Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
17 Октябрь 2022, 06:40

“Шоңҡар”ҙың октябрь һаны сыҡты

Әйткәндәй, был көндәрҙә беренсе яртыйыллыҡҡа "Шоңҡар"ға яҙылыу бара. Хаҡы - 729 һум 78 тин.  Атай-әсәйҙәрегеҙгә, туғандарығыҙға, дуҫтарығыҙға "Шоңҡар"ға яҙҙырып, шәп бүләк эшләй алаһығыҙ.

“Шоңҡар”ҙың октябрь һаны сыҡты“Шоңҡар”ҙың октябрь һаны сыҡты
“Шоңҡар”ҙың октябрь һаны сыҡты

Журналдың был һаны ла фәһемле, мауығып уҡырҙай яҙмаларға бай. . “Яңы һөнәр”  рубрикаһында  копирайтер, медиатор һөнәрҙәре хаҡында яҙылған.

 Айгиз Баймөхәмәтовтың “Ҡошҡа әйләнермен мин...” тигән яңы повесында бер ғаиләнең  яҙмышы һүрәтләнә. 

Башҡортостандың халыҡ артисы Азамат Тимеров менән әңгәмә лә журнал уҡыусылар күңеленә хуш килер, моғайын. Ғалим, дәүләт эшмәкәре, әүҙем йәмәғәтсе Зөфәр Йәнекәйевтең “ Быуаттар тоташҡанда...” тигән яҙмаһының аҙағы бирелә. Йәш шағир Айбулат Сәсәнбаевтың бер шәлкем шиғырҙары донъя күргән. Ҡорама япмалар тегеү оҫтаһы, уңған хужабикә Зөһрә Солтанғолованың уңыш серҙәре тураһында таныша алаһығыҙ. 

Журналдың был һаны ла фәһемле, мауығып уҡырҙай яҙмаларға бай.

 

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас