

Башҡортостан!
Һөйгән йәрем кеүек,
Йәнем кеүек аҫыл Ватаным.
Яҙмышыма яҙған хозурлыҡты
Затлы бүләк, тиеп атаным.
Башҡортостан!
Күңелем хәтлек киңлек,
Яландарың бөҙрә арыштан.
Алтын төҫөндәге баҫыуҙарың
Сағылдыра күҙҙе нағыштан.
Башҡортостан!
Йәнем кеүек миңә,
Шишмәһеләй ҡурай йырының.
Гәүһәр таштар ҡушып үрелгәнме,
Ағиҙелең - көмөш толомоң.
Башҡортостан!
Әсәм кеүек сабыр,
Бәрәкәтле йомарт ҡуйының.
Ҡунаҡ килһә, татлы тәғәм-ризыҡ
Табынында башҡорт һыйының.
Башҡортостан!
Һин аяулы балам!
Һөт, бал еҫе килә. Күңелем
Береккән дә һинең кендегеңә,
Ҡосағымда бәпләп йөрөүем.
Башҡортостан!
Һин асылым минең,
Балам минең, өйөм,
Моң-көйөм.
Тамара Ғәниева, Башҡортостандың халыҡ шағиры.