Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
4 Октябрь 2022, 15:25

"Әхирәтем бала табып бирҙе"

"Был ғәжәйеп сихри тойғо, ҡулыма беренсе тапҡыр улымды алғандағы тойғоларҙан бер ҙә айырылмай", – тип ала тип иҫкә ала Алисия.   

"Әхирәтем бала табып бирҙе""Әхирәтем бала табып бирҙе"
"Әхирәтем бала табып бирҙе"

Был хәл АҠШ-та була.28 йәшлек Даниэль менән  34 йәшлек Алисия икеһе лә  ауырлы саҡта интернетта танышҡан. Һуңыраҡ, балалары тыуғас, Алисия Даниэлға икенсе бала табырға теләүен, әммә етди ауырыу арҡаһында бының мөмкин түгеллеген әйтә. Әхирәтенең хыялланыуын күргән Даниэль уның балаһына суррогат әсә булырға ризалаша. "Ул миңә шылтыратты ла: "Әйҙә мин һиңә бала табып бирәм", тине, – тип иҫкә ала Алисия. – Тәүҙә мин көлөп ебәрҙем һәм уны шаярта тип уйланым. Әммә бер нисә аҙнанан Даниэль миңә  шалтыратты һәм: “Мин ысынлап та әйтәм. Теләйһең икән, әйҙә шулай итәйек", – тине".  Алисия ризалаша. Йөклөлөк осоронда ул Даниэль менән һәр медицина тикшереүенә бергә йөрөй,  ярҙам итә. Бала тапҡан көндө Алисия һәм уның ире Даниэль йәнәшәһендә булалар. Донъяға Мэйдзи исемле ҡыҙ бала тыуа. "Был ғәжәйеп сихри тойғо, ҡулыма беренсе тапҡыр улымды алғандағы тойғоларҙан бер ҙә айырылмай", –  тип иҫкә ала Алисия. 

Фото: nhero.ru

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас