

Республика көнөнә арналған ултырышта Радий Хәбиров билдәле шәхестәргә орден-миҙалдар тапшырҙы.
Атап әйткәндә, Халыҡтар дуҫлығы орденына артист Фидан Ғафаров, тарихсы Инга Гвоздикова, скульптор Салауат Щербаков лайыҡ булды. Салауат Юлаев ордены менән Мәләүез районы Нордовка ауылы биләмәһе етәксеһе, ер һөрөү буйынса Рәсәй кимәлендә үткәрелгән ярышта 2-се урын яулаусы Илдар Ишәкәйев бүләкләнде.
М. Шайморатов ордены БР Хөкүмәте аппараты етәксеһе Азамат Абдрахмановҡа тапшырылды. Ошондай уҡ орден БР буйынса Эске эштәр министрлығының йәмәғәт советы рәйесе Рафаил Диваев күкрәгенә лә тағылды. Билдәле офтальмолог, РФ-тың атҡаҙанған табибы Эрнст Мулдашевҡа, тарихсы, БДУ-ның Тарих һәм дәүләт хеҙмәте институты доценты Рәмил Рәхимовҡа "Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн" миҙалы тапшырылды.
Барыһын да ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
Фото: vkzodiac.ru