Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
20 Октябрь 2022, 03:59

Бөгөн – Халыҡ-ара ашнаҡсылар көнө

Халыҡ-ара ашнаҡсылар эшмәкәрлегенең өлкәһенә ниндәй ҙә булһа профессиональ ҡағылышы булғандарҙың барыһын да байрам менән ҡотлайбыҙ. Һәр саҡ һеҙгә уңыш йылмайһын, ә тормошоғоҙ иң тәмле торт кеүек сағыу һәм татлы булһын!

Бөгөн – Халыҡ-ара ашнаҡсылар көнөБөгөн – Халыҡ-ара ашнаҡсылар көнө
Бөгөн – Халыҡ-ара ашнаҡсылар көнө

Йыл һайын 20 октябрҙә үҙҙәренең һөнәри байрамын - Ашнаҡсылар көнөн - бөтә донъя ашнаҡсылары һәм кулинарҙары билдәләй.

Халыҡ-ара дата 2004 йылда Бөтә донъя кулинарҙар йәмғиәте ассоциацияһы башланғысы менән булдырыла. Был ойошмала 8 миллион ағза - төрлө илдәрҙән ашнаҡсы һөнәре вәкилдәре иҫәпләнә. Шуға күрә донъя аш-һыуы оҫталарының үҙ байрамын табыуына ғәжәпләнергә тура килмәй.

Бөгөн Халыҡ-ара ашнаҡсылар көнөн байрам итеү 70 илдә киң күләмле сараға әүерелде. Кулинарҙарҙан тыш, байрам сараларын ойоштороуҙа власть органдары вәкилдәре, туристик компаниялар хеҙмәткәрҙәре һәм, әлбиттә, йәмәғәт туҡланыуы предприятиелары хужалары - бәләкәй кафеларҙан алып билдәле ресторандарға тиклем - ҡатнаша. Улар ашнаҡсылар араһында оҫталыҡ конкурстары ойоштора, үҙенсәлекле аш-һыу әҙерләү менән бергә дегустациялар үткәрә һәм эксперименттар үткәрә.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас