Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
5 Ноябрь 2022, 10:25

Илдар Мусин - "Парикмахерлыҡ сәнғәте" буйынса чемпион

"Һәм, ҡайҙа уҡырға барырға тигәндә, бөҙрәхана һөнәрендә үҙемеде һынап ҡарарға булдым".

Илдар Мусин - "Парикмахерлыҡ сәнғәте" буйынса чемпионИлдар Мусин - "Парикмахерлыҡ сәнғәте" буйынса чемпион
Илдар Мусин - "Парикмахерлыҡ сәнғәте" буйынса чемпион

-  Өфө күп профилле профессиональ колледжынан сығыш яһаным. Конкурсҡа беренсе тапҡыр ғына ҡатнашмайым. Былтыр ҙа беренсе урын алғайным. Әлбиттә, быйыл тәжрибәм булды, үҙ - үҙемә ышанысым нығыны. Әммә конкуренция барыбер ҙур булды, сөнки конкурсҡа төбәк этаптарында, шулай уҡ ярымфиналда еңеү яулаған профессионалдар йыйыла. Рәсәй чемпионатына ентекле әҙерләндем. Күнекмәләргә йыл дауамында Мәскәүгә һәм Санкт-Петербургка барҙым, - тип һөйләне Илдар «Кармаскалинская новь» баҫмаһы хәбәрсеһенә.

Ике тапҡыр Рәсәй чемпионы Илдар Мусинға 19 йәш. Ул бик күп һөнәри оҫталыҡ конкурстарында ҡатнашҡан һәм һәр ваҡыт беренсе урындарҙы яулған.

- Мин ҡырмыҫҡалы ауылы гимназияһын тамамланым. Һәр саҡ ижад менән ҡыҙыҡһына торғайным. Һәм, ҡайҙа уҡырға барырға тигәндә, бөҙрәхана һөнәрендә үҙемеде һынап ҡарарға булдым. Һәр эштәге кеүек, бында ла күнекмәләр мөһим. Әле Өфөлә барбершоптарҙың береһендә эшләйем, - тине Илдар.

Фото - «Кармаскалинская новь» баҫмаһы.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас