

Һамар өлкәһендә билдәле башҡорт ғалимы Ғәббәс Дәүләтшин иҫтәлегенә арналған саралар үтте.
Сараны ойоштороусылар - Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте, Һамар өлкәһе Хөкүмәте, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте булышлығында «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» халыҡ-ара йәмәғәт берекмәләре союзы, Һамар өлкәһенең милли мәҙәниәткә булышлыҡ итеүсе «Башҡорттар ҡоролтайы (конгресы)» Һамар өлкәһе йәмәғәт ойошмаһы.
Ҡатнашыусылар һәйкәлгә сәскәләр һалды, күренекле ватандашыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алды, артабан Оло Глушица ауылында «Ғәббәс Дәүләтшин - йәмәғәт эшмәкәре, ғалим-лингвист, башҡорт тел ғилеменә нигеҙ һалыусы» темаһына түңәрәк өҫтәл үтте.