

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы «Еңеү диктанты» акцияһына ҡушыла һәм диктантта ҡатнашырға теләгән һәр кем өсөн өҫтәмә майҙансыҡ бирә.
Мәғлүм булыуынса, 3 сентябрь көндө Рәсәйҙә «Еңеү диктанты» акцияһы - Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғалары темаһына тарихи диктант уҙғарыла. Диктантты онлайн йәки ун өс мең майҙансыҡтың береһендә яҙырға мөмкин.
45 минут дауамында ҡатнашыусылар 25 һорауға яуап бирергә тейеш. Диктант яҙыусылар дөйөм хәрби-тарихи темаға һәм төбәк тематикаһына ҡағылышлы һорауҙарға яуап биреп, бер төркөм эштәрҙе башҡарырға тура киләсәк. Быйылғы «Еңеү диктанты» Бөйөк Ватан һуғышы башланыуҙың 80 йыллығына арнала, шуға күрә һорауҙарҙың бер өлөшө гитлерсыларҙың СССР-ҙың тыныс граждандарына ҡаршы енәйәттәренә арналасаҡ.
«Еңеү диктанты» киң йәмәғәтселекте Бөйөк Ватан һуғышы тарихын өйрәнеүгә йәлеп итеү, тарихи белемде арттырыу һәм йәштәргә патриотик тәрбиә биреү маҡсатында уҙғарыла.
Диктантта ҡатнашыусыларҙың барыһына ла «Еңеү диктанты»нда ҡатнашыу сертификаты биреләсәк. 25 балл йыйған иң яҡшы ҡатнашыусыларға «Еңеү диктанты» финалсыларының дипломы тапшырыласаҡ.
Акцияла Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы майҙансығында ҡатнашыу өсөн 7(965)927-88-77 номеры буйынса алдан яҙылырға кәрәк - Ләйсән Мостафина
Сығанаҡ: "Ҡоролтай"