Нимә уйлайһың тормошоңда шул сағыла. Был буш һүҙ түгел, сөнки беҙҙең уйҙар, әйткән һүҙҙәр ғәйрәт көскә эйә. Улар материаль. Ҡайсан һуңғы тапҡыр хыялланған йәки тормошоғоҙ тураһында уйланғанығыҙ булды? Ҡайсан үҙ үҙегеҙгә һорауҙар биреп уларға яуап эҙләгәнегеҙ булды? Уйланырға урын бар, сөнки был тормошта үҙ асылыңды тапмай, үҙең менән гармонияла булмау бер кеме лә әле бәхетле итмәгән.
Иң беренсе һорауҙар биреүҙән башларға кәрәк. Мин бәхетлеме? Минең эргә тирәләй кешеләр бәхетлеме? Ғаиләм менән ҡәнәғәтменме? Үҙем ниндәй кеше? Үҙегеҙгә дөрөҫ яуап ҡайтарып ҡына үҙегеҙҙе үҙгәртә алаһығыҙ йәки тормошоғоҙҙо ыңғай 180 градусҡа бора алаһығыҙ. Был бер көнлөк эш түгел әлбиттә. Үҙеңде үҙгәртергә теләү, үҙгәреү өсөн ҙур көс һалырға тура киләсәк.
Уйҙарға килгәндә инде үҙегеҙгә ошондай һорауҙар биреп ҡарағыҙ. Мин кешегә ҡарата насар уйҙарҙа булһам, нимәһе менән миңә файҙаһы тейә? Мин кешене әрләп рәнйетһәм йәки кешеләр тураһында гел насар уйҙарҙа булһам, кешеләр миңә ҡарата ниндәй ҡарашта булыр? Әгәрҙә һеҙ кешене хөрмәт итә белмәһегеҙ икән, тимәк проблема ул кешелә түгел, ә һеҙҙә. Мәҫәлән: берәй күршегеҙ керҙе лә ти, һеҙгә икенсе күршегеҙ тураһында ғәйбәт һөйләп сығып китте тей. Ысынмы ул ғәйбәт ысын түгелме уныһы мөһим түгел. Иң мөһиме бында һеҙҙең башығыҙға һалынған негатив информация, мәғлүмәт. Теләйһегеҙме, юҡмы икенсе күршегеҙ менән аралашҡанда уның турала әйтелгән негатив информация өҫкә сығасаҡ һәм һеҙ уның менән ситләшәсәкһегеҙ, сөнки уның тураһында насар фекер мейегеҙҙә төплө урын алған.
Негатив уйҙа булыу ул һеҙҙе эстән ашай. Негатив уйҙар һеҙҙең энергияғыҙҙы ала. Уйлап ҡарағыҙ әле, насар уйҙа булыуҙың ниндәй файҙаһы бар? Әлбиттә файҙаһы ла юҡ, киреһенсә һеҙгә тик насар тәьҫораттар килтерә. Кешеләр үҙҙәре яуыз, уҫал, насар тиерһегеҙ. Һеҙ яңылышаһығыҙ. Һәр бер кеше ул индивид. Үҙе генә белгән эске донъяһы бар. Шул эске донъяһында булған яҡшы йәки насар яҡтарын кешеләр беҙгә күрһәтәләр. Һеҙ ул кеше күңеленең тик яҡшы, һәйбәт яҡтарын күрергә тырышығыҙ. Насар яҡтарын үҙе лә күрһәтер ул. Һеҙ кешеләрҙе ярҙамсыл, ихтирамлы, һәйбәт итеп күрәһегеҙ икән һеҙҙең тирәләй тап шундайҙар булыр. Кешенең тик насар яҡтарын күреүселәргә ярҙам итеп булмай. Үҙ үҙҙәренә генә ярҙам итмәһәләр.
Позититив уйҙар беҙгә ҡанат бирә. Эшләмәгән эштәрҙе атҡарып сығаһы килә. Кешеләрҙең һиңә ҡарата әйткән позитив һүҙҙәре дәртләндерә, ә насарҙары ҡанаттарҙы өҙә. Бына ниндәй көскә эйә һүҙҙәребеҙ, уйҙарыбыҙ. “Үлтергән дә тел, терелткән дә тел” тип халҡыбыҙ бушҡа әйтмәгән.
Илдус Ғәниев.
+21 °С
Болотло



