Шоңҡар
+14 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Сентябрь 2022, 08:55

Бөгөн – Урман һәм ағас эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө

Ошо һөнәргә ҡағылышы булғандарҙың барыһын да Урман хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотлайбыҙ. Урманыбыҙҙы һәм унда йәшәүселәрҙе яҡлағанығыҙ өсөн рәхмәт һеҙгә - был ғәжәйеп донъя, планетабыҙҙың айырылғыһыҙ өлөшө. Хеҙмәтегеҙ һәр саҡ күренеп торһон һәм лайыҡлы баһаланһын. 

Бөгөн – Урман һәм ағас эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө
Бөгөн – Урман һәм ағас эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө

Урман һәм ағас эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө - урман һәм эшкәртеү сәнәғәтенә ҡағылышы булған хеҙмәткәрҙәрҙең һөнәри байрамы. Улар араһында - әҙерләүсе предприятиелар, заводтар, фабрикалар, контроллек итеүсе органдар хеҙмәткәрҙәре. 

Урмансылар көнө совет заманында башлана. 1980 йылда СССР-ҙың Юғары Советы Президиумы Указына ҡул ҡуйылғандан һуң байрам рәсми кимәлдә уҙа. 1977 йылда «Урман ҡануниәте»нең сығыуына бағышланған һәм өлкә хеҙмәткәрҙәренә хөрмәт билдәһе булып тора. Был тәбиғәт ресурстарының ошо төрө менән эш итеүҙе көйләүсе тәүге норматив-хоҡуҡ акты була.

Был көндө тәбиғәткә яҡыныраҡ булып ҡалығыҙ. Паркта йәки урманда ял итегеҙ. Ғаилә ағзаларын һәм дуҫтарығыҙҙы үҙегеҙ менән алып барырға онотмағыҙ.

Автор: Айнур Акилов
Читайте нас