Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
4 Сентябрь 2022, 07:22

Бөгөн - Нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө

Байрам көнөндә нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәренең еңел булмаған эштәрендә уңыштар, яңы үрҙәр теләйбеҙ.

Бөгөн - Нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөБөгөн - Нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө
Бөгөн - Нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө

Нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө (Нефть, газ һәм яғыулыҡ сәнәғәт хеҙмәткәрҙәре көнө, нефтселәр көнө) — нефть һәм газ сәнәғәте тармағында эшләүселәрҙең һөнәри байрамы, һәр йылда сентябрь айының беренсе йәкшәмбеһендә билдәләнә.

Байрам СССР Юғары Советы Президиумы тарафынан Көнбайыш Себер нефть-газ потенциалын уңышлы үҙләштереү һәм 1964 йылда уҙғарылған Ватан нефть һәм газ сәнәғәтенең йөҙ йыллығы уңайынан 1965 йылдың 28 авгусында булдырылған.

Артабан СССР Юғары Советы Президиумының 1980 йылдың 1 октябрендәге № 3018-X «Тантаналы һәм иҫтәлекле даталар тураһында» Указы, СССР Юғары Советы Президиумының 1988 йылдың 1 ноябрендәге № 9724-XI «Байрам көндәре һәм иҫтәлекле даталары тураһында ғәмәлдәге СССР закондар йыйылмаһына үҙгәрештәр индереү тураһындағы» Указы редакцияһында байрам көнө үҙгәрешһеҙ ҡалдырыла.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас