Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
9 Сентябрь 2022, 06:00

Радий Хәбиров Гөлдәр Шәбиевға һоҡланып бөтә алмай

Мәҫәлән, уның бер түшелдереге - Эрмитаж коллекцияһынан XVIII быуат биҙәүесе күсермәһе - 1718 йылда әйләнештән алынған тәңкәләр менән биҙәлгән.

Радий Хәбиров Гөлдәр Шәбиевға  һоҡланып бөтә алмайРадий Хәбиров Гөлдәр Шәбиевға  һоҡланып бөтә алмай
Радий Хәбиров Гөлдәр Шәбиевға һоҡланып бөтә алмай

 "Бөгөн, Милли кейем көнөндә, һеҙҙе үҙ эшендә иң яҡшыларҙың береһе булған һоҡланғыс оҫта менән таныштырғым килә. Салауат районының Комсомол ауылынан Гөлдәр Шәрәфетдин ҡыҙы Шәбиева бына  күп йылдар башҡорт кейемдәре тегә һәм биҙәүестәр эшләй, - тип яҙа республика Башлығы.  - Үҙ эшендә оҫтабикә аутентик материалдарҙы ғына ҡуллана. Мәҫәлән, уның бер түшелдереге - Эрмитаж коллекцияһынан XVIII быуат биҙәүесе күсермәһе - 1718 йылда әйләнештән алынған тәңкәләр менән биҙәлгән. Тағы ла Гөлдәр Шәрәфетдин ҡыҙы –  ҡатын-ҡыҙҙарҙың баш кейеме кәләбаш етештерә белгән кешеләрҙең береһе.

Оҫтабикә кейемдәрҙең һәм биҙәүестәрҙең барыһын да өйөндә эшләй. Ә быйыл йәй Гөлдәр Шәбиева үҙенең ихатаһында, махсус төҙөлгән бинала, этнографик музей асты. Экспозиция бай - кейемдәрҙән тыш, унда йорт йыһаздары һәм кәрәк-яраҡтары ла бар. Салауат районында булһағыҙ, ошо музейға мотлаҡ инеп сығығыҙ".

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас