Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
3 Ноябрь 2022, 07:03

Филюс Ҡаһиров концертында Артур Хәсәнов та бар ине

"Кейек ҡаҙ юлдары" йырын йырлап танылған Артур Хәсәновты Филүс Ҡаһиров үҙ концертына саҡырған.

Филюс Ҡаһиров концертында Артур Хәсәнов та бар инеФилюс Ҡаһиров концертында Артур Хәсәнов та бар ине
Филюс Ҡаһиров концертында Артур Хәсәнов та бар ине

Нефтекамала Артур Хәсәнов 10-сы класҡа тиклем уҡыған. аҙаҡ Илеш районының Лаяшты ауылы мәктәбенә уҡырға ингән, унда уның ғаиләһе күсеп киткән - шарттар шулай килеп тыуған. "Өлкән кластарҙа уҡ музыка менән мауыға башланым һәм йыр менән үҙ аллы шөғөлләнәм. Һөнәр һайларға ваҡыт еткәс, үҙемде йырға ҡарағанда етдиерәккә бағышларға булдым - Өфө радиоэлектроника колледжына уҡырға индем, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы кафедраһын тамамланым", - ти Артур.  Бер йыл армияла хеҙмәт итә, һуңынан һөнәре буйынса эшләй. Әммә музыка уны үҙенә тарта. Ул башта Үрге Йәркәй ауылының район мәҙәниәт йортона, ә һуңынан Туймазы татар дәүләт драма театрына урынлаша. Һуңғы йылдарҙа Дүртөйлө ҡала мәҙәниәт йортонда тауыш операторы булып эшләгән.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас