

Йәйҙе оҙатып бөгөн Эҫем буйын барып күрҙек. Бында Эҫем йылғаһы Ағиҙелгә ҡоя һәм уларҙың ҡушылған урыны бик матур! Һоҡланғыс тәбиғәте, һәйбәт ҡомлоҡ пляжы, бында палаткалар менән дә сығырға мөмкин. Иң мөһиме - был Өфөнән алыҫ түгел.
Эҫем (башҡ. Эҫем — (урыҫса — Сим). Уралдағы йылға, Рәсәй Федерацияһының ике субъекты — Силәбе өлкәһе һәм Башҡортостан Республикаһы биләмәләренән аға. Ағиҙел йылғаһының уң яҡ ҡушылдығы. Оҙонлоғо 239 километр. Һыу өҫтө майҙаны — 11700 км². Тамағындағы йыллыҡ һыу ағымы — 145 м³/с[1].
Мыш-Арҡа (Амшар) һыртынан башлана. Уның ярҙарындағы ауыл-ҡалалар: Силәбе өлкәһендә Еҫем, Минйәр, Әшә,Башҡортостанда Оло Теләк, Ҡаҙаяҡ-Ҡотош, Петровское, Кузнецовка, Серпиевка.
Ҡушылдыҡтары: Инйәр, Минйәр, Әшә, Ләмәҙе, Уҡ. Эҫем йылғаһы ярында Игнатьев мәмерйәһе бар.