

Элек шулай ине, элек былай ине... СССР осоронда йәшәгән дәүерҙе хәтерләп, һағынып алабыҙ. Әммә бөтәһе лә һәйбәт булдымы икән? Мәҫәлән, уҙған быуаттың етмешенсе йылдар аҙаҡтары, һикһәненсе йылдар урталары ауылдарҙа икмәк булмай торғайны. Колхоз план артынан ҡыуып, барлыҡ игенде һатып бөтә. Ауыл магазинына он да килмәй. Урындағы икмәкханала бешерелгән икмәк күпме кешегә етә инде! Уның өсөн оҙон сират һуҙыла, ыҙғыш-талаш. Беҙҙең бәләкәй ауылға бик һирәк килтерәләр. Шуға ла дәрестән ҡайтабыҙ ҙа колхоз үҙәге булған Сәйетбабаға йүгерәбеҙ. Ә унда мәхшәр! Сиратта имен генә тороп, ике буханка икмәк эләктерә алһаң, бик бәхетлеһең. Йыш ҡына буш ҡул менән дә ҡайтырға тура килә торғайны.
Ә һеҙҙә икмәккә ҡытлыҡ, сират булдымы?
Фото: topbloger.livejournal.com