Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
11 Декабрь 2022, 05:15

Баймаҡ районы эшҡыуарҙары 12 әсәне шифаханаға ял итергә ебәргән!

- 8 еңеүсене «Рандом» ҡушымтаһы ярҙамында билдәләнек, ҡалған дүртәүһен мөмкинлектәре сикләнгән бала тәрбиәләгән һәм улдары махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан әсәләр араһынан һайлап алырға тырыштыҡ. Бер әсә 4 улын, икенсеһе 2 улын махсус хәрби операцияға оҙатҡан, — тип эшҡыуар.

Баймаҡ районы эшҡыуарҙары 12 әсәне шифаханаға ял итергә ебәргән!Баймаҡ районы эшҡыуарҙары 12 әсәне шифаханаға ял итергә ебәргән!
Баймаҡ районы эшҡыуарҙары 12 әсәне шифаханаға ял итергә ебәргән!

Баймаҡтан эшҡыуар Илсур Нәбиуллиндың «Әсә ял итергә лайыҡлы» проекты ярҙамында Башҡортостандың төрлө райондарынан 12 әсә «Яҡтыкүл» шифаханаһында ял иткән. Эшҡыуар проектты үҙенең хәләл ефете, дуҫтары ярҙамында ойошторған. Улар бергәләп 10 юллама әҙерләгән. Һуңыраҡ «Яҡтыкүл» шифаханаһы етәкселеге өҫтәмә ике юллама бүлергә ҡарар иткән.Шулай итеп, конкурста ҡатнашҡан 189 кеше араһынан 12 әсә һайлап алынған һәм шифаханаға ялға ебәрелгән.

 - 8 еңеүсене «Рандом» ҡушымтаһы ярҙамында билдәләнек, ҡалған дүртәүһен мөмкинлектәре сикләнгән бала тәрбиәләгән һәм улдары махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан әсәләр араһынан һайлап алырға тырыштыҡ. Бер әсә 4 улын, икенсеһе 2 улын махсус хәрби операцияға оҙатҡан, — тип  Илсур.
Гөлдәр ҠАДАЕВА. 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас