

Силәбе, Ырымбур, Һамар өлкәләренән һәм Татарстан Республикаһынан ун дүрт уҡыусы башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән көсөн һынаны.
Бөгөн баш ҡалала 9-11 класс уҡыусылары араһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса Төбәк-ара олимпиаданың йомғаҡлау этабы уҙҙы, унда Рәсәй Федерацияһының төрлө субъекттарынан ҡатнашыусылар ярышты.Атап әйткәндә, Силәбе, Ырымбур, Һамар өлкәләренән һәм Татарстан Республикаһынан ун дүрт уҡыусы – тыуған төбәктәрендәге этаптарҙа еңеүселәр көс һынашты.
— Башҡорт телен беренсе кластан алып өйрәнәм. Башҡорт бейеүҙәрен һәм йырҙарын да яратам, һәр саҡ теләп башҡарам, — ти Татарстан Республикаһының Яр Саллы ҡалаһы уҡыусыһы Камила Ихсанова.
Ырымбур өлкәһенән килгән уҡыусыһы иһә туған тел уны тыуған ере, тамырҙары менән ныҡлы бәйләй, тип белдерә.
- Ырымбур өлкәһе - башҡорттарҙың тыуған ере, кесе ватаным. Шуға ла мин башҡорт телен, әҙәбиәтен оло һөйөү менән өйрәнәм һәм ата-бабаларым телен яҡшы белеүем һәм туған телдә аралашыуым менән ғорурланам, - ти Ырымбур өлкәһенең Төйлөгән районынан Илзидә Казбекова.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Юлдаш Йосопов күрше төбәктәрҙән килгән бәләкәй милләттәштәребеҙгә - финалсыларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Тел - башҡорт халҡының мәҙәни кодына асҡыс, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул.
- Туған телде белеү һәм ҡулланыу - меңәрләгән йылдар буйы тел формалашыу осоронда уға һалынған мәҙәни кодты өйрәнеү һәм файҙаланыу. Шуға күрә ата-бабаларыбыҙҙың телен файҙаланып, беҙ уны быуындан быуынға тапшырыуҙан тыш, күп быуатлыҡ мәҙәни традицияларыбыҙға ярашлы киләсәгебеҙҙе формалаштырабыҙ, - тине Юлдаш Мөхәмәт улы.
Туғыҙынсы класс уҡыусылары араһында Ырымбур өлкәһенән Илзидә Казбекова, Силәбе өлкәһенән Лилиә Абдрахманова еңеүсе булды, ә ун беренселәр араһында Эльвина Ишназарова (Ырымбур өлкәһе) иң яҡшы һөҙөмтә күрһәтте.
"Ҡоролтай" төркөмөнән.