Бөтә яңылыҡтар
Вернисаж
15 Июль 2019, 19:07

Cәнғәт теленә тылмас кәрәкмәй

Ысынында элек бер ҡасан да тыуған яғымдан китеп сит илдә йәшәрмен тип күҙ алдына ла килтермәгәйнем. Яҙмыштыр инде. Эшләгән еремдә буласаҡ тормош иптәшемде осраттым, ғаилә ҡорҙоҡ. Өфөгә, атай-әсәйем һәм туғандарым янына йыл да ҡайтып йөрөйөм. Балалар менән Мәскәүҙә лә булдыҡ, Санкт-Петербургты ла барып күрергә хыялланабыҙ. Ҡыҙҙарыма ла, иремә лә Рәсәйҙә бик оҡшай. #Шоңҡаржурналы

Динара Ҡәйүмова-Даниэль 1965 йылда Өфөлә тыуған. Атаҡлы 39-сы мәктәпте тамамлаған. Медицина буйынса ғилми эштәр авторы, рәссам, бейеүсе. Әле ғаиләһе менән Германияла йәшәй.

Марттан башлап Гейдельбергта башҡорт сәнғәте күргәҙмәһе ҡуйылыуы хаҡында барса мәғлүмәт саралары ла бер-бер артлы хәбәр итте. Сәнғәтебеҙ донъяны яулай тип ҡыуандыҡ. Ә бит һәр эштең артында аныҡ кешеләр тора һәм уларҙың изге хеҙмәте хаҡында беҙ йыш ҡына белмәй ҙә ҡалабыҙ. Башҡорт ҡорама сәнғәте менән берлектә “Монисто” фотоколлекцияһының да Европа тамашасыһының күңелен яулауы, Германияла ҙур уңыш менән үтеүенә лә үҙебеҙең яҡташыбыҙ, милләттәшебеҙ сәбәпсе.

– Динара, бер аҙ үҙең тураһында һөйләп китһәң ине? Гейдельбергка нисек килеп эләктең?

– Германияла йәшәүемә инде 20 йыл. Бында тәүҙә 1997 йылда трансплантацион иммунология буйынса медицина стажировкаһы үткәйнем. Башта төрлө халыҡ-ара йәмғиәттәрҙән стипендия отоп, шул арҡылы килһәм, һуңынан инде миңә Гейдельберг университетында эш тәҡдим иттеләр.

– Ят ил, башҡа мәҙәниәт һәм йолалар һиңә һәм ижадыңа нисек тәьҫир итте?

– Апайым менән миңә атайым бәләкәй генә сағыбыҙҙан сәнғәттең төрлө төрҙәренә һөйөү тәрбиәләне. Ул беҙҙе йыш ҡына күргәҙмәләргә, музейҙарға йөрөттө. Өфөлә йәшәгәндә күберәк академик реализм һәм импрессионистар ижады менән таныш инем. Ә бында үҙем өсөн экспрессионистарҙы һәм абстракт һынлы сәнғәт донъяһын астым. Быларҙың барыһы ла күңелгә эҙен һалмай ҡалманы.

– Һеҙ табиплыҡҡа уҡығанһығыҙ бит. Ә сәнғәткә ҡарай боролош нисек килеп сыҡты һуң?

– Боролошмо икән һуң ул, минең тәбиғи юлым, яҙмышым ағышы тиер инем. Сәнғәт донъяһына сумғанымды аңғармай ҙа ҡалдым ул. Балалар тыуғандан һуң улар менән бергә художество мәктәбенә йөрөй башланым. Күңелдә сабыйҙарымды нисек тоям, ҡалай ҡабул итәм, шуны киндер туҡыма аша күрһәтеү теләге тыуҙы. Шулай, һиҙмәҫтән, мин яҙған картиналар һәм әүәләгән скульптуралар байтаҡ ҡына йыйылып киткән. Был шөғөл минең бала тәрбиәләүҙән ҡалған күп булмаған ваҡытымды тулыһынса биләне һәм йән талабына әйләнде лә китте. Балаларҙы тәрбиәләү өсөн алған ял осоро үтһә лә, университетҡа кире эшкә сығыу тураһында уйламаным да. Ғилми эшмәкәрлеккә ҡарағанда ижадымдан күпкә ҙурыраҡ йыуаныс табыуымды аңланым, ул бит минең үҙемә генә түгел, башҡаларға ла ҡыуаныс килтерә. Сәнғәт юлынан китеүемә ғаилә ҡороп, әсәй булыуым төп этәргес булып торғандыр, тием. Яңы ролдә кеше донъяға башҡаса ҡарай башлай, тормош ҡиммәттәре лә үҙгәрә. Хәйер, һүрәт төшөрөүҙән бала саҡтан, ултырғыста ултырырға өйрәнгәндән алып айырылғаным булманы. Бөгөн мин ирекле рәссам булыуым менән бәхетлемен.

– Картиналарығыҙҙа япон тематикаһы ла ҙур урын алып тора. Көнсығыштың был үҙенсәлекле мәҙәниәте менән ҡасан ҡыҙыҡһына башланығыҙ, моделдәрҙе нисек табаһығыҙ?

– Көнсығыш һәм Азия мәҙәниәте мине һәр саҡ ылыҡтырҙы. Ә Япония менән ҡыҙыҡһыныуым бала саҡта, атайым ҡулыма тотторған Всеволод Овчинниковтың “Имән тамырҙары” тигән китаптан башланды. Был хеҙмәт һөйөүсән халыҡтың йолаларын, беҙҙең өсөн ят булған холҡон һәм үҙҙәрен, фиғелдәрен нығыраҡ өйрәнеп-белеү теләге тыуҙы. Һәм, әлбиттә, япон ҡыҙҙарының тыйнаҡ һәм нескә матурлығына, бигерәк тә борондан килгән һәм бөгөнгәсә йәшәгән, традицион япон мәҙәниәтен һаҡлап килгән үҙенсәлекле сәнғәткә – гейшалар оҫталығына ғашиҡ булдым. Үҙемдең бер ҡасан да Японияла булғаным булмаһа ла, ҡасан да булһа унда барырыма ышанам. Моделдәргә килгәндә, уларҙы йә таныштарым араһынан табам йә булмаһа элекке винтаж фотографияларҙан күсереп төшөрәм.

– Ижадтағы төп темаларығыҙ һәм йүнәлешегеҙ? Яратҡан материалдарығыҙ, жанрҙарығыҙ ниндәй?

– Күңелемә оҡшаған, мине һоҡландырған нәмәләрҙе һүрәттә һынландырам. Минең темам ул кешеләр, күпселектә ҡатын-ҡыҙ, уларҙың кәйефе, бейеүҙәге хәрәкәттәре. Яҡтылыҡ һәм төҫтәр менән уйнаған тәбиғәтте лә төшөрөргә яратам. Модерн осорона ҡараған Австрия рәссамы Густав Климт – яратҡан ижадсым. Уның ябай ғына төҫлө күренгән ҡатын-ҡыҙҙың да ҡиәфәтендә ниндәйҙер тулҡынландырғыс, серле, ылыҡтырғыс көс барлығын күрһәткән эштәре оҡшай.

– Күргәҙмәләрегеҙҙең Германияла ла, Башҡортостанда ла ҡуйылғаны бар. Тамашасы айырыламы? Немецтарға, ғөмүмән, сит ил кешеләренә ниндәй темалар ҡыҙыҡ, ә башҡорт аудиторияһын ниндәйерәк йүнәлештәр ҡыҙыҡһындыра тип аңғарҙығыҙ?

– Өфөлә минең әлегә 2013 йылда бер генә шәхси күргәҙмәм үтте. Миңә ҡалһа, публика ҡайҙа ла бер. Тегендә лә, бында ла ижадымды үҙ иттеләр. Яҡташтарым араһында күберәк Башҡортостан тәбиғәтенең, башҡорт ҡатындарының да матурлығын күрергә теләр инек, тиеүселәр ҙә булды.

– Үҙебеҙҙең милли тематикаға йыш мөрәжәғәт итәһегеҙме? Быны тыуған яҡ менән бәйләнеш тип атап буламы?

– Уйлауымса, донъяның ҡайһы өлөшөнөң тәбиғәтен төшөрөүең түгел, ә шуның аша үҙеңде борсоған йә тулҡынландырған нәмәне асып күрһәтә алыуың мөһим. Донъяны матурлыҡ ҡотҡарыр тиҙәр бит. Әммә әлеге фекерем бер ҡасан да үҙгәрмәҫ тип тә әйтә алмайым, уныһын ваҡыт күрһәтер.

– Һеҙҙең өсөн нимә ул сәнғәт? Ул тормошоғоҙҙоң ниндәй өлөшөн биләй?

– Күңеленә ятҡан шөғөлөн һөнәренә әүерелтә алғандар бәхетле. Сәнғәт үҙенең барса һынланыштары менән тормошомда ҙур урын алып тора. Һынлы сәнғәттән тыш бейеү менән дә мауығам.

– Медицина юлынан тайпылыуығыҙ, Рәсәйҙән китеүегеҙ өсөн үкенгәнегеҙ булдымы?

– Әгәр кеше берәй һөнәргә байтаҡ йылдарын һәм көсөн биргән икән, был әле уның барса ҡалған ғүмерен дә шуға арнарға тейеш тигәнде аңлатмай бит. Медицина институтын һәм аспирантураны тамамлағандан һуң Рәсәйҙә ете йыл ошо йүнәлеш буйынса эшләнем. Гейдельберг университетында иһә биш йыл хеҙмәт итеп ташлағанмын. Алған профессиямда мин яҡшы һөҙөмтәләргә ирештем, донъяның иң бәҫле фәнни журналдарында мәҡәләләрем баҫылды. Әммә ике ҡыҙға әсәй булғандан һуң, минең өсөн тап ғаилә өҫтөнлөклө проектҡа әйләнде. Шунан һынлы сәнғәт тә яҙмышыма китмәҫкә тип бәреп килеп инде. Германияға эшем арҡаһында килеп эләктем тигәйнем бит инде. Ысынында элек бер ҡасан да тыуған яғымдан китеп сит илдә йәшәрмен тип күҙ алдына ла килтермәгәйнем. Яҙмыштыр инде. Эшләгән еремдә буласаҡ тормош иптәшемде осраттым, ғаилә ҡорҙоҡ. Өфөгә, атай-әсәйем һәм туғандарым янына йыл да ҡайтып йөрөйөм. Балалар менән Мәскәүҙә лә булдыҡ, Санкт-Петербургты ла барып күрергә хыялланабыҙ. Ҡыҙҙарыма ла, иремә лә Рәсәйҙә бик оҡшай.

– Гейдельбергта барған башҡорт ҡорамаһы күргәҙмәһе – һеҙҙең идея. Һеҙ уның инициаторы һәм тормошҡа ашырыуҙа ярҙам итеүсе лә. Был идея ҡасан тыуҙы? Музей башта уны нисек ҡабул итте?

– Был уй башымда өс йыл самаһы элек яралғайны. 2013 йылда Өфөнөң Республика халыҡ ижады үҙәге янындағы “Урал” галереяһында үҙемдең шәхси күргәҙмәмдән һуң йыл һайын галерея етәксеһе Кәримә Шәрип ҡыҙы Кайдалова эргәһенә барып йөрөнөм. Ул һәр ваҡыт илһамланып үҙенең проекттары хаҡында һөйләп, ҡорама киҫәктәренән тегелгән йә кейеҙҙән эшләнгән иҫ киткес өлгөләр күрһәтә ине. Башҡортостан оҫталарының эштәрен Германияла ла күрһәтергә ине тигән теләк шунда яралды. Ошо мәҙәниәт күпере аша немецтар Көнбайыш Германия өсөн билдәһеҙ һәм алыҫ кеүек тойолған республика хаҡында хәбәрҙар булып, уның мәҙәниәте менән танышһа ҡалай шәп булыр ине тип уйланым.

– Әҙерлек һәм ойоштороу эштәре нисегерәк үтте?

– Фекеремде Кәримә Шәрип ҡыҙы менән уртаҡлашҡас, ул күргәҙмәнең проектын әҙерләне, мин иһә уны немецсаға тәржемә итеп, Гейдельбергтағы Макс Бергтың туҡымалар коллекцияһы музейы етәксеһенә мөрәжәғәт иттем. Ҡыуанысҡа күрә, сифатлы һәм үҙенсәлекле ҡул эштәре шундуҡ Шерер ханымдың күңеленә ятты. Шунан ул бер-ике көн үтеүгә Курпфаль музейының директорын (туҡымалар музейы уның филиалы булып тора) Өфөнән киләсәк милли күргәҙмәнең әһәмиәтле буласағына ышандырып, күндереп тә ҡуйған. Гейдельбергтағы Туҡымалар музейы даими рәүештә ҡорама буйынса халыҡ-ара күргәҙмәләр (триенале) һәм башҡа бәҫле милләт-ара саралар үткәреп тороуы менән данлы. Һуңынан инде күргәҙмәне әҙерләү буйынса ентекле эштәр башланды. Шул ваҡиғаға әҙерлек барышында Галлелағы дуҫтарым аша башҡорт фотографы Гөлназ Макиева-Ғәлимуллинаның ижады менән танышып, уның милли кейемебеҙгә арналған художестволы фотоларына ғашиҡ булдым. Бына шулай, Башҡортостандың төрлө мөйөштәренән ижади команда тупланды һәм беҙ күп ҡырлы башҡорт халыҡ сәнғәтен мөмкин тиклем киңерәк итеп күрһәтергә ынтылдыҡ. Эш барышында республиканың мәҙәниәт министры Әминә Ивний ҡыҙы Шафиҡованың да хуплауы һәм ярҙамын тойоу беҙҙе тағы ла ҡанатландырып ебәрҙе.

– Күргәҙмә асылғанда ниндәй тойғолар кисерҙегеҙ? Урындағы тамашасы уны нисек ҡабул итте?

– Асылыу тантанаһы мәлендә (йөҙҙән артыҡ кеше бар ине) мин тамашасының ихлас ҡыҙыҡһыныуын һәм һоҡланыуын тойоп, эске ҡәнәғәтлек кисерҙем. Уларҙы ҡорама ҡорауҙар ғына түгел, ҡурайсының моңло уйнауы ла, ҡабатланмаҫ этник фильмдар күрһәтелеүе лә, Өфөнән тәмле күстәнәстәр – барыһы ла тетрәндереп, күңелдәрендә юйылмаҫлыҡ эҙ ҡалдырыуына иманым камил. Ошо өс ай эсендә күргәҙмәбеҙҙе мөмкин тиклем күберәк кеше ҡарап, йөрәктәрендә Башҡортостанды барып күреү теләге тыуырына ла өмөт итәм. Бына шуны теләйем бар күңелемдән.

– Башҡорт менән немец бер-береһенән нимәгә өйрәнә, нимә ота ала? Ошонда йәшәп һеҙ үҙегеҙгә ни алдығыҙ, үҙгәрҙегеҙме?

– Рәсәй халҡының ҡунаҡсыл, эскерһеҙ һәм асыҡ булыуы бер кем өсөн дә яңылыҡ түгел. Немецтар, киреһенсә, тойғоларын бик белдереп бармай, уларға яңы мөнәсәбәттәр урынлаштырыр өсөн ваҡыт талап ителә. Уның ҡарауы был милләт иҫ киткес төплөлөгө, үҙен ойоштороу һәләте һәм эштәге тәфсирлеге менән айырылып тора. Улар барыһын да алдан самалап, уйлап эшләй. Бында күскәс, алдымда ошо ике халыҡтың, рәсәйлеләрҙең ҡапыл уйлап эш итеүе менән немецтарҙың планлаштырырға яратыу һәләттәрен берҙәй ҡулланырға өйрәнеү тигән бөйөк мәсьәлә тора ине. Был минең байтаҡ ҡына йоҡоһоҙ төндәрем һәм тырышлығым арҡылы тормошҡа ашырылды. Булдырҙым!

– Нимә ул бәхет? Һеҙ бәхетлеме?

– Һис шикһеҙ! Бына тигән татыу һәм етеш ғаиләм, һөйөклө балаларым, ҡәнәғәтлек һәм шатлыҡ килтергән, яратҡан эшем бар. Бәхетлемен!

Гөлназ Макиева-Ғәлимуллина әңгәмәләште.