

Хисап менән эш итһәләр ҙә, иҫәп менән эшләмәй, ә хеҙмәт бурыстарына күңел һалып, бар йөрәктәрен биреп башҡара был егеттәр. Шуға ла, үҙҙәренә балалар ҙа ылыға, һөнәрҙәренең мәнфәғәте лә күренә. Бөгөн урта белем системаһында башлыса ҡатын-ҡыҙ эшләгән, еңел булмаған осорҙа мәғарифта үҙҙәрен табып, ошо юҫыҡта үҫешкән ир-уҙамандарҙың булыуы - һөйөнөслө күренеш.
Һүҙ - Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатының йәш, әммә ҙур һөҙөмтәләр күрһәтеп өлгөргән, абруйлы математика уҡытыусылары Илнур Иршат улы Зәйнитдинов менән Рөстәм Райман улы Көмөшбаев хаҡында.
Илнур Иршат улы - Әбйәлил районы Ишҡол ауылы егете, 2008 йылда Башҡорт дәүләт университетының математика факультетының бакалавр бүлеген, 2010 йылда ошо уҡыу йортоноң магистратураһын уңышлы тамамлаған. Гимназияла 2008 йылдан алып эшләй.
Рөстәм Райман улы - Бөрйән районы Яңы Монасип ауылынан, 2007 йылда Белорет педагогия колледжын тамамлағас, БДУ-ның математика факультетында уҡый. 2012–2015 йылдарҙа шул уҡ уҡыу йортонда аспирантурала белем ала. Гимназияла 2014 йылдан башлап уҡыта. Асылда, башта икеһе лә ваҡытлыса тип урынлаша. Аҙаҡ республиканың данлыҡлы уҡыу йортона, уның ипле, тырыш уҡыусыларына ғашиҡ булып, тороп ҡала. Уларҙы берләштергән тағы бер факт: юғары уҡыу йортонда икеһенең дә ғилми етәксеһе Азамат Мөхтәр улы Әхтәмов була.
– Бында эш башлаған мәлдәрегеҙ хәтерҙә ниндәй булып ҡалған?
Рөстәм Райман улы. Төшкә саҡлы эшләйһең дә, шунан өйгә ҡайтаһың, тип һүҙ биргәйнеләр (көлөшәләр), баҡтиһәң, һөҙөмтә күрһәтәм тиһәң, төштән һуң да ҡалырға кәрәк икән. Дәрестәр тамамланғас, балалар менән бушлай шөғөлләнә торғайныҡ. Университет системаһын да индерҙек, билеттар буйынса һорау алдыҡ. Аҙаҡтан махсус курстар ойоштора башланылар, элекке эшләгән өҫтәлмә эшебеҙ хәҙер рәсмиләштерелде, түләнә.
Илнур Иршат улы. Эшкә төшкән осорҙа йәкшәмбе көн дә килеп, зачеттар үткәрә торғайныҡ. Ул ваҡытта ла энтузиазм менән эшләнгән. Аҙаҡ ғаиләле булып, балалар тыуа башлағас, әллә китергәме, тип тә икеләнгән мәлдәр булды. Тик гимназия хакимиәте һәр ваҡыт аңлап, махсус курстар, өҫтәлмә дәрестәр биреп, беҙҙе ебәрмәй алып ҡалды.
– Махсус курс бөтә класҡа ла ҡағыламы?
Илнур Иршат улы. Эйе. Кем теләй – килә ала. Х-ХI кластар бөтәһе лә тиерлек йөрөй. Иртәнге һигеҙ тула ун биш минутта эштәбеҙ: арттараҡ ҡалған балаларҙы тартабыҙ, кемдер “икеле”һен төҙәтә, кемдер аңламағанын һорай. Таң менән башлаған эш һөҙөмтәһеҙ булмай.
– Әтеү, хәҙер элекке һымаҡ дәрестән һуң ҡалып, үҙ белдегеңә эшләү тигән нәмә юҡ инде?
Рөстәм Райман улы. Бар, дәрестән һуң әле лә ҡалабыҙ, тик уның өсөн хәҙер түләйҙәр, шуныһы һәйбәт. Күп кенә мәктәптәрҙә ундай нәмә юҡ. Эшләргә тейешһегеҙ тиҙәр, әммә бушлай. Гимназияла был яҡ күптән яйға һалынған, өҫтәлмә дәрестәр өсөн – гимназия, махсус курстарҙы атай-әсәйҙәр түләй. Беҙ бында таңдан алып кискә тиклем. Әйткәндәй, икебеҙ ҙә ғаиләле.
Илнур Иршат улы. Кәләште лә бында таптым. Зөһрә 2010 йылда мин етәкселек иткән класҡа башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән практика үтергә килгәйне. 2012 йылда никахлаштыҡ. Хәҙер Искәндәр исемле улыбыҙ менән Азалия ҡыҙыбыҙ бар. Аллаһы бирһә, малай икенсе йылға мәктәпкә бара. Кәләшем Зөһрә – Өфөнөкө, ошо гимназияла беренсе кластан алып уҡыған, 2007 йылда тамамлаған, ҡәйнәм менән ҡайным да бында белем алған.
Рөстәм Райман улы. Ә минең иптәшемдең исеме – Элина, ул Архангел районы ҡыҙы, шулай уҡ БДУ-ның математика факультетында уҡыны, шунда таныштыҡ. Радмир улыбыҙға – йәш тә ун ай.
– Математиканы нисек һайланығыҙ: берәйһе йүнәлеш бирҙеме, әллә үҙегеҙме?
Рөстәм Райман улы. Математиканан беҙгә ғалим-фольклорсы Әхмәт Сөләймәновтың бер туған ағаһы Зәки Сөләймәнов белем бирҙе. Беҙҙе уҡытҡан ваҡытта бабайға 82 йәш (!) ине. Күрше ауылдан ҡыш булһа – саңғы менән, ә көҙгө көндә, боҙ туңды иһә, коньки менән килә ине. Ул математиканы шул хәтлем ҡыҙыҡ итеп аңлата торғайны, айырыуса геометрияға ныҡлы һөйөү уята алды. Шуға туғыҙынсы кластан һуң, математика буйынса китәм, тип маҡсат ҡуйҙым. Бик ҡыҙыу бесән мәлендә әсәйем документтарҙы Белорет педагогия колледжына алып китте. Берәй математикаға бәйле йүнәлешкә бир, тип тороп ҡалдым. Начматҡа тапшырҙым, тип ҡайтты әсәйем. Имтихан бирергә барһам, баҡтиһәң, уныһы “Өҫтәлмә математик белемле башланғыс кластар уҡытыусыһы” тигән йүнәлеш булып сыҡты. Инеүен ингәс, ташлап ҡайтып булмай бит инде, уҡып бөттөм. Колледжға ныҡ рәхмәтлемен, унда методиканы, педагогиканы, математиканы көслө уҡытыусылар уҡытты. Шуның арҡаһында ла БДУ-ға имтиханһыҙ, әңгәмә менән генә үтеп киттем. БДУ-ла иһә, Азамат Мөхтәр улы тырышып уҡыуымды аңғарып ҡалып, үҙенең өҫтәлмә лекцияларына саҡырҙы. Уның менән яйлап ғилми эштәр яҙып, гранттарҙа ҡатнаштым, өсөнсө курста инде ғилми мәҡәләләрем бар ине.
Илнур Иршат улы. Әсәйем Таңсулпан Әхмәт ҡыҙы – Ишҡол ауылында башланғыс синыфтар уҡытыусыһы. Бәләкәй саҡтан уҡытыусылар байрамында, йәғни үҙидара көнөндә уның класын алам да бөтә дәрестәрен уҡытып сыға инем, араһында иң оҡшағаны математика булды. Әсәйгә ҡарап, эшенең өйгә ҡайтыуын, дәфтәр йөкләп йөрөүен, төнгә хәтлем ҡағыҙ тултырыуын күреп йөрөгәнгәлер, үҙем һис тә уҡытыусы булмайым, ти торғайным.
ХI класты 11 кеше бөттөк, күптәре Сибайға инде, мине ниңәлер Өфө тартты. Беҙ уҡығанда Өфө әллә ҡайҙа ятҡан ҡала һанала ине, алыҫ, поезд ғына йөрөй. Өфөгә барам тиһәң, ышанмайҙар ҙа ине. Атай-әсәйгә рәхмәтлемен, сөнки береһе лә һайлаған еремә барыуыма ҡаршы төшмәне. Хәҙер бына ике класс сығарған етәксе булараҡ, атай-әсәйҙәрҙең һөнәр һайлау мәсьәләһенә ныҡ ҡыҫылыуын күрәм. Ә минекеләр, һайлауымды кире ҡаҡмай, юлға, йәшәүгә аҡсаһын табып, Өфөгә ебәрҙе.
Әйткәндәй, 2004 йылда аграр университетына ла имтихан биреп ҡараным. Ул саҡта берҙәм дәүләт имтиханы юҡ ине әле, имтиханды һәр уҡыу йорто үҙенсә ала. Аграр университетында ла, БДУ-ла ла һынау биреү көндәре тура килде лә ҡуйҙы. БДУ-ла башҡорт теленән 5 балдан 4,8 балл йыйып, уҡырға инеп киттем. Башҡорт теле менән юғары уҡыу йортона инеү мөмкинлеге ҡыҫҡа ғына ваҡытта булып алды, шул минең өлөшкә яҙған, күрәһең. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәсимә Насип ҡыҙы Хөбитдиноваға әле лә рәхмәтлемен. Мәктәптә математика уҡытыусым Рәйлә Маҙһар ҡыҙы Фазылова бик матур уҡытты, эшләй башлағанда уның дәрестәрен иҫкә төшөрә торғайным. Математикаға һөйөүҙе лә ул һалғандыр.
2008 йылда бер туған һеңлем Миләүшә ошо гимназияға уҡырға инде, хәлдәрен белеп йөрөгәндә уҡыу йорто менән таныштым. Шунан бер уҡытыусы эштән китте тигәс, килеп ҡарарға булдым. Хеҙмәт юлымды ун ике генә дәрес менән башлап ебәрҙем, миңә шул етә ине. Тора-бара ылығып киттем, ике йылдан һуң күберәк дәрес, кабинет та бирҙеләр. Төркөмдәштәрем магистратура бөтөп, йәй башынан эш эҙләгәндә мин тыныс күңел менән ауылда ял иттем. Эш хаҡы ла яҡшы ине.
Гимназияла ҡалыуыма балалар ҙа тәьҫир иткәндер, сөнки уҡыусылар тәнәфестә өҫтәлде уратып алалар ҙа һөйләйҙәр, һорайҙар, улар менән бергә гөж килеп йәшәүе ҡыҙыҡ ине. Әйтеүемсә, алдан уҡытыусы булам, тип бер ҙә хыялланғаным булманы. Шулай ҙа ниндәйҙер көс үҙе ошо юлға алып килде. Һеңлем 2012 йылда гимназияны алтын миҙалға тамамланы. Өфөлә 4 йыл уҡыны, уның Мәскәүгә барыу теләген атай-әсәйем һүрелдермәне. Мәскәү дәүләт университетының физика-химия факультетын уҡып бөттө, хәҙер шунда эшләп йөрөй. Шуға уҡыусыларға ла атай-әсәйҙәрегеҙ менән һөйләшегеҙ, бергәләп хәл итегеҙ – һеҙгә уҡырға, һеҙгә йәшәргә, тип әйтәм. Ә өлкәндәр балаһының һайлауҙарын хуплап, фатихаһын биреп торһа, улар мотлаҡ маҡсаттарына ирешәсәк.
– БДИ-ға әҙерләү менән балаларға фән буйынса белем биреү икеһе ике йүнәлештәге эш һымаҡ тойолоп китмәйме?
Рөстәм Райман улы. Беҙ дәрес ваҡытында яңы тема араһына БДИ-ға әҙерләй торған миҫалдар ҙа индерәбеҙ. Махсус курста күберәк БДИ мәсьәләләрен эшләйбеҙ. Балалар яйлап-яйлап өйрәнһендәр өсөн Х кластан уҡ шөғөлләнә башлайбыҙ. БДИ программаһына индерелмәгән ҡайһы бер темаларҙы махсус курста бирәбеҙ.
Илнур Иршат улы. Балалар ҡайһы саҡта, был тема БДИ-ла буламы, тип һорайҙар. Әгәр булмаһа, мөһим түгел, тип уйлайҙарҙыр инде. Шуға ла мин нимәне ҡушам, шуны үҙләштерәһегеҙ, тип алдан уҡ иҫкәртеп ҡуям. Үткән йыл тамамлаған уҡыусылар, юғары уҡыу йортонда зачеттарҙы “автомат” менән алабыҙ, тиҙәр. Ҡатмарлы программаларҙы ла аңлатҡаныбыҙ өсөн рәхмәт әйтәләр. Шулай, исмаһам, беренсе курсты йырлап үтерлек белемле итергә тейешбеҙ. Әгәр беҙ БДИ менән генә ултырһаҡ, уларға ВУЗ-да белем алыуы ауыр булыр ине.
Уҡыусыларыбыҙ күберәк Өфөнөң авиация, нефть университетына, БДУ-ға инәләр, Мәскәү, Питерҙың юғары уҡыу йорттарына ла китәләр. Шөкөр, ҡайҙа барһалар ҙа, һынатмайҙар. Ҡайһы саҡ Рөстәм Райман улы менән әллә әҙерәк дилбегәне бушатайыҡмы тиһәк, сығарылыш уҡыусыларының, контроль эшенән минеке генә “биш”, рәхмәт һеҙгә, тигән сәләмен күреп-ишетеп, юҡ, шулай уҡ дауам итәйек, тип артабан эшкә тотонабыҙ.
– Ә үҙегеҙҙең теләгәнегеҙҙе лә уҡытып, БДИ-ға ла әҙерләп өлгөрөп буламы һуң?
Илнур Иршат улы. Шуның өсөн физика-математика кластарында дәрес һаны ла күберәк – аҙнаһына 8 дәрес, өлгөрәбеҙ. Икенсе яҡтан, беҙ элек юғары уҡыу йортона имтихан бирергә барғанда биреләсәк мәсьәләләрҙе белмәй килә инек. Инеп ултырғас ҡына ниндәй эштәр булыуы асыҡлана ине. Хәҙер бала ниндәйерәк, нисә ғәмәл биреләсәген яҡынса белә, шул яҡлап БДИ еңелерәктер.
Рөстәм Райман улы. БДИ-ға әҙерләнергә теләүселәр өсөн “Решу ЕГЭ”, Алекс Лариндың сайты һымаҡ сығанаҡтар бар. Унда барыһы ла типтарға, темаларға бүленгән. Балалар шуларҙы эшләп ҡарай, уларҙың 80 проценты имтихан миҫалдарына тура килә. Шунан БДИ-нан ҡайталар ҙа, бөтәһе лә еңел булды, тиҙәр.
Илнур Иршат улы. Яңыраҡ бер уҡыусым: “Ни эшләп һеҙ беҙҙе улай ныҡ итеп әҙерләйһегеҙ, унда еңел генә булды”, – ти. Шул рәүешле өйрәткән өсөн еңел икәнен төшөнөп етмәгәндәр ҙә бар, урыҫтар әйтмешләй, “тяжело в учении, легко в бою”.
– Һеҙҙең юлдан китеп, математик һөнәрен һайлаусылар бармы?
Рөстәм Райман улы. Минең былтыр социаль-гуманитар класс булды, уларға математика бик мөһим түгел ине. Шулай ҙа 11 “Б” класынан, кәрәк була ҡалһа тип, 17–18 кеше профилле математиканан БДИ яҙҙы. Шулар араһынан ике ҡыҙ әле БДУ-ның физика-математика факультетында бюджетта уҡып йөрөй. Шуға, физика-математика йүнәлешендә ултырған бала ғына БДИ-ға был фәнде һайлай, тип әйтеүе бер яҡтан дөрөҫ тә түгелдер. Беҙҙең былтырғы сығарылыштағы 141 баланың 130-ҙан ашыуы БДИ-ла профилле математика тапшырҙы. “Гимназия” һүҙе “гуманитар” тигәнде аңлатһа ла, хәҙер беҙҙә күбеһе техник йүнәлеште һайлай.
Илнур Иршат улы. Беҙҙең юлды һайлаусылар бар. Бына 2016 йылдағы осраҡ ныҡ хәтерҙә ҡалған: зачеттар үткәрәбеҙ, төштән һуң да ултырабыҙ, иртә менән дә киләбеҙ. Бер ҡыҙ шул өҫтәлмә математика дәрестәренә ныҡ ҡаршы булды, кәрәкмәй ул миңә, тип ҡырталашһа ла, хәҙер БДУ-ның математика факультетында уҡып йөрөй. Тәрән белем биреүебеҙҙең ярҙамы тейә, шуныһы ҡыуандыра.
– Интернат балалары ата-әсәләренән алыҫта, һеҙ уларҙың һағыштарын тояһығыҙмы?
Рөстәм Райман улы. Тәүге йылда килгәс тә, адаптация ваҡыты була. Ҡаты ҡағылмаҫҡа тырышаһың, сөнки үҙ мәктәптәрендә “бишле”гә уҡығандар бында “ике” лә, ”өс” тә алып ҡуя, күңелдәре төшә, ҡайтабыҙ, тип илай башлай. Шул ваҡытта терәк булырға тырышабыҙ, әлбиттә. Мәҫәлән, VIII класҡа килгән бер малай, уҡый алмайым, ҡайтам, тип илаһа ла, ХI класты миҙал менән тамамланы. Барыһы ла баланың үҙенән тора, теләге булһа, өйрәнеп тә китә, башҡаларҙы ҡыуып-уҙып та китә ала.
Илнур Иршат улы. Ысынлап та, бында талаптар бүтән. Ауыл мәктәптәрендә уҡытыу кимәле төшөүе һуңғы йылдарҙа ныҡ һиҙелә, математика аҡһай. Имтихан биреп килгән һайланмыш балаларҙың да хатта белемдәре һайыраҡ икәне тойола.
– Һеҙ уҡыусыларҙы, кемдең математикаға барымы бар, кемдеке – юҡ, тип ҡарайһығыҙҙыр бит. Профориентация яғынан булышлыҡ итәһегеҙме?
Илнур Иршат улы. Барымы бар-юҡ тигәндә, беренсе йыл да хатта күрһәткес түгел әле. Тәүҙә шулай бүлеп маташа торғайным, әммә хәҙер улай эшләмәйем. Бына 2018 йылғы сығарылышта ҡайһы бер балалар “пробник”та “икеле”гә яҙа ла ҡуя ине. Ярты йылдан “өслө”гә, “дүртле”гә яҙа башланылар, шунан математиканан БДИ-ны 80-дән күберәк балға тапшырып, миҙал менән тамамланылар. Асылып алғансы ваҡыт кәрәк шул. Тора-килә баштан уҡ балаларҙы бүлергә ярамағанына инандым. Шунан, бөтәһенән дә математик эшләп булмай, кемдер бүтән фәндән көслөрәк. Әгәр уҡыусы таҡта алдында башҡалар өсөн үтә ябай булған теореманы һөйләй алмай тора икән, яратҡан фәне буйынса һорау бирәм. Унан балалар менән яуабын ҡабул итеү-итмәү тураһында һөйләшәбеҙ. Юғиһә, үәт, тарихты һораны ла “бишле” ҡуйҙы, тиеүҙәре бар. Ҡай саҡ бала төшөнкөлөккә бирелеп китмәһен тип, ошо рәүешле хәлде йомшартып алаһың.
Рөстәм Райман улы. Балаларға иң ауыр бирелгән предмет – геометриялыр, моғайын. Шуға, тема хәтерҙәрендә ҡалһын өсөн, төрлө алымдар ҡулланабыҙ. Мәҫәлән, ассоциация, алымы, дүртмөйөштәрҙең үҙенсәлектәрен өйрәнгәндә балалар менән шәжәрә төҙөйбөҙ, биологияны ла ҡушып ебәрәбеҙ. Атайыңдың күҙҙәренең, олатайыңдың сәсенең төҫө күскән кеүек, бында ла һәр фигура үҙенең үҙенсәлеген балаһына артабан бирә, тип аңлатабыҙ.
– Кем уйлап сығарҙы был ысулды?
Рөстәм Райман улы. Нисек килеп сыҡҡандыр, беренсе йылдан уҡ ҡуллана башланыҡ, шикелле. Ә бына етәксе коллегабыҙ Лилиә Тәлғәт ҡыҙы өсмөйөштәрҙең оҡшашлығын бәшмәк менән сағыштыра: аяҡтары ике тапҡыр үҫһә, эшләпәһе дүрт тапҡыр ҙурая, тип аңлата. Шуның ише ҡыҙыҡлы миҫалдар балаларҙың иҫтәрендә ҡала. Тригонометрик функцияларҙы үткән ваҡытта “формула привидения” тигән ысулды ҡулланабыҙ: ат башын ошолай һәм былай итеп, ике төрлө һелкә белә, шунан билдәле бер шарттарҙы, исеме үҙгәрәме, тип һорайбыҙ. Ошо рәүешле 32 формуланы ятлап тормай, алгоритм төҙөп, шуның буйынса дөрөҫ итеп яҙалар. Контроль эш мәлендә ҡайһы бер бала шулайтып башын һелкеп ултыра. Тимәк, беҙ ҡулланған ысул эшләй (көлә).
– Атлы алымды һеҙ уйлап сығарҙығыҙмы?
Рөстәм Райман улы. Уны беҙгә БДУ-ла уҡытыусыбыҙ Кирилл Владимирович Турунов өйрәтте. Оҙағыраҡ аңлаған бала булһа, беҙ уны яҡшы өлгәшкәненә беркетәбеҙ, тәнәфес ваҡыттарында улар бер-береһенә ярҙам итә. Ғөмүмән, гимназияла дуҫлыҡ, бер-береңә ярҙам ҡулы һуҙырға ынтылыш электән көслө.
Илнур Иршат улы. Ҡайһы саҡта мин, киреһенсә, икеһе лә бер нәмә лә белмәгәндәрҙе бергә ултыртам. Шул да файҙалы ысул, сөнки ике баш барыбер яҡшыраҡ, тиҙәр ҙә икәүләп уйлай башлайҙар. Нисектер эшләргә кәрәк бит инде. Бер үҙе булһа, бала, мин белмәйем, тип тик ултыра, ә бында бергәләп эҙләнәләр.
– Һеҙҙә хәҙер тәжрибә бар, бер йыл ғына эшләмәйһегеҙ, балаларҙың йылдан-йыл үҙгәргәнен тояһығыҙмы?
Илнур Иршат улы. Тәүге эшләгән йылдарымда, ул саҡта үҙем дә студент ҡына булһам да, балаларҙа ҡурҡыу хисе тойола торғайны, хәҙер ундай нәмә юҡ. Хатта “икеле” эләктереүселәр ҙә билдәләрен төҙәтергә ашыҡмай. Хәҙерге балалар күп нәмәгә еңел ҡарай. Бер яҡтан, мин уларҙы ҡеүәтләйем, ябай ғына нәмә өсөн ул тиклем көйөнөргә кәрәкмәй. Уларҙың өлкәндәр менән тыныс һөйләшә алыуы ла оҡшай, балаларҙың үҙ-үҙенә ышанысы артҡан, тиергә була. Быны насар йә һәйбәт күренеш, тип әйтеп булмайҙыр. Уларҙы нисек бар, шулай ҡабул итәбеҙ, килешәбеҙ.
Рөстәм Райман улы. Балалар хәҙер мөғәллимгә үҙенең иптәше һымаҡ ҡарай. Ә беҙ мәктәптә уҡытыусынан ҡурҡа торғайныҡ, урамда осраһа, йә юлдың икенсе яғына сығып, йә йәшенеп тороп ҡала инек. Бында балалар тиң күреп һөйләшә, үҙ фекерҙәрен әйтә, мәсьәлә эшләп торғанда ла, мәҫәлән, һин бер төрлө күрһәтәһең, улар: “Ә бына ошолай эшләһәм буламы?” – тиеүҙәре мөмкин, икенсе ысулдар ҙа тәҡдим итәләр. Был, минеңсә, һәйбәт.
– Беҙҙең заманда әсәйҙәребеҙҙе тәрбиәселәр, башҡорт балалары үтә тыйнаҡ, тип әрләй ине.
Илнур Иршат улы. Беҙҙе лә, уйлағаныңды ул тиклем әйтеп бармаҫҡа, ҡысҡырып, ҡыҫылып ултырмаҫҡа өйрәттеләр. Ҡалаға килгәс, был миңә ныҡ ҡамасауланы. Белгән нәмәңде лә әйтмәй ултырып ҡалаһың ҡай саҡ. Шуға балаға, аңламағанды һорарға тейешһең, тип әйтәбеҙ. Аҙаҡтан аптырап ултырмаҫ, артҡа ҡалмаҫ өсөн теманы ваҡытында аңлап ҡалыу мөһим. Ҡыйыулыҡ, үҙеңә ышаныс – тормошта ла кәрәкле сифат. Элеккеләрҙән хәҙерге балаларҙың төп айырмаһы – шул үткерлектә. Шулай ҙа, һөҙөмтә булһын тиһәң, әйләнгән һайын, әйҙә, ултыр, эшлә, тип ҡарап торорға кәрәк, үҙҙәренә генә тапшырыуы ҡыйын, элеккегә ҡарағанда контроль нығыраҡ кәрәк.
Рөстәм Райман улы. Элекке менән сағыштырғанда, хәҙерге системаның уҡыуҙы еңеләйтеүе лә һиҙелә. Мәҫәлән, әүәл китаптағы миҫалдарҙы, дидактиканы эшләп бөтә торғайныҡ. Шунан, ваҡыт бар әле, тип иҫкерәк материалдарҙы сығарып, ауырыраҡ миҫалдарға тотона инек. Ә хәҙер элегерәк булған контроль эштәрҙе сығарып ҡараһаң, быны балалар нисек эшләне икән, тип уйлайһың.
– Йыл һайын нисә процент баланың юғары уҡыу йортона ингәнен ҡарайҙар...
Рөстәм Райман улы. Аллаға шөкөр, беҙҙең гимназияла 100 процент бала юғары уҡыу йортона инә.
– Әле гимназияла нисә ир-егет уҡытыусы бар?
Илнур Иршат улы. Байтаҡ ҡына, 2008 йылда эшкә килгәндә 9 математика уҡытыусыһы ине. Ул ваҡытта ҡатын-ҡыҙҙар араһында берҙән-бер ир-егет инем, шунан күбәйеп киттек. Беҙҙә ул яҡлап һәйбәт, 8 мартта ҡотларға кеше бар (көлә). Яңыраҡ ҡына үҙебеҙҙең сығарылыш уҡыусыһы математика уҡытырға килде.
– Егеттәргә мәктәптәрҙә эшләрлек шарттар бармы, ниндәй кәңәш бирерһегеҙ?
Рөстәм Райман улы. Ир-егет борондан мал табыусы һанала. Ғаиләмде ҡарарға, ипотекамды түләргә аҡса етерме, тип иң тәүҙә эш хаҡын ҡарай. Аллаға шөкөр, етәкселеккә рәхмәт, уларҙың бөтәһе лә йәштәргә һәм эшләгән кешеләргә ыңғай ҡарашта булды, һөҙөмтәләрең яҡшы булһа, матди яҡ тотороҡло. Ошонда килгәс, фатирын да алдыҡ, ипотекаһын да түләйбеҙ, ғаилә лә бар. Иптәштәр менән осрашҡанда һөйләшеп ултырабыҙ ҙа, кемдер нефтсе, кемдер Себерҙә эшләй... Шым ғына тыңлайым, улар ғаиләһенән айырылып ситтә йөрөй, бер ай эшләй, бер ай – өйҙә. Шул алған аҡсаһын бүлеп ҡараһаң, беҙҙеке арыуыраҡ та килеп сыға әле ул. Тағы ла беҙ, мәҫәлән, балалар һаны етмәй, дәрес етмәй, тип ҡурҡмайбыҙ, ауылда ул проблема киҫкен тора. Үҙем уҡыған мәктәпте алғанда ла, ниндәй гөрләп торған белем йорто хәҙер 4 кенә класҡа ҡалды. Өс ауыл балаларын йыйып, бер мәктәпкә йөрөтәләр.
– Һеҙгә, иң һәйбәт мәктәптә уҡытҡас, уңғанһығыҙ, тиергә лә була шул.
Илнур Иршат улы. Әйткәндәй, үҙебеҙ ҙә уҡытып ҡына ултырмайбыҙ, төрлө бәйгеләрҙә ҡатнашырға тырышабыҙ. Балаларҙан олимпиадала еңеүҙәр, юғары балдар талап итәбеҙ икән, үҙебеҙ ҙә һынатмаҫҡа тейеш. Бына мин 2016 йылда Башҡортостандың йәш уҡытыусыларына тәғәйен грантҡа лайыҡ булдым. Ике йылға бер тапҡыр бирелә торған грант ул. Былтыр Сочиҙа “Сириус” белем биреү үҙәгендә бушлай стажировка үтеп ҡайтырға ла яҙҙы. Конкурс аша үттем, унда шарттар һәйбәт, бөтә сығымдарҙы ла үҙҙәре ҡаплай. Рәсәйҙең төрлө төбәгенән йыйылған балалар була, улар менән эшләп ҡарау ҙа – ҙур тәжрибә. Үҙ ҡаҙаныңда күңел биреп эшләүең – бер, ә тегендә барһаң, икенсерәк итеп тә эшләп була икән, бындай алымдар ҙа бар икән тип, байтаҡ яңылыҡ асып, тәжрибә туплап ҡайтаһың, файҙаһы ҙур. 2018 йылда гимназиянан өс уҡытыусы, шул иҫәптән мин дә, “Сириус” белем биреү үҙәгендә ярты йыл өлөшләтә көндөҙ һәм ситтән тороп ”Большие вызовы” программаһында һөнәри оҫталыҡты камиллаштырып ҡайттыҡ. 2018 йылда үҙемдең класымдан Ислам Һөйөндөков математиканан БДИ-ны 100 балға тапшырҙы. Үәт, шундай һөҙөмтәләр күрһәткәс, балаларға һеҙ ҙә, беҙ ҙә булдырабыҙ, тип әйтке килә. Һәләтле уҡыусылар менән эшләгәс, үҙеңә лә төрлө яҡтан да үҫергә кәрәк. Был юҫыҡта беҙ математика кафедраһы етәксеһе Лилиә Тәлғәт ҡыҙы Ғабдуллинанан уңдыҡ. Ул һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер, беҙҙе яҡлап, ҡурсалап йөрөй, тиергә була.
Рөстәм Райман улы. Беҙҙең гимназияла барыбер уҡытыусыларға төрлө бәйгеләрҙә ҡатнашыуға мөмкинлектәр күберәк. Шул уҡ 2017 йылда мин “Башҡортостандың йәш уҡытыусыһы” бәйгеһендә ҡатнаштым, ярымфиналда, номинацияла еңеүсе булдым. Шунан быйыл көҙ “Сириус” мәктәбендә мин дә бушлай стажировка үтеп, бөтә Волга буйынан йыйылған балалар менән эшләп ҡайттым. “Башҡортостандың йәш лидерҙары” бәйгеһендә ҡатнаштым, әле ярымфиналдамын.
– Беренсе, иң яҡшы гимназия һаналғас, бында төрлө асыҡ дәрестәр, саралар ҙа күп үтә бит. Улар уҡыу барышына ҡамасауламаймы?
Илнур Иршат улы. Ысынлап та, республика ғына түгел, Рәсәй кимәлендә лә күп саралар үтеп тора. Бына яңыраҡ ҡына ЮНЕСКО-нан килеп ҡайттылар, шуға һайлап ҡына ҡатнашып, күберәк ваҡытты уҡыуға арнарға тырышабыҙ. Мауығып китергә ярамай. Ваҡытында кире эш ыҙанына ҡайтырға кәрәк. Әммә беҙҙә балалар һаны ла күп булғас, гимназияла үткән сараларҙың береһендә береһе ҡатнашһа, икенсеһенә башҡаларын алырға тырышалар. Шулайтып баланс һаҡлана.
– Олимпиадаға әҙерләү өсөн уҡытыусыға стимул бармы, премия-фәлән буламы?
Рөстәм Райман улы. Былтыр беҙ уныһын уйламай ҙа йөрөгәндә булды ла ҡуйҙы. Икенсе файҙаһы – олимпиада ваҡытында балалар уҡыу йортон күрә, шунда уҡырға теләктәре уяна. Студенттар менән аралашып, күреп-белеп ҡайтыу ҙа файҙалы. Сөнки ВУЗ-дар асыҡ ишектәр көнөн каникул ваҡытында үткәрә, ә беҙҙең балалар ул мәлдә ауылға ҡайта.
– Үҙегеҙҙең балаларҙы бында уҡытыр инегеҙме?
Илнур Иршат улы. Теләге булһа, килер. Бында белем яғынан да, шәхес булараҡ үҫеү өсөн дә бөтә мөмкинлектәр булдырылған.
Рөстәм Райман улы. Гимназиябыҙҙа ветеран уҡытыусылар менән бәйләнеш көслө булыуы оҡшай, математиктар менән дә күрешеп торабыҙ. Яңы йылға йыйылған ваҡытта, юбилейҙарҙа Сәкинә Хөрмәт ҡыҙы, Рәйлә Абдрахман ҡыҙы, инде оло йәштәге уҡытыусылар Асия Әкрәм ҡыҙы, Луиза Баяновна һәм башҡалар менән һәйбәт аралашалар. Байрамдарға саҡырабыҙ, һуңғы ҡыңғырауға ла киләләр, ғөмүмән, һәр береһен саҡырып, хөрмәт итеп торалар. Гимназияның быйылғы юбилейына килгәндә, унда күберәк балалар ҡатнашты, һәр береһе нимәгәлер яуаплы булды, бейеүселәр, спортсылар, 75 ҡурайсы сығып ҡурай уйнаны. Хатта сығарылыш уҡыусылары өсөн ҡыҙыл балаҫ түшәнеләр. Байрам юғары кимәлдә өс залда үтте, төп залда тамаша барҙы, ике залда һәм коридорҙарҙа – тура трансляция.
– Студент саҡта һеҙҙең менән бергә белем алғандар араһында мәктәпкә эшкә барыусылар күп булдымы?
Илнур Иршат улы. Бер егет кенә колледжда эшләй. Башҡалар бүтән өлкәгә китте. 2010 йылда беҙ уҡыған факультет “Математика һәм мәғлүмәт технологиялары” тип үҙгәртелеп, шунда яңы бүлек асылды. Төркөмдәштәрҙең күбеһе шунда китте. Мине лә саҡырғайнылар, тик, алдан әйтеүемсә, гимназияла, класс биреп, сәғәттәр өҫтәгәс, ҡалдым.
Рөстәм Райман улы. Беҙҙең колледждыҡылар күбеһе уҡытыусы, БДУ-ны алғанда, кафедралағы 13 кешенән берәү генә математика уҡыта. Уныһы ла – мин, төркөм ғәмәли (прикладной) йүнәлешле булғас, күбеһе программалау буйынса нефть өлкәһенә китте. Ике егет – геодезист, ҡыҙҙар күбеһе банкта һәм хакимиәттә. Мине лә шул яңы бүлеккә саҡырғайнылар, ул саҡта үҙем эшләп йөрөгән банктан китмәнем, сөнки хыялдарҙы тиҙерәк тормошҡа ашырғы килде. Тәүге хыялымды ысын итеп, ауылға машина менән ҡайтып төшкәс, әсәйемдең күҙендә шатлыҡ йәштәрен күреп, үҙем тағы ла нығыраҡ ҡыуандым. Шунан фатир алырға ашыҡтым. 2017 йылда төркөмдәшем һалым йыйыу өлкәһенә эшкә саҡырғайны, эш хаҡы ла бик һәйбәт ине лә, әммә класымды ун бергә еткергем килде. Икенсе яҡтан, эштең һөҙөмтәләрен дә күрергә теләнем, китмәгәнемә үкенмәйем.
Илнур Иршат улы. Артабан ни эшләйбеҙ, тигән һорауҙы класс сығарған һайын үҙебеҙгә биреп алабыҙ, ҡайһы саҡ нимәнелер үҙгәртке, үҫке лә килә. Эш оҡшай, уныһына һүҙ юҡ, башҡа ҡала мәктәптәре уҡытыусылары менән һөйләшкәндә, улар һеҙҙә – ожмах, балаларығыҙҙың күҙендә лә осҡондар уйнай, уҡырға теләктәре бар, тиҙәр. Шуға, Аллаға шөкөр, тибеҙ. Төрлө ваҡыттар була, икеләнеп китәһең, йәнә дәртләнеп китеп план ҡуйып, алға ынтылаһың.
Рөстәм Райман улы. План, маҡсат булмаһа, бөгөнгө көн менән генә йәшәү бик ауырҙыр. Ә каникул аҙаҡтары етә башлаһа, эш, балалар һағындыра башлай.
– Ә элегерәк уҡып бөтөп сығып киткән балалар һағындырамы?
Илнур Иршат улы. Дөрөҫөн әйткәндә, улар һағынырға ирек бирмәй, үҙҙәре йыш килә (көләләр). Шундай йолабыҙ ҙа бар, йыл һайын тыуған көндәребеҙгә студенттарыбыҙ килеп ҡотлай, шуға был көнгә бүтән план да ҡормайбыҙ, ҡунаҡ саҡырмайбыҙ.
Рөстәм Райман улы. Һеҙгә иң ҡыҙығын әйтмәнек тәһә. Беҙ эштә генә бергә түгелбеҙ, ә ғаиләләр менән дә дуҫлашабыҙ, аралашабыҙ. Кемдәрҙә күрешһәк тә, һүҙҙәре эшкә төшә лә китә, тип беҙҙе кәләштәр әрләй. Тәүлек әйләнәһенә бергәбеҙ, гелән эш, уҡыусыларыбыҙ тураһында уйланабыҙ, һөйләшәбеҙ, белем биреү – тормошобоҙ рәүеше, мәғәнәһе.
Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА
әңгәмәләште.
Архив, 2019 йыл.