

Денис Ғәбдрәхимов - беренсе класлы ҡотҡарыусы, Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының Авария-ҡотҡарыу хеҙмәтенең үҙәк эҙләү-ҡотҡарыу отряды начальнигы. Һөнәри байрамын ул 18-се йыл рәттән билдәләй.
Ул ҡотҡарыусы булырға мәктәп эскәмйәһенән үк хыялланған. Өлкән кластарҙа Өфө дәүләт авиация техник университетына «Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә һаҡлау» һөнәренә уҡырға инеүгә ныҡышмалы әҙерләнё. Диплом алғас та Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетына эшкә урынлаша.
Ниндәйҙер кимәлдә һөнәр һайлауҙа спорт туризмы менән шөғөлләнеү ярҙам иткән.
"Бер ваҡыт Атыш шарлауығына походҡа киттек. Ул саҡта ҡойма ямғырҙар яуып, йылғалар ташып беҙҙе ҡотҡарыусылар ҡотҡарырға килде. Шул ваҡытта мин тәүге тапҡыр ҡотҡарыусылар менән осраштым һәм ошо ағайҙар кеүек ҡотҡарыуысы булыу теләге менән янып киттем, - тип хәтирәләре менән уртаҡлаша Денис Ғәбдрәхимов.
"Башинформ".