Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
17 Октябрь 2022, 15:55

Яҙмышым һуҡмаҡтары (дауамы) Фатима ҒӘЙНУЛЛИНА

Балалар йорто урынлашҡан ятаҡтар ҡаршыһындағы бер һарайҙа аслыҡтан шешенеп үлгән балаларҙы йыйып, бер күрепкә тулғас, Күсим руднигына китә торған тимер юлда зыярат соҡорона алып барып ташлап, арлы-бирле күмеп ҡуялар.

Яҙмышым һуҡмаҡтары (дауамы) Фатима ҒӘЙНУЛЛИНАЯҙмышым һуҡмаҡтары (дауамы) Фатима ҒӘЙНУЛЛИНА
Яҙмышым һуҡмаҡтары (дауамы) Фатима ҒӘЙНУЛЛИНА

Ҡаты һуғыш йылдарының бер көнө. Өйҙә әсәйем менән икәүбеҙ, тип хәтерләй бала. Өй эсе ялтырап тора. Оҙон урындыҡҡа балаҫ йәйелгән, түшәктәр түшәлгән, түрҙә һандыҡ. Урындыҡҡа ҡаршы һике, йәғни түрбаш өҫтәл. Унда көҙгө кеүек ялтырап самауыр, батмус. Әсәйем усаҡҡа ут яғып кәртүк бешереп, ҡаҙандан ҡайнар һыуҙы самауырға ҡойоп, усаҡтан сипсы менән ҡыҫып алып ҡуҙ һала.

Баланың берҙән-бер бөртөк күлдәген көл тоноғонда тап-таҙа итеп йыуып, усаҡ алдында торған урҙаға киптерергә элгән. Ҡыҙ баланы үҙенең берҙән-бер бөртөк кәстүменә төрөп, һандыҡ эргәһендәге түшәккә бәләкәй яҫтыҡ һалып, күлдәге кипкәнсе һалып торған. Балаға 3,5-4 йәштәр самаһы. Баҡтиһәң, бөгөн Теләш ауылынан ике туған ағаһы килергә тейеш икән. Әсәй кеше шул уңай менән уны ҡаршыларға әҙерләнә. Көткән көндөң иртәгәһенә Ғиззәт ағай таң менән килеп инде. Әсәй кеше тиҙ генә тороп самауырын ҡуйып ебәрҙе, бергәләшеп сәй эстеләр. Баҡһаң Ғиззәт ағаһы һуғышҡа китеп барышлай бала менән уның әсәһен күреп китеү ниәте менән килгән икән. Ағайым оҙон буйлы, һынлы, ҡыйылып торған ҡара ҡашлы, тура кәүҙәле, мөләйем йөҙлө булып иҫтә ҡалған, тип хәтерләй бала. Ул  йылдарҙа 9 класс уҡып бөтөргән булған. Туғандарҙың һөйләүе буйынса, ул бик тырыш егет булған икән. Үкенескә күрә, ул шул китеүенән әйләнеп ҡайтманы. Уйлай китһәң, күпме ошондай тырыш, сибәр, булдыҡлы ир-егет аҫылының ғүмерен өҙгән икенсе донъя һуғышы. Әгәр ошо тиклем ҡыйыу ир-егет арыҫландарын юғалтмағанда, ил-республика яҙмышы ла бөгөн бөтөнләй икенсерәк, ҡеүәтле һәм көслөрәк булыр ине, тип уйланырға мәжбүр булаһың. Ун һигеҙ йәше лә тулмаған ир-егет ил яҙмышын хәл итеү өсөн ҡаты һуғыш яландарында һәләк булған, йөҙәр мең – миллиондар. Ҡайһы бер йәш егет-ҡыҙҙарға ҡарап, уларҙың тормошҡа яуапһыҙ ҡарауҙарына, эскелек, наркомания һәм әҙәпһеҙ секс менән шөғөлләнеүҙәре, еңел юл менән байырға тырышып, намыҫлы, ғәҙел кешеләрҙең әсе тир түгеп тапҡан табыштарын урлап үҙ кеҫәләрен ҡалынайтыу, үҙ нәфселәрен ҡандырырға тырышып йәшәүсе әшәке йәндәр өсөн баштарын һалғанмы ней, әле йәшәргә лә өлгөрмәгән ағайым кеүек миллиондар, тип һәр саҡ хафалана бала үҫеп етеп уйланыу кимәленә еткәс.

Салауатта йәшәгән осорҙа әсәһенең ҡустыһы Ишбулды ағаһы китаптар алып килеп уҡып ята ине. Китаптар яңы ғына, уларҙың үҙенсәлекле еҫен бала алмаш-тилмәш еҫкәй ине. Һәм бер ваҡыт, бер метр самаһы бик матур төҫтәге тауар алып ҡайтып, күлдәк тегеп кейҙерҙеләр. Ул тауарҙың да еҫе лә, матурлығы ла һис иҫтән сыҡманы.

Бер ваҡыт баланы әсәһе Тупаҡ ауылына алып барған. Йәйәүме, ат менәнме – уны иҫтә юҡ. Ә Фәйрүзә апайҙың ире Хисаметдин еҙнәһе иҙәнгә һуҙылып ятып сәй эскәне, һары төҫтәге бик матур һәм еҫле (бәләкәс мендәр) кеүек тышһыҙ кәнфиттәр  алып ҡайтҡаны, ул күстәнәс менән сәй эскәне, кәнфиттең тәмле еҫе баланың күҙ алдында көйө оҙаҡ-оҙаҡ һаҡланды. Еҙнәһе һуғыштан бик аҙға отпускығамы, көнгә генәме ҡайтып киткән. Сәй эскәндә хатта өҫтөндәге шинелен дә сисмәгән ине. Ә Йәнъегет улын күрергә генә ҡайтҡан булырға тейеш. Йәнъегет ул мәлдә бик бәләкәй, уға ике йәштәр самаһы булғандыр.

Балаға 4-5 йәштәр самаһында әсәһе ҡаты ауырый башлай. Ул Михайловкалағы урыҫ белештәренә барғылай, баланы өйҙәш кешеләргә ҡалдырып йөрөй. Әсә урыҫ белештәрендә эшләй булһа кәрәк, ә балаға Салауатҡа барыусылар артынан ризыҡ биреп ебәрә, йә үҙе алып ҡайта. Шулай йөрөй торғас әсәһе Сафия ныҡлап ауырыуға һабаша һәм баланы балаҫҡа төрөп, бер ирҙең ат санаһына ултыртып, Тупаҡ ауылында йәшәүсе аталаш апайы Фәйрүзәгә ебәрә. Ашарға бер нәмә лә булмағанлыҡтан, бер ус ҙурлығындағы мал тиреһен өтөп, шул тирене ашатып ебәрә. Ул ир кеше Тупаҡ ауылына етеп, баланы Фәйрүзә апаһының землянкаһы эргәһендә ҡалдырып, аты менән ары ҡуҙғалып китә. Был 1943 йылдың март айының тәүге көндәре булырға тейеш. Ҡар бик ҡалын яуған. Бейек итеп өйөлгән ҡар өйөмөнөң аҫтында Фәйрүзә апайының землянкаһы (ситәндән яһалған өй). Бала землянкаға шыуып төштө лә, уның ишеген асырға буйы етмәй торғанда, Фәйрүзә апайы ишекте тибеп ебәреүгә ишек шар асылып китте, ә бала ситән солан мөйөшөнә барып ятты. Фәйрүзә апайы ике ҡулының устары менән битенә баҫып ҡысҡырып илап ебәрҙе лә, баланы күтәреп алып инеп, плитәгә яҙғы бойҙай түшәлгән ине, шуның өҫтөнә һалды. Бала туңыр сиккә етеп өшөгән ине.

Фәйрүзә апайы улы Йәнъегет менән йәшәйҙәр ине. Ире Хисаметдин һуғышта. Фәйрүзә апайы бала менән аталаш, әсәләре башҡа. Торған өйө бик бәләкәй генә. Ул ситәндән үрелеп, балсыҡ менән һылап ағартылған. Соланы ла ситәндән, уныһы һыланмаған. Фәйрүзә апай колхозда эшләй, үҙе ат егә, ат менән эшкә китә, ҡараңғы төшөүгә эштән ҡайтып инә. Йәнъегет менән беҙгә бер стакан һөт, ҡайнар һыу, ике телем икмәкте ҡаралды араһына ҡалдырып китә. Йыш ҡына бала был икмәккә туймай. Йәнъегет икмәгенә лә тейә, һөтөнөң дә күберәген үҙе эсеп, һыу ҡоя биреп ҡуя ине. Апайы был хәлде белеп ҡалғас, ҡар иреп бөтөүгә, баланы өйҙә йоҡлатмай, тышта йоҡларға сығарып ебәрә. Бала атаһы менән әсәһе тектереп биргән үҙенә самалы ғына булған тире тунына төрөнөп, кеше өйҙәре алдында йоҡлап йөрөй башланы. Күп кенә кешеләр ҡар аҫтында ятып ҡалған игенде сүпләп алып ҡайтып ишек алдарына, ҡайһылары урамға тәҙрә алдарына ҡояш төшкән тәңгәлгә йәйеп һалып, киптерергә ҡуялар ине. Бала хужалары күрмәгәндә шул йәйелгән игендән услап алып китеп, йәшәреп ашап көн итә ине.

Шулай бер көндө Фәйрүзә апайының урындығында туңҡайып ҡына йоҡлап ята ине, Хәтирә  апайы килеп инде лә, баланы осаһынан һөйөп кенә уятып, “әсәй үлде” тине лә, ҡысҡырып-ҡысҡырып иланы, күп тә тормай сығып китте. Ҡайҙа киткәндер, ҡайҙа йөрөйҙөр, уға башҡаса ул апайын да күрергә тура килмәне. Тик үҫеп еткәс, апайын Самар күлендә һыу инеп йөрөгәндә урыҫ малайҙары һыуға батырып үлтергән, тигән әллә ысын, әллә яңылыш хәбәр ишетеп, ни эшләргә лә белмәй аптырап апайын һағынып иҫкә төшөрөп йөрөүҙән башҡа хәле ҡалманы.

Шулай бер көндө ҡышҡымы, яҙғымы һыуыҡ көндәрҙең береһендә Фәйрүзә апайының урындығында ултырғанда әсәһенең һеңлеһе Разия апайы килеп инде. Ул бөтөнләй йоҡа йәйге генә күлдәктә, аяғында ла әллә колош, әллә ней, үҙе яланбаш һымаҡ ине. Фәйрүзә апайымдан йоҡлатып сығарыуын үтенде. Мейес артында булһа ла йоҡлат инде, тине. Ә Фәйрүзә апай ҡыуып тигәндәй сығарып ебәрҙе.

Май  байрамы етеүгә Теләш ауылынан Зәйтүн һәм Миҙәхәт ағайҙары Фәйрүзә апайға ҡунаҡҡа килделәр. Шул мәлдә байрам уңайы менән колхоздың үлгән атын өлөшләп ауыл халҡына бүлеп биргәндәр. Фәйрүзә апайға ҡарыны ғына тейгән. Байрам үтеүгә ағайҙарым Ташбулатта балалар йорто асылыуын хәбәр иттеләр һәм баланы балалар йортона урынлаштырыу тураһында һүҙ сыҡты. Апайы теге ҡарынды кистән алып таңға ҡәҙәр ҡаҙанда ҡайнатты. Юлға бер шкалик һөт, ҡайнар һыу, ике телем икмәк биреп, Миҙәхәт ағайға эйәртеп баланы Ташбулат балалар йортона ебәрҙе. 15 саҡырым тирәһе араны 11 йәшлек ағаһы берсә күтәреп, берсә йөкмәп, йә атлатып, атлай ҙа алмайһың исмаһам тип, бик интегеп алып барып еткерҙе. Ауыл Советына алып инде, унда яҙалар ине. Шул арала иҙәндә ятҡан йыуа төпсөктәрен йыйып, сүпләнеп ашай ине бала. Балаға 6 йәш тә тулмағайны.

Ташбулат балалар йортоноң асылған мәле. Балалар төрлө йәштәгеләр ине. Ҙурыраҡтар төрлө эштәр башҡара. Кесерткән йыйып килтереп, ҙур өҫтәлдәрҙә балта менән тураҡлайҙар, ҡайнап торған ҡаҙанға һалалар, ваҡ-ваҡ ҡына кәртүктәрҙе йыуып та тормай кесерткәнгә ҡушып болғап, аш бешерергә ярҙам итәләр. Кесерткән ашы иртәнсәк 100 г. ҡара икмәк, төш 50 г., кис100г. икмәк бирәләр. Балалар йорто урынлашҡан ятаҡтар ҡаршыһындағы бер һарайҙа аслыҡтан шешенеп үлгән балаларҙы йыйып, бер күрепкә тулғас, Күсим руднигына китә торған тимер юлда зыярат соҡорона алып барып ташлап, арлы-бирле күмеп ҡуялар. Ерләүсе ир заты ла, ололар ҙа юҡ. Ташбулат балалар йортона килгән саҡта бала – Гөлсараның ике аяҡ балтырҙары, беләктәре ҡурай нәҙеклеге, эсе бик ҙур, күҙе эскә батҡан ине. Беҙ уны ла үлер тип уйланыҡ, тип хәтерләй ине тәрбиәсеһе – 18 генә йәшлек бик сибәр Ситдиҡова Мәүлиҙә апайы. Ашау бик аҙ һәм бер төрлө булғанлыҡтан балалар эстәре китеп, ҡан ярау итеп ауырый ине. Гөлсара ла шулай ауырыны. Балалар туймағанлыҡтан, бесәй төймәләре, киндер орлоҡтары, юл буйҙарындағы төрлө үләндәрҙе  йолҡоп ашайҙар сүпләнәләр, аш-һыу түккән соҡорҙа  кәртүк ҡабыҡтары, кишер төпсөктәре, кәбеҫтә япраҡтары сүпләп, йыумайынса шул көйө ашайҙар ине. Балалар бетләй ине. Ятаҡтарҙағы балалар ятып йөрөгән тапчанкалар тас ҡандала ине. Ҡышын ятаҡтар һыуыҡ, яғырға утын самалы булғанлыҡтан, олораҡ балалар тау битләүҙәренән утын һөйрәп килтерәләр ине. Ете йәш тулыр алдынан, тәрбиәсе Мәүләҙә апай был йәштәге балаларҙы тауға алып сығып, уҡыуға барыу буйынса бик файҙалы кәңәштәр һөйләне. Уҡыу бик мөһим, тине ул. Уҡыған кеше белемле, аҡыллы һәм бәхетле була. Уҡымай ҡалған кеше наҙан, ялҡау һәм бәхетһеҙ буласаҡ, ундайҙарҙың киләсәге бик насар буласаҡ, тине ул. Был һүҙҙәр Гөлсараға уҡырға кәрәк икәнлекте  аңларға ярҙам итте һәм Гөлсара көҙ етеп уҡыу көндәре етеүгә Ташбулат 7 йыллыҡ мәктәбенең беренсе класы уҡыусыһы булды.

Уҡытыусыларҙың күбеһе ҡатын-ҡыҙ, уларҙың араһында 10 класс белемлеләр ҙә бар ине. Мәктәп ергә бик ныҡ инеп киткән, ул бик иҫке һәм тәпәш. Кластар йыш ҡына һыуыҡ була торғайны. Ҡатыраҡ һыуыҡ көндө бәләкәс уҡыусылар мейес тирәләтеп һырынып, баҫып тороп уҡый торғайны. Балаларға кейем етешмәй ине. Ҡыҙ балаларға яулыҡтан костюм тегеп кейҙерҙеләр. Аяҡҡа ҙур группалар уҡып килгәс, шуларҙың ҙур эш ботинкаларын һөйрәп китәләр. Пальто булмағанлыҡтан, ҡыш көндәре мәктәпкә одеял ябынып барып ултырған саҡтар ҙа булды.

Гөлсара уҡыған класта тәүге уҡытыусыһы Ситдиҡова Рауза апайы иҫендә ҡалған. Ул бик сибәр, күк күҙле, оҙон ҡара керпекле, оҙон сәсен уртаға ярып икенән үреп төшөрә. Йәшел төҫтәге күлдәген, ҡара костюмын кейеп мәктәпкә килһә, унан да матур апай булмаҫ ине. Атлап йөрөүҙәре, тауышы ла бик матур ине. Әсәһе Фатима исемле инәй. Рауза апайға ике туған булған тәрбиәсе Мәүләҙә апай Ситдиҡова икеһе лә Ташбулат балалар йорто тарҡалғанға хәтлем эшләнеләр. Мәүлиҙә апай ҙа бик сибәр, ҡара оҙон сәсле, ҡара күҙле, мөләйем, һәр саҡ йылмайып һөйләшер  ине. Әсәһе Мәрхәбә инәйҙең тағы Гөлшат, Фирҙәүес һәм Рәйлә исемле ҡыҙҙары ла бар ине. Ташбулат ауылының иң ыҫпай, таҙа һәм матур ғаиләһе булып ошо Мәрхәбә инәйҙең ғаиләһе күҙ алдында ҡалды. Уның өҫ-башы бик таҙа, донъяһы ипле, балалары береһенән-береһе сибәр һәм дәртле, һөнәрле, бүтәндәрҙе үҙҙәренә әллә ҡайҙан йәлеп итеп торалар ине. Ауылдағы балалар йортона гел килеп йөрөйҙәр. Йырлап, бейеп, мандолинала уйнап, группа ҡыҙҙарын да бейетеп йөрөнөләр. Ташбулат ауыл клубының милли уйыны, һайлауҙар осоронда, йәштәр араһында улар уртала була торғайнылар.

Мәктәптә уҡыған осорҙа бөтә класҡа бер китап, уныһы ла уҡытыусыныҡы. Уҡытыусы таҡтаға яҙып аңлатҡанда, уҡыусы балалар гәзит битендәге буш ҡалған аҡ юлдарға яҙа ине. Бәләкәс кенә ағас баштарына пероны еп менән бәйләп, йә бер ҡәләмде уҡытыусы бишкә бүлеп бирә. Шуны ослап бәләкәс кенә ҡәләмдәр менән яҙалар ине. Бөтә класҡа бер йә ике балала ҡара һауыты булыр ине. Шул ҡараға бөтә класс балалары “шалт” итеп бер тауыш сығарып, манып яҙыр ине. Дәфтәрҙе берәрҙән генә өләшеп бирәләр, уларҙың тыштары ла булмаҫ ине. Бик һаҡлап, ҡәҙерләп, буш урын ҡалдырмайынса яҙырға, шул бер дәфтәр тулғас ҡына икенсе дәфтәрҙе бирәләр ине.

Беренсе класта уҡып йөрөгән саҡ. Гөлсара ла үҙ класташтары менән дәрескә әҙерләнә. Алдында тышһыҙ бер китап ята, Тыуған әҙәбиәте булырға тейеш. Иң тәүге битендә Сталин һүрәте. Шул һүрәтте ҡарап ултыра биргәс, “Бына ошо кеше шул тиклем ҡурҡыныс, кешеләрҙе үлтерә тей”, - тигән хәбәр һалды Гөлсара ҡысҡырып. Аралағы бер малай уның эргәһенә килеп һүрәткә ҡараны. “Һине был һүҙҙәрең өсөн төрмәгә ултырталар.  Ул беҙҙең башлыҡ. Улай тип әйтергә ярамай бит”, - тине. Гөлсара был киҫәтеүҙе ҡурҡыу менән ҡабул итте һәм ғүмер буйы шомло бер төш һымаҡ иҫенән сығарманы. Үҙ эсендә төрлөсә анализ яһаны һәм Сталинды ғәйепләү осоро еткәс, ошо ваҡиға Гөлсараның иҫенә төшкөләп уратып үткеләй ине. Халыҡта бер мәҡәл бар. Урыҫтар уны “Бог судья” тиҙәр. Үҙ күҙҙәре менән күреп-белмәгәс, ғәйепләп барырға ашыҡманы ул. Сөнки ул тиклем ауыр замандарҙа  илдәге тулы наҙанлыҡ, ҡараңғылыҡ мәлдәренән илде гел алға алып барған бишйыллыҡтар, Стахановсылар хәрәкәте, илдәге бөтә яҡлап һынылыштар, шул мәлдәге оло кешеләр ауыҙынан Бөйөк Ватан һуғышындағы еңеүҙәр! Тыуған ил өсөн! Сталин өсөн! тип атакаға барыусы һуғыш батырҙарының ҡаһарманлыҡтары. Һуғыштан һуңғы илде аяҡҡа баҫтырыу осоро – промышленность, ауыл хужалығы ҡаҙаныштары буштан ғына булмағандыр. Бер ҡараһаң, илдә оло ғәйбәт, көнсөллөк ауырыуы хөкөм һөрәлер кеүек. Икенсе яҡтан ҡараһаң, был соҡоноуҙар оло гонаһ төҫлө, һәм, өсөнсө яҡтан ҡараһаң, киләһе быуындарға был хаталар ҡабатланмаһын – иҫкәртеүҙер тип тә һығымта яһап ҡуя Гөлсара үҙ-үҙенә. Һәм аңламаҫһың был донъяла барған күп хикмәттәрҙе, тип дауамлай ул үҙ фекер-уйҙарын.

Автор:
Читайте нас