Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
29 Октябрь 2022, 06:20

Бөгөн – Бөтә донъя инсультҡа ҡаршы көрәш көнө

Был көндөң маҡсаты - халыҡҡа инсульт проблемаһы, уны иҫкәртеү мөмкинлектәре тураһында мәғлүмәт еткереү, ауырыуҙың иртә билдәләре һәм ваҡытында ярҙам күрһәтеү кәрәклеге тураһында мәғлүмәт биреү.

Бөгөн – Бөтә донъя инсультҡа ҡаршы көрәш көнөБөгөн – Бөтә донъя инсультҡа ҡаршы көрәш көнө
Бөгөн – Бөтә донъя инсультҡа ҡаршы көрәш көнө

Йыл һайын 29 октябрҙә Бөтә донъя инсультҡа ҡаршы көрәш көнө билдәләнә, ул 2006 йылда Бөтә донъя инсультҡа ҡаршы көрәш ойошмаһы менән булдырылған.

Был көндөң маҡсаты - халыҡҡа инсульт проблемаһы, уны иҫкәртеү мөмкинлектәре тураһында мәғлүмәт еткереү, ауырыуҙың иртә билдәләре һәм ваҡытында ярҙам күрһәтеү кәрәклеге тураһында мәғлүмәт биреү.

Инсульт һәр йәштә лә һуғырға мөмкин. Уның сәбәбе - мейенең бер өлөшөндә кислород һәм туҡлыҡлы матдәләр етешмәүенә килтергән ҡан менән тәьмин итеүҙең боҙолоуы. Шул арҡала мейенең күҙәнәктәре бер нисә минут эсендә һәләк булыуы ихтимал.

Сирҙе нисек танып белергә һуң? Инсультты билдәләү өсөн түбәндәге күнекмәләрҙе эшләтеп ҡарау зарур.
Беренсенән, зыян күреүсенән йылмайыуын һорарға кәрәк. Инсульт булһа, ул быны эшләй алмаясаҡ, ауыҙының бер осо аҫҡа табан һәленгән була.
Икенсенән, ябай ғына һөйләм әйттереп ҡарарға, мәҫәлән: «Тышта ямғыр яуа». Һүҙҙәрҙе асыҡ ҡабатлай алмай икән, тимәк, инсульт осрағы.
Өсөнсөнән, ике ҡулын бер юлы күтәреүен һорағыҙ. Инсульт булһа, бер ҡулын күтәрә алмаясаҡ.
Әгәр һаналып киткән эштәрҙе башҡарыу ауырға төшһә, кисекмәҫтән «Ашығыс ярҙам» хеҙмәтен саҡыртырға кәрәк.
Тағы ла телен сығарып күрһәтеүе буйынса һығымта яһарға була. Тел бер яҡҡа ҡыйшайған икән һәм дөрөҫ формала булмаһа, был да инсульт билдәһе. Медицина хеҙмәткәрҙәренә ауырыуҙың билдәләрен әйтергә онотмағыҙ!
 
Күпселек осраҡта инсульт - ҡотолоп була торған сир.
 
Инсультҡа юл ҡуймаҫ өсөн үҙегеҙгә иғтибарлы булығыҙ: даими диспансерлаштырыу үтегеҙ, дөрөҫ туҡланығыҙ, сәләмәт йәшәү рәүеше принциптарына таянығыҙ.
 
Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ һәм һау-сәләмәт булығыҙ!
Автор:Айнур Акилов
Читайте нас