Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ул иртә китте
10 Ғинуар , 20:10

“Ал мине, күк, ай янына, Йондоҙ булып янайымсы...”

Оло юғалтыу бөгөн дә күңелдәрҙе әрнетә. Шулай ҙа күҙ йәштәре аша яҡын кешеләренең хәтирәләрен барлап, яратҡан артисыбыҙҙың тормошона, ижадына тағы ла бер байҡау яһайыҡ.

“Ал мине, күк, ай янына, Йондоҙ булып янайымсы...”
“Ал мине, күк, ай янына, Йондоҙ булып янайымсы...”

Нәркәс ЙОМАҒУЖИНА... Иҫән булһа, ошо көндәрҙә үҙенең 40 йәшлек матур юбилейын билдәләр ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яман сир арҡаһында ул быйыл ғинуар айында йәшләй генә арабыҙҙан китте...
Баймаҡ районының Ҡолсора ауылында тыуып үҫкән ҡыҙ, мәктәпте тамамлау менән Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтына уҡырға инә. Диплом алғас, йәш актер Салауат башҡорт дәүләт драма театрында эш башлай. Нәркәс 30-ға яҡын спектаклдә, шулай уҡ “Шағир көндәлеге”, “Ете ҡыҙ театры”, “Әбейҙәр сыуағы” фильмдарында уйнаны. 2008 йылда “Ете ҡыҙ” спектаклендәге Айһылыу Ғәниева һәм 2014 йылда “Game over” спектаклендәге Света ролдәре өсөн “Йыл актеры” исеменә лайыҡ була. 2021 йылда Нәркәс Йомағужинаға “Башҡортостандың атҡаҙанған артисы” тигән маҡтаулы исем тапшырылды. Шулай уҡ быйыл “Йыл актеры” премияһы “Ынйыҡай менән Юлдыҡай” спектаклендә төп ролде башҡарғаны өсөн, вафатынан һуң, Нәркәс Йомағужинаға бирелде.
Оло юғалтыу бөгөн дә күңелдәрҙе әрнетә. Шулай ҙа күҙ йәштәре аша яҡын кешеләренең хәтирәләрен барлап, яратҡан артисыбыҙҙың тормошона, ижадына тағы ла бер байҡау яһайыҡ. Һоҡланыу, яратыу һәм һағыныу менән әйтелгән һәр һүҙ доға булып, Нәркәсебеҙҙең рухын шатландырһын.

Земфира ХӨСӘЙЕНОВА, Башҡортостан­дың атҡаҙанған артисы, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты профессоры, уҡытыусыһы:
– 2006 йылда сәнғәт институтын береһенән-береһе матур, талантлы артистар тамамлап сыҡты. Тәүге йылдан уҡ Башҡортостандың халыҡ артисы Әхтәм Абушахманов – курс етәксеһе, ә мин уларҙың кураторы һәм сәхнә теле уҡытыусыһы булдым. Алты ҡыҙ араһынан иң сибәре Нәркәс ине: ап-аҡ йөҙлө, һомғол кәүҙәле, тулы, тәрән ҡарашлы күҙҙәр – сәхнә өсөн генә яратылған йән эйәһе. Быға тағы ла эске матурлығы ла ҡушыла. Бик матур йырланы, тәрән фекерләй белде, телмәре лә бай ине. Тыйнаҡ, итәғәтле ҡыҙ, курсташтары менән һәр ваҡыт һәйбәт мөнәсәбәттә булды.
Салауат башҡорт дәүләт драма театры өсөн әҙерләнгән махсус курс булараҡ, студенттар диплом эштәрен шул ҡалала, эшкә барасаҡ сәхнәлә сығарҙылар. Нәркәстең Шәфәҡ образы иҫ киткес матур, нескә булды, әйтерһең, Мостай Кәрим “Ай тотолған төндә” трагедияһын тап уны ғына күҙ уңында тотоп яҙған. Ә Карло Гольдониҙың “Елпеүес”ендә шаян, янып торған Джертруда ролен уйнап, үҙен төрлө пландағы артист итеп танытты. Концерттарҙа ул тамашасыларҙы йырҙары менән хайран ҡалдырҙы. Аҙаҡ курстан ете кеше Салауат театрында эшкә ҡалды. Улар һәр премьераға беҙҙе, уҡытыусыларын, саҡыралар, кәңәш һорайҙар. Һәр бер эше менән танышып барғас, Нәркәстең таланты йылдан-йыл сағыуланды, яңы яҡтан асылды, тип ныҡлы әйтә алам. Мираҫ менән өйләнешеүҙәре лә Нәркәскә генә хас ул: дүрт йыл буйы бергә уҡыған курсташына хистәрен һаҡлап килеп, эш башлағас ҡына күңелен асты. Ижади ғаилә булып, бергәләшеп уңышлы эшләнеләр, ролдәр сығарҙылар. Ике матурҙың ике матур ҡыҙы – лайыҡлы емештәре бар.
Ниндәй генә осраҡта ла Нәркәс хис-тойғоларын тышҡа сығарып барманы, сабыр булды. Был һыҙаттар беҙҙең башҡорт ҡыҙҙарына ғына хас. Бәлки, ошо сабырлығы ла уны фажиғәгә килтергәндер тип уйлап ҡуям. Бөгөн Нәркәс арабыҙҙа юҡ, ләкин уның ҡарашы һаман да күҙ алдында. Ауылына барып, мәңгелек йортона оҙатһаҡ та, уның үлеменә ышанғы килмәй. Курсташтары, туғандары, тамашасылары, беҙҙең күңелдә ул. Ә спектаклдәр мәлендә төшөрөлгән яҙмалар, фотолар шул тиклем матур кешенең беҙҙең арала булыуын, ижад итеүен иҫкә төшөрөп торасаҡ.

Мираҫ ЙОМАҒУЖИН, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Салауат башҡорт дәүләт драма театры актеры, Нәркәстең тормош иптәше:
– 2002 йылда сәнғәт институтының актерҙар бүлегенә имтихандар бирергә килдек. Теләүселәр күп, конкурс ҙур. Һәр тур һайын абитуриенттар һаны кәмей бара. Аҙаҡ уҡырға ингән буласаҡ студенттарҙы практика үтергә алып ҡалдылар. Шунда Нәркәс менән таныштыҡ та инде. Ул тәү ҡараштан уҡ миңә оҡшаны. Практиканан һуң күмәкләшеп һыу инергә барғайныҡ. Ҡайтҡанда уҡ бергә етәкләшеп ҡайттыҡ. Уның тап минең кешем икәнен күңелем менән аңланым. Әммә беҙҙең уҡытыусылар үтә талапсан булды, үҙебеҙҙең дә тәү маҡсат уҡыу, һөнәр алыу ине. Шуға студент йылдарында етди мөнәсәбәттәр тураһында нисектер уйламаныҡ. Курсташтар булараҡ ҡына аралаша инек. Уҡыуҙы тамамлап, Салауатта эшләй башлағас ҡына уға дуҫлыҡ тәҡдим иттем. Әллә ни оҙаҡ дуҫлашып йөрөмәнек, сөнки бер-беребеҙҙе уҡыу йылдарынан уҡ яҡшы белә инек – ғаилә ҡороп ебәрҙек. Аҙаҡ танышҡан көндө һыу буйынан етәкләшеп ҡайтҡанды иҫләп, көлөшөп ала инек.
Бер-беребеҙҙе тәү ҡараштан оҡшатһаҡ та, характерҙар, тормошҡа ҡараштар нығынғас, маҡсаттар барлыҡҡа килгәс ғаилә ҡорҙоҡ. Аңлап яһалған аҙым ине ул. Шуға ла беҙгә бергә йәшәүе, ижад итеүе, донъя көтөүе еңел булды. Бәхәсләшкәндә бер-беребеҙгә юл ҡуя белдек. Хужабикә булараҡ, Нәркәс бик уңған ҡатын һәм хәстәрлекле, талапсан әсәй булды. Башҡорт ҡыҙҙарына хас булған барлыҡ матур сифаттарға эйә ине ул: тәртипле, аҡыллы, тура һүҙле, ҡыйыу һәм ғәҙел. Ниндәй генә эшкә тотонһа ла аҙағына тиклем атҡарып сыҡты.
Талантлы актер булыуҙан тыш, моңло тауышлы йырсы ла ине ул. Күпселек ролдәре йырға бәйле ине. Спектаклдәр ваҡытында кинәнеп йырланы. Әммә йырсы булараҡ танылыу яуларға теләмәне. Ул үҙен тик театр артисы итеп кенә күҙ алдына килтерә ине. Ә йырлағанын яратҡас, мин дә, туғандар ҙа, беҙҙең артистар ҙа Нәркәсте күберәк йырҙар яҙҙырырға, концерттарҙа ҡатнашырға өгөтләне.
Эште өйгә алып ҡайтмаҫҡа тырышһаҡ та, ике артист бергә йәшәгәс, репетицияларһыҙ булмай ине. Күп спектаклдәрҙә бергә уйнағас, һүҙҙәрҙе ятлау өсөн бер-беребеҙгә ярҙам иттек. Айырыуса премьера алдынан тынғылыҡ юҡ – театрҙағы репетиция ғына етмәй. Шулай ҙа Нәркәс бер ваҡытта ла эш тип кенә янманы: балаларҙы тәрбиәләргә лә, йорт мәшәҡәттәрен атҡарырға ла мөмкинлек таба белде.
Ул һуңғы арала башы ауыртыуға зарлана башлағас, ҡала дауаханаһына барҙы. Әммә шунда уҡ диагноз ҡуя алманылар һәм тикшерелеү өсөн Өфөгә йүнәлтмә бирҙеләр. Бергәләп барҙыҡ. Ул МРТ үткәс, диск менән табипҡа инеп китте, мин коридорҙа көтөп ҡалдым. Сыҡты ла: “Мираҫ, яҡшы хәбәр түгел. Башымда яман шеш бар...” – тине. Нисектер икебеҙ ҙә юғалып ҡалдыҡ. Икәүләшеп ҡайтыр юлға сыҡтыҡ. Уйланырға, аңларға кәрәк ине, оҙаҡ ҡына һөйләшмәй барҙыҡ. Илап алды, мин ҡулымдан килгән тиклем йыуатырға, тынысландырырға, терәк булырға тырыштым.
Ҡайтҡас, тағы ла нығыраҡ һыҙлана башланы. Салауат дауаханаһына ятҡас, көн һайын балалар менән янына барып йөрөнөк. Күп тә үтмәй Өфөгә күсерҙеләр. Янына барҙым, бер аҙна тирәһе бергә булдыҡ. Бер көн хеҙмәттәшебеҙ, дуҫыбыҙ Рәмзиә Ғәйнуллина килде. Яңы йыл байрамдары алдынан хәле ауырайғас, Нәркәсте реанимация бүлегенә күсерҙеләр. Унда инергә рөхсәт булманы, бары тик шылтыратып ҡына хәлен белешә инек. Етенсе ғинуар көнө вафаты тураһында хәбәр иттеләр... Барыһы ла яҡшы булыр, шәбәйер тип ышана инем. Балалар өсөн йәшәргә тырыштыҡ. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауырыу беҙҙән көслөрәк булып сыҡты: өмөттәр аҡланманы.
Нисек кенә ауыр булһа ла, артабан йәшәргә кәрәк. Ҡыҙҙарыбыҙ, атай-әсәйҙәребеҙ хаҡына. Балаларға ҡарап, улар менән аралашып көс алам, эш менән бер аҙ онотолам. Йылға яҡын ваҡыт үтһә лә, күңелгә һис кенә лә еңел түгел. Хәлебеҙҙе аңлаған, һәр яҡтан ярҙам ҡулы һуҙырға тырышҡан хеҙмәттәштәремә, туғандарыма, дуҫтарыма, театр етәкселегенә ҙур рәхмәттәремде еткерәм. Яңғыҙым был ҡайғыны йырып сыға алмаҫ инем.

Гөлфирә СӘФИУЛЛИНА, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат башҡорт дәүләт драма театры актеры, Нәркәстең хеҙмәттәше:
– Сәнғәт институтының беҙҙең театр өсөн әҙерләнгән махсус төркөмө һуңғы курсҡа еткәс, директорыбыҙ Наилә Сәфәрғолова уларҙы диплом спектаклдәрен әҙерләү өсөн үҙебеҙгә алып ҡайтты. Береһенән-береһе сибәр, талантлы, шаян егет-ҡыҙҙар, күҙҙәре янып тора. Таныштыҡ, репетициялар башланып китте. Бер көн Нәркәстең курсташы менән этюд күрһәтергә әҙерләнгән мәленә тап килдем. Тауыҡ менән әтәсте һынландырған бер бәләкәй генә өҙөк ине ул. Шунда уның сибәрлегенә, талантына һәм нәфислегенә хайран ҡалдым. Ябай ғына йорт ҡошон да шул тиклем матур итеп күрһәтеп булғанлығын тәүге тапҡыр Нәркәстә күреп аңланым.
Беҙ бергә күп спектаклдәрҙә ҡатнаштыҡ. Партнер булараҡ та эшләүе уңайлы һәм рәхәт булды уның менән. Айырыуса “Ғүмерҙең бер мәле” спектаклен һағынам. Моңло йырлауын белә инек, ә был драмала пластик хәрәкәттәр яһаған урындар бар – Нәркәстең буй-һынының һығылмалығына иҫ китте. Шунда ҡапыл ғына башыма: “Был бала хас та көндән-көн нығыраҡ асыла барған матур сәскәгә тиң бит!” – тигән уй килде. Әгәр иҫән булһа, бөйөк сәнғәт әһеле бейеклегенә күтәрелер ине, һис шигем юҡ. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, гөлөбөҙ иң матур сағында һулыны ла ҡуйҙы. Уның тағы ла асылып етмәгән, кешегә сығарырға баҙнат итмәгән йәшерен таланттары күп булғандыр, тип уйлап ҡуям. Наҙлы, йомшаҡ, шул уҡ ваҡытта эске бер тонусы булды уның.
Баҡсаларыбыҙ күрше генә урынлашҡан. Мираҫ менән икеһенең бер булып донъя көтөүенә шунда шаһит булдыҡ. Нәркәс түтәлдәрендә бер бөртөк сүп үләне тотманы, утарға сыҡҡанда ла улар өҙгән үләндәрен биҙрәгә йыйып, ихатаның иң алыҫ мөйөшөнә һала бара ине. Баҡсалары һәр ваҡыт сәскәгә күмелеп ултырҙы, йәшелсәләре мул уңыш бирҙе. Уңған һәм бөтмөр хужабикә булыуына бар театр һоҡлана ине. Гримм бүлмәһендә лә, өйөндә лә тәртип яратты. Бер ваҡиғаны һәр саҡ иҫкә алабыҙ. Таңсулпан ҡыҙы бәләкәй ине әле, эшкә сыҡты. Спектаклдәр мәлендә баланы кем буш, шул ҡарап тора. Бер ханым шулай балаға ҡулъяулыҡ кәрәккәс, Нәркәстең сумкаһын асҡан. “Бер ҡатын-ҡыҙҙа ла ундай тәртипте күргәнем юҡ ине. Бигерәк идеаль кеше икән”, – тип һоҡланып йөрөнө ул аҙаҡ. Матурлыҡ яратҡан кеше булараҡ, һәр ерҙә гөлдәр үҫтерә ине. Театрҙа үҫтергәндәре хәҙер бер аҙ етемһерәп ултырған кеүек. Улар менән ҡайһы саҡта һөйләшеп алам.
Театрҙың шатлыҡтарына һөйөндө, уңышһыҙлыҡтары булһа, ысын йөрәктән әсенде, киләсәге өсөн борсолдо. Һөнәребеҙҙе ихлас ярата ине ул. Ваҡлыҡтарҙан өҫтөн булды. Әрләшеп, тауыш күтәреп йөрөмәне, әммә урынын белеп, кәрәк булһа, ҡаты ғына итеп үҙ фекерен әйтә ине. Маҡтауҙарға ла маһайманы, тыйнаҡ булып ҡала белде. Бер ваҡытта ла ролдәр алыу өсөн интригалар ҡорманы. Мохтаж да түгел ине: уны режиссерҙар ҙа, актерҙар ҙа яратты. Ролдәрҙән бәхете булды тип әйтер инем: һәр бер спектаклдә тиерлек ҡатнашты.
Ата-әсәһенә шул тиклем хөрмәт һәм ихтирам күрһәтте, һәр саҡ ярҙам итергә тырышты. Айырыуса әсәһе ауырып, дауаханаға эләккәс, улар ауылға йыш ҡайтып йөрөнөләр. Бер йылы беҙ Төркиәгә барып ҡайтҡас, шул турала һөйләшә-һөйләшә сәй эсеп ултырғанда мин: “Нәркәс, һеҙгә лә шулай сәйәхәт итергә кәрәк”, – тип әйтә ҡуйҙым. “Миңә атай-әсәй диңгеҙҙән дә ҡәҙерлерәк”, – тип яуапланы ул. Ата-әсәләре менән танышыу бәхете тейҙе беҙгә. Баймаҡ яҡтарына гастролдәргә барһаҡ, улар беҙҙе мотлаҡ өйҙәренә алып ҡайтып, ҡунаҡ итеп ебәрәләр. Нәркәс уларға оҡшап шундай ҡунаҡсыл һәм ихлас кеше булды. Шулай ҙа улар ғаиләләре менән диңгеҙ буйына барып, ял итеп ҡайттылар. Әлдә генә шундай форсат таптылар, рәхәтләнеп ял иттеләр тип Нәркәс өсөн шатланам.
Уның ауырыуы ла, үлеме лә шул тиклем ҡапыл булды, хатта нисектер аңламай ҙа ҡалдыҡ. Һөйләшергә, йыуатырға форсат та булманы кеүек. Хәҙер аңлайым: ул шул тиклем сабыр һәм көслө булды. Бәлки, һыҙланыуҙарға ул сабыр ғына түҙеп йөрөгәндер...
Эштә лә, өйҙә лә Нәркәсте иҫләмәгән, уны һағынып һөйләмәгән көнөбөҙ юҡ. Театрыбыҙҙың бар йәмен ул үҙе менән алып китте кеүек.

Лиана НИҒМӘТУЛЛИНА, Салауат башҡорт дәүләт драма театры режиссеры:
– Театрҙың ҡануны шулай: беҙҙә коллектив хеҙмәттәштәр булараҡ ҡына аралаша алмай. Гастролдәргә йөрөп, байрамдар үткәреп, көндәр буйы репетиция яһап беҙ бер туғандарға әүереләбеҙ. Мин театр менән 2010 йылда, режиссер ассистенты булып практикаға килгәндә, танышҡайным. Бер йылдан эшкә ҡайттым. Нәркәс миңә апай ҙа, кәңәшсе лә булды, үҙен артист булараҡ та хөрмәт иттем. Бергә матур-матур эштәр башҡарҙыҡ. Һәр бер спектаклемдә уны уйнатырға тырыштым, сөнки эшкә ныҡ яуаплы ҡараны, башҡаларға өлгө булып торҙо.
Унда шул тиклем кешелек сифаттары юғары булды. Роль биргәндә лә тәү сиратта башҡаларҙы уйлай ине. Хәтеремдә, Ноғман Мусиндың повесы буйынса “Ғүмерҙең бер мәле” спектаклен ҡуйырға булғас, мин Нәркәскә төп ролде – Сөмбөлдө тәҡдим иттем. “Мин инде оло, ролдәрем күп. Әйҙә уны йәштәргә бир”, – тип башҡаларға үҙҙәрен күрһәтер мөмкинлек бирҙе. Тик улар был ролде килтереп сығара алманы, һәм мин барыбер Нәркәсте уйнарға күндерҙем. Аллаға шөкөр, Сөмбөл образын сығарғандан һуң, Нәркәскә “Башҡортостандың атҡаҙанған артисы” тигән маҡтаулы исем бирелде.
Әлеге мәлдә уны алыштырырҙай артист юҡ. Моңло тауышы, һомғол буйы, матур сифаттарға эйә – бар яҡтан да килгән. Ғәҙел булды. Оҡшамаған ер булһа, күҙеңә ҡарап, тураһын әйтергә ҡурҡманы, үҙ фекерен яҡлай алды. Театр өсөн Нәркәс аңлатып бирә алмаҫлыҡ оло табыш та, юғалтыу ҙа. Һәр эшен еренә еткереп эшләне, балаларын матур тәрбиәләне. Мираҫ менән бергә театрға килеп инһә, уларға һоҡланмаған кеше булмағандыр. Зауыҡ менән кейенгән, итәғәтле, матур, талантлы һәм ихтирам яулаған пар. Үлеме үкенесле булһа ла, ҡыҫҡа ғына ғүмерен бәхетле йәшәне, тип күңел йыуатам. Яратҡан ғаиләһе, яратҡан эше булды. Үҙе лә булғанына шөкөр итеп, яҙмышына ҡәнәғәт булып йәшәй белә ине.
2022 йылдың көҙөндә беҙҙең театр “Замандаш” драматургия лабораторияһында ҡатнашты. Унда Баныу Ҡаһарманованың “Яҙмыш математикаһы” пьесаһын әҙерләп, режиссер эскизы күрһәттек. Спектаклдә Нәркәс Резеда ролен уйнаны. Ауырығанын белмәй ине әле. Ижад миҙгеле тамамланғансы был эскизды тулы спектакль итеп театр сәхнәһенә сығарырға ниәтләнек. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Нәркәсебеҙ ауырып, ҡапыл ғына мәрхүмә булды. Шул саҡта ошо “Яҙмыш математикаһы” спектаклен уның яҡты иҫтәлегенә арнайым, тип үҙемә һүҙ бирҙем. Беренсенән, Нәркәстең һуңғы роле ошо булһа, икенсенән, автор үҙе лә әҫәрендә онкология темаһын күтәрә. Уйнауы еңел түгел: артистар сәхнәгә сыҡҡан һайын Нәркәсте уйлай, оло юғалтыуҙы ҡабат-ҡабат йөрәге аша үткәрә. Был ысынбарлыҡты ҡабул итеп булмай. Гастролгә киткән тип хис итәм: бер нисә көн үтер ҙә, театр ишеген асып килеп инер кеүек.
Нәркәстең моңло тауышы айырыуса күңелемә яҡын ине. Ике моң эйәһе эшләне беҙҙә: Риза Мәһәҙиев һәм Нәркәс Йомағужина. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, икеһенең дә моңо иртә өҙөлдө. Нәркәс табындарҙа ла, дуҫтар менән йыйылышып ултырғанда ла Райман Ишбаев репертуарынан Мостай Кәрим һүҙҙәренә ижад ителгән бер йырҙы яратып башҡара ине:
“Ал мине, күк, ай янына,
Йондоҙ булып янайымсы.
Осҡан саҡта ҡапыл янып,
Ап-аҡ көлгә ҡалайымсы...”
Һәм ул ошо йырҙағыса йондоҙ булып янды ла яҡты нурын һибеп атылды...

Гүзәлиә ИСЛАМОВА, Нәркәстең курсташы:
– Беҙ Нәркәс менән сәнғәт институтына уҡырға килгәс тә танышып, яҡшы аралаша башлағайныҡ. Ә һуңғы курстарға еткәс, ике йыл бер бүлмәлә йәшәп, ныҡлап дуҫлашып киттек. Һәр ваҡыт – уҡыуҙа ла, буш ваҡыттарҙа ла бергә булдыҡ. Аралашыу даирәһе башлыса курсташтар һәм сәнғәт институты студенттары ине. Насар хәлдәргә тарыманыҡ, уҡыуҙы матур ғына тамамланыҡ, сөнки Нәркәс шул тиклем тәртипле һәм итәғәтле, тыйнаҡ, тотанаҡлы булды. Ауылда үҫһә лә, унда ниндәйҙер юғары мәҙәнилек бар ине. Уҡытыусы булып эшләгән ата-әсәһе лайыҡлы, матур тәрбиә, белем биреп, ысын зыялы үҫтергәндәр. Миңә Нәркәс янында һәр ваҡыт рәхәт һәм ышаныслы булды. Бер ваҡытта ла әрләшеп, мөнәсәбәттәр асыҡлап йөрөмәнек. Шулай уҡ ғәҙеллек яҡлы ине, һәр ваҡыт дуҫтарының күңелен уйланы. “Ай тотолған төндә” спектаклен диплом эше булараҡ башлағас, икебеҙгә бер роль – Шәфәҡ бирелде. Уҡытыусыларыбыҙ күп урындарҙа уны уйнатырға тырыша. Ни өсөн икәнен аңлайым һәм һис кенә үпкәләмәйем: мин татар милләтенән булараҡ, сәхнәлә башлыса ятланған һүҙҙәр менән генә уйнайым, роль ауырыраҡ бирелә. Етмәһә, тауышым да көслө түгел. Әммә Нәркәс, тигеҙ уйнарға тейешбеҙ, Гүзәлиәгә күберәк һүҙҙәр бирегеҙ, тип уҡытыусыларға әллә күпме ялынып йөрөгән икән.
Актерлыҡ һәләтенә килгәндә, шуны билдәләп үткем килә: Нәркәстә артыҡ ҡыланыу, ҡысҡырыныу, тамашасыға оҡшарға тырышыу булманы. Был тәүге курста уҡ күҙгә ташланды. Шул холҡо өсөн дә яҡын күрҙем үҙен. “Башҡортостандың атҡаҙанған артисы” тигән исемде алғас, шатлығы менән уртаҡлашыу өсөн осраштыҡ. Шат ине, әммә уның тормош маҡсаты бер ваҡытта ла исем, дәрәжә алыу булманы. Дан өсөн түгел, күңел ҡушыуы буйынса эшләне, ижад итте. Һөнәренә шул тиклем яуаплы ҡараны, һәр ролен ятлап, ныҡлы эшләп, үҙенә һеңдереп алған ине. Шул уҡ ваҡытта тыйнаҡ булып ҡалды.
Диплом алып, эш башлағас та дуҫлығыбыҙ дауам итте. Хатта ғаилә дуҫтарына әүерелдек: мин курсташым Илнурға кейәүгә сыҡтым, Нәркәс менән Мираҫ та өйләнеште. Дүрт йыл буйы бергә уҡыған кешеләр менән аралашыу күңелле ине. Иптәшем менән бер осор Мәскәүҙә йәшәнек, Салауатҡа килгәндә беҙҙе Йомағужиндар ғаиләһе һәр ваҡыт ихлас күңел менән ҡаршы алды. Нәркәстең уңған хужабикә булыуына һәр саҡ һоҡлана инем. Тора-бара беҙҙе донъя мәшәҡәте баҫты, балалар ҙа бәләкәй – йыш күрешә алмай башланыҡ. Шулай ҙа интернет селтәрендә, телефон аша һөйләшеп, хәл белешеп торҙоҡ. Бер нисә йыл элек Мораҙым тарлауығында курсташтарҙың осрашыуы үтте. Хәтирәләргә бирелеп, йырлашып ултырҙыҡ, оҙаҡ күрешмәгән кешеләр менән аралашыу күңелгә байрам ине. Хушлашҡы килмәй бер талай торҙоҡ, илашып бөттөк. Нисектер күңелдә рәхәт тә, моңһоу ҙа бер тойғо ҡалды.
Нәркәсте юғалтҡас ҡына, ни өсөн һирәк осраштыҡ икән тип уйлана башланым.
Оло ҡыҙы Таңсулпан әле Өфөлә, һынлы сәнғәт гимназия-интернатында уҡып йөрөй. Бер нисә тапҡыр беҙгә килеп китте, хәҙер бигерәк тә йышыраҡ аралашырға тырышам. Ҡыҙҙарына ҡарап, Нәркәстең үҙендәге барлыҡ матур сифаттарҙы уларға тапшырыуын күрәм. Тәртипле, итәғәтле балалар. Әсәһенең һөйләгәндәрен, өгөт-нәсихәттәрен иҫтә тоталар.
Беҙҙең туйҙа Нәркәс ҡотлау һүҙҙәрен әйткәндә: “Һин минең иң яҡын әхирәтем, башҡаса ундайҙар булмаясаҡ”, – тигәйне. Ул ваҡытта аптыраңҡырап ҡалдым, ул һүҙҙең мәғәнәһен дә аңламаным, шикелле. Ә хәҙер, уның үлеменән һуң, шуны аңлайым: дуҫтар йылдар үтеү менән артмай, ә, киреһенсә, кәмей бара икән. Минең дә башҡаса Нәркәс кеүек дуҫым юҡ...


Гөлнур ҠЫУАТОВА әҙерләне.

Автор:
Читайте нас: