

Машиналар эшләү - ул юғары үҫешкән ил иҡтисадының тармағы, индустрия үҙәге, сәнәғәттең һәм интеллектуаль потенциалы.
Сентябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә үҙенең тарихын совет заманынан алып барған һөнәри байрамын Рәсәй, Белорусь, Көньяҡ-Көнбайыш республикаларының машина эшләүселәре билдәләй. Ул СССР Юғары Советы Президиумының 1980 йылдың 1 октябрендәге 3018-Х «Байрам һәм иҫтәлекле көндәр тураһында»ғы Указы менән булдырыла.
Машина йөрөткән кеше ғүмере буйы уға ғашиҡ була, тиҙәр. Тимер аттар кешене даими оҙатып бара - был шәхси транспорт та, йәмәғәт һәм ауыл хужалығы транспорты ла. Ә автомобилдәр һәм машиналар маркаһы һанап бөткөһөҙ ҙур! Уларҙың барыһы ла машина эшләүселәрҙең эше арҡаһында булдырыла.
Машиналар эшләү - ул автомобиль эшләү генә түгел. Ул иһә станоктар ҙа, ҡорамалдар ҙа, ядро реакторҙары ла, һыу аҫты кәмәләре лә, йыһан караптары, саң һурҙырғыстар һәм кер йыуыу машиналары ла. Барыһы ла һәр кешегә уңайлы йәшәү өсөн кәрәк. Машина эшләүселәр көнө - ул иҡтисадтың машиналар эшләү тармағында эшләүсе бөтә хеҙмәткәрҙәр һәм инженерҙар өсөн байрам көнө.
Ҡыҙыҡлы факттар
"Tata Nano" донъяла иң арзан автомобиль булып һанала. Был машинаны етештереүсе ил - Һиндостан.
Америка ҡушма штаттары һәм Япония автомобилдәр эшләү тармағында донъя лидерҙары булып һанала. Бергәләп улар йылына 22 миллион самаһы автомобиль етештерә. Артабан Германия һәм Франция килә, улар йылына 8,5 миллион автомобиль етештерә.
"ВАЗ-2121" автомобиленең баш конструкторҙары уны балалары хөрмәтенә «Нива» тип атаған. Уларҙың береһенең ике ҡыҙы булған - Наталья һәм Ирина, ә икенсеһенең - Вадим һәм Андрей.
Рәсәйҙә машиналар эшләү өлкәһендә 3,5 миллион самаһы кеше эшләй. Рәсәй Федерацияһында тармаҡтағы лидер булып Үҙәк федераль округы тора, уның предприятиеларында продукцияның өстән бер өлөшө етештерелә.
Хөрмәтле технологтар, инженерҙар һәм машина эшләү менән бәйле булғандарҙың барыһы ла һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ менән ҡотлайбыҙ! Һеҙҙең эшегеҙ - ул донъяны беҙҙең өсөн уңайлыраҡ итергә ярҙам итеүсе еңел булмаған хеҙмәт. Ә был мөһим һәм кәрәкле тармаҡтың бөтә хеҙмәткәрҙәренә юғары эш хаҡы, ныҡлы һаулыҡ һәм бәхетле ғаилә тормошо теләйбеҙ.