

Бөгөн Транспорт хеҙмәткәрҙәре көнө. Ошо уңайҙан Радий Хәбиров барлыҡ тармаҡ эшсәндәрен ҡотлап, Айгөл Миңлеғәлим ҡыҙы Рәжәпова тураһында айырым һөйләне.
"Ҡатындың руль артындағы фотоһүрәтен ҡарағыҙ. Матур, һомғол, ныҡлы ышаныслы ҡараш. Ул - «Башавтотранс»тың Салауат филиалы водителе Айгөл Миңлеғәлим ҡыҙы Рәжәпова. Көнөнә Салауат урамдары буйлап 200 саҡрымға тиклем юл үтә. Йөкләмәләр ҙур, эш ябай түгел. Әммә 10 йыл эсендә Айгөл Рәжәпова быға өйрәнеп, үҙенең пассажирҙар менән аралашыу һәм йөрөтөү мәҙәниәтен булдырған. Водитель ҡатынды ҡала халҡы белә, сәләм бирә. Айгөл Миңлеғәлим ҡыҙын, Башҡортостандың транспорт тармағы хеҙмәткәрҙәрен һәм ветерандарын байрам менән ҡотлайым!"- тип яҙҙы ул Бәйләнештә" ге сәхифәһендә.
"Башинформ"