“Ул иртә китте...” рубрикаһында беҙ ҡыҫҡа ғына ғүмерҙәре эсендә фиҙаҡәр эшмәкәрлеге, ҡабатланмаҫ таланты, фанилыҡҡа үҙенсәлекле ҡарашы менән ил тарихында ла, замандаштары күңелендә лә, ижад күгендә лә яҡты эҙ ҡалдырған шәхестәребеҙ тураһында һөйләйбеҙ. Бөгөн һүҙебеҙ ысын Шағирә, оло йөрәкле Әсә хаҡында. Арабыҙҙан иртә киткән Рәмзилә ХИСАМЕТДИНОВА замандаштары, балалары, шиғриәтен үҙ итеүселәр күңелендә изге, көслө һәм рухлы, фекерле, белемле һәм нескә күңелле, сая, үткер һәм ҡыйыу кеше булып хәтерҙә ҡалған.
Һүҙ оҫтаһы Рәмзилә Хисаметдинова менән миңә әхирәт булыу бәхете тейҙе. Әле уның үҙен күреп белмәҫтән дә алда уның шиғырҙарына ғашиҡ булдым. Рәмзилә менән мине ул саҡта Учалы районында йәшәгән, аҙаҡ ғалим булып киткән педагог Ишмөхәммәт Шарапов таныштырҙы. “Совет Башҡортостаны” гәзитендә тәүге шиғри шәлкемем сыҡҡас, почтальон беҙҙең өйгә көн дә тиерлек хаттар килтерә башланы. Улар араһында Ишмөхәммәт ағайҙан да хат бар ине. Ул миңә Рәмзиләнең шиғырҙарын һалған һәм уның ғәҙәттән тыш сағыу шағирә булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алған ине.
Учалы районы Сәфәр ауылы ҡыҙы... Шиғырҙарын уҡығас, тәндәр зымбырлап киткәндәй булды. Киләһе йылына Рәмзилә лә БДУ-ның филология факультетына уҡырға инергә килгәйне. Аяҙ күк төҫөндәге зәп-зәңгәр күҙҙәр, билдән түбән төшөп торған ҡалын ҡуңыр толомдар, сығарылыш кисәһенә тип тегелгән ап-аҡ күлдәк... Ҡараштарынан осҡон сәселеп тора, ерҙе әҙ генә лә йәлләп тормай, шартлата баҫып атлап йөрөй, туранан һалдырып хәбәрен теҙә, шул хәтлем сая, үткер, ҡыйыу... Беҙ Рәмзилә менән ятаҡта бер бүлмәгә тура килдек. Иртәгәһен университетҡа имтихан бирергә киттек. Мине индермәйҙәр, документтарымды онотоп ҡалдырғанмын.
Ишек төбөндә ултырған ханым, беҙ уны эскә үткәрә алмайбыҙ, кем икәнен белмәйбеҙ ҙә баһа, ти. Рәмзилә шул саҡ бар тирә-йүнде шаҡ ҡатырып хәбәр һалмаһынмы: “Нисек инде һеҙ уны белмәйһегеҙ, уны бөтә Башҡортостан белә!” Мин оялышымдан йүгереп сығып киттем... Был хәтле лә хәйләһеҙ, бер ҡатлы кешене ғүмеремдә лә күргәнем юҡ ине.
Уҡып алып киттек. Түбәһенән ямғыр үтеп торған ағас ятаҡҡа урынлаштырҙылар. Утын ярып, мейескә яғабыҙ, плитәлә сәйнүк ҡайнатабыҙ, икмәккә ҡалын итеп маргарин яғып, банкаларға шәкәрле сәй яһап эсәбеҙ... Һимерешеп киттек хатта... Әйткәндәй, беҙҙең Рәмзилә менән икебеҙгә бер карауат булды, сөнки мине ирекле тыңлаусы ғына итеп алдылар, студент булыу өсөн ярты балым етмәне. Тәүге сессиянан һуң студент булып стипендияға уҡый башлағас та, уҡыу йылы тамамланғансы, Рәмзилә менән карауат бүлешергә тура килде. Бер бүлмәлә егермеләп ҡыҙ торабыҙ. (Төркөмөбөҙ егеттәре лә беҙҙекеләй шундай уҡ ҙур бер бүлмәлә торҙо). Берәүебеҙ ишек төбөнәрәк барып, ҡыҙҙар, ҡарамағыҙ, мин өҫтөмдө алмаштырам, тип һөрәнләүебеҙ була, бөтәбеҙ ҙә артҡа әйләнеп ҡарайбыҙ. Рәмзилә шарҡылдап көлә, кейенеүсене шкаф артына этә... Ошо бүлмәлә ҡорсаңғы менән дә ауырыныҡ, деканатҡа саҡырып бетебеҙҙе лә тикшерҙеләр. Рәмзилә менән миндә бер ни ҙә тапманылар, сөнки һәр көн иртән Рәмзилә, бөтә бүлмә ҡыҙҙарын көлдөрөп, ап-аҡ мендәр тышы өҫтөндә ауылдан алып килгән бет тарағы менән сәсен тарай ине, минән дә шуны талап итте... Эй, онотоп торам, уҡый башланырҙан алда беҙҙе ул саҡтағы Күмертау районына ырҙын табағына эшкә ебәрҙеләр. Мин, Рәмзилә, Гөлфиә Юнысова, Миңлебикә Йәрмөхәмәтова, йәғни ҡәләм тирбәткән ҡыҙҙар, Покровск тигән ауылға эләктек. Иҙәндә түшәлешеп йоҡлайбыҙ, аяҡ особоҙҙа хужабикәнең сусҡалары мырҡылдашып ята... Көнө буйы ырҙында иген көрәйбеҙ, кис етһә, Гөлфиә эргәләге туғайға сығып, сәстәрен туҙҙырып йүгереп, айға ҡарап шиғыр уҡый, Рәмзилә бармаҡтарын шартлатып таҡмаҡ әйтеп бейей, мин моңланып шым ғына йырлап ултырам, айырыуса “Күл буйына килһәң ине” тигән йырымды Рәмзилә бик ярата, Гөлфиә әҫәрләнеп ҡат-ҡат башҡарта... Әйткәндәй, мин Рәмзиләгә, ҡуй, бейемә, уй, сәпсим бейей белмәйһең дә, тип әйтә инем. Аҙаҡтан ул был турала шиғыр ҙа яҙҙы:
“Бейейемме, йә, баҫығыҙ,
Минме бейей белмәйем?
Бейей белмәй тиһәләр ҙә,
Ҡолаҡҡа ла элмәйем...”
Бейегән саҡта ихласлығын күрһәгеҙ! Үҙе бер һен ҡатырғыс тамаша!
Икенсе йылына беҙ университет янындағы матур ятаҡҡа күстек. Мин Рәмзилә менән бер бүлмәлә торҙом. Урыҫса яҡшыраҡ өйрәнһен өсөн беҙҙе ике мәрйә ҡыҙы менән урынлаштырҙылар.
Люда менән Нина күп тә тормай беҙҙең менән башҡортса ярайһы һәйбәт һупалай башланы. Рәмзилә төндә тороп шиғыр яҙа ла, иҙән буйлап дөп-дөп йөрөй башлай, таштояҡ! Шунан беҙҙе торғоҙоп ултыртып, ҡысҡырып шиғыр уҡый, фекер әйтеүебеҙҙе талап итә. Вата-емерә мин мәрйәләргә шиғырҙың йөкмәткеһен аңлатам... Эй шул ҡыҙҙарҙың ихласлығы, сабырлығы! Нисек түҙгәндәрҙер инде беҙҙең дыуамаллыҡҡа! Рәмзиләгә шиғыр ене ҡағылһа, миндә – мандолина сире. Дәрестән ҡайтам да түшәккә менеп ҡырын ятып ҡылдар сиртәм! Өҫтәүенә, бер көн стипендияма скрипка һатып алып һөрәнләп ҡайтып индем. ”Садитесь, сейчас я вам сыграю!” – тим. Скрипканы мандолина көйләгән һымаҡ тиҙ генә көйләнем дә, смычокты һыҙып ебәрҙем. Бәй, бер тауыш та сыҡмай! Тегеләй итәм, былай итәм, скрипкам уйнамай, малай... Рәмзилә шул саҡ һикереп торҙо ла, Таңһылыу, был нәмәне майларға кәрәк, шикелле, тип көрөшкәлә һары май иретеп индерҙе. Бөтөн ҡылдарҙы ла, смычокты ла майланыҡ. Ултырығыҙ, уйнайым, тим. Юҡ, тәки сыҡмай тауышы. Ахырҙа, ҡыҙҙар мине бүлмәнән скрипкам-нием менән бергә ҡыуып сығарҙы... Коридорҙа илай яҙып скрипкамды ҡосаҡлап ултырһам, беҙҙән алдағы курста уҡып йөрөгөн Учалы егете Ишмөхәммәт Ғәләүетдинов килеп сыҡты. Баҡтиһәң, скрипканың смычогын тарттырырға кәрәк икән! Бүлмәгә атылып кереп, йоҡларға ятҡан ҡыҙҙарҙы уятып, “Еҫле гөл” тигән йыр көйөн һыҙҙырып ебәрҙем... Ул шатланыуым! Тик Рәмзиләгә был оҡшаманы: “Кит, амый, лутсы мандолина сирт, унда моңлораҡ уйнайһың”, – ти...
Дәрескә барабыҙ ҙа, иң артҡы партаға ултырып, шиғырҙар яҙабыҙ... Дәрес ҡайғыһы төштән һуң! Беҙҙең төркөмдә Зәйнәп Камалеева, Гөлнур Яманһарина, Ғәлиә Хәйбуллина кеүек бик тә аҡыллы, гел бишкә уҡыусы беҙҙән олораҡ һылыуҙан-һылыу ҡыҙҙар бар ине, улар беҙгә, шағир остоҡтарына, бала-сағаға ҡараған һымаҡ, сәйерһенеп ҡарайҙар ине... ”Аңламаҫһың һеҙҙе, йә, ҡурҡышып, имтихан бирергә иң һуңғы кеше булып инәһегеҙ, йә беренсе булып инеү өсөн аудиторияла йоҡларға ҡалаһығыҙ, йә биш, йә өс алаһығыҙ”, – тип бигерәк тә Зәйнәп, старостабыҙ, көйә торғайны... Шулайтып, бер заман өсөнсө курсҡа ла килеп еттек. Рәмзиләгә лә, миңә лә ғашиҡ булырҙай кешеләр осраны. Беҙ етдиләндек, балаланыуыбыҙ кәмей төштө. Ғашиҡ булыуҙары еңел түгел икән дә... Мин ашауҙан яҙҙым, һарыға һабышып, түшәмгә текәлеп, дәрескә йөрөмәй яттым... Рәмзилә, киреһенсә, донъя емертерҙәй булып йөрөй, шытырҙатып шиғырҙар яҙа... Һис кенә лә сер бирмәй. Мине өҫтөрәп тигәндәй Ағиҙел буйына алып төшөп, боҙо китеп бөтөп барған ағым һыуға ҡарап ултырғаныбыҙ, әрнеүҙәремдең кәмеүен, гүйә һыу менән бергә ағып киткәнен иҫләйем дә Рәмзиләгә эстән рәхмәт әйтәм. Дәрескә яңынан йөрөй башлатты тәки... Әммә бер көн килеп уның күңелендә лә ниҙер өҙөлә яҙҙы. Көтмәгәндә оло сумаҙанына мынаятын тейәп, уҡыуын ташлап, Учалыға ҡайтып китте. Икенсе йылына, өр-яңынан имтихан тапшырып, Стәрлетамаҡ пединститутына уҡырға инде. Сөнки уның йән киҫәге ошо ҡалаға күсенеп киткәйне. “Нәҡ декабрист ҡатындары төҫлө, мин китермен һинең артыңдан” тигән атаҡлы “Буранбай” шиғырындағы кеүек булды ул үҙе лә... Яҙмышының буранлы, фажиғәле көндәрен кисерҙе... Бик ауыр булды миңә Рәмзиләнең беҙҙе ташлап китеүе... Әммә һәр ваҡыт аралашып йәшәнек. Өфөгә килһә, миндә туҡталыр, яңы шиғырҙарын уҡыр ине. Шиғриәт секцияһында уның “Ирәмәл ҡыҙҙары” тигән икенсе китабы Өфөлә тикшерелде. Айырыуса Рафаэль Сафиндың, Муса Ғәлиҙең уның ҡулъяҙмаһына ҙур баһа биреп, хатта бер нисә шиғырын шундай илһамланып уҡып ишеттергәндәрен иҫләйем. Айырып шуны әйткем килә, Рәмзилә шиғыр яҙғанда ғына хисләнә, ә китаптарын туплап, эшләп ултырыуға битараф ине. Шиғыры яҙылған да эше бөткән кеүек тота ине ул үҙен. Уның ижадын бик юғары баһалағанлыҡтан, күберәген был эш менән мин шөғөлләндем. Үҙе иҫән сағында ла, вафатынан һуң да, теләһә ҡайҙа, төрлө ҡағыҙ киҫәктәренән, таба ултыртҡандан ҡоромланған дәфтәр биттәренән мин уларҙы машинкала сүпләп баҫа, китаптарын төҙөп бирә торғайным...
Стәрлетамаҡта уҡыуын тамамлағас, Рәмзилә үҙенең тыуған районында уҡытыусы булып эшләне. Ошо мәлдә уның Салауат районы Малаяҙ ауылында йәшәгән һеңлеһе Тәнзилә, баланан ауырып, мәрхүмә булып ҡалды.
Тәнзиләнең тәүге ҡыҙы Гөлнара ярты йәтимә. Бер көндө минең Өфөләге коммуналь өйҙәге бүлмәмә Рәмзилә менән Ринат, Тәнзиләнең ире, килеп инделәр. Рәмзилә минән кәңәш һораны, һин нисек ҡарайһың, килешерме икән, Гөлнараны үҙем ҡарап үҫтерергә теләйем, Ринат миңә тормошҡа сығырға тәҡдим яһаны, тине. Дөрөҫөн әйтәм, мин ни тиергә лә белмәнем. “Шәхсән үҙем бындай батырлыҡҡа эйә була алмаҫ инем, үҙегеҙ ҡарағыҙ”, – тинем. Шулай итеп, фиҙаҡәр Рәмзилә Малаяҙҙа йәшәй башланы, гөрләтеп донъя көттө. Уның уңғанлығы, бөтмөрлөгө иҫ китмәле ине. Аллы-артлы тыуған ике ҡыҙы – Гөлшат менән Гөлназды, ире Ринатты бик яратты. Малаяҙ мәктәбендә абруйлы уҡытыусы булды. Мин уларға бер нисә мәртәбә ҡунаҡҡа барҙым. Ҡаратауҙа бәшмәк йыйып йөрөнөк, йылға буйына сығып, табын ҡороп, йәш саҡтарҙы иҫкә алып, һөйләшеп ултырҙыҡ. Мул ҡуллы Рәмзилә миңә көс еткеһеҙ итеп күстәнәстәр йөкмәтеп, үҙ баҡсаһында үҫкән ап-аҡ ҙур бәрәңгеләрен, уҫлаптай ҡыярҙарын, емеш-еләктәрен тейәп оҙатып ҡалды...
Телефондан һуңғы һөйләшеүебеҙҙә ул, дауаханала ятып сығыуына ҡарамаҫтан, бик ныҡ итеп башы ауыртыуына зарланды. Мин ул саҡта “Шоңҡар” журналында баш мөхәррир булып эшләй инем. Беренсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына делегат итеп һайланғанмын, шунда ҡатнашырға йыйынып йөрөйөм. Редакцияға Ринат килеп инде, ул Рәмзиләне республика клиник дауаханаһына килтергәнлеген, уға операция яһаласағын хәбәр итте. Шул көндө үк Рәмзиләне барып күрҙем. Ул бик йонсоу ҡиәфәттә, сырайы ағарған ине, ҡолағы яҡшылап ишетмәй, ярар, Таңһылыу, мин шәбәйгәс туйғансы һөйләшербеҙ әле, тине. Операциянан һуң ул иҫенә килмәне, яһалма һулыш аппаратында ятты. Мин, Рәмзүк, бер үк ҡоролтай бөткәнсе булһа ла йәшә инде, бер үк иҫеңә кил инде, тип теләнем. Ҡоролтай ҙа тамамланды, әхирәтем ахирәткә лә күсте... Башҡортостан Яҙыусылар берлеге бинаһында уны ҡәләмдәштәре һуңғы юлға оҙатты. Өфөнән машиналарға тейәлешеп юлға сыҡтыҡ. Учалы яҙыусыларын Мәүлит Ямалетдинов алып килде. Малаяҙға барып еткәнсе тәбиғәт боларҙы. Гүйә, Рәмзиләнең вафатын ҡабул итергә теләмәгәндәй, күк иланы, ҡар ҡатыш ямғыр яуҙы, ҡаты ел иҫте... Ясин сығып, Рәмзиләне ер ҡуйынына тапшырҙыҡ. Улар зыяратта һеңлеһе Тәнзилә менән йәнәш ята...
Рәмзилә Хисаметдинова был фани донъяла ни бары 46 йыл йәшәне. Ошо ҡыҫҡа ғүмере эсендә ул, Рәми Ғарипов әйтмешләй, был ерҙең “бар ҡайғыһын, бар шатлығын татып китте”, буғай. Күп һынауҙар аша үтте. Уның шаран асыҡ күңеленә төкөрөүселәр ҙә, тәрән яра һалыусылар ҙа байтаҡ булды. Хаталанған, яҙлыҡҡан саҡтары ла булманы түгел, булды. Нисегерәк булды әле! Әммә ул һәр ваҡыт камиллыҡҡа, тәрәнлеккә ынтылды, тәүбәләргә килде, һәм уның төп кешелек сифаты булып һәр ваҡыт йән сафлығын һаҡлауы булды. ”Тәрәнлектәр тәрәндәргә ҡалһын, еткән уға сафлыҡ, ихласлыҡ” тип ул тиккә генә яҙманы. Күңелде һәр ваҡыт шаран асыҡ тотоу өсөн саялыҡ та, тәүәккәл кеше булыу ҙа кәрәк бит әле. Ошо ҡыйыулығы өсөн ул тәрән кеше була алды. Шиғырҙарында күпме тетрәп торған, йәшерелмәгән ҡайнар хистәр! Йән тетрәнештәре! “Йомшағын, йылыһын һөйәм, ҡылғандан бар гөлләмәм. Минән дөрөҫтө көтмәгеҙ, мин ысынды һөйләмәм” тип һүҙ уйнатһа ла, бер шиғырында яҙғанынса, ”уйындары уның ысын булды, ысындары уйын булманы”, “тормош уны шатлыҡһыҙ көлдөрмәне, ҡайғыһыҙ көйҙөрмәне”, ерҙә йәшәгәнендә уның йәне иҫ киткес ҙур хеҙмәт башҡарҙы, шағирә үҙен шиғырҙарында үҫтерҙе, нығынды, көсәйҙе, төп ҡанундары инде мәңгелеккә билдәләнгән донъябыҙҙы, үҙ күңеле төптәрен, бейеклектәрен, киңлектәрен аңлап китергә өлгөрҙө. Барлыҡ ижады ошо хаҡта һөйләп тора.
Һуңғы юлына шағирыбыҙ: “Иң-иң изге ышанысым менән инанам, мин барыбер еңдем, еңеүсе мин” тип китте, еңеүҙәренә ҡиммәт хаҡ түләне. “Хыянатһыҙ киттем һуңғы юлға, аҡ йән менән тыныс мин киттем” тигән шиғыр юлдары уның үҙ шәхесенә лә ҡағыла... Был аҡ йәнде уның шиғырҙарын белеүселәр тәрән ихтирам итә, ярата һәм өҫтәленән төшөрмәй.
Таңһылыу ҠАРАМЫШЕВА,
БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәми Ғарипов һәм Рәмзилә Хисаметдинова
исемендәге премиялар лауреаты.
Тәңре ебәргән моңдо
ирекле файҙаланды
Талантлы шағирә Рәмзилә Хисаметдинова ике балаға ғүмер биреп, һеңлеһе Тәнзиләнең дә ҡыҙын кейәүе, һуңынан тормош иптәше булып киткән Ринат менән бергә тәрбиәләп үҫтерәләр. Шағирәнең өлкән ҡыҙы – Салауат районы Малаяҙ ауылында йәшәүсе, урындағы башҡорт гимназияһында инглиз теленән уҡытыусы Гөлшат ХУЖИНА менән телефон аша һөйләштек.
– Рәмзилә апай ниндәйерәк әсәй ине?
– Ихлас, мөләйем, балаларын йәндәй күргән әсәй булды. Үҙе яҙғанса, “балам үҫһен ҙур булып, күҙҙәренә нур тулып, яҡтырып торһон йөҙө, ялтырап торһон эҙе” өсөн ул барыһын да эшләне. Донъя көткәндә лә, эш өҫтөндә булғанда ла уның изге теләктәрен, аҡыллы кәңәштәрен, сабыр тауышын ишеткәндәй булам. Тел осомда уның бешергән бәлештәренең тәме. Ны-ыҡ тәмле бешерә торғайны. Ундайҙы бер ҡайҙа ашағаным юҡ әле. Мейескә һалыр ине... ҡул йылыһын, күңел йылыһын ҡушып. Үҙе лә аҡ мейес булды, күңелле, йылы ҡарашлы, хәстәрлекле йәнле....
– Шиғырҙарҙы ҡасан яҙа ине? Һеҙ уның бигерәк тә ҡайһы шиғырын яратаһығыҙ, иҫегеҙҙә ҡалған?
– Әсәйем ҡыҙыҡ кеше булды ул, торғаны бер Хоҙай бәндәһе. Ашап ултырамы, эш араһында йөрөймө, креслоға ултыра ла, ҡағыҙын алдына ғына һала ла яҙып та ҡуя торғайны. Ижадҡа, бер ҡараһаң, ул бик етди ҙә ҡараманы кеүек. Шиғыр яҙылған ҡағыҙ киҫәктәре сүп һымаҡ төрлө ерҙә ятыр ине. Ҡыҙған табаны өҫтәлгә ҡуйғанда үҙенең ижад дәфтәрен ҡапылда аҫтына ла һалып ебәрә ине. Уныһының тышы ҡоромланып, ҡарайып та китә. Аптыраманы. Әсәй-шағирәнең күңеле ҡоромланманы. Тәңре ебәргән моңдо ирекле файҙаланды шулай. Шул уҡ ваҡытта күктән килгән моңдоң ҡәҙерен белеп, иләктән үткәреп, иң илаһиҙарын ғына һайлап, уҡыусыһына еткерә лә белде. Шуға уның ижадын үҙ итеүселәр күп булды. Был яҡтан ул бик талапсан да, бәхетле лә ине.
Күп шиғырҙары күңелемә яҡын. Бигерәк тә “Яратыу йыры”н, “Бишек йыры”н яратам. Уларҙы әсәйем миңә арнап яҙған. Йоҡоһоҙ төндәрендә оло мәшәҡәт тә, оло ҡыуаныс та булғанмындыр инде.
“Ҙур үҫ, ҡыҙым!
Алтын аҡыл инһен,
Кешеләргә кәрәк кеше бул.
Илем эшен иңдә күтәрерлек
Ең һыҙғанған уңған эшсе бул.
Йоҡла, ҡыҙым! Көйләп-көйләп
Күҙҙәреңә йоҡо һалайым.
Һәм үҙем дә, бишегеңә башым
Терәп, саҡ-саҡ ойоп алайым...” –
тип хәҙер үҙем балаларыма һамаҡлайым.
– Әсәйегеҙҙең һуңғы көндәре нисегерәк хәтерегеҙҙә ҡалған? Уны йыш иҫкә алаһығыҙмы?
– Ул саҡта миңә ун биш йәш ине, ә һеңлемә алты ғына. Әсәй ауырыны, дауаханала оҙаҡ ятты. Өйҙөң йәме, донъяның ҡото киткән мәл... ауыр ҡайғы, иң оло ҡайғы. Бәхетле бала саҡ менән тоташтырып торған алтын ептең шартлап өҙөлөүе. Әлбиттә, йыш иҫкә төшә. Үҙем әсәй булғас бигерәк тә.
Малаяҙҙа йәшәйбеҙ, иптәшем менән һалған йортобоҙ атай нигеҙенә яҡын ғына. Мәктәптә уҡытыусы булып эшләйем. Гөлнара апайым да бында, ул эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. Ә һеңлем Гөлназдың ғаиләһе Томск өлкәһе Северск ҡалаһында төпләнде. Кейәү менән икеһе лә опера йырсылары, урындағы музыкаль театрҙа эшләйҙәр. Һәр беребеҙ үҙебеҙсә тормошҡа һөйөнөп донъя көтәбеҙ, балалар үҫтерәбеҙ. Әсәйем беҙҙең уңыштарҙы күреп, ейән-ейәнсәрҙәрен һөйөп ултырһа ҡалай ҙа һәйбәт булыр ине, тип уйлап ҡуям. Бергә йыйылғаныбыҙҙа әсәйҙе һағынып иҫкә алабыҙ.
– Ейән-ейәнсәрҙәре өләсәләренең талантлы шәп шағирә икәнен белеп үҫәме?
– Өләсәйҙәре иҫән булһа, их был балаларым русса уйнап, русса уйлап ултырмаҫ ине, тип ҡуям. Әсәйем башҡорт теленең нескәлектәренә тиклем өйрәтә торғайны ла бит. Өйҙә беҙ ҙә үҙ телебеҙҙә аралашабыҙ, тик урам, телевизор, компьютерҙар барыбер “үҙ өлөшөн” индермәй ҡалмай. Өләсәләренең шағирә икәнен ете йәшлек Иҙел улым аңлай. Уға шиғырҙарын уҡып ишеттерәм, “Автограф” тапшырыуына тип төшөрөлгән фильмды күңел биреп ихлас ҡараны. Мирас улым әле бәләкәйерәк. Уға биш йәш. Үҫә төшкәс ағаһы ла төшөндөрөр. Кем белә, бәлки, үҙе лә шиғыр яҙыр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙгә, балаларына, ундай һәләт бирелмәгән. Үҙем китап уҡырға яратам.
– Рәмзилә апайҙың әсәһе иҫән, тиҙәр, хәлен белеп тораһығыҙмы? Ул талантлы ҡыҙы хаҡында нимәләр һөйләй?
– Өләсәйем 93 йәштә, Клара апайымда, Каменск-Уральск ҡалаһында, йәшәй. Сәфәрҙә өйө лә бар, тик ул бик иҫкерҙе инде, мейес яғып йәшәүе бик ауыр. Шуға Учалы ҡалаһында фатир хәстәрләйҙәр. Быйыл йәйгеһен осраштыҡ, хәлен белеп торабыҙ. Ул үҙе лә теремек әле, зиһене яҡты, хәтере шәп. Әсәйем тураһында бик һорашмайбыҙ, өләсәйҙе йәлләйбеҙ. Ул өс балаһын юғалтты. Шуға хәтирәләргә бирелһә, илай. Йөрәгендә – ауыр ҡайғы, хәсрәтен яңыртҡыбыҙ килмәй.
Йәй ғүмере кеүек ғүмереңдең
Үтеп китеүҙәрен тоймаҫһың!