Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ул иртә китте
11 Август 2023, 18:15

Дамир һалған һуҡмаҡ буйлап Дамирһыҙ ғына

– Ваҡыт таба алмайһың бит, бөтөнләй чиновникка әйләндең, бер күрһәтеп алып ҡайтырға ине һиңә тыуған яҡтарымды, Симба, – тигәйне ул, ҙур, эскерһеҙ күҙҙәрен миңә төбәп.Симба тип йөрөтә торғайны ул мине. Уның да үҙ тарихы бар.

Дамир һалған һуҡмаҡ буйлап Дамирһыҙ ғына
Дамир һалған һуҡмаҡ буйлап Дамирһыҙ ғына

Май аҙағында дуҫым Дамир Шәрәфигә 55 йәш тулған булыр ине. Ә беҙ уның менән танышҡанда миңә – егерме һигеҙ, Дамирға егерме алты булған...
Урта мәктәпте тамамлап, төҙөлөштә ун бер йыл эшләгәс, Башҡорт дәүләт университетының журналистика бүлегенә уҡырға ингәйнем. Көҙ башында беҙҙе тәүге сессияға йыйҙылар. Төркөмөбөҙҙә кәүҙәгә минән күпкә ҡайтышыраҡ егет тә бар. Быны күреп, ярайһы ғына шатландым, минең буй ҙа итек ҡуңысынан саҡ ҡына ҡалҡыуыраҡ, ә был, тфү...
Сентябрҙә теге егеттең исемен һорамағайным, сөнки кәүҙәгә “тфү” булһа ла, үтә һауалы ғына күренде ул миңә. Яҡын барырлыҡ түгел үҙенә, ҡырыҫыраҡ та, ғорурлыҡ та саманан ашҡан, ахырыһы.
Ғинуарҙа яҡынданыраҡ танышырға тура килде, сөнки мине төркөмөбөҙҙөң старостаһы итеп һайланылар. Түрә булғас, исемлек төҙөү ҙә минең бурыс. Үҙен бик өнәп етмәһәм дә, бының да исем-шәрифтәрен белешергә тура килде.
– Яҙмаһаң да була, мин бында оҙаҡ ҡалырға йыйынмайым, – тип белдерҙе Дамир.
Миңә тимәгәйе, вообще уҡыма!.. Исемен ҡағыҙға төшөрҙөм дә, янынан китә һалдым был һауалы егеттең. Ысынлап та, оҙаҡҡа сыҙаманы ул беҙҙең арала, яҙғы сессияға килеп, аҙна-ун көн тирәһе буталып йөрөнө лә, ғәйеп булды. Китер алдынан ике ваҡиға аптыратты.
Дәрестәр барышында һәр кем үҙ эше менән булыша, беҙ бит заочниктар, уҡытыусылар әллә ни авторитет түгел. Кемдер тәҙрә аша июнь айының ҡояшын күҙәтә, кемдер партаға башын терәп йоҡоға талған, берәүҙәр шыбыр-шыбыр ниҙер серләшә, берәүҙәр записка ырғытыша. Мәктәп тамамлап яңы ғына университет партаһы артына ултырған балалар инде, гүйә.
Мин дә үҙемә күрә шиғыр яҙып маташам. Күрше партала ҡунаҡлаған Дамир миңә күҙ һалып ултырған күрәһең, тәнәфес булыу менән үҙе яныма килде.
– Шиғыр яҙаһыңмы әллә? – тине был.
– Яҙған булғайным, – тинем мин дә, бының үҙе кеүек булырға тырышып.
– Ҡана, күрәйем әле.
Уҡып сыҡты ла алдыма килтереп һалды:
– Нимәлер бар кеүек.
Эстән генә күңелем кителә бирһә лә, үҙенә өндәшмәнем. Нимәлер бар, имеш. Кем әйтә бит әле, тфү...
Бер-ике көндән Дамир юҡҡа сыҡты. Ҡайҙалығын белгән кеше юҡ. Ә миңә белергә кәрәк, староста ла баһа, һәр үҙгәрештең, яңылыҡтың уртаһында булырға тейешмен. Һораша торғас, Дамирҙың башҡаса уҡымаясағын асыҡланым. Документтарын да алып өлгөргән икән хатта. Киткән саҡта кемгәлер: “Большому кораблю – большое плавание”, – тип әйтеп киткән, шикелле. Һы, “большой корабль”тоже миңә...
Төҙөлөштә эшләһәм дә, Ишембайҙың район гәзите менән дә, республика матбуғаты менән дә аралашып торам. Мәҡәләләрем “Башҡортостан”, ул ваҡытта республика баҫмалары араһына ярһыу аттай килеп кергән “Йәшлек” гәзиттәрендә лә даими донъя күрәләр. Торараҡ, төркөмдәшем Рәлис Ураҙғоловҡа эйәреп, “Йәшлек” гәзите редакцияһына ҡунаҡҡа ла барғылай башланым. Рәлис бында эшләүсе егеттәрҙең барыһын да белгәс, мине лә тәүге көндән үҙ иттеләр. Дамир ҙа “Йәшлек”тә эшләй икән дә. Тәүге күргәндәге һымаҡ дорфа ҡыланманы был, киреһенсә, күптәнге таныштар һымаҡ килеп күреште. Минең дә күңелдә теге ваҡыт барлыҡҡа килгән боҙ иреп киткәндәй булды.
Баҡтиһәң, Дамир Шәрәфи БДУ-ға килгән ваҡытта Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы институтын тамамлап өлгөргән булған икән. Нисек сельхозға барып кергәнлеге хаҡында яңыраҡ бер туған Вәкил ағаһы яҙып ебәргәйне.
“1982 йыл ине. Мин килешеү нигеҙендә ауыл хужалығы институтында лаборант булып эшләп йөрөйөм. Түбән генә вазифа инде, ләкин ауыл кешеһе өсөн, институтта эшләгәс, минән дә ҙур етәксе юҡ һымаҡтыр инде.
Тап шул йылда зоология факультетында умартасылыҡ бүлеге асҡайнылар. Тәүге йыл ғына булыуға ҡарамаҫтан, конкурс иҫ киткес ҙур – кемдең аттестатында уртаса 4,5 балл, бәхет шундайҙарға ғына йылмая. Бәхетлеләр араһына һыйынырға Дамирҙың балдары етмәй – 4,48 генә. Аттестатында башҡа билдәләре яҡшы ғына ла бит, хеҙмәттән аҡайтып “3” сәпәгәндәр. Мәктәптә уҡытыусылар менән һөйләшеп, моғайын, яҡшыраҡ билдә ҡуйҙырып булғандыр ҙа бит, мәгәр, әлеге шул ҡырҡыу характеры бар бит, үҙе өсөн түбәнселек һанағандыр инде уҡытыусыларға баш эйеүҙе.
Умартасылар бүлегенә инә алманы Дамир, зооинженер һөнәре алып сыҡты. Институтты тамамлағас, йүнәлтмә буйынса Орел өлкәһендә эшләп ҡайтты”.
Орел өлкәһендә РФ Федерациялар Советының элекке рәйесе Егор Строев етәкселек иткән хужалыҡта зоотехник булып эш башлай Дамир. Бер, ҡыҙыҡ өсөн, шул турала кәзекләп алырға булдым дуҫымды: ”Дамир, Орел өлкәһенән ҡайтып китмәһәң, Строев үҙеңде ярҙамсы итеп алыр ине, әй. Йөрөр инең хәҙер Федерациялар Советында”, – тинем. “Алыр ҙа ине. Улы һымаҡ күреп, ярата ине ул мине, – тине Дамир, иҫе китмәй генә. Шунан йәнә эре генә өҫтәп ҡуйҙы. – Тик ярҙамсы булмаҫ инем, Симба, урынбаҫары итеп алыр ине ул мине”.
Ситтә ике йыл йөрөп ҡайтҡас, Белорет районы гәзитенә барып эшкә урынлаша Дамир.
“Яҙышырға һәләте юҡ инесе уның, ҡасан ижад шишмәһе асылғандыр, – тип ғәжәпләнә хәҙер Вәкил ағай. – Шул ваҡытта умартасылар бүлегенә уҡырға кереп китһә, һуңынан гәзиткә эшкә бармаһа, яҙмышы икенсе юҫыҡта ла киткән булыр ине, бәлки, Дамирҙың...”
Их, бәлкиҙәрҙе тарих бик һанламай шул. Умартасы булып китһә, бөгөнгө Дамир Шәрәфи булып инер инеме икән күңелгә дуҫым? Ауыр һорау был. Фәлсәфәүи һорау.
Йәнә университетты ташлап киткән сағына әйләнеп ҡайтам.
Университетҡа килгәнсегә Белорет районының гәзитендә эшләп, байтаҡ ҡына тәжрибә лә туплаған Дамир. Шуға күрәлер, моғайын, БДУ-ла уҡыуҙы үҙе өсөн һай диңгеҙҙә йөҙөү тип ҡабул иткәндер. Уҡып, ваҡыт үткәреп йөрөгәнсе, йырҙарымды кешеләргә өләшә торайым, ти­гәндер. Сөнки Дамир үҙенең “Йөрәктәге ташыу-ҡайтыуҙар” тигән китабындағы бер шиғырында шулай яҙа бит:

Шул инештәй, миңә лә бит йырҙар
Кешеләргә алып сығаһы.
Дым йыйнау һәм үҙәндәрҙе һыйлау –
Тау иленең изге йолаһы.

Беҙ Дамир Молҡаман улы менән танышып, аҙаҡ дуҫлашып киткәнгә лә хәҙер байтаҡ ваҡыт үткән. Ана шул йылдар арауығында дуҫым, тау иленең изге йолаһына тоғро ҡалып, үҙе әйтмешләй, дым йыйнап, үҙәндәрҙе һыйлауынан туҡтаманы.
Әйткәндәй, Дамир күпме генә саҡырһа ла, уның кендек ҡаны тамған, аяҡ эҙҙәренең йылыһы һаҡланып ҡалған Көнбә ауылын, саҡма ҡаялары булған Кәштәк тауын, һәр яңы көнгә шатланып тулҡын ҡаҡҡан Инйәрен, сал Биллеғошон, күкһел Елмерҙәген барып күрә алғаным юҡ ине. Бер шулай, баш ҡалабыҙҙың “Башҡортостан” дәүләт концерт залында үткән БР халыҡтарының съезында осрашҡанда, дуҫым ошо турала иҫенә төшөрөп, үпкәләй ҙә биреп ҡуйғайны.
– Ваҡыт таба алмайһың бит, бөтөнләй чиновникка әйләндең, бер күрһәтеп алып ҡайтырға ине һиңә тыуған яҡтарымды, Симба, – тигәйне ул, ҙур, эскерһеҙ күҙҙәрен миңә төбәп.
Симба тип йөрөтә торғайны ул мине. Уның да үҙ тарихы бар.
Рәлис дуҫым Ураҙғолов герой-атай бит, ҡасан барһаң да йылмайып ҡаршы алып торған хәләле Нурия ханым менән биш бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Бәләкәйерәк саҡтарында, быларҙың балалары теҙелешеп телевизор ҡарайҙар икән. Бер ваҡыт зәңгәр экрандарҙан мине күрһәтеп алып киткәндәр. Рәлистең бер улы ҡысҡыра, ти: “Әттә-әттә, ана, ҡара әле, телевизорҙан һинең Симба дуҫыңды күрһәтәләр!” Рәлис, көлөп, был турала егеттәргә һөйләгән. Дамирға был етә ҡалған, шул көндән миңә “Симба” ҡушаматы йәбеште. Теге ваҡыттағы “тфү” өсөн яуап булғандыр инде был.
Дамир үҙе иҫ киткес егәрле, бөтмөр кеше булды. Өфөнән йыраҡ түгел ерҙән баҡса өсөн участка алғайны бер йылы дуҫым. Шунда үҙе һыйырлыҡ ҡына йорт та ултыртып ҡуйҙы. Бер йәй баҡсаһын күрһәтергә алып барҙы беҙҙе – бер төркөм егеттәрҙе. Иҫем китеп ҡайттым, участкаһынан гөл-баҡса яһап ҡуйғайны ул: помидорҙары ла, ҡыярҙары ла өлгөргән, алмалары, сейәләре лә емешкә йомороланған. Иң мөһиме – бер генә сүп әҫәре лә күрмәҫһең. “Һай, шәпһең дә инде, Шәрәфи, баҡсаңды сынъяһау иткәнһең икән”, – тинем, бының участкаһына ҡарап, һоҡланыуымды йәшерә алмай. “Бисәкәй тырыша, мин бында килеп, яҙышып ҡына ятам, – тине Дамир, бик иҫе китмәй генә. – Шул Өфөнөң шау-шыуынан ҡасып, ижад итер өсөн алғайным да инде мин был баҡсаны”.
Дамир Шәрәфи, ысынлап та, тәбиғәт балаһы булды. Үҙе был турала “Көн башы һуҡмаҡтары” автобиографик повесында: “Ҡарағусҡыл Ямантау, Зәңгәр Балаҡош төбөндә йүгерек Инйәр ярында ултырған тыуған ауылым Көнбәлә таңдар оҙаҡ ата. Тәүҙә ҡояш нурҙары түбәнән түбәгә, таштан ташҡа һикереп, бер үҙәндән икенсеһенә күсеп, тарлауыҡтарҙа бөтөнләй юғалып тороп, тау илендә оҙаҡ аҙашып йөрөй. Башҡа тарафтарҙа шундай ҡыҫҡа таң миҙгеленең үҙ илемдә шулай оҙон-оҙаҡ булыуын яратам мин. Шуға таңдарҙы йоҡоһоҙ үткәрәм. Матурлыҡтың саф, көндөң сабый сағын тойоп ҡалырға илаһи иртәләрҙә оҙағыраҡ булырға тырышам”, – тип яҙғайны.
“2003 йылда Стәрлегә килеп, беҙҙә ун көн ятып яҙғайны ул повесын, – тип хәтерләй Вәкил ағай шул ваҡытты. – Иртән үҙебеҙ сыҡҡанда фатирҙы тыштан бикләп китәбеҙ, был яҙышып ултырып ҡала. Ҡайтһаҡ, Дамир нисек ултырған, һаман шул килеш яҙышып ултыра. Хатта уны күрергә тип килгән ҡәләмдәштәре менән дә һөйләшмәне ул был ваҡытта. Беҙгә лә, шаулап йөрөмәгеҙ, эшләргә ҡамасаулайһығыҙ, ти ине. Мин уның шул тиклем таҙа, йыйнаҡ итеп яҙыуына аптырай инем. Башына әллә күпме йыйып йөрөгән ваҡиғаларҙы бер тынала ғына ҡағыҙға төшөргән дә ҡуйған. Кис беҙ йоҡларға ятабыҙ, ә ул һаман эшләй. Хатта ҡайһы ваҡыт иртән уянып киткәндә лә Дамирҙың эш өҫтәле артында ултырғанын күрә инем. Йоҡламай тиерлек эшләне ул шул повесы өҫтөндә”.
Дуҫымдың таңдарҙы йоҡоһоҙ үткәрергә яратҡанына үҙемдең дә шаһит булғаным булды. Бер йылы тотош “Йәшлек” редакцияһы коллективы менән Асылыкүлгә ял итергә барҙыҡ. Дәүләкән районының ул ваҡыттағы хакимиәт башлығы Закир Ғизелхаҡ улы Бикбулатов ихлас ҡунаҡсыллыҡ күрһәтте. Журналистар өсөн күл буйында бер йорт та бирҙе.
Усаҡ янында ярты төн үткәреп, йоҡларға ятҡайныҡ. Таң һарыһы беленгәндә, Мөнир Ҡунафин менән мин йоҡлаған бүлмәгә күҙе аларып, Шәрәфи килеп керҙе. Тештәре тешкә теймәй үҙенең, Асылыкүл буйында таң алдынан ярайһы ғына һалҡынайта бит.
– Егеттәр! Мин Һыуһылыуҙың үҙен күрҙем! – тип һөрән һалды был, бүлмәгә килеп кергәс тә.
– Кит, юҡты, күҙеңә күренгәндер. – Беҙ йоҡоно бүлдергәнгә һуҡранып, Дамирға бөтөн асыуыбыҙҙы төшөрҙөк.
– Их, һеҙ, дүрәктәр! – Шәрәфи бәләкәй балалар һымаҡ ауыҙын турһайтты. – Шундай матурлыҡтан мәхрүм ҡалып, йоҡо һимертеп ятаһығыҙ. Ә миңә Һыуһылыуҙы күрергә насип булды. Һеҙҙең кеүек таңдарҙы йоҡлап үткәргән кешеләргә тәтемәй ул ундай бәхет.
Күрһә күргәндер. Хәҙер мин уның шул ваҡытта ҡанатланып осоп йөрөгәнен күҙ алдына килтерәм дә, ышанып та ҡуям. Дамир Шәрәфиҙең “Таңғы сәфәр” шиғыры ла, моғайын, шул иртәлә тыуғандыр.

Йондоҙ һүнде... Йәнгә бер йыр инде...
Тотош көнгә ошо моң етер.
Юғалырға торған йондоҙҙарҙың
Һүнер нурын алып өлгөр, тип,

Оҙон көнгә етер илһам алып,
Мин ашығам һиңә, таш ҡала...
Көнө буйы миндә даръя булып
Икһеҙ-сикһеҙ йыһан сайҡала.

Бәлки, бынау шиғыры шунда бөрөләнгәндер Дамирҙың:

Етеп торор төндән бушлыҡ аулау,
Ялҡтым да һуң һинле көндөҙҙән...
Кәрәкмәҫ тә ине яңғыҙ ҡалыу,
Минһеҙ генә һүнер йондоҙ йәл.

Таң алдынан һүнер йондоҙҙо йәлләп ултырыуын да аңлайым дуҫымдың. Сөнки үтә лә кешелекле кеше булды бит ул, нескә күңелле, ярҙамсыл ине. Бынан теүәл ун йыл элек мин оҙайлы дауаханаға эләккәс, “Йәшлек” дуҫтарым, Өфө менән Ишембай араһын күрше ауыл араһы һымаҡ та күрмәй, көн аралаш яныма килеп йөрөнөләр. Хатта тыуған көнөмдө лә йәрәхәттәр бүлегенең тынсыу палатаһында үткәрергә тура килде. Ул ваҡытта хәлемде белергә Нур Ҡәҙербаев, Зәйтүнә Ниғмәтйәнова, Асҡар Ғәббәсов, Гүзәл Байғотлина һәм Дамир дуҫым да килгәйне. Шул тиклем матур, иҫтә ҡалырлыҡ тыуған көн булды ул. Шул көндө Шәрәфи үҙенең китабын бүләк итеп ҡалдырҙы. Тик ул китабына бағышлау һүҙен миңә түгел, ә минең ҡатыным Гөлсирәгә яҙған. “Гөлсирә! Ошондай шәп кешене – просто Симбаны – бәпләп, һаҡлап һәм үҫтереп беҙгә бүләк иткәнең өсөн оло рәхмәтемде ҡабул ит. Д. Шәрәфи. 4 март, 2005 йыл. Ишембай ҡалаһы дауаханаһы”.
– Һин минең менән минең ҡатынды бутай башланың, шикелле, Шәрәфи. Минең исемем Гөлсирә түгел бит, – тип, Шәрәфигә үпкә белдерҙем.
Дамирҙың яуабы миңә генә түгел, башҡаларға ла һабаҡ булғандыр, моғайын.
– Гөлсирәң булғанға ғына һин бөгөнгө Сибәғәт исемен күтәреп йөрөйһөң, дуҫым. Так что, ҡатыныңдың ҡәҙерен бел!
Беҙгә килгән һайын, әсәйем менән оҙон-оҙаҡ һөйләшеп ултырырға ярата ине Дамир дуҫым. Әсәйем дә хәҙер күптән гүр эйәһе инде. Ул да йоҡоһоҙ бер йән булды. Мин, әсәйем менән Дамир дуҫымдың гәпләшкәнен тыңлауҙан арып, йоҡларға ятам, ә былар һаман ултыра.
– Ят инде, Дамир, – тим, уянып киткән арала, кухняға сығып.
– Симба, ҡамасаулап йөрөмә, бар йоҡла. Миңә инәйем менән һөйләшеп ултырыуы йоҡо һимертеүгә ҡарағанда күпкә ҡәҙерлерәк.
Хәҙер Дамирҙан көнләшеп тә ҡуям, ул миңә ҡарағанда күпкә бәхетлерәк булған икән дә, ана бит әсәйем менән күпме серләшеп, аралашып ҡалған.
– Әсәйең шәп кеше ине һинең, дуҫ, – тине бер ос­­рашҡанда Дамир Молҡаман улы, миңә ҡарап. – Һинең һымаҡ дүрәк булманы, аҡыллы ине.
Маҡтауҙарға һараныраҡ дуҫымдың был һүҙҙәренән мин оло ҡыуаныс кисерҙем. Әсәйемде ололау, хөрмәт итеү миңә лә баһа һымаҡ яңғыраны.
Дуҫымдың тағы бер ыңғай яғы – ул үҙе тураһындағы төрлө көләмәстәргә үпкәләп барманы.
Бер Матбуғат йортоноң һигеҙенсе ҡатынан лифтта төшөп киләбеҙ. Дамир муйынына бәләкәй генә галстук тағып алған.
– Дуҫ, һиңә рәхәт инде, әй, вообще экономный кешеһең. Рима килен кейем-һалымды “Балалар донъяһы” магазинынан алалыр һиңә, – тинем тегеңә оҙаҡ ҡына ҡарап килә торғас.
Дамир бер сама өндәшмәне. Шунан телгә килде.
– Шулай шул бына. Ҡатын ҡыҙыма әйбер алам тип балалар магазинына бара ла, миңә лә кейем тота ла ҡайта.
Дамир Молҡаман улы яҙған шиғырҙарҙың байтағы йыр булып китте. Сөнки уларҙың һәр береһенән моң ағылып тора. Бер шиғырына мин дә көй сығарҙым.

Күңелеңә моңло бер йыр булып
Үтмәгәндер әле хистәрем.
Әллә иртәгәм һин – үтер юлым,
Әллә инде кисә – үткәнем, –
тигән һүҙҙәр бар бар унда.
Көйөн яҙғас, йырҙы Дамирға йырлап ишеттерҙем. Балалар һымаҡ ҡыуанды дуҫым.
– Симба, һин шәп кеше икәнһең дә баһа, – тине ул. Күҙҙәренән осҡондар сәселеп китәкдәй булды шул ваҡытта Шәрәфиҙең.
Юҡ ҡына нәмәгә лә ҡыуана белгән кеше ине шулай. Үҙе әйтмешләй, тормош юлдары бормалы-бормалы булһа ла, үҙен уратып алған кешеләргә: ғаиләһенә, яҡындарына, туғандарына, дуҫтарына ҡыуаныс өләшә белгән кеше.

Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВ.

Архив, 2020 йыл.

 

 

 



 

 

Автор:
Читайте нас: