+21 °С
Болотло
Руфина Зәки ҡыҙы Ҡариҙел районы Яңы Бәрҙәш ауылы һылыуы. 1993 йылда БДУ-ны тамамлай, оҙаҡ йылдар йәш быуынға белем бирә. Үҙ һөнәренә ғашиҡ, эҙләнеүсән, талапсан мөғәллимә алдынғы эш тәжрибәһе менән бүлешә, оҫталыҡ дәрестәре күрһәтә, «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2021» төбәк-ара конкурсы лауреаты. Хәстәрлекле әсә бына тигән ике ул тәрбиәләй.
Руфина Зәки ҡыҙы! Юғары бүләк алыуығыҙ менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ. Сәләмәтлек, аяҙ көндәр теләйбеҙ! "Шоңҡар"ҙар.