Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
10 Сентябрь 2022, 15:40

Оло Үтәштең - оло байрамы

Август айының һуңғы шәмбеһендә шаулап-гөрләп сал тарихлы Оло Үтәш ауылында (Ғафури районы) “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы үтте. Был ауыл элек-электән динле, иманлы, уҡымышлы шәхестәре, нәҫел-ырыуҙары, шулай уҡ заманында тирә-яҡ ауылдарға ғына түгел, йыраҡтарға ла билдәле мәҙрәсәһе менән дан тотҡан. Күренекле дин әһеле Хатип хәҙрәт Халиҡов ауылда мәҙрәсә төҙөтөп, балаларға белем биргән. Уның улы дин һәм йәмәғәт эшмәкәре Мансур хәҙрәт Халиҡов Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының тәүге рәйесе һәм мөфтөйө була. Эйе, Оло Үтәш бихисап уҡымышлы, данлыҡлы шәхестәр сығарған данлы ауыл.

Оло Үтәштең - оло байрамыОло Үтәштең - оло байрамы
Оло Үтәштең - оло байрамы

Август айының һуңғы шәмбеһендә шаулап-гөрләп сал тарихлы Оло Үтәш ауылында “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы үтте. Был ауыл элек-электән динле, иманлы, уҡымышлы шәхестәре, нәҫел-ырыуҙары, шулай уҡ заманында тирә-яҡ ауылдарға ғына түгел, йыраҡтарға ла билдәле мәҙрәсәһе менән дан тотҡан. Күренекле дин әһеле Хатип хәҙрәт Халиҡов ауылда мәҙрәсә төҙөтөп, балаларға белем биргән. Уның улы дин һәм йәмәғәт эшмәкәре Мансур хәҙрәт Халиҡов Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының тәүге рәйесе һәм мөфтөйө була. Эйе, Оло Үтәш бихисап уҡымышлы, данлыҡлы шәхестәр сығарған данлы ауыл.

Байрамды ойоштороусылар мәктәп янында мәртәбәле ҡунаҡтарҙы матур итеп ҡаршы алғандан һуң, иң тәүҙә ауыл зыяратында ерләнгән Хатип хәҙрәткә зыярат ҡылыу менән башланды сара. М.Халиҡовтың иҫтәлегенә ҡуйылған таҡтаташҡа, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙар обелискыһына сәскәләр һалынды. Балаларҙың рухлы “Һәйкәлдәр” йыры байрамға килеүселәрҙең күңеленә хуш килде. Рәмил Ғимраниҙың шиғыры ла һәр кемгә байрам бүләге булды.
Артабан ошо ауылда тыуып-үҫеп, әлеге көндә Өфө ҡалаһында йәшәүсе эшҡыуар Зилиә Йәғәфәрова “Атайсал” программаһында ҡатнашып, “Йәшлек” паркына төҙөп ултыртҡан балалар майҙансығын тантаналы шарттарҙа асыу булды. Ҡыҙыл таҫманы район хакимиәте башлығы Ф.Ф.Сыңғыҙов, Ра-йон Советы Рәйесе Ф.Һ.Зәйнетдинов, Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһе башлығы В.Р.Мөхәмәтйәров һәм З.Р.Йәғәфәрова киҫкәндән һуң, барыһы ла был майҙансыҡҡа инде. Уйын майҙансығында балаларға рәхәтләнеп ял итеү өсөн заманса төрлө йыһаздар ҡуйылған, улар сағыулығы менән дә үҙенә тартып тора. Балалар оҙаҡ көттөрмәне, шунда уҡ уйнарға ла кереште.
- Мин Оло Үтәш ауылында тыуып үҫеп, мәктәпте Еҙем-Ҡаранда тамамланым. Ауылыбыҙҙы яратабыҙ, йыш ҡайтып йөрөйбөҙ. Ҡулдан килгәнсә ярҙам итергә тырышабыҙ. “Атайсал” программаһына беҙҙең балалар баҡсаһы майҙансығы проекты инде. Аллаһы Тәғәлә ҡөҙрәте менән шундай мөмкинлек сығыуына беҙ бик шатбыҙ. Бөйөк мәғрифәтсе Зәйнулла ишан Рәсүлев: “Иҫән саҡта изге эштәр ҡылып ҡалығыҙ”, - тип әйтеп ҡалдырған, ата-бабаларыбыҙ ҙа тыуған ерем, ауылым, халҡым тип йәшәгән, беҙ ҙә уларға ҡарап эшләйбеҙ, - тип һөйләп үтте Зилиә Рифҡәт ҡыҙы был майҙансыҡты асыу мәлендә.
Һуңынан барыһы ла төп сара – “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!" байрамы үтәсәк майҙанға, сәхнә янына юлланды. Ата-бабаларыбыҙ мираҫы – мәшһүр “Урал” көйөн ҡурайҙа Илнур Ғөбәйҙуллин башҡарыуында тыңлағас, байрам сараһы Үзбәк ауылы ағинәйҙәре башҡарыуында театрлаштырылған “Бала тыуҙы” йолаһы менән дауам итте. Тамашанан һуң Красноусол мәсетенең имам-мөхтәсибе Фәнил Басиров менән Үзбәк ауылы имам-хатибы Илфат Ғәлин ошо байрамды ойошторған кешеләргә рәхмәт әйтеп, уның әһәмиәте тураһында һөйләп, туғанлыҡ фәтеүәһе биреүен аңлатып, Ҡөрьән аяттары уҡып был байрамға фатиха бирҙеләр. Сараны Римма Зәйнуллина менән Фәнзил Ғәлин алып барҙы.
Байрам менән ҡотлау өсөн тәүге һүҙ район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙовҡа бирелеп, ул был байрамды доғалар менән башлап ебәреүгә рәхмәтен белдерҙе һәм ауылдың тарихы бик ҙур булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. “Бөгөн тарихи ауылға байрамға йыйылғанбыҙ. Ошо ауылдың мәҙрәсәһендә 1893-96 йылдарҙа М.Ғафури уҡыған. Һәм башҡа бик күп шәхестәр белем алған. Күптән уйлап йөрөгән уйҙар буйынса ауылға юлдарҙы бер ай эсендә эшләп бөттөк. Ауыл урамдарына ла юлдарға ҡом-таш түшәлде. 2020 йылда “Атайсал” программаһында ҡатнашып, еңеүгә өлгәшкән Зилиә Рифҡәт ҡыҙының матур, күркәм бүләгенә шатбыҙ һәм рәхмәтлебеҙ. Ауылдарҙы һаҡларға, үҫтерергә кәрәк. Оло Үтәш ауылында бөгөнгө көндә 80-гә яҡын хужалыҡ булып, 150-гә яҡын кеше даими йәшәй. Бында мәктәп-балалар баҡсаһы, мәсет бар. Халыҡ тырыш, матур итеп йәшәйҙәр, тәбиғәте йәмле. Бөйөк Ватан һуғышына ошо ауылдан 89 кеше китеп, шуларҙың 43-ө яуҙа ятып ҡалған. Ауылдың киләсәге булһын, бөтмәһен, шатлыҡта, тыныс тормошта йәшәргә яҙһын”, - тип сығыш яһаны Фәнзил Фәйез улы һәм ауыл мәктәп-балалар баҡсаһын бүләкләп, шулай уҡ ауыл тормошонда әүҙем ҡатнашҡаны өсөн Рияз Мәхмүт улы Ғилфановты Маҡтау грамотаһы, урындағы үҙидараның йәмәғәт эшендә әүҙем булғандары өсөн Илшат Әсҡәт улы Шәриповты, Римма Зарим ҡыҙы Зәйнуллинаны Рәхмәт хаты менән бүләкләп үтте.
Район Советы, район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Фаил Һәҙиәт улы Зәйнетдинов Оло Үтәштәрҙе оло байрам менән ҡотлап, изге теләктәрен юлланы. Һәм йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡандары өсөн ауыл башланғыс мәктәп-балалар баҡсаһы коллективына, Нәүфилә Зыязетдин ҡыҙы Ғилфановаға, Зилиә Рифҡәт ҡыҙы Йәғәфәроваға, йәмәғәт эштәрендә әүҙемлек күрһәткән Дания Фәрит ҡыҙы Зәйнуллинаға Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
- Оло Үтәш халҡы элек-электән уңғанлыҡ менән дан тотҡан. Ауыл халҡы малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ, саналар яһау менән шөғөлләнгән. Бөйөк Ватан һуғышында Еңеү көнөн яҡынайтыуға ла үҙ өлөшөн тос индергәндәр. Белемгә лә әүҙем ынтылып, ауылдың изге тупрағы күп һанлы билдәле кешеләр тәрбиәләп үҫтергән. Ауыл йәшәһен, йәштәр ғаилә ҡороп ауылда ҡалһын, - тине Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһе башлығы Валерий Рәшит улы Мөхәмәтйәров сығыш яһап. Шулай уҡ ауыл тормошонда әүҙем ҡатнашҡан Флорид Әрип улы Шәриповты, Гүзәл Тимербай ҡыҙы Ишкинаны, Тәлиға Закуан ҡыҙы Ғилметдинованы Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләне.
Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлфиә Рафиҡова: “Бала саҡта каникулдарым ошо ауылда үтте. Ауылдың яңырыуына шатмын, тағы ла яңы нигеҙҙәр барлыҡҡа килһен”, - тине һәм бүләк итеп “Тыуған яҡ” йырын башҡарҙы.
Республикабыҙҙың дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, БР Милли архивы директоры урынбаҫары, журналист, яҙыусы, ғалим, филология фәндәре кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, районыбыҙҙың Почетлы гражданы Ниязбай Сәлимовтың тарихи материалдарға нигеҙләнеп әҙерләнгән сығышын һәр кем йотлоғоп тыңланы. Ауылға бәйле материалдарҙы Ниязбай Булатбай улы яҙма рәүештә лә алып килгән ине һәм уны мәктәпкә тапшырҙы.
- Бөгөн Оло Үтәш ауылында оло байрам. Барығыҙҙы ла Өфөлә йәшәүсе яҡташтар, Милли архив дирекцияһы исеменән тәбрикләйем. Бай тарихлы ауыл халҡыбыҙҙың бөйөк шәхестәренең – Башҡорт автономияһына нигеҙ һалған Әхмәтзәки Вәлиди эҙҙәрен дә һаҡлай. Башҡорт милли хәрәкәте етәксеһе Кәлсер-Табын һәм Кесе-Табын башҡорттары менән фекер алышыу маҡсатында ошо ауылға килә. Бында арҡаҙашына ғына түгел, хатта дуҫына әйләнеп киткән имам-хатип Мансур Халиҡов һәм башҡа руханиҙар менән осрашып, уларға Башҡорт автономияһын булдырыу идеяһын еткерә. Әхмәтзәки артабан Сәйетбабаға – Мансур хәҙрәттең яҡын туғаны, урындағы мәсеттең имам-хатибы, мәҙрәсә мөҙәрисе һәм әүлиә булараҡ шөһрәт ҡаҙанған Мөхәмәтсабир Әбделхалиҡ улы Халиҡов янына юллана. 21-се йылда Мансур Халиҡовты Башҡортостандың тәүге мөфтөйө итеп һайларға тәҡдим итә. Ул был тәҡдимде аҡлай. Ошо ауылда М.Ғафури ҙа ғилем алып, оло юлға сыға. Ул Башҡорт әҙәбиәтен генә түгел, бөтә илебеҙҙе данға күмә. Хатип Халиҡов, мәҙрәсә булмаһа, ошо тиклем күп уҡымышлы кешеләр сыҡмаҫ ине. З.Вәлидиҙең килеүе тураһында таҡтаташ ҡуйыу тәҡдимем дә бар. Бай тарихлы ауылға йөҙ менән боролоп, был ауылдың киләсәге яҡты булырға тейеш, - тип тамамланы үҙ сығышын Ниязбай Булатбай улы.
Мәғариф ветераны Ғәлинур Зиннур улы Ҡалмырҙин ошо ауылды ауыл итеп тотҡан кешеләргә рәхмәт һүҙен еткереп, был ауылға оло ихтирам менән ҡарарға, етәкселәргә киләсәген хәстәрләргә кәңәш итте.
БР Милли әҙәбиәт музейы директоры урынбаҫары, Оло Үтәш ауылы егете Азамат Раил улы Вәлиев тарихи яҙмаларға туҡталып, фәһемле сығыш яһаны.
Ауыл старостаһы Илшат Шәрипов байрамда ауылдың оло йәштәге ағинәйҙәре: Мәреүә Яхина, Альмира Шәрипова, Нәүфилә Ҡорбанғолова, Дания Таһирова, Нәүфилә Ғилфанованы сәхнә түренә саҡырып тәбрикләне. Шулай уҡ ауылды матурлауҙа, төҙөкләндереүҙә үҙ ваҡытын, көсөн йәлләмәгән ауыл әүҙемселәре: Мотаһар Шафиҡовҡа, Нурислам Зәйнуллинға, ауыл фельд-шеры Миңнира Йыһаншинаға, Гөлназ Ғәскәроваға иҫтәлекле бүләк тапшырып, йыр юлланылар.
Сығыштар ауылдың әүҙем апай-еңгәйҙәре, Үзбәк ауылы һәүәҫкәрҙәре, район мәҙәниәт һарайы артистарының йыр-бейеүе менән үрелеп барҙы.
Был байрамда тирмә ҡуйылып, унда ауыл китапханаһы китапханасыһы “Ауы-лым тарихы” тигән тематик күргәҙмә лә әҙерләгән ине. Кемдер шәжәрәләрҙе барланы, нәҫелдәр буйынса күп мәғлүмәт алды. Ауыл халҡы әҙерләгән бай өҫтәлдә барыһы ла һыйланып, үҙ-ара аралашты. Байрам кискә тиклем дауам итеп, кискеһен йәштәр өсөн дискотека ойошторолдо.
Оло Үтәш ауылы тураһында һоҡланып та, ғорурланып та һөйләргә була. Ауылдаштарҙы осраштырып-күрештергән байрам һәр кемдең күңелендә бик матур, иҫтәлекле тәьҫораттар ҡалдырып үтеп китте. Һәр кем: “Ауыл йәшәһен, үҫһен, үҙ баһаһын юғалтмаһын, шулай осрашып торорға кәрәк” тигән теләктә таралышты.

Әлфиә Вәлиева. 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас