Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Август , 21:20

Кемдәр улар ағинәй?

Ә бит ағинәй, асылда, ҡунаҡ килгәндә алға сығарып йырлата, өҫтәл тирәһендә йүгертә торған әбей йә ҡатын түгел. Ағинәйҙе ауылдарҙа халыҡ үҙе баһалап өҫкә сығарған, ул инәй ҙур авторитет менән ҡулланған һәм йәмғиәт алдында дәрәжә тота, сетерекле мәсьәләләрҙә баһалы һүҙ әйтә алған хөрмәтле ханым булған. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ? Һөйләшәйек әле. 

Кемдәр улар ағинәй?
Кемдәр улар ағинәй?

Күптән тыуған фекеремде яҙып ҡуйырға булдым әле. Һуңғы йылдары ҡайҙа ниндәй сараға барма – ағинәйҙәр. Улар ҡунаҡ ҡаршылай, концерт ҡуя, һыйлай, бүләктәр тапшыра һәм башҡалар. Әртис тә, ашнаҡсы ла, тегенсе лә, музейҙар ойошторусы ла, күргәҙмәләр яһаусы ла, йөҙ төрлө конкурстарҙа ҡатнашыусы ла. Район һәм ҡала етәкселеге өсөн әрһеҙләп тотона торған бер һапһыҙ ҡара балта улар, аңлауымса. Ә бит ағинәй, асылда, ҡунаҡ килгәндә алға сығарып йырлата, өҫтәл тирәһендә йүгертә торған әбей йә ҡатын түгел. Ағинәйҙе ауылдарҙа халыҡ үҙе баһалап өҫкә сығарған, ул инәй ҙур авторитет менән ҡулланған һәм йәмғиәт алдында дәрәжә тота, сетерекле мәсьәләләрҙә баһалы һүҙ әйтә алған хөрмәтле ханым булған. Ирҙең тоғро ҡатыны булыу йәки ун биш бала табып үҫтереү, атҡаҙанған уҡытыусы йә алдынғы һауынсы булыу һәм матур йырлау ҙа сәсәниә булыу ғына Ағинәй статусына барып етеү тигәнде аңлатмай әле. Әлбиттә, бөтөн был алда һаналғандар ҙа ҡатын-ҡыҙҙың гүзәл күрһәткестәре, әммә ағинәй булыр ҡатындар һирәк тыуған һәм уларҙа аҡыл, рухи көс, ниндәйҙер юғары аң менән бәйле сифаттарҙың бергә тупланышы сағылған һәм быны халыҡтың да күреп, уға тартылыуы, кәңәшкә килеүе, ярҙам һорауы был ҡатындың дәрәжәһен булдырған.
Нимә әйтергә теләйем? Ағинәй һынлы ағинәй исемен күтәргән инәйҙәрҙе әртис итеп әрһеҙләп алып йөрөмәҫкә, ҡайҙалыр ҡунаҡ ҡаршыларға тип икмәк тоттороп сығарып теҙеп ҡуймаҫҡа ине, тип. Ваҡламаҫҡа уларҙы, әрһеҙләмәҫкә. Милли кейем, аш-һыу һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тергеҙеү, эскелекте бөтөрөү өсөн йән атып йөрөгән ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ, инәйҙәребеҙ икән – һанлай беләйек. Баһалайыҡ, ҡатын-ҡыҙ итеп хөрмәт итәйек. Кемдәрҙеңдер шәхси амбициялары өсөн генә хеҙмәт иттермәйек, уйынсыҡ яһамайыҡ уларҙан. Юғиһә, район йә ауылдарҙың һәр ваҡ сараһында ҡояш йә ямғыр аҫтында шул инәйҙәр теҙелешеп тора. Йәки, концерт ҡарарға теләгән тамашасы бит, моғайын, сәхнәлә йәш, матур йырсыны күрергә теләй. Ә беҙҙә ҡайҙа ҡарама сикләрен ҡыҙылға буяған, йәмшәйгән-кәүшәйгән әбейҙәр йырлап-бейеп аптырата. Сама белергә ваҡыт. Был ағинәй функцияһы түгел. Түгел!

Гөлдәр ҠАДАЕВА.

 

Автор:
Читайте нас в