Әммә ул: «Ир менән ҡатын бер-береһен ихтирам итергә тейеш. Ошо исем был хаҡта гел иҫкә төшөрөп торһон», – тип икенсеһен һайланы. УЗИ-ҙан беҙ малай буласағын белеп сыҡтыҡ. Үҙе мәрхүм булып, ярты йылдан һуң тыуған улына мин Ихтирам тип ҡуштым. Миңә ошолай сәй артында балаға исем һайлау үҙе бер ҡәҙерле иҫтәлек ине.
Ғинуар айы баштарынан уҡ Ғилманға шағир Рәмил ағай Йәнбәков шылтырата башлағайны. Шылтыратҡан һайын бер үк һорау:
– Ғилман ҡусты, Ейәнсураға ҡасан ҡайтабыҙ әле?...
– Ярай, Рәмил ағай, ҡайтырбыҙ, Алла бирһә… Бына бер нисә көндән… Саҡ ҡына көт…
Шулай итеп, Ғилман юлға сығыуҙы тағы бер аҙға ҡалдыра барҙы. Баҡһаң, Рәмил Йәнбәк ҙур юғалтыуҙар кисереп, үҙен үҙе ҡайҙа ҡуйырға белмәй йөрөгән сағында Ғилман уны Ейәнсураға осрашыуға алып ҡайтҡан булған икән. Рәмил ағайға бик оҡшаған. Унан бигерәк, үҙен аңлаған Ғилман менән аралашҡыһы килгәндер инде. Хәҙер ул да мәрхүм.
Һуңғы көндәрҙә Ғилмандан гел бер төрлө һүҙҙәр ишетергә тура килде. «Иң мөһиме үҙең иҫән-һау бул… бала иҫән-һау булһын», – тине ул. Шулай итеп әйтергә ғәҙәтләнеп алған иремә сәйерһенеп ҡараһам, ул һүҙҙе икенсегә бора: «Аяҡ аҫты боҙ, тайғаҡ, ипле йөрө тип әйтеүем…».
Бер аҙна буйына, Ейәнсураға ҡайтам, тип юлға әҙерләнде. Әҙерләнде тигәс тә, бер йыйынды, бер ҡалды… Әсәһе: «Башым әйләнеп тора әле, ҡан баҫымы юғары, ахырыһы», – тигәс, үҙе тағы борсолдо. Ҡапыл ғына 3 февралдә юлға сығырға булып китте. Унан бер көн алда баҙарға барырға булдыҡ. Мин эштән сыҡҡас, баҙар алдында осрашырға һөйләштек. Өс пар дәрес уҡытып, шул яҡҡа юлландым. Ә Ғилман килмәй ҙә килмәй… Һыуыҡта бер сәғәт тирәһе көтөп торғандан һуң ул йүгереп килеп етте.
– Һине көттөрмәҫ тә инем… Был яҡҡа килә ятһам, әбей менән бабайҙың етәкләшеп һыуға килгәнен күреп ҡалдым. Колонка тирәһендәге урын аҡҡан һыуҙан туңып, боҙға әйләнеп бөткән, яҡын килерлек тә түгел. Бер йорттан лом һорап алдым да боҙҙо аҡтарырға тотондом. Аҙаҡ теге әбей менән бабайҙы өйҙәренә тиклем оҙатып ҡуйҙым.
Ғилмандың асылы шунда ине: кешегә ярҙам итеүҙә. Уға һәр саҡ бына ошондай әбей-бабайҙар тартылды. Урамда булһынмы ул, магазинда булһынмы, улым, тип мөрәжәғәт итерҙәр ине. Ул үҙе лә ҡарттарҙы, балаларҙы яратты. Холҡоноң ошо сифаты ла уның улына күскән. Урамда китеп барһаҡ, Ихтирам балкондан, тәҙрәнән ҡарап торған таныш булмаған әбейҙәргә: «Привет! Һиңә нисә йәш? Тешең бармы? Ҡайҙа тешеңде күрһәт әле», – тип ҡысҡырып, хәлдәрен һорашып китә. Ә тегеләр, эй, һөйөнгән булалар…
Теге саҡта, 3 февралдә, Ғилман барыбер юлға сыҡманы. Тағы бер көнгә ҡалды. Кисен оло ҡыҙына, Айһылыу Байғусҡароваға, бер нисә тапҡыр шылтыратты. Ҡыҙының телефоны һүнгән ине. Ул килһә, тип бүләктәр ҙә әҙерләп ҡуйғайныҡ. Шуларҙы үҙ ҡулы менән тапшырып өлгөрмәне.
Йома көндө ҡайтырмын тип торған кеше, ҡапыл кесаҙна ҡайтырға булып китте. Күңелем ниҙер һиҙгәндәй: «Мин дә һинең менән ҡайтам», – тинем. «Шулай итмәй ни? Үҙеңде уйламаһаң, тыуасаҡ улымды уйлар инең», – тип, миңә асыуланып ҡуйҙы. Өфөлә егеттәрҙе күрергә кәрәк, тип 4 февралдә иртүк юлға сыҡты. Миңә лә эшкә барырға кәрәк ине. Паркка тиклем оҙатып барҙым. Ошонда хушлаштыҡ. Китеп барған еренән, боролоп, һүҙ ҡушты ла юлын дауам итте. Ә минең ошо саҡта артынан йүгереп барып, Ғилман, ҡал инде, йөрөмәй тор, тип әйткем килде. Белмәйем… Бар күңелемде шундай тойғо солғап алды.
Өфөлә күрә торған кешеләрен күреп, эштәрен тамамлап бөтөп, Ейәнсураға бара торған таксиға ултырғас, миңә шылтыратты. Юлда барған сағында ла шылтыратып торҙо. «Аяҡ аҫтыңды ҡарап йөрө. Тайып йығылып ҡуйма», – тип, ҡат-ҡат иҫкәртте. Һуңғы тапҡыр шылтыратҡан сағында, мин эштән ҡайтып, йоҡоға талғайным. «Бына хәҙер Мораҡтан ҡуҙғалып китәбеҙ. Һин ни эшләп эңерҙә йоҡлап ятаһың әле?» – тигән булды ул миңә.
Ә һуңынан барыһын да буран йотто… Ҡайтып еттеме икән, тип нисә шылтыратһам да, Ғилман телефонын алманы. Сәғәт төнгө ун берҙәрҙә генә Сәүиә апай яуап бирҙе: «Килен, тыныс булырға тырыш, баланы һаҡларға кәрәк… Ғилман реанимацияла бит әле…»
Мораҡ менән Иҫәнғол араһында аварияға осрағандан һуң, ул реанимацияла терелеп китә алманы. Әйтерһең дә, буран үҙе Ғилмандың яҙмышын, тәҡдирен билдәләп, һынауҙар ҡуйған…
Ғилман Ишкининдың әҫәрҙәре, бер яҡтан, символик, аллегорик образдарға, афоризмдарға бай булһа, икенсе яҡтан, шиғриәте тәҡдир (үлем) образын тыуҙыра. Бындай образдар башҡаларҙа осрамай. Әүлиәлекме, программа һалыумы, әллә башҡа төрлө мистикамы – күп шиғырҙарында: буран, ҡар, юл, әжәл, тәҡдир… Был серҙе сисергә беҙҙең генә түгел, бер ниндәй фәлсәфәсенең дә, эзотериктың да аҡылы етмәҫ һымаҡ. Уҡыусыға ошондай мотивҡа ҡоролған бер нисә шиғырынан өҙөк килтереп китеү зарури булыр:
Әй ҡар яуһын, күмеп эҙҙәрҙе лә
һәм йүгерһен буран йәйәүләп,
Ашығайыҡ ҡараңғыға тиклем
көтөп арыһындар теүәлләп.
Икмәк яуа…
кемгә юл ғазабын,
моң аҙабын өйә йәлләмәй.
Шатлыҡ та юҡ, былай, ҡайғыһы ла
күңел генә ниҙер өнәмәй («Бүтән ҡайғыларың юҡмы…»).

***
Һәм бер өмөт
Алдарыңа ятып сеңләй,
Һин кәрәкһең,
Һин кәрәкһең,
Бит кемгәлер…
Ҡыуа сыҡҡан
Гел йәйәүле буран булып,
Гонаһтарың аяҡ сала
Элгәре.
Һыуыҡта
Һалҡын уйҙар килә башҡа,
Йыртҡыс булып шыуышаһың
Ялҡынға («Һыуыҡта…»).

***
Был йәйҙе йәйләй алмам инде,
Тотоп тора һыуыҡ – таш ҡышлаҡ.
Үҙәктәргә үтте ямғыр-еле
һәм бөгөн дә тора алҡышлап («Был йәйҙе йәйләй алмам инде…»).
Мәҡәләмде Ғилмандың 1997 йылда «Шоңҡар» журналында баҫылып сыҡҡан «Бүре үлеме» тигән шиғыры менән тамамлағы килә…
Ап-аҡ ҡарҙа алһыу ҡан –
Бүре атлаған эҙҙән.
Сей яраһын ялай-ялай,
Юғалды йыртҡыс күҙҙән.

Барҙы ла барҙы бүре
Әлһерәп йығылғансы.
Морзе нөктәләре кеүек,
Эҙәрләп килде тамсы.

Ана, ҡояш та ямпашҡан,
Ел дә сыҡты әмәлгә.
Һәм бүре ҡанлы тештәрен
Шаҡылдатты әжәлгә:

«Үҙем белеп саҡырырмын,
Юғал күҙемдән, әжәл.
Ҡалдырып та китер өсөн
Тулған айым ғына йәл».

Ҡар йөрөгөс кеүек йырып,
Сумып аҡ юрғанына,
Һуң һулышы, көсөн йыйып,
Шыуышты урманына.

Бына таныш йондоҙҙары,
Иҫереп ҡан еҫтәренә,
Тәндәге йәҙрәләр кеүек,
Ҡаҙалды түштәренә…

Һуңғы һүҙем шул: Ғилмандың Айһылыу һәм Ләйлә ҡыҙҙары ҡустыларын яратҡан һәм хөрмәт иткән кеүек, Ихтирам да уларҙы гел ихтирам итеп торор, тип ышанам…

Айһылыу ВАХИТОВА.

2017 йыл.

Автор:
Читайте нас: