Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
15 Сентябрь 2022, 07:17

Өфөлә юниорҙар араһында биатлон буйынса Рәсәй беренселеге үтәсәк

Башҡортостандан 15 биатлонсы: 12 егет һәм 3 ҡыҙ ҡатнаша.

Өфөлә юниорҙар араһында биатлон буйынса Рәсәй беренселеге үтәсәкӨфөлә юниорҙар араһында биатлон буйынса Рәсәй беренселеге үтәсәк
Өфөлә юниорҙар араһында биатлон буйынса Рәсәй беренселеге үтәсәк

17 сентябрҙә Өфөлә «Биатлон» спорт комплексында 19 йәштән 21 йәшкә тиклемге егеттәр һәм ҡыҙҙар араһында биатлон буйынса Рәсәй беренселеге башлана. Был хаҡта Башҡортостан Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Ярыштарҙа, алдан ғариза буйынса, Рәсәй Федерацияһының 29 төбәгенән 200 спортсы ҡатнашасаҡ. Башҡортостандан 15 биатлонсы: 12 егет һәм 3 ҡыҙ ҡатнаша.

16 сентябрҙә рәсми тренировка үтәсәк. Ярыштарҙың артабанғы программаһы түбәндәгесә:

17 сентябрҙә: роллерҙар - 12,5 саҡрым ҡыҙ ярышы; роллерҙар - 15 саҡрым егеттәр уҙышы.

18 сентябрь: роллерҙар - эстафета 3*6 км (ҡыҙҙар); роллерҙар - эстафета 4*7,5 км (егеттәр).

20 сентябрҙә: кросс-спринт 4,5 саҡрым ҡыҙ; 6 саҡрым кросс-спринт.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас