Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
27 Сентябрь 2022, 15:05

Яратҡаным, һөйгәнем, имен һау әйләнеп ҡайтырға насип итһен!

Сибайҙан хәрби юлға сыҡҡан азаматтар араһында "Башҡорт йыры-2021" проекты еңеүсеһе, йырсы Әлфир Заманов та бар. Йырсының хәләл ефете Зинира үҙ сәхифәһендә:  "Яратҡаным, һөйгәнем, ҡәҙерле тормош иптәшемә, хәрби бурыстарын үтәп, имен һау әйләнеп ҡайтырға насип итһен Хоҙай", - тип яҙа. 

Яратҡаным, һөйгәнем,  имен һау әйләнеп ҡайтырға насип итһен!Яратҡаным, һөйгәнем,  имен һау әйләнеп ҡайтырға насип итһен!
Яратҡаным, һөйгәнем, имен һау әйләнеп ҡайтырға насип итһен!

 Әлфир Заманов  сығышы менән Баймаҡ районының Күсей ауылынан. Бала саҡтан йыр-моңға ғашиҡ егет Сибай сәнғәт училищеһында белем ала, артабан Баймаҡ район мәҙәниәт йортонда эшләй. Әле - Сибай концерт-театр берекмәһенең солист-вокалсыһы. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, йырсы күберәк халыҡ йырҙарына өҫтөнлөк бирә, һирәк башҡарылғандарҙы өйрәнә. Әлфир Заманов - күп йыр конкурстары лауреаты.Беҙ ҙә йырсының, юлдаштарының иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ.

 

 

Автор:
Читайте нас