+21 °С
Болотло


Күгәрсен районы Мораҡ ауылынан 14 йәшлек Арыҫлан Шафиҡов ике кешенең ғүмерен ҡотҡарған өсөн Рәсәйҙең Федерация Советына бүләкләү тантанаһына саҡырылған.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл март айында үҫмер бер өйҙөң янғанын күреп ҡалып, ярҙамға ашыҡҡан. Тәҙрәнән инеп, хужаларҙы - аяғы ампутацияланған оло йәштәге ирҙе һәм уның ҡатынын тышҡа сығарған.
3 ноябрҙә Мәскәүҙә Арыҫланды «Батырлыҡ күрһәткән өсөн» миҙалы менән бүләкләйҙәр.
Афарин, Арыҫлан! Исеме лә есеменә тап килгән!
Башҡортостаным/яңылыҡтар