Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
8 Ноябрь 2022, 16:00

Алтын туйығыҙ мөбәрәк булһын!

Алтынға тиң ғүмер кисергән мусиндар ғаиләһенә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер һәм бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ.

Алтын туйығыҙ мөбәрәк булһын!Алтын туйығыҙ мөбәрәк булһын!
Алтын туйығыҙ мөбәрәк булһын!

Азат Төхвәт улы һәм Клара Әсғәт ҡыҙы Мусиндар Бәләкәй Арыҫланғол ауылының дан ғаиләләренең береһе. Быйыл көҙ уларҙың ғаиләһенең барлыҡҡа килеүенә теүәл ярты быуат ваҡыт үткән. Алтын туйҙарын билдәләгән Мусиндар икеһе лә ошо ауылда тыуып үҫкәндәр, өйләнеп, өс балаға ғүмер бүләк иткәндәр. Азат Төхвәт улы "Һаҡмар" колхозында тәуҙә электрик, һуңынан тирмәнсе булып эшләһә, Клара Әсғәт ҡыҙы ғүмерен балаларға белем биреугә арнаған, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы. Алтынға тиң ғүмер кисергән мусиндар ғаиләһенә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер һәм бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ.

Сығанаҡ: Хәйбулла районы башҡорттары ҠОРОЛТАЙЫ төркөмөнән.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас