Шоңҡар
+21 °С
Облачно
Йәмғиәт
15 Января 2023, 15:40

Яҡты эҙең ҡалһын был ерҙә....

Район кимәлендәге ярыштарҙа ла һәр ваҡыт призлы урындар яулаған спортсы була ул.

Яҡты эҙең ҡалһын был ерҙә....Яҡты эҙең ҡалһын был ерҙә....
Яҡты эҙең ҡалһын был ерҙә....

Әбүбәкерҙә әүҙем тормош рәүеше алып барған, спорт яратҡан кешеләр бихисап. Тап шундай кешеләрҙең береһе була ла инде Билалов Иҙел Хәмит улы. Бер генә спорт сараһы ла унһыҙ үтмәй. Район кимәлендәге ярыштарҙа ла һәр ваҡыт призлы урындар яулаған спортсы була ул. Туғандарының һәм ауылдаштарының инициативаһы менән ауылда уның яҡты иҫтәлегенә арналған теннис, бильярд, винтовканан атыу буйынса ярыш ойошторолдо.
Сараға Иҙел Хәмит улының тормош иптәше, балалары, һеңлеләре, туғандары, уны хөрмәт иткән барлыҡ ауылдаштары йыйылды.
Сараны тантаналы асҡандан һуң, ауыл имамы Булат ағай уның рухына аят бағышлап, илебеҙгә тыныслыҡ теләне.
Тормош иптәше Зимфира апай, ҡыҙы, туғандары, ауылдаштары Иҙел ағай тураһында яҡты хәтирәләре менән уртаҡлашты.
Сәмле ярышта йәштәр, уҡыусылар менән бергә оло йәштәгеләр ҙә ихлас ҡатнашты. Ярыш төрлө категориялар буйынса үтте. Ә инде күсмә кубокты еңеүсе Рәлиф Булатов яуланы.

 

Автор:
Читайте нас