+21 °С
Болотло


Өфө илдең иң йәшел миллионлы ҡалалары рейтингында өсөнсө урынды яуланы, тип хәбәр иттеләр ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән. Бындай тикшереүҙе «Роскосмос» белгестәре үткәргән.
Беренсе урында — Пермь, икенселә — Екатеринбург. Йәшелләндереүҙең иң түбән кимәле Краснодарҙа.
Баш ҡала хакимиәтендә белдереүҙәренсә, Өфөнө артабан төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү йәһәтенән төп маҡсат — бер йыллыҡ сәскәләргә һәм үҫемлектәргә ҡарағанда күп йыллыҡтарға , ҡыуаҡтарға һәм ағастарға, яңы аллеялар булдырыуға һәм булғандарын киңәйтеүгә өҫтөнлөк биреү.