Шоңҡар
-13 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Һуғыш
15 Сентябрь , 22:50

Аҡ бурандар аҙаштыра, тимә... Булған хәл

– Яратам тип әйтергә...– Һикереп тороп ултырҙым. Йөрәк дөп-дөп тибә, нимә тип яуап ҡайтарырға ла белмәйем.– Яңы йылдан бирле һине уйлап тик йөрөйөм. Ә иҫереп кенә әйтмәһәм, айыҡ саҡта батырлығым етмәй. Зөлфиә!

Аҡ бурандар аҙаштыра, тимә...   Булған хәл
Аҡ бурандар аҙаштыра, тимә... Булған хәл

– Хөрмәтле пассажирҙар! Көн торошо боҙолоу сәбәпле, “Өфө – Сибай” автобусының ҡуҙғалыу ваҡыты тағы ла ике сәғәткә кисектерелә...Тауыш көсәйткес аша яңғыраған битараф тауыш мине сығырымдан сығара яҙҙы. Таң менән ҡуҙғалырға тейеш инек, хәҙер төш мәле етеп килә. Башҡа ваҡытта төшкө аш әҙер булыуға атай йортонда ултыра торғайным. Был юлы тотҡарлыҡ артынан тотҡарлыҡ сығып ҡына тора. Кисә, эштән һуң сығыу сәбәпле, ауылдан килгән үткенсе машинаға һуңланым. Етмәһә, алып ҡайтырға тейешле документтарҙы ла нотариуста теркәтергә кәрәк икән. Уның артынан йөрөп, киске автобусҡа өлгөрмәнем. Ә бөгөн таң атыуға буран сыҡҡайны. Шулай ҙа, оло сумкамды йөкмәп, вокзалға килдем. Бәлки, тигән өмөт бар бит.


Шул саҡ кеҫә телефоны тауыш бирҙе. Кәйефем юҡлығын һиҙҙермәҫкә, борсолдормаҫҡа тырышып, әсәйем менән һөйләшә башланым:


– Әле юлға сыҡманыҡ, бәлки, ике сәғәттән көн матурланыр. Ярай, әсәй, иң мөһиме – аҙағы хәйерле булһын. Юлға сығып, ҡамалһаҡ, шунда бәлә булыр ине. Ә мин Өфөлә ултырам бит, бик булмаһа, өйгә ҡайтырмын. Ҡуҙғалһам, үҙем шылтыратырмын, борсолма...


Телефонды һалдым да, сумкамдан күстәнәскә тип алған һут менән печеньены сығарҙым. Асыҡтыра башлағайны, тамаҡ ялғап алырға булдым. Әгәр автобус булһа, вокзал магазинынан тағы күстәнәс алырмын әле.


– Һылыу, һин дә беҙҙең яҡҡалыр, эйеме? Сибай автобусынамы?


– Эйе, – иртәнән бирле янымда ултырған сибәр ханым тәүге тапҡыр һүҙ ҡушты. Ул да көтөүҙән арығандыр.


– Нишләмәк кәрәк, буран бит...


– Быйылғы бурандар тамам ялҡытты инде. Элек селлә һыуыҡ була торғайны, быйыл – көн аша буран.


– Көн яманы бөтөр... Оҙаҡламай яҙ етә бит.


– Мин ямғырҙы ла, буранды ла яратмайым. Йылы яҡта, диңгеҙ буйында ғына йәшәгем, эшләгем килә.


– Мин дә элек шул турала хыяллана инем. Ә хәҙер буранды ла, ҡарҙы ла яратам. Какуй там, ауыл тормошона ла ғашиҡ булдым.


– Ә һеҙ ҡала ҡыҙымы?


– Эйе. Ҡала ҡыҙы инем, хәҙер бына ауыл бисәһе булып йәшәп ятам. Уйлаһам, үҙемә лә ҡыҙыҡ булып китә. Әгәр тыңларға теләгең булһа, һөйләйем.


– Әлбиттә. Ә ныҡ ҡыҙыҡ булһа, гәзиткә яҙырға яраймы?


– Әлләсе... Ул миңә ҡыҙыҡ кеүек, ә башҡалар өсөн әһәмиәте юҡтыр ул.


– Әйҙә һөйләгеҙ, ҡалғаны – минең эш...


Зөлфиә менән шулай танышып, һөйләшеп киттек. Автобус көткән, артабан юлдағы ваҡыт һиҙелмәй ҙә үтеп китте.


– Мин – ҡала ҡыҙы. Атайым заманында ҙур ғына түрә булды, әсәйем – атҡаҙанған уҡытыусы. Ағайым менән май эсендәге бөйөр кеүек булдыҡ: кейем кәрәкме – мә, яңы түңәрәккә яҙылдыңмы – рәхим ит, китап алаһыңмы – афарин! Бары тик беҙгә тәртип боҙмаҫҡа, башҡалар алдында ма­һаймаҫҡа, ваҡытты файҙалы үткәрергә тигән талаптар ҡуйылды. Бала саҡтан ике шөғөлдө яраттым: бешеренеү һәм математика. Ошо йүнәлештәр буйынса йыл һайын курсҡа, түңәрәктәргә йөрөнөм. Ә бына каникул мәлендә ауылға, өләсәй менән олатай янына, ҡайтырға яратманым. Ағайым уҡыу тамамланмаҫ борон уҡ әйберҙәрен төйнәй башлай, ә мин иларға тотонам. Сөнки атай үҙемде генә өйҙә ултыртып ҡуймаясаҡ. Өфөләге аҡыллы ҡыҙ ауылда тәртипһеҙгә әйләнә: ҡуйы һөт оҡшамай, ҡул менән кер йыуғым килмәй, картуф утамайым, һыйыр түгел, хатта тауыҡтар янына ла бармайым. Бер нисә тапҡыр өләсәйем сыбыҡ менән аҡылға ултыртып маташты, тик еңмешләнеп, ике көн туҡтамай илағас, ҡаланан әсәй менән атайҙы саҡыртырға тура килде.

– Алып ҡайтығыҙ, миңә бында оҡшамай! Ҡалмайым бында-а-а! – улар ҡапҡанан инеү менән тағы ла ярһыбыраҡ иларға тотонам. Ауыл балалары менән аралашып барманым, шуға күрә дуҫтарым да булманы. Ә ағайым унда күптән “үҙ егет”кә әүерелде. Бесән саба, ат ҡараша, тиҫтерҙәре менән киске уйынға йөрөй башлағас, ауыл ҡыҙы менән дуҫлашып китте.

Ҙурая килә мине мәжбүри ауылға оҙатыу тамамланды. Йәй буйы китап уҡып, сериалдар ҡарап рәхәтләнәм. Эштән ҡайтыуҙарына ашарға әҙер­ләйем, фатирҙы таҙартып сығам. Атай-әсәйемдең отпуск мәлендә генә берәй аҙнаға ҡайтып киләбеҙ. Ә 9-сы класты тамамлаған йылды ғаиләбеҙ менән тәүге тапҡыр диңгеҙ буйына ял итергә барҙыҡ. Ундағы матурлыҡты, рәхәт­лекте һүҙ менән генә аңлатып булмай. Ике аҙна ял күҙ асып йомғандай үтеп китте, ә минең танһығым да ҡанманы. Ҡыҫҡаһы, диңгеҙ буйынан бәләкәй генә өй алып, шунда йәшәргә ине, тигән хыял менән ҡайттым. Тора-бара ул тормош маҡсатына әүерелде. Тик аҡсаға мохтажлыҡ кисермәй йәшәһәк тә, совет осоро тәрбиәһендә үҫкән атай менән әсәй беҙҙе үҙаллы булырға өйрәтте. Өс бүлмәле фатирҙа урын һәр кемгә етә, ә инде айырым йәшәргә уйлайһың икән, рәхим ит. Тик үҙеңде үҙең ҡара. “Уҡыттыҡ, һөнәр бирҙек, эшкә урынлаштырҙыҡ. Ҡалғаны барыһы ла һеҙҙән тора!” – атай һәр ваҡыт шул һүҙҙе һөйләне. Ағайыма рәхәт: өйләнгәйне, фатир алырға ярҙам иттеләр. Эске эштәр министрлығында эшләп йөрөй, ике улы үҫә. Ә мин ғаилә ҡорорға ашыҡманым. Күңелемә оҡшаған кеше осраманы, ә дуҫтарым араһындағы егеттәр менән яҙмышымды бәйләргә теләмәнем. Тәүҙә эшләп йыйған аҡсама йылына ике тапҡыр диңгеҙ буйында ял итеп ҡайта инем. Аҙаҡ йорт һатып алырға булдым. Бының өсөн һәйбәт эш хаҡы кәрәк, ә беҙҙең илдә ул һәр саҡ проблема булып тора. Уйланып йөрөй торғас, үҙ эшемде асып ҡарарға булдым. Сит ил халыҡтарының милли ризыҡтарын әҙерләгән ресторан астым. Атайыма рәхмәт, башлап ебәреү өсөн аҡсалата ярҙам күрһәтте, таныштары аша ҡала үҙәгендәге бинаны арендаға алырға һөйләште. Ә хаҡлы ялға сыҡҡас, ул минең барлыҡ финанс эшемде алып барҙы.

Биш йыл элек, Яңы йыл байрамы алдынан, республика эшҡыуарҙарына, хәйриә акцияһына ҡушылып, инвалид һәм етем балаларға ярҙам күрһәтергә, тигән тәҡдим булды. Мин биш ноутбук һатып алдым да, хәйриә фондына алып барҙым. Тик уны адрестар буйынса үҙебеҙ алып барып тапшырырға тейеш икәнбеҙ. Ярай, өсәүһен үҙебеҙҙең ҡалалағы балаларға бирергә ине. Ә бына икәүһен Урал аръяғы район­дарының береһенә алып барырға. 25 декабрҙә таң менән юлға сыҡтым. Тәүҙә төпкөл ауылда йәшәгән церебраль фалиж менән сирләүсе малайға барҙым. Артабан әсәйһеҙ ҡалған етем балалар янына юлландым. Әйтеү­ҙәренсә, юл фажиғәһендә үлгән ҡатындың 14, 8 һәм 5 йәшлек өс ҡыҙы ҡалған. Район үҙәгендә туҡтап, байрам күстәнәсе лә алдым.

Навигатор өйрәткән юл буйлап йыр тыңлай-тыңлай елдереп кенә китеп барғанда, машинам көйһөҙләнде. Бер заман нимәһелер шалтор-шолтор итте лә, бөтөнләй һүнде. Ярайһы ғына йөрөтһәм дә, машинаның төҙөлөшөн белеп етмәйем. Техник ярҙам көтөүҙән башҡа сара юҡ. Тик элемтә насар булғас, интернет аша ярҙам эҙләү файҙаһыҙ булып сыҡты. Сумкамдан барасаҡ йорт хужаһының телефон номеры яҙылған ҡағыҙҙы алдым.


– Һаумыһығыҙ, Рөстәм Усманович. Һеҙгә хәбәр итергә тейештәр ине, мин хәйриә фондынан бүләк алып килдем.


– Һаумыһығыҙ. Мин бит, кәрәкмәй, тип баш тартҡайным.


– Был турала миңә бер кем дә әйтмәне. Алып килдем инде.


– Һеҙ әле ҡайҙа?


– Ауылға дүрт саҡрым етмәйерәк машинам боҙолдо. Интернет насар, бәлки, район үҙәгенән техник ярҙам саҡыртырһығыҙ?


– Хәҙер барып етәм...


Тауышынан һиҙелеүенсә, хужа ризаһыҙ ине. Минең дә кәйеф төштө. Көн кискә ауышып бара, бөгөн Өфөгә ҡайтып етергә ниәтләй инем. Бер аҙҙан минең янға “текә” генә машина килеп туҡтаны.


– Һеҙме етемдәргә бүләк таратыусы?


– Эйе. Зөлфиә булам.


– Әйттеләр... – Машинанан өҫ-башынан ауыл кешеләренә генә хас ябайлыҡ бөркөлгән ир сыҡты. Машинаһы ғына “текә” икән, ә үҙе әллә ни матур ҙа түгел. Үҙебеҙҙә булһа, һүҙ ҙә ҡушып тормаҫ инем. – Капотыңды ас, тәтәй ҡыҙ.


– Ни һөйләгәнегеҙҙе ҡолағығыҙ ишетһен. Исем ҡушып һөйләшеү – тәрбиәһеҙлек билдәһе.


– Шаяртҡанды аңлағыҙ. Өҫ-башығыҙға ҡарап әйтеүем. Алыҫ юлға сыҡҡанда кеше былай кейенмәй инде. Ярай, ауылға яҡын инегеҙ, ә төндә боҙолоп ултырһағыҙ, туңаһығыҙ бит...


– Тәүге тапҡыр боҙолоп ултырам.


– Бының эше күп күренә. Әйҙәгеҙ, һеҙҙе ауылға алып ҡайтып ҡуям, ҡыҙҙар менән сәй эсә торорһоғоҙ. Ә мин кире килеп, машинағыҙҙы йүнәтеп ҡарайым. – Миңә ризалашыуҙан башҡа сара ҡалманы. Ауылға яҡынлағас, ул һүҙен дауам итте. – Мин балаларымдың етемлекте тойоп үҫеүен теләмәйем. Шуға күрә, зинһар, бүләктәрегеҙҙе тап­шырмағыҙ. Үҙем бер ҡасан да кешенән өмөт итмәнем, улар ҙа буштан килгән мөлкәткә өйрәнмәһен.


– Мин алып килгән әйберемде кире алып ҡайтмайым инде. Буштан, тип әйтмәгеҙ, һатып алдым, тиерһегеҙ...


– Аҡсаһын бирермен. Аллаға шөкөр, ҡулдан килгәнсә эшләйбеҙ, эшләгән байы йәшәйбеҙ. Зарланырлыҡ түгел.


Ысынлап та, ғаилә матур йортта, барлыҡ уңайлылыҡ менән һәүетемсә генә йәшәй икән. Тик хужабикә ҡулы етмәгәне күренеп тора. Рөстәм ҡыҙҙар менән таныштырҙы ла, сығып китте. Әлиә, Юлиә, Лилиә исемлеләр икән, һөйләшә-һөйләшә сәй эстек. Илгәҙәк, батыр, ихлас ҡыҙҙар аталарына һис кенә лә оҡшамаған, рәхәтләнеп һөйләшәләр. Табын артында уҡ кемдең нимә яратҡанын, нисек уҡығанын белдем. Әсәйҙәре тураһында һүҙ сыҡҡас, илашып та алдыҡ. Көн кискә ауышты, ҡараңғы төшә башланы. Әлиә менән Юлиә сығып, малға ашарға биреп, төнгөлөккә бикләп инде. Тик ултырмаҫ өсөн кескәй Лилиәгә Яңы йыл маскарадына маска тегә башланым. Үҙем тәҙрәнән күҙемде алмай йорт хужаһын көтәм. Ә ул киске сәғәт 9-ҙарҙа ғына ҡайтып инде.


– Зөлфиә, машинаны төҙәтеп бөтә алманыҡ. Иртәгә иртәнсәк тамам­ларбыҙ инде. Ауыл осонда йәшәгән дуҫымдың сервисы бар, шунда алып килдек. Бөгөнгә ҡунып ҡалығыҙ инде. Ҡурҡмағыҙ, мин ағайымдарға барам, һеҙ ҡыҙҙар менән бында булығыҙ.


Ризалашмай сара юҡ ине. Рөстәм ул-был эштәрен теүәлләне лә, ағаларына китте. Мин аш-һыу бүлмәһенә ҡабат индем. Һыуытҡыс тулы – магазин ризығы.


– Ҡыҙҙар, иртәгә сәйгә торт бешерәбеҙме?


– Эйе! Ура-а-ааа!


Яратҡан эшемә тотондом. Баллы, «Наполеон», «Зебра» торттары артынан ябай бисквиттар бешерҙем.


– Бына быларын бөгөн-иртәгә ашағыҙ. Ә был бисквиттарҙы тышта туңдырығыҙ ҙа, аҙаҡ теләгән ваҡытта ҡуйыртылған һөт һылап, сәй эсерһегеҙ йәме!


– Ярай!


Төн уртаһы ауышҡас ҡына йоҡларға яттыҡ. Ә иртәнсәк буран сыҡҡайны. Ер менән күк тоташҡанмы ни – ике аҙым ерҙе күрерлек түгел. Ҡыҫҡаһы, мин тағы ла өс көнгә шул ауылда тотҡарландым. Рөстәм менән осрашмаҫҡа тырышабыҙ: ул көнө буйы тиерлек һарай тирәһендә эш менән була, ашарға ғына инә. Табын артында ла башлыса ҡыҙҙар хәбәр теҙә: уҡыу сиреге нисек тамамлана, ҡышҡы каникулда нимә эшләйҙәр, бөгөн ниндәй ризыҡ бешерергә өйрәнгәндәр һәм башҡалар. Мин үҙемде ғәйепле тойоп, нисек тә файҙалы булырға тырышам: балаларҙы әйҙәләп, өйҙө йыуып сығарҙыҡ. Ванна бүлмәһендәге кер машинаһы көнө-төнө тигәндәй әйләнде. Өсөнсө көн ярты ҡышҡа етерлек ярымфабрикат ризыҡ әҙерләнем: туңдырғыс һандыҡ тәүҙә иттән бушағайны, аҙаҡ билмән, манты, голубцы, кәтлит, тефтелдар, бәлеш-чебуректар менән тулды. Шулай уҡ ҡыҙҙарҙы бер-бер арты ҡоймаҡ, гөбәҙиәләр менән һыйлайым.


– Зөлфиә, бигерәк уңған икәнһең. Һинең алда үҙемде уңайһыҙ тоям. Шулай ҙа шатмын, нисек бешерермен, тип аптырап тормайым инде хәҙер. Хужабикә булмағас, ашарға хәстәрләү бик мәшәҡәтле тойола. Рәхмәт һиңә! – Һуңғы кистё Рөстәм менән бер ни тиклем иркенерәк аралаша башланыҡ.


– Ой, мин бешеренергә яратам ул. Ә үҙемде, уңғанмын, тип әйтмәҫ инем. Баҡса үҫтерергә лә, һыйыр һауырға ла ҡулымдан килмәй.

– Ауылда йәшәһәң, өйрәнер инең...

– Аллам һаҡлаһын. Бала саҡта миңә ауылға ҡайтыу иң ҙур яза була торғайны.

– Ә мин ауылды яратам. Рәхәтләнеп, иркенләп, тыныс ҡына итеп йәшәйем.

Һөйләшкән арала әңгәмәсемде күҙәтәм. Ҡарағусҡыл йөҙө йылмайғанда бигерәк матур. Йәшкелт күҙҙәрен ҡара керпектәр ҡаплай, ә тулҡынланып торған сәстәрен һыйпап яратҡы килгән кеүек. Ул да тәү күргәндәй миңә текәлә:

– Һин, етмәһә, бигерәк матур ҙа икән...

Был һүҙенән ҡысҡырып көлөп ебәрҙем. Өс көн битем – буяу, сәсем прическа күрмәгән. Тырнаҡ буяуы ла, эш менән булғас, ҡуба башлаған. Ниңәлер Рөстәм алдында матур булғы килде.


Кистән буран тынғайны, иртәнсәк юл таҙартылды. Мин йыйынып, Өфөгә юлландым. Ҡыҙҙар менән ҡосаҡлашып, ихлас хушлаштыҡ. Социаль селтәрҙәр аша аралашып торорға һүҙ ҡуйыштыҡ.


– Мин һинең бүләкте ихлас ҡабул иттем. Шуға күрә яуап бүләге лә булырға тейеш. Үҙем эшләмәнем, әлбиттә, шулай ҙа беҙҙән иҫтәлек булһын. Бирнә һандығы һиңә. Ғаиләле булырға насип итһен, – Рөстәм ыҡсым ғына һандыҡты багажникка ултыртты.

Буран тотҡонлоғонан ҡотолоуыма шатлана-шатлана Өфөгә ҡайттым да эшкә сумдым. Байрам ваҡытында ресторанда һәр саҡ кеше күп була, мәшәҡәттәр арта. Етмәһә, дүрт көн өйҙә булмағас, ҡағыҙ эше йыйылған. Яңы йыл байрамы шулай эштәр менән үтеп китте. Ә бына аҙна тирәһе ваҡыт үткәс, Рөстәмде, ҡыҙҙарҙы һағынғанымды аңланым. Улар менән бергәләшеп бешеренгән саҡтар, киске аш мәле һағындыра. Кескәй Лилиәне ҡосаҡлап яратҡы, Әлиәнең тәүге мөхәббәт серҙәрен тыңлағы килә. Уртансы ҡыҙ Юлиә, өндәшмәҫ холҡло булһа ла, үтә хисле. Ҡыҙыҡ, улар мине уйлаймы икән? Ә Рөстәм... Ниңә үҙе шылтыратып хәл белмәй икән? Әгәр үҙем башлап шылтыратһам, ни тиер? Мин бит хәл белешергә тейеш, тип ҡулыма телефонды алдым.

– О-о, Зөлфиә, байрам менән! Ҡыҙҙар көн һайын һине һорашып хәлде ала. Ә мин, эшең күптер, тип ваҡытыңды алғым килмәй. Хәлдәрең нисек?

– Һәйбәт кенә. Ә һин нисек? Ҡыҙҙар ял итәме?

– Бына, һинең менән һөйләшергә сират көтөп торалар.

Ысынлап та, улар бер-береһенән телефонды тартып алып тигәндәй хәбәр һөйләй башланы. Сәғәткә яҡын телефон һүнмәне. Бынан һуң улар үҙҙәре лә йыш шылтратты. Ҡыҫҡаһы, мин 35 йәшем тулған мәлдә тәүге тапҡыр ғашиҡ булдым. Өс бала менән тол ҡалған ауыл иренә. Яуапһыҙ һөйөү ғазабын шулай татыным. Рөстәм артыҡ һөйләшеп бармай, хәл белешә лә, телефонын ҡыҙҙарға бирә. Ә күңел уны һағына, күрге килә. Ни булһа ла, тип ҡыҙҙарҙы 1 Май байрамына Өфөгә ҡунаҡҡа саҡырҙым.

Тығыҙ программа менән өс көн байрам тиҙ генә үтеп китте. Күберәк ҡыҙҙар менән аралаштым, ә Рөстәм һаман өндәшмәҫ булып ҡалды. Хистәремде белгертмәҫкә тырыштым, сөнки киләсәк юҡ икәне билдәле. Шулай ҙа Әлиәнән атаһының шәхси тормошон һорашып ҡараным.

– Гел яңғыҙ булмаҫ, ҡабат бисә ала инде. Әлегә йөрөгәне һиҙелмәй. Мин мәктәпте тамамлап уҡырға инһәм, ҡыйын булмаҫ та ул. Бәләкәстәр өйрәнә алырмы, юҡмы инде...

Ҡунаҡтарым ҡайтып киткәс, өй эсе етемһерәп ҡалды. Күңелем эшкә лә, ялға ла ятмай. Беренсе тапҡыр йәйге ялды диңгеҙ буйында түгел, ә ауылда, Рөстәмдең ғаиләһе янында үткәргем килде. Ә ул битараф ҡалды.

Бер көндө телефоным төнгө сәғәт өстә шылтыраны.

– Зөлфиә! Ғәфү ит йәме...

– Рөстәм, нимә булды?!

– Булманы. Юҡ булды... Беҙ бына Һабантуй байрамынан һуң дуҫтар менән әҙерәк байрам итеп алдыҡ...

– Ҡыҙҙар кем менән?

– Улар, ни, үҙҙәре генә. Зөлфиә, улар бит ҙур...

– Нимәгә төн уртаһында шылтыратаһың һуң?

– Яратам тип әйтергә...– Һикереп тороп ултырҙым. Йөрәк дөп-дөп тибә, нимә тип яуап ҡайтарырға ла белмәйем.– Яңы йылдан бирле һине уйлап тик йөрөйөм. Ә иҫереп кенә әйтмәһәм, айыҡ саҡта батырлығым етмәй. Зөлфиә!

– Әү.

– Һин дә мине яратаһың бит. Мин шулай тип һиҙәм.

– Ә һиҙгәс, ниңә әйтмәйһең?

– Бына бит әйтеп торам. Тик минең ҡалала йәшәгем килмәй, ә һин ауылға ҡайтмайһың. Етмәһә, минең өс бала бар...

– Нимә эшләргә һуң?

– Эшләмәйбеҙ. Просто яратып ҡына йәшәйек тә ҡуяйыҡ. Һин эҙләнең ҡаланан, мин эҙләнем далана-а-ан... – Рөстәм моңһоҙ тауышы менән йыр һуҙа башлағас, телефонды һүндереп ҡуйҙым. Ә йоҡо осто. Уның яратыуын белгәс, шатланһам да, артабан нимә эшләргә, тигән һорау мейене бырауланы. Һигеҙ йыл биргән эшемде ташлағым килмәй, яңы саҡ өйрәнеп, эште ҙурайтып, килемле итеп эшләй башланым. Ярты йылға бер күрешкәндә ҡыҙҙар үҙ итә лә бит, бергә йәшәй башлаһаң, проблемалар баштан ашасаҡ. Ә бында килергә улар риза булмаясаҡ, килһәләр ҙә ҙур йорт алырға кәрәк. Кредит, ипотека түләү... Юҡ! Рөстәм дә бит тормошта ҡырыҫ кеше, бер-беребеҙҙе бөтөнләй белмәйбеҙ ҙә. Юҡ, аралашыуҙы туҡтатырға, оноторға кәрәк. Их, әллә бер тапҡыр икәүҙән-икәү генә осрашырғамы икән? Исмаһам, үкенескә ҡалмаҫ. Ғүмер эсендә бер тапҡыр булһа ла яратылғы килә бит...

Иртәнсәк шылтратырға батырсылыҡ итмәнем, смс-хәбәр ебәрҙем.

“Төндә әйткәндәреңде иҫләйһеңме? Ышанырғамы һиңә?”

“Аҡыл юйырлыҡ эсмәнем мин, батырлыҡ өсөн генә кәрәк ине. Буш һүҙ һөйләр кеше түгелмен”

“Бәлки осрашып һөйләшербеҙ?”

“Нимә үҙгәрер икән һуң? Бәлки ошо урында туҡтатайыҡ?”

“Туҡтар булғас, әйтмәҫкә ине...”

Үпкәләнем, иланым, өҙгәләндем. Әсәйем менән һөйләшеп ҡарау файҙа бирмәне:

– Еңмеш! Элек ауылға ялға ҡайтмайым, тип илай инең, хәҙер йәшәргә бармаҡсы булаһыңмы? Аҙаҡ эштән, ирҙән туйып ҡайтып китһәң, балалар нимә тиер? Кеше яҙмышы менән уйнама!

Ә мин ысынлап еңмеш шул. Бер көн әхирәтем менән ултырып шарап эстем дә, төнгө сәғәт 3-тә шылтыратып, Рөстәмде уяттым.

- Килеп ал. Хәҙер үк. Юғиһә кире уйлауым бар.

– Ә аҙаҡ кире уйлаһаң?

– Белмәйем. Мин һине лә, ҡыҙҙарҙы ла һағындым. Үҙем үк юлға сығыр инем, эскән килеш руль артына ултырырға ярамай.

– Әйҙә был турала иртәгә һөйләшәйек.

– Юҡ! Улайһа мин такси менән юлға сығам.

– Ярай, үҙем барам. Тик әлегә әйберҙәреңде йыйма. Артабан нисек йәшәргә икәнен айыҡ баштан, икәүләп хәл итербеҙ.

– Һин юлға хәҙер үк сығаһыңмы?

– Эйе.

Килде һөйгәнем һәм алып ҡайтып та китте. Нисек кенә булмаһын, хәҙер мин ауылды ла, ҡышҡы бурандарҙы ла, иремде лә, балаларҙы ла берҙәй яратам. Дүрт йыл инде диңгеҙгә барғаным юҡ, барғым да килмәй. Балаларҙы алып барып күрһәткәндә, тип уйлайым да, ваҡыт та, аҡса ла еткереп булмай. Рөстәмгә малай табып бирҙем бит, ә Әлиә Өфөлә, авиация университетында уҡый. Һыйыр һауырға ла, баҡса тәрбиәләргә лә өйрәндем. Ауыл ҡатындарына бәлеш, икмәк, сәк-сәк бешереп, бишбармаҡ, туҡмас ҡырҡып һатам, туй, юбилей табындары әҙерләйем. Өфөләге рестораным менән сағыштырға ла түгел. Шулай ҙа үкенмәйем. Ҡатын-ҡыҙ бәхетенә ни етә?! Әйткәндәй, хәҙер Рөстәм мине ҡыш көнө машина менән бөтөнләй юлға сығармай. Боҙолорһоң, минән дә арыуыраҡ ир осорар ҙа, машинаңды йүнәтер, буран сығып, янында ҡалырһың, тип шаярта. Әле әсәйем сирләп торғанға Өфөгә килгәйнем, өс кис ҡунғансы ауылды һағынып бер булдым. Ҡайт ауылыңа, тип көлә-көлә юлға оҙатты.

Юл буйы яңы танышым миңә ғаилә тормошоноң байтаҡ серен һөйләне. Хәйер ғүмер буйы эҙләгән бәхет табылғанда улар ваҡ мәсьәлә булып ҡала бит. Зөлфиәне юл сатында машина менән Рөстәм ҡаршы алды. Ә мин тыуған яҡтарға табан юлымды дауам иттем. Иртәнсәк күҙ асҡыһыҙ кеүек тойолған буран тымып, күктән ергә ябалаҡлап ҡына ҡарҙар һибелә ине...

Фото:34355.ru

Гөлдәриә ВӘЛИТОВА.

 

Автор:
Читайте нас в