Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
16 Ноябрь 2022, 17:50

. "Ауыр булһа ла, мауыҡтырғыс минең эшем"

Эйе, эйе! Бик күп йыр бәйгеләренең еңеүсеһе, еңел атлетика буйынса спорт кандидаты, күп яҡлы талант эйәһенең урындағы эске эштәр бүлегендә участка упономоченныйы булып эшләүенә тиҙҙән ике йыл тула.

. "Ауыр булһа ла, мауыҡтырғыс минең эшем". "Ауыр булһа ла, мауыҡтырғыс минең эшем"
. "Ауыр булһа ла, мауыҡтырғыс минең эшем"

Ҡасандыр Күгәрсен генә  түгел, Өфө сәхнәһендә балҡып, һандуғастай тауышы менән тамашасы һөйөүен яулаған Үрге Сирбай ауылының аҫыл егете - Нәғим Шәриповты күптәрегеҙ яҡшы хәтерләй һәм беләлер.
 Әммә бөгөн һүҙем сәхнә йондоҙо тураһында түгел, ә үҙ эшен яратып, намыҫ менән башҡарыусы полиция хеҙмәткәре хаҡында. Эйе, эйе! Бик күп йыр бәйгеләренең еңеүсеһе, еңел атлетика буйынса спорт кандидаты, күп яҡлы талант эйәһенең урындағы эске эштәр бүлегендә участка упономоченныйы булып эшләүенә тиҙҙән ике йыл тула.
- Спорт һәм йыр минең өсөн яратҡан шөғөл генә, ә тормош өсөн етдиерәк, ысын ир-аттар һөнәрен һайлағым килде. Ауыр булһа ла, мауыҡтырғыс минең эшем. Халыҡ менән аралашырға, кешеләргә ярҙам итергә яратам, - ти ул ихлас күңелдән.

Сығанаҡ: "Мораҙым" гәзите. 

Автор:РИС Интеграция
Читайте нас